Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙма әле лә тормошоғоҙға йоғонто яһаймы?

Изге Яҙма әле лә тормошоғоҙға йоғонто яһаймы?

«Зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ» (РИМ. 12:2).

ЙЫРҘАР: 29, 52

1—3. а) Һыуға сумдырылғандан һуң, ниндәй кәмселектәр менән көрәшеү ауыр булырға мөмкин? б) Ниндәйҙер тиҫкәре яғыбыҙҙы еңеү беҙ көткәндән күпкә ауырыраҡ булһа, ниндәй һорауҙар тыуа ала? (Мәҡәлә башындағы рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)

ХӘҠИҠӘТТЕ белгәс, Кевин [1] барыһынан да бигерәк Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәргә эйә булырға теләгән. Ләкин бығаса ул инде күп йылдар буйы ҡомарлы уйындар уйнаған, тәмәке тартҡан, йыш ҡына иҫергәнсе эскән һәм наркотиктар ҡулланған. Алланың хуплауын алыр өсөн, Кевинға Изге Яҙмала хөкөм ителгән ошо эштәрен ҡалдырырға кәрәк булған. Йәһүәгә һәм уның Һүҙенең көсөнә таянып, ул үҙенең тормошон үҙгәртә алған (Евр. 4:12).

2 Һыуға сумдырылғандан һуң Кевин үҙ тормошон үҙгәртеүҙән туҡтағанмы? Юҡ. Уға артабан да үҙендә мәсихселәргә хас сифаттар үҫтерергә һәм уларҙы яҡшыртырға кәрәк булған (Ефес. 4:31, 32). Мәҫәлән, ҡыҙыу холҡо арҡаһында уға үҙ хистәрен ҡулда тотоу бик ауыр булған. Кевин былай ти: «Миңә үҙемде ҡулда тотоу насар ғәҙәттәремде ташлауға ҡарағанда ла ауырыраҡ ине!» Ҡайнар доғалар ҡылып һәм Изге Яҙманы ентекләп өйрәнеп, Кевин кәрәкле үҙгәрештәр яһай алған.

3 Кевин һымаҡ, беҙҙең күбебеҙгә һыуға сумдырылғансы, тормошобоҙҙо Изге Яҙмалағы нормаларға тура килтерер өсөн, үҙебеҙҙә шаҡтай ҙур үҙгәрештәр яһарға тура килде. Һыуға сумдырылғандан һуң беҙ, Алланан һәм Ғайса Мәсихтән яҡшыраҡ өлгө алыр өсөн, артабан да, бик үк күҙгә ташланмаған булһа ла, үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген аңланыҡ (Ефес. 5:1, 2; 1 Пет. 2:21). Мәҫәлән, бәлки, һеҙ үҙегеҙҙә тәнҡитсел рух, кешенән ҡурҡыу, ғәйбәт һөйләүгә әүәҫлек һәм башҡа шундай тиҫкәре яҡтар булыуына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Үҙегеҙҙәге ниндәйҙер тиҫкәре яҡты еңеү һеҙ көткәндән күпкә ауырыраҡ булдымы? Әгәр шулай икән, һеҙҙең, бәлки, былай тип уйлағанығыҙ булғандыр: «Мин бит инде шундай ҙур үҙгәрештәр яһаным! Ни өсөн һуң хәҙер ниндәйҙер ваҡ кәмселектәр менән көрәшеү шул хәтлем ауыр? Алла Һүҙе тормошома артабан да йоғонто яһаһын өсөн нимә эшләй алам?»

ҮҘЕБЕҘГӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ

4. Ни өсөн беҙ ҡайһы саҡта үҙ эштәребеҙ менән Алланы күңелһеҙләндерәбеҙ?

4 Йәһүәне белгәнгә һәм уны яратҡанға, беҙ ысын күңелдән уны һөйөндөрөргә теләйбеҙ. Ул теләк нисек кенә көслө булмаһын, камил булмауыбыҙ арҡаһында беҙ ҡайһы саҡта Алланы күңелһеҙләндерәбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙе илсе Паул кеүек тоябыҙ, ул: «Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым», — тип яҙған (Рим. 7:18; Яҡ. 3:2).

5. Һыуға сумдырылғансы, беҙ ниндәй үҙгәрештәр яһаныҡ, әммә ниндәй кәмселектәр менән беҙгә, бәлки, һаман да көрәшергә тура киләлер?

