Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәштәр, рухи маҡсаттарға ынтылаһығыҙмы?

Йәштәр, рухи маҡсаттарға ынтылаһығыҙмы?

«Бөтә эштәреңде Йәһүәгә ышанып тапшыр, шунда маҡсаттарың тормошҡа ашыр» (ҒИБ. ҺҮҘ. 16:3).

ЙЫРҘАР: 135, 144

1—3. а) Бөтә йәштәр ҙә ниндәй һайлау алдында тора, һәм быны нимә менән сағыштырып була? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.) б) Йәш мәсихселәргә һайлау яһарға нимә ярҙам итер?

КҮҘ алдыңа килтер: һин, махсус ваҡиғала булыр өсөн, бер ҡалаға барырға йыйынаһың, ти. Унда барып етер өсөн, һиңә автобусҡа ултырырға кәрәк. Автовокзалда һин бик күп кеше һәм күп автобус күрәһең, шунлыҡтан тәүҙә бер аҙ юғалып ҡалаһың. Әммә, бәхеткә күрә, һин ҡайҙа барырға теләгәнеңде һәм ниндәй автобусҡа ултырырға кәрәклеген яҡшы беләһең. Һин теләһә ниндәй автобусҡа ултырмаҫһың, сөнки уның башҡа ергә алып барғанын беләһең.

2 Тормош — сәйәхәткә, ә йәштәр автовокзалдағы кешеләргә оҡшаш. Ҡайһы саҡта тормошта шул тиклем күп һайлау мөмкинлектәре бар, һин хатта юғалып ҡалырға мөмкин. Әммә, ҡайҙа барырға теләгәнеңде яҡшы белһәң, һиңә дөрөҫ һайлау яһауы еңелерәк булыр. Һиңә ниндәй яҡҡа йүнәлергә кәрәк?

3 Ошо мәҡәлә был һорауға яуап бирер һәм һине иғтибарыңды Йәһүәне ҡыуандырыуға тупларға дәртләндерер. Ә Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, уҡыу йорто йә эш урыны һайлау, никахҡа инеү-инмәү һәм бала табыу-тапмау кеүек мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Шулай уҡ рухи маҡсаттарға, йәғни Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашырға ярҙам иткән маҡсаттарға өлгәшер өсөн көс һалырға кәрәк. Иғтибарыңды хеҙмәткә туплаһаң, һис тә шикләнмә: Йәһүә һине фатихалаясаҡ һәм уңышлы булырға ярҙам итәсәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:3-тө уҡығыҙ *.)

НИ ӨСӨН РУХИ МАҠСАТТАР ҠУЙЫУ МӨҺИМ?

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Рухи маҡсаттар ҡуйыу яҡшы емештәр килтерә. Ни өсөн? Өс сәбәп ҡарап сығайыҡ. Беренсе һәм икенсе сәбәптәр һиңә шуны күрергә ярҙам итер: рухи маҡсаттарға өлгәшергә тырышыу Йәһүә менән дуҫлыҡты нығыта. Өсөнсө сәбәп йәш саҡта рухи маҡсаттар ҡуйыу ниндәй файҙа килтергәнен асыҡлар.

5. Рухи маҡсаттар ҡуйыр өсөн иң мөһим сәбәп ниндәй?

5 Рухи маҡсаттар ҡуйыр өсөн иң мөһим сәбәп — Йәһүәгә мөхәббәте һәм беҙҙең хаҡҡа башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдереү. Бер мәҙхиә яҙыусы былай тигән: «Эй Йәһүә, һиңә рәхмәттәр белдереү... шундай яҡшы! Эй Йәһүә, һин мине үҙ эштәрең менән һөйөндөрәһең, һәм мин, ҡулдарың ҡылған эштәреңә шатланып, ауаз һалам» (Зәб. 92:1, 4). Йәһүәнең үҙеңә нимә биргәне хаҡында уйлап ҡара: тормош, иман, Изге Яҙма, йыйылыш, шулай уҡ ожмахта мәңге йәшәү өмөтө. Рухи маҡсаттар ҡуйып, һин Йәһүә биргән бөтә нәмә өсөн рәхмәт белдерәһең, ә был һине уға тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра.

