Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнән өлгө алып, башҡаларҙы рухландырығыҙ

Йәһүәнән өлгө алып, башҡаларҙы рухландырығыҙ

«Аллаға... дан! Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата [«дәртләндереп тора», ЯДТ, төш.]» (2 КОР. 1:3, 4).

ЙЫРҘАР: 7, 3

1. Әҙәм менән Һауа фетнә күтәргәс, Йәһүә кешелекте нисек дәртләндергән?

КЕШЕЛӘР гонаһ ҡылып камилһыҙ булып киткәндән бирле, Йәһүә уларҙы рухландырып торған. Әҙәм менән Һауа фетнә күтәргәндән һуң, Алла шунда уҡ пәйғәмбәрлек әйткән. Башланмыш 3:15-тә ул, Шайтан Иблис һәм уның бөтә яуыз эштәре юҡ ителәсәк, тип вәғәҙә иткән. Был пәйғәмбәрлектең мәғәнәһе асыҡланғас, кешеләрҙең күңелдәрендә өмөт тыуған (Асыл. 12:9; 1 Яхъя 3:8).

ЙӘҺҮӘ БОРОНҒО ЗАМАНДА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕН РУХЛАНДЫРҒАН

2. Йәһүә Нухты нисек рухландырған?

2 Йәһүәнең үҙ хеҙмәтсеһе Нухты нисек рухландырғаны хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Ул ваҡытта йәшәгән кешеләр ҡаты бәғерле һәм аҙғын булған, Нух һәм уның ғаиләһе генә Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған. Нух еңел генә төшөнкөлөккә бирелә алыр ине (Баш. 6:4, 5, 11; Йәһ. 6). Әммә, ул артабан да ғибәҙәт ҡыла һәм дөрөҫ булғанды эшләй алһын өсөн, Йәһүә уға ҡыйыулыҡ биргән (Баш. 6:9). Йәһүә Нухҡа ул ваҡыттағы яуыз донъяны юҡ итергә йыйыныуы хаҡында әйткән һәм, үҙ ғаиләһен ҡотҡарһын өсөн, нимә эшләргә тейешлеген аңлатҡан (Баш. 6:13—18). Йәһүә Нух өсөн терәк һәм таяныс булған.

3. Йәһүә Ешуаны нисек рухландырған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Һуңыраҡ Йәһүә ауыр йөкләмә үтәргә тейеш булған хеҙмәтсеһе Ешуаны дәртләндергән. Ешуа Алла халҡын Вәғәҙә ителгән ергә алып барырға һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың көслө ғәскәрҙәрен еңергә тейеш булған. Йәһүә Ешуаның ҡурҡыуға бирелергә сәбәптәре булырын белгән, шуға күрә ул Мусаға былай тигән: «Ешуаны башлыҡ итеп билдәлә, рухын күтәреп, уны нығыт, сөнки тап ул был халыҡ алдынан йылға аша сығыр, һәм ул уларҙы һин күҙҙән кисерәсәк ерҙе мираҫ итеп алыр өсөн алып барасаҡ» (Ҡан. 3:28). Шунан Йәһүә үҙе Ешуаны рухландырған, ул уға былай тигән: «Мин һиңә тағы бер тапҡыр әйтәм: ҡыйыу һәм ныҡ бул. Ҡотоң осмаһын һәм ҡурҡма, сөнки ҡайҙа ғына барһаң да, Аллаң Йәһүә һинең менән булыр» (Еш. 1:1, 9). Нисек уйлайһығыҙ, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ешуа нимә хис иткән?

4, 5. а) Йәһүә боронғо заманда үҙ халҡын нисек рухландырған? б) Йәһүә үҙенең Улын нисек дәртләндергән?

4 Йәһүә шулай уҡ үҙенең бөтөн халҡын да рухландырған. Мәҫәлән, Йәһүә йәһүдтәрҙең, Вавилон әсирлегендә булғанда, дәртләндереүгә мохтаж булырын белгән һәм, уларҙы рухландырыр өсөн, бындай пәйғәмбәрлек биргән: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен. Һине ғәҙеллегем буйынса уң ҡулым менән тотоп торормон» (Ишағ. 41:10). Аҙаҡ Йәһүә беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәрҙе рухландырған, һәм ул беҙҙе лә шул уҡ рәүешсә рухландыра. (2 Коринфтарға 1:3, 4-те уҡығыҙ.)

5 Йәһүә шулай уҡ үҙенең Улын дәртләндергән. Һыуға сумдырылғандан һуң, Ғайса Мәсих күктән бындай һүҙҙәр әйткән тауыш ишеткән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» (Матф. 3:17). Был һүҙҙәр, һис шикһеҙ, Ғайсаны ерҙә хеҙмәт иткән сағында бик нығытҡан.