5 Мәсихселәр йыйылышының ағзаһы булыр өсөн, беҙ гонаһлы эштәрҙән арындыҡ (1 Кор. 6:9, 10). Шуға ҡарамаҫтан, беҙ һаман да камил түгел (Кол. 3:9, 10). Шунлыҡтан, һыуға сумдырылғандан һуң йәки хатта хәҡиҡәттә күп йылдар булғандан һуң кәмселектәребеҙҙән тулыһынса арынырбыҙ, хата яһамаҫбыҙ, уңышһыҙлыҡҡа осрамаҫбыҙ һәм бөтә нәмәне дөрөҫ ниәттәрҙән генә сығып эшләрбеҙ, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Ҡайһы бер кәмселектәр менән йылдар буйы көрәшергә тура килә.

6, 7. а) Камил булмаһаҡ та, беҙ нимә ярҙамында Йәһүәнең дуҫы була алабыҙ? б) Ни өсөн беҙгә Йәһүәнән кисереү үтенергә бер нимә лә ҡамасауларға тейеш түгел?

6 Мираҫ итеп алынған гонаһ Йәһүә менән дуҫ булыуыбыҙға һәм уға артабан да хеҙмәт итеүебеҙгә ҡамасауларға тейеш түгел. Беҙҙе үҙе менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә саҡырғанда, Йәһүә беҙҙең ҡайһы ваҡыт хаталар яһаясағыбыҙҙы белгән (Яхъя 6:44). Холҡобоҙҙо яҡшы белгәнгә һәм йөрәгебеҙҙә нимә булғанын күргәнгә, Аллаға беҙгә ниндәй кәмселектәр менән көрәшеүе айырыуса ауыр буласағы билдәле булған. Ул беҙҙең ҡайһы саҡта гонаһ ҡыласағыбыҙҙы ла белгән. Шулай ҙа Йәһүә бары бер беҙҙең үҙенең дуҫтары булыуыбыҙҙы теләгән.

7 Алла яратыуҙан сығып үҙенең ғәзиз Улын беҙҙең хаҡҡа йолом ҡорбаны итеп биргән. Был — Йәһүәнең баһалап бөткөһөҙ бүләге (Яхъя 3:16). Әгәр ҙә, хата эшләгәндә тәүбә итеп Мәсихтең ҡорбаны нигеҙендә Йәһүәнән кисереүен үтенәбеҙ икән, беҙ уның дуҫы булып ҡалыуыбыҙға өмөтләнә алабыҙ (Рим. 7:24, 25; 1 Яхъя 2:1, 2). Гонаһлы һәм нәжес булғанға, йоломдоң баһаһын беҙгә ҡулланып буламы, юҡмы, тип шикләнергә кәрәкме? Әлбиттә, юҡ! Беҙ бит, ҡулыбыҙ бысраһа, уны йыуыуҙан баш тартмайбыҙ. Йолом тәүбә иткән гонаһлы кешеләр өсөн бирелгән бит. Хатта камил булмаһаҡ та, беҙ йолом ҡорбаны ярҙамында Йәһүәнең дуҫы була алабыҙ. (1 Тимофейға 1:15-те уҡығыҙ.)

8. Ни өсөн беҙ көсһөҙ яҡтарыбыҙға күҙ йоморға тейеш түгел?

8 Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙең көсһөҙ яҡтарыбыҙға күҙ йоммайбыҙ. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытыр өсөн, беҙгә унан һәм Ғайса Мәсихтән өлгө алырға һәм улар күрергә теләгән кеше булырға тырышырға кәрәк (Зәб. 15:1—5). Шулай уҡ беҙ гонаһлы ынтылыштарыбыҙ менән көрәшергә һәм хатта көстән килгәнсә уларҙан арынырға тырышабыҙ. Шуның өсөн, яңы ғына һыуға сумдырылғанбыҙмы йә Аллаға күп йылдар буйы хеҙмәт итәбеҙме, беҙҙең барыбыҙға ла үҙебеҙҙе артабан да үҙгәртергә кәрәк (2 Кор. 13:11).

