Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Яңы йыйылышҡа нисек эйәләшергә?

Яңы йыйылышҡа нисек эйәләшергә?

«ЯҢЫ урынға күсеү арҡаһында мин бик борсолдом, — ти Аллен * исемле ағай-ҡәрҙәш. — Мин, бында дуҫтар табырмынмы-юҡмы, мине нисек ҡабул итерҙәр икән, тип ҡайғырҙым». Аллен өйөнән 1 400 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан яңы йыйылышҡа күскән.

Әгәр һеҙгә яңы йыйылышығыҙға күсергә тура килһә, һеҙ ҙә, моғайын, үҙегеҙҙе Аллен кеүек хис итәһегеҙҙер. Яңы шарттарға нисек өйрәнергә? Әгәр яңы йыйылышҡа эйәләшеү һеҙ уйлағандан ауырыраҡ булһа, нимә эшләргә? Ә һеҙҙең йыйылышҡа кемдер күсеп килһә, һеҙ уларға яңы тормошҡа яраҡлашып китергә нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

ЯҢЫ ЙЫЙЫЛЫШТА НИСЕК ТАМЫР ЕБӘРЕРГӘ?

Күсереп ултыртылған ағасты күҙ алдына килтерегеҙ. Был уның өсөн ҙур стресс. Уны ерҙән ҡаҙып алғас, икенсе урынға күсереү уңайлы булһын өсөн, тамырҙарының күп өлөшөн сабып ташлайҙар. Яңы урында ул яңы тамырҙар ебәрергә тейеш. Һеҙ ҙә тап шулай уҡ, яңы йыйылышҡа күскәндә, стресс кисерәһегеҙ. Элекке йыйылышығыҙҙа һеҙ, ныҡлы дуҫлыҡ үҫтереп һәм ғәҙәти рухи тәртип булдырып, тәрән тамыр ебәргәйнегеҙ. Хәҙер иһә, яңы мөхиткә яраҡлашыр өсөн, һеҙгә яңы тамырҙар ебәрергә кәрәк. Был йәһәттән һеҙгә нимә ярҙам итә ала? Изге Яҙмалағы кәңәштәр буйынса эш итеү. Әйҙәгеҙ, уларҙың бер нисәһен ҡарап китәйек.

Алла Һүҙен даими рәүештә уҡыған кеше «ағым һыуҙар буйына ултыртылған, үҙ ваҡытында емешен биргән, япраҡтары шиңмәгән ағас кеүек булыр. Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер» (Зәб. 1:1—3).

Ағас ҡоромаһын һәм ауырымаһын өсөн, уға даими һыу һибергә кәрәк. Тап шулай уҡ, рухи яҡтан ныҡ булып ҡалыр өсөн, мәсихсегә регуляр рәүештә Алла Һүҙенән көс алырға кәрәк. Шуға күрә артабан да көн һайын Изге Яҙманы уҡығыҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмағыҙ. Рухи ғәҙәттәрегеҙҙе үҙгәртмәгеҙ: ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу һәм шәхси өйрәнеү үткәрегеҙ. Элекке урында Алла менән дуҫлыҡ үҫтерер өсөн нимә эшләгән булһағыҙ, яңы урында ла шуны эшләргә кәрәк.

«Башҡаларҙы нығытыусы үҙе лә нығытылыр» (Ғиб. һүҙ. 11:25).

Хеҙмәттә әүҙем ҡатнашыу һеҙгә көс өҫтәр һәм яңы урынға тиҙерәк өйрәнергә ярҙам итер. «Күскәндән һуң күп тә үтмәҫтән, беҙ ҡатыным менән ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә башланыҡ, һәм был беҙгә бик ярҙам итте, — тип бүлешә Кевин исемле өлкән. — Беҙ ҡәрҙәштәр һәм пионерҙар менән таныштыҡ, шулай уҡ йыйылыш территорияһы тураһында күп нәмә белдек». Ә элекке өйөнән 1 600 саҡрым йыраҡлыҡҡа күскән Роджер бына нимә һөйләй: «Яңы йыйылышҡа өйрәнеүҙең иң яҡшы ысулы — мөмкин тиклем йышыраҡ вәғәзләү. Шулай уҡ һәр төрлө ярҙам күрһәтергә, мәҫәлән, Батшалыҡ залын йыйыштырырға, осрашыуҙа ашығыс рәүештә йөкләмә менән сығыш яһарға йә берәйһен залға тиклем алып барырға әҙер булыуығыҙ тураһында өлкәндәргә әйтеп ҡуйығыҙ. Башҡалар өсөн көсөгөҙҙө йәлләмәһәгеҙ, йыйылышта яңы дуҫтарҙы тиҙерәк табырһығыҙ».

«Үҙегеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ» (2 Кор. 6:13).

Ҡәрҙәштәргә яратыу күрһәтер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Мелисса һәм уның ғаиләһе, икенсе йыйылышҡа күскәс, яңы дуҫтар эҙләй башлаған. Ул былай ти: «Беҙ ҡәрҙәштәр менән осрашыуҙар алдынан һәм уларҙан һуң аралаштыҡ. Шулай итеп беҙ башҡалар менән һаулыҡ һорашып ҡына ҡалманыҡ, ә улар менән эстәлекле әңгәмәләр алып барҙыҡ». Был бөтә ғаиләгә йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең исемдәрен тиҙерәк иҫтә ҡалдырырға ярҙам иткән. Өҫтәүенә, нығыраҡ дуҫлашыр өсөн, Мелиссаның ғаиләһе яңы таныштарын ҡунаҡҡа саҡырған. «Беҙҙе вәғәзгә йә тағы берәй ергә саҡыра алһындар өсөн, беҙ телефон номерҙары менән алмаштыҡ», — тип өҫтәй Мелисса.

Әгәр һеҙҙе таныш булмаған кешеләр менән һөйләшеү ҡурҡыта икән, бәләкәй нәмәнән, мәҫәлән, йылмайыуҙан башлағыҙ. Хатта тәүҙә бик үк теләмәһәгеҙ ҙә, йылмайығыҙ, һәм кешеләр һеҙгә үҙҙәре тартылыр. Изге Яҙмала: «Яҡты күҙҙәр күңелде шатландыра», — тип әйтелгән (Ғиб. һүҙ. 15:30). «Мин тәбиғәтем буйынса бик оялсан кеше, — ти әле тыуған йортонан алыҫта йәшәгән Рейчел. — Ҡайһы саҡта үҙемде яңы йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән аралашырға мәжбүр итергә тура килә. Батшалыҡ залында һөйләшер өсөн мин берәү менән дә аралашмай яңғыҙ ултырған кешене эҙләйем. Бәлки, ул да минең кеүек оялсандыр». Ни өсөн, һәр йыйылыш алдынан һәм унан һуң берәй яңы кеше менән һөйләшеп алырға, тигән маҡсат ҡуймаҫҡа?

Икенсе яҡтан, бәлки, тәүге бер нисә аҙнала һеҙгә яңы кешеләр менән танышыуы ауыр булмаҫ. Әммә һуңынан, яңылыҡ тойғоһо үткәс, һеҙгә үҙегеҙгә артабан да яңы дуҫтар эҙләү өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк булыр.

Күсереп ултыртылғанда ағастар стресс кисерә, ләкин һуңынан уларҙың яңы тамырҙары барлыҡҡа килә

ТҮҘЕМЛЕ БУЛЫҒЫҘ

Күсереп ултыртылғандан һуң тамыр ебәрер өсөн, ҡайһы бер ағастарға икенселәренә ҡарағанда күберәк ваҡыт кәрәк. Кешеләр ҙә тап шулай уҡ яңы йыйылышҡа төрлөсә эйәләшә. Күскәндән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп тә һаман өйрәнеп китә алмаһағыҙ, нимә эшләргә? Изге Яҙмалағы ҡайһы бер принциптар хаҡында уйланайыҡ.

«Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ» (Гал. 6:9).

Әгәр һеҙ, тиҙ генә өйрәнеп китермен, тип уйлаған булһағыҙ, шулай ҙа һаман эйәләшә алмаһағыҙ, борсолмағыҙ — һеҙгә күберәк ваҡыт кәрәк. Гилеад мәктәбен бөтөргән күп миссионерҙар үҙҙәренең тыуған яҡтарына ҡайтып килергә ашыҡмай, ә бер нисә йыл буйы үҙҙәре билдәләнгән илдә ҡала. Был уларға яңы культураға өйрәнергә һәм урындағы ҡәрҙәштәр араһынан яңы дуҫтар табырға ярҙам итә.

Алехандро исемле ағай-ҡәрҙәш үҙ ғүмерендә бер нисә мәртәбә күскән. Ул яңы урынға шунда уҡ өйрәнеп булмай икәнен яҡшы белә. Ул былай ти: «Һуңғы тапҡыр күскәндән һуң ҡатыным, бөтә дуҫтарым теге йыйылышта ҡалды, тип зарланып алды». Алехандро ҡатынына ике йыл элек күсенгәндә шуны уҡ әйткәнен иҫенә төшөргән. Әммә шул ике йыл эсендә ҡатыны башҡаларға эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәткән, һөҙөмтәлә элек таныш булмаған кешеләр уның яҡын дуҫтары булып киткән.