ҒАЙСА МӘСИХ БАШҠАЛАРҘЫ ДӘРТЛӘНДЕРГӘН

6. Ғайсаның таланттар тураһындағы ҡиссаһы беҙҙе нисек рухландыра?

6 Ғайса, Атаһынан өлгө алып, башҡаларҙы тоғролоҡ һаҡларға рухландырған. Уның таланттар тураһындағы ҡиссаһында хужа һәр тоғро хеҙмәтсеһен былай тип маҡтаған: «Яҡшы иткәнһең, һин — һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш» (Матф. 25:21, 23). Был һүҙҙәр Ғайсаның шәкерттәрен артабан да Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә дәртләндергән.

7. Ғайса үҙенең илселәрен, бигерәк тә Петрҙы нисек рухландырған?

7 Илселәр арабыҙҙа кем иң бөйөгө тип йыш бәхәсләшһә лә, Ғайса һәр ваҡыт уларға ҡарата сабыр булған. Ул илселәрҙе башҡаларҙың үҙҙәренә хеҙмәт итеүен көтмәҫкә, ә баҫалҡы булырға һәм башҡаларға хеҙмәт итергә дәртләндергән (Лука 22:24—26). Петр бер нисә тапҡыр, хата эшләп, Ғайсаны күңелһеҙләндергән (Матф. 16:21—23; 26:31—35, 75). Әммә Ғайса бер ваҡытта ла Петрҙы кире ҡаҡмаған. Бының урынына, ул Петрҙы рухландырған һәм хатта уға башҡаларҙы нығытырға ҡушҡан (Яхъя 21:16).

БОРОНҒО ВАҠЫТТАҒЫ МИҪАЛДАР

8. Езекия хәрби етәкселәрҙе һәм Йәһүҙә халҡын нисек рухландырған?

8 Ғайса Мәсих әле ергә килмәҫ борон, Йәһүәнең хеҙмәтселәре башҡаларҙы рухландырыу мөһим икәнен аңлаған. Езекияны иҫкә алайыҡ. Ассириялылар Йәһүҙә халҡына һөжүм итергә йыйынғанда, Езекия, хәрби етәкселәрҙе һәм халыҡты йыйып алып, уларҙы рухландырған, һәм «халыҡтың рухы күтәрелеп» киткән (2 Йылъяҙма 32:6—8-ҙе уҡығыҙ *.)

9. Рухландырыуға килгәндә, Әйүптең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

9 Рухландырыуға килгәндә, Әйүптең миҫалын ҡарап сығыу ҙа файҙалы булыр. Үҙе рухландырыуға мохтаж булһа ла, Әйүп быны нисек эшләргә кәрәклеген башҡаларға аңлатҡан. Ул үҙен йыуатырға килгән ирҙәргә, һеҙҙе йыуатырға тырышһам, күңелегеҙҙе әрнетә алған һүҙҙәр түгел, ә рухығыҙҙы күтәрерлек, нығытырлыҡ һүҙҙәр әйтер инем, тигән (Әйүп 16:1—5). Ахыр сиктә, рухландырғыс һүҙҙәрҙе Әйүп Илуйҙан һәм Йәһүәнең үҙенән ишеткән (Әйүп 33:24, 25; 36:1, 11; 42:7, 10).

10, 11. а) Ни өсөн Ифтахтың ҡыҙы дәртләндереүгә мохтаж булған? б) Бөгөн беҙ кемде рухландыра алабыҙ?

10 Ифтахтың ҡыҙы шулай уҡ рухландырыуға мохтаж булған. Уның атаһы хөкөмсө Ифтах аммондарға ҡаршы һуғышырға йыйынған. Ул, Йәһүә миңә еңеү бирһә, йортомдан мине ҡаршы алырға сыҡҡан беренсе кеше сатырҙа Йәһүәгә хеҙмәт итәсәк, тип вәғәҙә иткән. Израилдәр еңгән, һәм Ифтахты ҡаршы алырға сыҡҡан беренсе кеше уның берҙән-бер ҡыҙы булған. Ифтахтың йөрәге яраланған. Әммә ул вәғәҙәһен үтәгән һәм ҡыҙын ғүмеренең аҙағына тиклем сатырға хеҙмәт итергә ебәргән (Хөк. 11:30—35).

