Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр, Тимофейҙан өлгө алығыҙ

Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр, Тимофейҙан өлгө алығыҙ

ҺУҢҒЫ йыл дауамында бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттары араһынан меңәрләгән ағай-ҡәрҙәш өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләнде. Шул ағай-ҡәрҙәштәрҙең береһе булһағыҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, хеҙмәткә бәйле яңы вазифа алыуығыҙға бик шатһығыҙҙыр.

Шулай ҙа һеҙ бер аҙ борсолорға ла мөмкин. Джейсон исемле йәш өлкән былай ти: «Өлкән итеп билдәләнгәс, яңы вазифаларым мине тәүҙә шаңҡытты». Муса һәм Иремия, Йәһүәнән яңы йөкләмәләр алғас, үҙҙәрен был йөкләмәләрҙе үтәргә яраҡһыҙ итеп тойған (Сығ. 4:10; Ирем. 1:6). Һеҙ ҙә шундай хистәр кисерһәгеҙ, уларҙан нисек арынырға һәм тәжрибәлерәк өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы булып китергә? Әйҙәгеҙ, Тимофейҙың миҫалын ҡарап сығайыҡ (Ғәм. 16:1—3).

ТИМОФЕЙҘАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

Илсе Павел Тимофейҙы сәйәхәттәрендә үҙенә юлдаш булырға саҡырғанда, Тимофейға, күрәһең, 20 йәштәр тирәһе булған. Тәүҙә Тимофей, йәш булғанға, моғайын, үҙ-үҙенә ышанып етмәгәндер һәм яңы вазифаларын ҡыйыуһыҙыраҡ үтәгәндер (1 Тим. 4:11, 12; 2 Тим. 1:1, 2, 7). Әммә тиҫтәләгән йылдар үткәс, Павел Филипптағы йыйылышҡа былай тип әйтә алған: «Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм... Уның кеүек... башҡа бер кемем дә юҡ» (Флп. 2:19, 20).

Тимофейға шундай яҡшы өлкән булып китергә нимә ярҙам иткән һәм уның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

1. Ул башҡалар хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртҡан. Павел Филипптағы ҡәрҙәштәргә, Тимофей «һеҙҙең хаҡта... ихлас күңелдән хәстәрлек» күрер, тигән (Флп. 2:20). Эйе, Тимофей кешеләр хаҡында ҡайғыртҡан. Ул башҡаларҙың рухи именлеге менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынған һәм улар хаҡына тырышлыҡ һалырға әҙер булған.

Пассажирҙарҙы ултыртыу хаҡында уйлар урынға, һәр туҡталышҡа ваҡытында барып етеүҙе генә хәстәрләгән автобус йөрөтөүсегә оҡшап китмәгеҙ. 20 йылдан ашыу өлкән булып хеҙмәт иткән Уильям яңы ғына билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәргә бындай кәңәш бирә: «Ҡәрҙәштәрҙе яратығыҙ. Иғтибарығыҙҙы ҡағиҙәләргә түгел, ә күберәк ҡәрҙәштәрҙең ихтыяждарына туплағыҙ».

2. Ул рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйған. Тимофейҙы башҡалар менән сағыштырып, Павел былай тигән: «Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра» (Флп. 2:21). Павел был һүҙҙәрҙе Римда яҙған, һәм ул ундағы ағай-ҡәрҙәштәрҙең күберәк шәхси эштәре менән мәшғүл булыуын күргән. Ниндәйҙер кимәлдә уларға фиҙаҡәрлек етмәгән. Ләкин Тимофей улай булмаған! Вәғәз эшен алға ебәрергә мөмкинлектәр тыуғанда, ул Ишағыяныҡы һымаҡ рух сағылдырған, ә Ишағыя: «Бына мин! Ебәр мине!» — тип әйткән булған (Ишағ. 6:8).

Шәхси эштәрҙе һәм йыйылыштағы вазифаларҙы башҡарғанда, нисек бер сиктән икенсеһенә һуғылмаҫҡа? Беренсенән, тормошоғоҙҙа нимә мөһимерәк икәнен билдәләгеҙ. Павел: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]», — тигән (Флп. 1:10). Алла өсөн мөһим булған нәмәләр һеҙҙең өсөн мөһим булһын. Икенсенән, тормошоғоҙҙо ябайлаштырығыҙ. Ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө урлаған нәмәләрҙән ҡотолоғоҙ. Павел Тимофейҙы: «Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә... тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл», — тип өндәгән (2 Тим. 2:22).