«„Ни өсөн үткән көндәр хәҙергенән яҡшыраҡ булды икән?“ тимә. Былай тип һорау аҡыллы түгел» (Вәғ. 7:10).

Яңы йыйылышты элеккеһе менән сағыштырырға кәрәкмәй. Яңы йыйылыштағы ҡәрҙәштәр элеккеһендәгенә ҡарағанда тынысыраҡ йә, киреһенсә, эмоцияға тиҙерәк бирелеүсән булырға мөмкин. Уларҙың яҡшы яҡтарын күрергә тырышығыҙ, һеҙ ҙә уларҙың үҙегеҙгә шулай уҡ ҡарауын теләйһегеҙ бит. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе күсеү: «Мин ысынлап та бөтә „имандаштарҙы“ яратаммы?» — тип уйланырға мәжбүр иткән (1 Пет. 2:17).

«Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр» (Лука 11:9).

Ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. «Үҙем булдырам, тип уйламағыҙ, — ти Дейвид исемле өлкән. — Күп нәмәне беҙ Йәһүәнең ярҙамы менән генә булдыра алабыҙ, шуға күрә доға тураһында онотмағыҙ». Һүҙҙәре өҫтәрәк килтерелгән Рейчел бының менән риза. Ул былай ти: «Ҡәрҙәштәр менән дуҫлашып китеү ауыр булғанда, беҙ ирем менән Йәһүәгә тап шул турала доға ҡылабыҙ. Беҙ былай тип һорайбыҙ: „Зинһар өсөн, нимәне дөрөҫ эшләмәүебеҙ арҡаһында башҡаларға беҙҙең менән аралашыуы ауыр икәнен аңларға ярҙам ит“. Шунан һуң беҙ ҡәрҙәштәр менән күберәк ваҡыт үткәрергә тырышабыҙ».

Әгәр балаларығыҙ булып, уларға яңы урынға эйәләшеү ауыр булһа, был турала улар менән бергә доға ҡылығыҙ. Уларға яҡшы дуҫтар табырға ярҙам итегеҙ һәм бының өсөн нимә эшләй алыуығыҙ тураһында уйлағыҙ.

КҮСЕНГӘНДӘРГӘ ҮҘҘӘРЕН ЯҠШЫ ХИС ИТЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

Һеҙ йыйылышығыҙға күскәндәргә нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Баштан уҡ уларға ысын дуҫ булырға тырышығыҙ. Үҙегеҙҙән: «Мин уларҙың урынында булһам, миңә ниндәй ярҙам кәрәк булыр ине?» — тип һорағыҙ. Был һорау һеҙгә күсенгәндәр өсөн нимә эшләй алыуығыҙҙы аңларға ярҙам итер (Матф. 7:12). Һеҙ уларҙы үҙегеҙгә ғаиләгеҙ менән бергә ғибәҙәт ҡылырға, бергәләп Йәһүә шаһиттарының телевидениеһының киләһе сығарылышын ҡарарға йәки хеҙмәткә барырға саҡыра алаһығыҙмы? Хатта уларҙы төшкө ашҡа ғына саҡырһағыҙ ҙа, улар һеҙҙең ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүегеҙҙе оҙаҡ иҫтәрендә тотасаҡ. Яңы күскәндәргә тағы нисек ярҙам итеп була?

Карлос исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Беҙ яңы йыйылышҡа күскәс, бер апай-ҡәрҙәш беҙгә хаҡтар арзан булған магазиндарҙың исемлеген бирҙе. Был беҙгә ҙур ярҙам булды». Климат икенсе төрлө булған ерҙән күсеп килгән ҡәрҙәштәргә эҫе, һыуыҡ йә ямғырлы көндә нимә кейеү яҡшыраҡ икәнен әйтһәгеҙ, улар һеҙгә рәхмәтле буласаҡ. Бынан тыш, ҡалағыҙҙың тарихы һәм ундағы кешеләрҙең дини ҡараштары тураһында һөйләп, һеҙ уларға вәғәздә уңышлыраҡ булырға ярҙам итә алаһығыҙ.

ТЫРЫШЛЫҒЫҒЫҘ БУШҠА БУЛМАҪ

Мәҡәлә башында иҫкә алынған Аллен яңы йыйылышта инде бер йылдан артығыраҡ хеҙмәт итә. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Тәүҙә үҙемде ҡәрҙәштәр менән танышырға мәжбүр итергә тура килде. Ә хәҙер беҙ туғандар кеүек булып киттек. Мин быға бик шатмын». Күсеп, Аллен дуҫтарын юғалтмаған, ә яңы дуҫтар, бәлки, ғүмерлек дуҫтар тапҡан.

^ 2 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.