11 Ифтах өсөн был бик ауыр булһа ла, уның ҡыҙы өсөн был, моғайын, тағы ла ауырыраҡ булғандыр. Әммә ул атаһының вәғәҙәһен үтәргә әҙер булған (Хөк. 11:36, 37). Бының арҡаһында ул бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаған һәм бала тапмаған. Ғаиләһенең нәҫел ебе өҙөлгән. Ифтахтың ҡыҙы йыуатыуға һәм дәртләндереүгә бик мохтаж булған. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Израилдә бындай йола барлыҡҡа килде: йылдан-йылға Израилдең йәш ҡатындары йылына дүрт көн гилеадлы Ифтах ҡыҙын маҡтарға бара ине» (Хөк. 11:39, 40). Ифтах ҡыҙының миҫалы бөгөн, никахта тормауҙан файҙаланып, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙе иҫебеҙгә төшөрә. Улар беҙҙең маҡтауға һәм рухландырыуға лайыҡ түгелме ни? (1 Кор. 7:32—35)

ИЛСЕЛӘР ИМАНДАШТАРЫН РУХЛАНДЫРҒАН

12, 13. Петр имандаштарын нисек нығытҡан?

12 Ғайса, үҙе үләсәк төнгә ҡаршы, илсе Петрға былай тигән: «Симон! Симон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды. Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт» (Лука 22:31, 32).

Илселәрҙең хаттары беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе рухландырған һәм бөгөн беҙҙе лә рухландыра (12—17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13 Петр беренсе быуатта мәсихселәр йыйылышында етәкселек алған ҡәрҙәштәрҙең береһе булған (Гал. 2:9). Ул, Илленсе көн байрамында һәм унан һуң ҡыйыу эш итеп, имандаштарын нығытҡан. Күп йылдар хеҙмәт иткәндән һуң, Петр ҡәрҙәштәренә былай тип яҙған: «Мин ...һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ» (1 Пет. 5:12). Петрҙың хаттары ул ваҡытта йәшәгән мәсихселәрҙе бик нығытҡан. Бөгөн беҙ, Йәһүә вәғәҙәләренең үтәлеүен көткәндә, был хаттарҙағы рухландырыуға бик ныҡ мохтажбыҙ! (2 Пет. 3:13)

14, 15. Изге Яҙманың Яхъя яҙған өлөштәре беҙҙе нисек рухландыра?

14 Илсе Яхъя ла беренсе быуатта йыйылышта етәкселек алған булған. Ул Ғайсаның хеҙмәте тураһында мауыҡтырғыс «Һөйөнөслө хәбәр» яҙған. Изге Яҙманың был китабы мәсихселәрҙе йөҙәрләгән йылдар дауамында рухландырып торған һәм бөгөн беҙҙе лә рухландыра. Мәҫәлән, тик Яхъяның китабында ғына Ғайса Мәсихтең, ысын мәсихселәр мөхәббәт сағылдырыуы менән айырылып торор, тигән һүҙҙәре яҙылған. (Яхъя 13:34, 35-те уҡығыҙ.)

15 Яхъяның өс хатында шулай уҡ ҡиммәтле хәҡиҡәттәр яҙылған. Хаталарыбыҙ арҡаһында бойоҡҡанда, беҙ, Ғайсаның йолом ҡорбаны «беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра» икәне хаҡында уҡып, еңеллек һиҙәбеҙ (1 Яхъя 1:7). Ғәйеп тойғоһонан интекһәк, «[Алла] беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ» тигән һүҙҙәр беҙҙе тынысландыра (1 Яхъя 3:20). Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашыусылар араһынан тик Яхъя ғына «Алла — мөхәббәт ул» тип яҙған (1 Яхъя 4:8, 16). Икенсе һәм өсөнсө хаттарында Яхъя «хәҡиҡәттә йәшәүсе» мәсихселәрҙе маҡтай (2 Яхъя 4; 3 Яхъя 3, 4).

16, 17. Илсе Павел беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе нисек рухландырған?

16 Илсе Павел ҡәрҙәштәрҙе нығытыуҙа бик яҡшы өлгө ҡалдырған. Ғайса Мәсих үлгәндән һуң, илселәрҙең күбеһе етәксе кәңәшмә урынлашҡан ерҙә — Иерусалимда йәшәгән (Ғәм. 8:14; 15:2). Йәһүҙиәләге мәсихселәр инде бер Аллаға ышанған кешеләргә Мәсих тураһында вәғәзләгән. Әммә изге рух Павелды гректарға, римдарға һәм күп илаһтарға табынған башҡа кешеләргә вәғәзләргә ебәргән (Гал. 2:7—9; 1 Тим. 2:7).