3. Ул хеҙмәттә күп тырышлыҡ һалған. Павел Филипптағы мәсихселәргә: «[Тимофей] минең менән яҡшы хәбәр таратыуҙа, атаһы менән хеҙмәт итеүсе ул кеүек, ҡол булды, һәм был һеҙгә билдәле», — тип иҫтәренә төшөргән (Флп. 2:22, ЯДТ). Тимофей ялҡау булмаған. Ул Павел менән тырышып хеҙмәт иткән, һәм был уларҙың мөнәсәбәттәрен нығытҡан.

Бөгөн Алла ойошмаһында эшкә ҡытлыҡ юҡ. Был эштәр тәрән ҡәнәғәтлек килтерә һәм ҡәрҙәштәрҙе бер-береһенә тағы ла нығыраҡ яҡынайта ала. Шуға күрә «Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып» хеҙмәт итергә маҡсат ҡуйығыҙ (1 Кор. 15:58).

4. Ул белгәндәрен тормошта ҡулланған. Павел Тимофейға былай тип яҙған: «Һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың» (2 Тим. 3:10). Тимофей белгәндәрен тормошта ҡулланған һәм бының ярҙамында яуаплы вазифалар үтәргә яраҡлы булған (1 Кор. 4:17).

Ә һеҙҙең рухи нәсихәтсегеҙ бармы? Булмаһа, ниңә тапмаҫҡа? Күп йылдар өлкән булып хеҙмәт иткән Том былай тип иҫенә төшөрә: «Бер тәжрибәле өлкән мине үҙ ҡанаты аҫтына алды һәм мине яҡшы итеп өйрәтте. Мин һәр ваҡыт унан кәңәштәр һораным һәм уларҙы тормошомда ҡулландым. Бының ярҙамында мин тиҙ арала ҡыйыуыраҡ булып киттем».

5. Ул үҙ-үҙен өйрәтеүҙән туҡтамаған. Павел Тимофейҙы: «Үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер», — тип өндәгән (1 Тим. 4:7). Спортсының тренеры булһа ла, уға барыбер үҙ аллы күнегеүҙәр яһарға кәрәк. Павел Тимофейҙы былай тип дәртләндергән: «Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, вәғәзлә, өйрәт... Уңышың бөтөнөһөнә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла» (1 Тим. 4:13—15).

Һеҙгә лә артабан да оҫтара барырға кәрәк. Рухи яҡтан ҡатып ҡалмағыҙ һәм, ойошмабыҙҙағы үҙгәрештәрҙән артта ҡалмаҫ өсөн, тырышып белемегеҙҙе арттырығыҙ. Шулай уҡ, тикшереү үткәрмәһәм дә була, сөнки теләһә ниндәй ауырлыҡты сисә алырлыҡ ҙур тәжрибәм бар, тип уйлап, үҙ-үҙегеҙгә саманан тыш ышана башлауҙан һаҡланығыҙ. Тимофейҙан үрнәк алып, үҙегеҙгә ҡарата ла, өйрәтеүҙәрегеҙгә лә иғтибарлы булығыҙ (1 Тим. 4:16).

6. Ул Йәһүәнең рухына таянған. Тимофейҙың хеҙмәте хаҡында уйланып, Павел уға былай тип иҫенә төшөргән: «Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла» (2 Тим. 1:14). Хеҙмәтен һаҡлап ҡалыр өсөн, йәғни уны артабан да ҡәҙерләр өсөн, Тимофейға Алла рухына таянырға кәрәк булған.

Тиҫтәләгән йылдар өлкән булып хеҙмәт иткән Дональд ҡәрҙәш былай ти: «Билдәләнгән ир-аттар Алла менән мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләргә тейеш. Шул саҡ улар көслөрәк була барыр. Алланан изге рух һорап доға ҡылһалар һәм рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы үҫтерһәләр, улар ҡәрҙәштәре өсөн ысын фатиха буласаҡ» (Зәб. 84:7; 1 Пет. 4:11).

ХӨРМӘТЛЕ ВАЗИФАЛАРЫҒЫҘҘЫ ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

Яңы ғына билдәләнгән күп ағай-ҡәрҙәштәрҙең рухи уңыштарға өлгәшеүен күреү бик шатлыҡлы. Юғарыла иҫкә алынған Джейсон былай ти: «Өлкән булып хеҙмәт итеүем мине күп нәмәгә өйрәтте һәм үҙ-үҙемә ышанысымды нығытты. Хәҙер мин билдәләнеүемә сикһеҙ шатланам һәм уны ҙур хөрмәт тип һанайым».

Һеҙ тәжрибәлерәк өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы булып китергә тырышаһығыҙмы? Тимофейҙан өлгө алырға маҡсат ҡуйығыҙ. Шул саҡта һеҙ ҙә Алла халҡы өсөн фатиха булырһығыҙ.