9. Яңы кешегә әйләнер өсөн даими тырышлыҡтар һалырға кәрәк икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

9 Үҙебеҙҙе үҙгәртеп «яңы кешегә» әйләнер өсөн, беҙгә даими рәүештә тырышлыҡ һалырға кәрәк. Илсе Паул мәсихселәргә былай тигән: «Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып, фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын, һәм Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ» (Ефес. 4:22—24). Грек тексында «яңырыу» тигән ҡылым дауамлы эш-хәрәкәтте күрһәткән формала тора. Тимәк, яңы кешегә әйләнеү — туҡтауһыҙ процесс. Был фекер бик дәртләндерә, сөнки Йәһүәгә күпме ваҡыт хеҙмәт итһәк тә, яңы кешегә хас булған сифаттарҙы артабан да үҫтерә һәм камиллаштыра алабыҙ. Эйе, Алланың Һүҙе беҙҙең тормошобоҙға һәр ваҡыт йоғонто яһай ала.

НИ ӨСӨН БЫЛ ШУЛ ТИКЛЕМ АУЫР?

10. Изге Яҙма ярҙамында артабан да үҙгәрештәр яһар өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш, һәм быға ҡағылышлы ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?

10 Алла Һүҙе беҙгә артабан да йоғонто яһаһын өсөн, күп тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Ләкин беҙҙә бындай һорауҙар тыуырға мөмкин: ни өсөн был шул тиклем ауыр? Әгәр Йәһүә беҙҙең көс һалыуҙы фатихалай икән, рухи уңыштарға ирешеү еңелерәк булырға тейеш түгелме? Йәһүә, беҙ күп көс түкмәйенсә генә яҡшы сифаттар күрһәтә алһын өсөн, гонаһлы ынтылыштарыбыҙҙы кәметә алмаймы ни?

11—13. Ни өсөн Алла беҙҙән, көсһөҙ яҡтары менән бар тырышлығын һалып көрәшерҙәр, тип көтә?

11 Ғаләм тураһында уйланғанда, беҙ Йәһүәнең ғәйәт ҙур көскә эйә булыуын аңлайбыҙ. Мәҫәлән, секунд һайын ҡояшта биш миллион тонна материя энергияға әйләнә. Ергә ошо энергияның бәләкәй өлөшө генә килеп етһә лә, был йылылыҡ һәм яҡтылыҡ ерҙәге тормошто тәьмин итеү өсөн етерлек (Зәб. 74:16; Ишағ. 40:26). Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә мохтаж булған саҡтарында көстө шатланып бирә (Ишағ. 40:29). Эйе, Алла беҙгә үҙебеҙҙең көсһөҙ яҡтарҙы көрәшмәй генә еңеп сығырлыҡ көс бирә алыр ине һәм беҙгә үҙебеҙҙең хаталарҙан өйрәнергә тура килмәҫ ине. Әммә ни өсөн ул шулай эшләмәй?

12 Йәһүә беҙгә баһалап бөткөһөҙ бүләк — ихтыяр иреге биргән. Бар көсөбөҙҙө һалып үҙ иркебеҙ менән Алланың ихтыярын үтәгәндә, беҙ уны ныҡ яратҡаныбыҙҙы һәм шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ беҙ уның хакимлығы яғында булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Шайтан Иблис Йәһүәнең хакимлыҡ итеү хоҡуғын шик аҫтына ҡуйған, шунлыҡтан беҙҙең үҙ иркебеҙ менән тәүәккәл рәүештә уның хакимлығы яғында тороуыбыҙ күктәге игелекле һәм рәхмәтле Атабыҙ өсөн бик ҡәҙерле (Әйүп 2:3—5; Ғиб. һүҙ. 27:11). Әммә Йәһүә беҙҙе кәмселектәребеҙ менән көрәшеүҙән бөтөнләй арындырған булһа, Аллаға тоғробоҙ һәм уның хакимлығына буйһонабыҙ, тип әйтеүебеҙ мәғәнәһеҙ булыр ине.

13 Бына ни өсөн Йәһүә, яҡшы сифаттар үҫтерер өсөн «бар көсөгөҙҙө» һалығыҙ, тип өндәй (2 Петр 1:5—7-не уҡығыҙ; Кол. 3:12). Ул беҙҙән, уй-фекерҙәрен һәм тойғоларын ҡулда тотор өсөн ихлас тырышырҙар, тип көтә (Рим. 8:5; 12:9). Был йәһәттән ысын күңелдән тырышлыҡ һалып, беҙ Изге Яҙманың әле лә тормошобоҙға йоғонто яһауын тоябыҙ һәм ысын ҡәнәғәтлек һиҙәбеҙ.