17 Павел әлеге ваҡытта Төркиә, Греция һәм Италия тип аталған территориялар буйынса сәйәхәт иткән. Ул шул ерҙәрҙә йәшәгән кешеләргә вәғәзләгән һәм унда мәсихселәр йыйылыштары ойошторған. Яңы мәсихселәрҙең тормошо еңел булмаған. Милләттәштәре уларҙы эҙәрләгән, шунлыҡтан улар рухландырыуға мохтаж булған (1 Фес. 2:14). Яҡынса б. э. 50 йылында Павел Фессалоникалағы яңы йыйылышҡа рухландырғыс хат яҙған. Ул былай тигән: «Беҙ һәр ваҡыт, доғаларыбыҙҙа һеҙҙе иҫкә алып, бөтөнөгөҙ өсөн дә Аллаға рәхмәттәр әйтәбеҙ. Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм... ныҡ тороуығыҙҙы... иҫебеҙҙә тотабыҙ» (1 Фес. 1:2, 3). Павел шулай уҡ, уларҙы бер-береһен нығытырға өндәп: «Бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм... ышаныс өҫтәгеҙ», — тип яҙған (1 Фес. 5:11).

ЕТӘКСЕ КӘҢӘШМӘНЕҢ РУХЛАНДЫРЫУЫ

18. Беренсе быуатта етәксе кәңәшмә Филиппты нисек нығытҡан?

18 Беренсе быуатта Йәһүә бөтә мәсихселәрҙе, шул иҫәптән үҙ өҫтөнә етәкселек алыусыларҙы ла нығытыр өсөн етәксе кәңәшмәне ҡулланған. Филипп самарияндарға Мәсих тураһында вәғәзләгәс, етәксе кәңәшмәләге ҡәрҙәштәр уға ярҙам иткән. Улар үҙҙәре араһынан ике кешене, Петр менән Яхъяны, яңы мәсихселәр изге рух алһын өсөн доға ҡылырға ебәргән (Ғәм. 8:5, 14—17). Етәксе кәңәшмәнең ярҙамы Филиппты һәм яңы мәсихселәрҙе бик нығытҡан!

19. Беренсе быуаттағы мәсихселәр етәксе кәңәшмәнән килгән хатты нисек ҡабул иткән?

19 Һуңыраҡ етәксе кәңәшмәгә бер мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған. Икенсе халыҡтарҙан булған мәсихселәр Муса ҡануны буйынса сөннәткә ултыртылырға тейешме, юҡмы? (Ғәм. 15:1, 2) Изге рух һорап доға ҡылғас һәм Яҙмаларҙы тикшергәс, етәксе кәңәшмәләге ҡәрҙәштәр, сөннәткә ултыртылыу бүтән кәрәк түгел, тигән ҡарарға килгән. Шунан улар был ҡарарҙы аңлатып хат яҙған һәм хатты ағай-ҡәрҙәштәр аша йыйылыштарға ебәргән. Мәсихселәр был «хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуан[ған]» (Ғәм. 15:27—32).

20. а) Бөгөн Етәксе кәңәшмә барыбыҙҙы ла нисек рухландыра? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

20 Бөгөн Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе вефилселәрҙе, башҡа тулы ваҡытлы махсус хеҙмәтселәрҙе һәм барыбыҙҙы ла рухландыра. Беренсе быуаттағы мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә шундай рухландырыуға бик ҡыуанабыҙ! Бынан тыш, хәҡиҡәтте ҡалдырған кешеләрҙе йыйылышҡа кире ҡайтырға дәртләндерер өсөн, Етәксе кәңәшмә 2015 йылда «Йәһүәгә кире ҡайт» тигән брошюра (тат.) сығарылыуын хәстәрләгән. Әммә башҡаларҙы рухландырыуҙа үҙ өҫтөнә етәкселек алған ағай-ҡәрҙәштәр генә йәки бөтә мәсихселәр ҙә ҡатнашырға тейешме? Был һорау киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.

^ 8 абз. 2 Йылъяҙма 32:6—8: «Унан һуң ул халыҡ өҫтөнән хәрби етәкселәр билдәләне һәм, барыһын ҡала ҡапҡаһы алдындағы майҙанда йыйып, уларҙы бындай һүҙҙәр менән рухландырҙы: „Ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ! Ассирия батшаһынан һәм уның күп һанлы кешеләренән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын, сөнки беҙҙең менән булғандар уның менән булғандарға ҡарағанда күберәк. Ул кеше көсөнә, ә беҙ Аллабыҙ Йәһүәгә таянабыҙ, беҙгә Хоҙай ярҙам итә, һәм беҙҙең өсөн ул һуғыша“. Йәһүд батшаһы Езекияның һүҙҙәренән һуң халыҡтың рухы күтәрелеп китте».