6. а) Рухи маҡсаттар Йәһүә менән мөнәсәбәттәреңә нисек тәьҫир итә? б) Һин йәш сағыңда ниндәй маҡсаттар ҡуя алаһың?

6 Йәш саҡта рухи маҡсаттар ҡуйыр өсөн икенсе сәбәп: был маҡсаттарға ынтылғанда һин Йәһүәнең күңеленә хуш килгән эштәр башҡараһың һәм уға тағы ла нығыраҡ яҡынлашаһың. Илсе Павел: «Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә... Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ», — тип яҙған (Евр. 6:10). Маҡсаттар ҡуйыу бер ваҡытта ла иртә түгел. Мәҫәлән, Кристина 10 йәшендә тоғро ҡәрҙәштәребеҙҙең биографияларын даими уҡырға маҡсат ҡуйған. Ә Тоби 12 йәшендә, һыуға сумдырылыр алдынан, Изге Яҙманы тулыһынса уҡып сығырға ҡарар иткән. Максим менән һеңлеһе Ноеми һыуға сумдырылғанда, Максимға — 11, ә һеңлеһенә 10 йәш булған. Улар икеһе лә Вефилдә хеҙмәт итергә маҡсат ҡуйған. Был маҡсатты күҙҙән ысҡындырмаҫ өсөн, улар Вефиль хеҙмәтенә тәғәйенләнгән ғаризаны өйҙәрендә стенаға элеп ҡуйған. Ә һинең турала нимә әйтеп була? Уйлап ҡара: һин, ниндәй маҡсаттар ҡуйып, уларға ирешер өсөн тырышлыҡтар һала башлай алыр инең? (Филиптарға 1:10, 11-ҙе уҡығыҙ.)

7, 8. а) Маҡсаттар ҡуйыу нисек ҡарарҙар ҡабул итеүҙе еңеләйтә? б) Ни өсөн бер үҫмер апай-ҡәрҙәш университетҡа уҡырға инмәгән?

7 Өсөнсө сәбәп ниндәй? Йәш саҡта һин күп ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш. Мәҫәлән, һиңә уҡыу йорто һәм эш урыны һайларға кәрәк. Был ҡарарҙар сәйәхәттә осраған юл саттарына оҡшаш. Ҡайҙа барғанын белгән кешегә ниндәй юлдан китергә кәрәклеген ҡарар итеү еңелерәк булыр. Һинең тормошоң хаҡында шуны уҡ әйтеп була. Нимәгә ынтылғаныңды белһәң, һиңә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеү еңелерәк булыр. Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5-тә былай тиелә: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ». Мөмкин тиклем иртәрәк яҡшы маҡсаттар ҡуйһаң, шул тиклем тиҙерәк уңышҡа ирешерһең. Үҫмер саҡта мөһим ҡарар ҡабул иткән Дамарис исемле апай-ҡәрҙәш быны үҙ тәжрибәһенән аңлаған.

8 Дамарис мәктәпте юғары билдәләр менән тамамлаған, шунлыҡтан берәй университеттың юридик факультетына түләүһеҙ уҡырға инә алған. Әммә ул күп ваҡыт талап итмәгән эшкә урынлашырға ҡарар иткән. Ни өсөн? Сөнки бала сағында ул пионер булырға маҡсат ҡуйған. Дамарис былай ти: «Был маҡсатҡа ирешер өсөн, миңә күп ваҡыт талап итмәгән эшкә урынлашырға кәрәк ине. Юрист дипломы менән мин күп аҡса эшләй алыр инем, ләкин әҙерәк ваҡыт талап иткән эш табыуы күпкә ауырыраҡ булыр ине». Дамарис бына инде 20 йыл пионер булып хеҙмәт итә. Ул үҫмер сағында ҡуйған маҡсаты һәм ҡабул иткән ҡарары хаҡында нимә уйлай? Дамарис, барыһы дөрөҫ булды, тип һанай. Үҙенең эш урынында ул күп юристарҙы осрата. Университетты бөтөргән булһа, ул да шул эште башҡарыр ине. Дамарис, шул юристарҙың күбеһе үҙҙәренең эш урыны менән ҡәнәғәт түгел, ти. Был апай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, пионер хеҙмәтендә үткәргән бөтә йылдар уға күп шатлыҡ килтергән һәм шул юристар кисергән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһонан һаҡлап ҡалған.

