Хәҡиҡәтте табырға ярҙам иткән изгелек
ГУДЖАРАТ штатындағы (Һиндостан) бер бәләкәй ҡалала йәшәгән Джондың атаһы 1950-се йылдар аҙағында Йәһүә шаһиты булып киткән. Атаһының дине Джонға, уның әсәһенә һәм биш бер туғанына бер ҙә оҡшамаған, сөнки улар бөтәһе лә католик диненә ныҡ бирелгән булған.
Бер ваҡыт атаһы Джонға йыйылыштағы бер дуҫына конверт алып барырға ҡушҡан. Шул көндө иртәнсәк, ҙур ҡалай мискәне асырға маташҡанда, Джон ныҡ итеп бармағын киҫкән. Шуға ҡарамаҫтан, Джон, атаһының үтенесен үтәргә теләп, бармағын сепрәк менән ураған да юлға сыҡҡан.
Ул адрес буйынса килгәс, теге ағай-ҡәрҙәштең ҡатыны конвертты алған. Ул да Йәһүә шаһиты булған. Ул Джондың бармағы киҫелгәнен күреп ҡалған һәм ярҙамын тәҡдим иткән. Ул, аптечканан антисептик алып, уның яраһын эшкәрткән һәм бармағын бәйләгән. Шунан һуң ул Джонға эҫе сәй эсергән һәм шул арала уның менән йомшаҡ итеп Изге Яҙма тураһында һөйләшкән.
Апай-ҡәрҙәштең ихлас хәстәрлеге Джонға Йәһүә шаһиттарына икенсе төрлө ҡарарға ярҙам иткән. Джон уға үҙенең ҡараштары атаһыныҡынан айырылып торған ошондай ике тема буйынса һорауҙар биргән: Ғайса Мәсих Алламы һәм мәсихселәр Мәрйәм Анаға доға ҡылырға тейешме. Апай-ҡәрҙәш гуджарати телен белгән, шунлыҡтан Джонға, Изге Яҙмала был турала нимә әйтелгәнен күрһәтеп, уның туған телендә яуап бирә алған һәм «Батшалыҡ тураһындағы был яҡшы хәбәр» тигән брошюра биргән.
Һуңыраҡ, шул брошюраны уҡып, Джон хәҡиҡәтте тапҡанын аңлаған. Ул, үҙенең руханийына барып, шул уҡ һорауҙарҙы биргән. Рухани бик тиҙ сығырынан сыҡҡан, Изге Яҙманы Джонға атып бәргән һәм: «Һин Шайтанға әйләнгәнһең! Ҡайҙа Изге Яҙмала Мәсих Алла түгел тип әйтелгән? Күрһәт миңә. Күрһәт, ҡайҙа Мәрйәмгә табынырға кәрәкмәй тиелгән. Күрһәт!» — тип ҡысҡырған. Руханиҙың тәртибен күреп, Джондың иҫе киткән һәм ул руханиға: «Бүтән католик сиркәүенә аяҡ та баҫмайым!» — тигән. Джон һүҙендә торған.
Джон Изге Яҙманы өйрәнә башлаған, ныҡлы иман үҫтергән һәм Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып киткән. Ваҡыт уҙыу менән ғаиләһенең башҡа ағзалары ла Йәһүә шаһиты булып киткән. Джондың уң ҡулының һуҡ бармағындағы яра эҙе һаман да күренеп тора. Джон апай-ҡәрҙәштең 60 йыл элек үҙенә изгелек күрһәтеүе һәм үҙенең шул арҡала Йәһүәгә хеҙмәт итә башлауы тураһында әле лә йылылыҡ менән иҫкә ала (2 Кор. 6:4, 6).