9. Ни өсөн беҙ йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ?

9 Бөтә донъя буйынса йыйылыштарҙа хеҙмәт иткән меңләгән егеттәр һәм ҡыҙҙар маҡтауға лайыҡ. Йәһүә менән мөнәсәбәттәр һәм рухи маҡсаттар уларҙың тормошонда төп урын биләй. Был йәштәр үҙ тормошонан шатлыҡ ала һәм шул уҡ ваҡытта бөтә нәмәлә, шул иҫәптән белем алыу, эш һайлау йә ғаилә ҡороу кеүек өлкәләрҙә Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итергә өйрәнә. «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, — тигән Сөләймән. — Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер» (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Йәштәр, Йәһүә һеҙҙе бик ныҡ ярата! Ул һеҙҙе ҡәҙерләй һәм мотлаҡ һеҙҙе яҡлаясаҡ, дөрөҫ юлдан алып барасаҡ һәм фатихалаясаҡ.

ШАҺИТЛЫҠ БИРЕР ӨСӨН ЯҠШЫ ӘҘЕРЛӘН

10. а) Ни өсөн вәғәз эше беҙҙең өсөн иң мөһим эштәрҙең береһе булырға тейеш? б) Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ҡараштарыңды аңлатыуҙа нисек яҡшырып була?

10 Иғтибарыңды Йәһүәне ҡыуандырыуға туплаһаң, башҡаларға уның тураһында һөйләргә теләгең буласаҡ. Ғайса Мәсих, иң элек «бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш», тигән (Марк 13:10). Тимәк, вәғәз эше бик ашығыс, шунлыҡтан ул беҙҙең өсөн иң мөһим эштәрҙең береһе булырға тейеш. Һин йышыраҡ вәғәзләргә маҡсат ҡуя алаһыңмы? Ә пионер хеҙмәтендә ҡатнаша алаһыңмы? Әммә, һиңә вәғәзләү бик үк оҡшамаһа, нимә эшләргә? Һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ҡараштарыңды аңлатыуҙа нисек яҡшырып була? Һиңә бындай ике аҙым ярҙам итер: яҡшы әҙерлән һәм Йәһүә тураһында белгәндәреңде башҡалар менән бүлешеүҙән туҡтама. Һин, бәлки, вәғәздә ҡатнашыу күпме шатлыҡ килтерә алыуына ғәжәпләнерһең.

Һин Йәһүә тураһында шаһитлыҡ бирер өсөн нисек әҙерләнәһең? (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11, 12. а) Йәһүә тураһында шаһитлыҡ бирер өсөн нисек әҙерләнеп була? б) Бер йәш ағай-ҡәрҙәш мәктәптә Йәһүә тураһында һөйләү мөмкинлеген нисек ҡулланған?

11 Тәүҙә синыфташтарың бирә алған ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирергә әҙерлән. «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) 2-се томында яҡшы кәңәштәр бирелә. Мәҫәлән, 36-сы бүлектә «Аллаға ышаныуыңды нисек аңлатырға?» тигән тема ҡарала. Был бүлекте уҡы ла: «Ни өсөн һин Аллаға ышанаһың?» — тигән һорауға ниндәй яуап биреп булғаны хаҡында уйлап ал. Яуабыңда ҡулланырлыҡ бындай өс шиғыр өҫтөндә уйлан: Еврейҙарға 3:4, Римдарға 1:20 һәм Зәбур 139:14. Был китаптағы кәңәштәр һиңә башҡа һорауҙарға ла яуаптар әҙерләргә ярҙам итер. (Колосстарға 4:6-ны уҡығыҙ.)

12 Ҡайһы бер йәш мәсихселәр мөмкинлек тыуғанда синыфташтарына баҫмаларыбыҙҙан кәрәкле мәғлүмәтте нисек табып булғанын күрһәтә. Лука исемле ағай-ҡәрҙәш тап шулай эшләгән дә. Улар дәрестә төрлө диндәр хаҡында фекер алышҡан. Лука дәреслектә Йәһүә шаһиттары тураһында яҙылған мәғлүмәт дөрөҫ түгел икәненә иғтибар иткән. Бик ныҡ тулҡынланһа ла, ул уҡытыусынан, был мәғлүмәт ни өсөн дөрөҫ түгел икәнен аңлатырға мөмкинме, тип һораған. Уҡытыусы уға рөхсәт иткән. Лука синыфташтарына үҙенең ҡараштары хаҡында һөйләгән, шулай уҡ Йәһүә шаһиттары сығарған ҡайһы бер материалдарҙы күрһәткән. Уҡытыусы, өйгә эш биргәндә, һәр бер уҡыусыға «Бәйләнеүселәрҙе йоҙроҡһоҙ ең» тигән видеоны ҡарарға ҡушҡан. Лука мәктәптә Йәһүә тураһында һөйләй алғанына бик шат булған.

13. Ни өсөн ауырлыҡтар менән осрашҡанда бирешмәҫкә кәрәк?

13 Ауырлыҡтар менән осрашҡанда бирешмә, ә артабан да маҡсаттарыңа ынтыл (2 Тим. 4:2). Катаринаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. 17 йәшендә ул эш урынындағы бөтә хеҙмәттәштәренә вәғәзләргә маҡсат ҡуйған. Уларҙың береһе бер нисә тапҡыр уны кәмһеткән. Әммә Катарина маҡсаты тураһында онотмаған. Уның яҡшы тәртибе Ханс исемле башҡа бер хеҙмәттәшенә ныҡ тәьҫир иткән. Ханс баҫмаларыбыҙҙы уҡый башлаған, Изге Яҙманы өйрәнгән һәм һыуға сумдырылған. Катарина, башҡа ергә күсеп киткәнгә, был хаҡта белмәгән. Шуға күрә 13 йыл үткәндән һуң, ғаиләһе менән йыйылыш осрашыуында булғанда, Катарина Ханстың телмәр менән сығыш яһауын күреп бик ныҡ аптыраған! Ул, бер нигә ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренә вәғәзләү маҡсатына ынтылғанына бик шат булған.

МАҠСАТТАРЫҢДЫ КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРМА

14, 15. а) Башҡалар баҫым яһағанда нимәне иҫтә тотоу мөһим? б) Һин, башҡаларҙың баҫымына ҡарамаҫтан ныҡ булып ҡалыр өсөн, нимә эшләй алаһың?

14 Был мәҡәлә һине иғтибарыңды Йәһүәне ҡыуандырыуға тупларға һәм рухи маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерә. Әммә күп йәштәштәрең күңел асырға ғына теләй. Һәм улар, моғайын, һине үҙҙәре менән күңел асырға саҡырыр. Иртәме, һуңмы һиңә башҡаларға маҡсаттарың ни тиклем мөһим икәнен белгертергә кәрәк булыр. Башҡаларҙың баҫымы арҡаһында маҡсаттарыңды күҙҙән ысҡындырма. Мәҡәлә башында иҫкә алынған автовокзалда булһаң, һин, берәй автобустағы кешеләр ваҡытты күңелле үткәргәнгә генә, шул автобусҡа ултырыр инеңме? Әлбиттә, юҡ!

15 Шулай итеп, һин, башҡаларҙың баҫымына ҡарамаҫтан ныҡ булып ҡалыр өсөн, нимә эшләй алаһың? Шундай баҫымға ҡаршы тороуы ауыр булған хәлдәрҙән ҡасырға тырыш (Ғиб. һүҙ. 22:3). Дөрөҫ булмаған эштәр килтергән әсе эҙемтәләр хаҡында уйлан (Гал. 6:7). Һәм, баҫалҡылыҡ сағылдырып, яҡшы кәңәшкә мохтаж булғаныңды таны. Атай-әсәйеңдең һәм тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һал. (1 Петр 5:5, 6-ны уҡығыҙ.)

16. Кристофтың миҫалы нисек баҫалҡылыҡтың мөһимлеген күрһәтә?

16 Баҫалҡылыҡ Кристоф исемле ағай-ҡәрҙәшкә яҡшы кәңәште ҡабул итергә ярҙам иткән. Һыуға сумдырылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, ул фитнес-үҙәккә даими йөрөй башлаған. Унда башҡа йәштәр уны үҙҙәренең спорт-клубына ҡушылырға саҡырған. Кристоф был хаҡта бер өлкән менән һөйләшкән, һәм өлкән уны ҡайһы бер ҡурҡыныстар, мәҫәлән, ярышыу рухына бирелеү тураһында уйлап алырға дәртләндергән. Кристоф барыбер спорт-клубҡа йөрөргә булған. Ләкин, күпмелер ваҡыт үткәс, ул шул спорт төрөнөң үҙ эсенә аяуһыҙлыҡты алғанын һәм хатта кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанын абайлаған. Ул тағы өлкәндәргә мөрәжәғәт иткән, һәм улар уға Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәш биргән. Кристоф былай ти: «Йәһүә миңә яҡшы кәңәшселәр ебәрҙе, һәм мин, шунда уҡ булмаһа ла, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалдым». Ә һин, яҡшы кәңәште ҡабул итер өсөн, етерлек кимәлдә баҫалҡымы?

17, 18. а) Йәһүә йәштәргә нимә теләй? б) Ҡабул иткән ҡарарҙарыңа үкенмәҫ өсөн, нимә эшләргә? Миҫал килтер.

17 Изге Яҙмала былай тиелә: «Егет [йә ҡыҙ], йәш булғанда шатланып йәшә, йәшлек көндәреңдә күңелең һөйөнһөн» (Вәғ. 11:9). Эйе, Йәһүә һинең йәш сағыңда бәхетле булыуыңды теләй. Был мәҡәләнән һин шуны белдең: бәхетле булыр өсөн ысулдарҙың береһе — рухи маҡсаттарға ынтылыу һәм ҡарарҙар ҡабул иткәндә Йәһүәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу. Быны мөмкин тиклем иртәрәк эшләһәң, шул тиклем тиҙерәк Йәһүәнең үҙеңде дөрөҫ юлдан алып барыуын, яҡлауын һәм фатихалауын күрерһең. Уның үҙ Һүҙендә биргән бөтә яҡшы кәңәштәре хаҡында уйлан һәм «йәшлегеңдә бөйөк Барлыҡҡа килтереүсеңде иҫтә тот» тигән һүҙҙәрҙе тормошоңда ҡуллан (Вәғ. 12:1).

18 Йәшлек оҙаҡ дауам итмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр йәш саҡта дөрөҫ булмаған маҡсаттар ҡуйыуына йә бөтөнләй маҡсаттар ҡуймауына үкенә. Әммә, әгәр иғтибарыңды рухи маҡсаттарға туплаһаң, өлкәнәйгәс, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул иткәнеңә бик шат булырһың. Бына Мирьяна исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалы. Үҫмер сағында ул спортҡа бик һәләтле булған. Уны хатта ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашырға саҡырғандар. Ләкин ул тулы ваҡытлы хеҙмәтте һайлаған. Унан һуң инде 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән, ә Мирьяна һаман да ире менән тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Мирьяна, күренекле, хөрмәтле, көслө һәм бай булырға теләгән кешеләр бер ҡасан да ысын бәхеткә ирешә алмай, ти. Ул шулай уҡ, Йәһүәгә хеҙмәт итеү һәм башҡаларға уның менән танышырға ярҙам итеү — иң яҡшы маҡсаттар, тип әйтә.

19. Ни өсөн йәш саҡта рухи маҡсаттарға ынтылыу ҙур файҙа килтерә?

19 Йәштәр, һеҙ ысынлап та маҡтауға лайыҡ, сөнки ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан иғтибарығыҙҙы хеҙмәткә туплайһығыҙ. Һеҙ рухи маҡсаттар ҡуяһығыҙ һәм вәғәз эшен иң мөһим эштәрҙең береһе тип һанайһығыҙ. Һеҙ шулай уҡ, был донъя баҫым яһаһа ла, маҡсаттарығыҙҙы күҙҙән ысҡындырмайһығыҙ. Тырышлыҡтарығыҙ бушҡа түгел икәненә һис тә шикләнмәгеҙ. Һеҙҙең үҙегеҙҙе яратҡан һәм ярҙам итергә әҙер торған ҡәрҙәштәрегеҙ бар. Шуға күрә бөтә эштәрегеҙҙе Йәһүәгә ышанып тапшырығыҙ, шунда маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр.

^ 3 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 16:3: «Бөтә эштәреңде Йәһүәгә ышанып тапшыр, шунда маҡсаттарың тормошҡа ашыр».