АЛЛА ҺҮҘЕНӘ ҮҘЕГЕҘҘЕ ҮҘГӘРТЕП ТОРОРҒА ЮЛ ҠУЙЫҒЫҘ

14, 15. Беҙ Йәһүәнең күңеленә хуш килгән сифаттар үҫтерер өсөн нимә эшләй алабыҙ? («Изге Яҙманы уҡыу һәм доға ҡылыу уларҙың тормошона йоғонто яһаған» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

14 Беҙ, Йәһүәне шатландырып, нисек уның күңеленә хуш килгән сифаттар үҫтерә алабыҙ? Бының өсөн холҡобоҙҙо камиллаштырыу ғына етерлек түгел. Беҙгә бар тырышлығыбыҙҙы һалып Алланың күрһәтмәләре буйынса эш итергә кәрәк. Римдарға 12:2-лә былай тип яҙылған: «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ». Үҙенең Һүҙе һәм изге рухы ярҙамында Йәһүә беҙгә уның ихтыярын белергә, ихтыяры буйынса эш итергә һәм тормошобоҙҙо уның талаптарына тура килтереп үҙгәртергә ярҙам итә. Беҙгә иһә көн дә Изге Яҙманы уҡырға, уҡығаныбыҙ хаҡында тәрән уйланырға һәм изге рух һорап доға ҡылырға кәрәк (Лука 11:13; Гал. 5:22, 23). Алланың изге рухы етәкселеге буйынса эш иткән һайын һәм уның Изге Яҙма аша асылған фекер йөрөтөүен үҙләштергән һайын, беҙҙең уй-фекерҙәр, һүҙҙәр һәм эштәребеҙ уныҡына тағы ла нығыраҡ оҡшаш була барасаҡ. Әммә хатта шул саҡта ла беҙгә, ниндәйҙер көсһөҙ яғыбыҙға бирешмәҫ өсөн, уяу булырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 4:23).

Көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы еңергә ярҙам иткән шиғырҙарҙы һәм мәҡәләләрҙе йыйыу һәм ваҡыт-ваҡыт уларҙы яңынан уҡыу файҙалы (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15 Изге Яҙманы һәр көн уҡыуҙан тыш, беҙ, Йәһүәнең күркәм сифаттарын өлгө итеп алыр өсөн, Алла Һүҙен баҫмаларыбыҙ ярҙамында өйрәнергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәргә Изге Яҙманан билдәле бер шиғырҙарҙы яҙып алыу һәм беҙҙең брошюраларҙан берәй темаға арналған мәҡәләләрҙе йыйып барыу оҡшай. Ваҡыт-ваҡыт был материалды яңынан уҡып сығыу уларға мәсихселәргә хас булған сифаттар үҫтерергә һәм үҙҙәренең кәмселектәре менән көрәшергә ярҙам итә.

16. Үҙгәрештәрҙе тиҙ яһай алмаһаҡ, ни өсөн беҙгә күңелһеҙләнергә кәрәкмәй?

16 Рухи үҫешегеҙ тиҙ бармай кеүек тойолһа, мәсихселәргә хас сифаттар үҫтереү — ваҡыт талап иткән өҙлөкһөҙ процесс икәнен иҫтә тотоғоҙ. Түҙемле булып тырышлыҡ һалыуыбыҙҙы дауам итһәк, Изге Яҙмаға артабан да тормошобоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр яһарға юл ҡуйырбыҙ. Башта Изге Яҙма буйынса эш итер өсөн үҙ-үҙебеҙҙе ойоштора белеү талап ителергә мөмкин. Йәһүәнең фекер йөрөтөү һәм эш итеү рәүешенән өлгө алған һайын, беҙгә уйҙарыбыҙ һәм эштәребеҙ менән уны ҡыуандырыу еңелерәк буласаҡ (Зәб. 37:31; Ғиб. һүҙ. 23:12; Гал. 5:16, 17).

ҒӘЖӘП КИЛӘСӘКТЕ ИҪТӘ ТОТОҒОҘ

17. Йәһүәгә тоғро булһаҡ, беҙҙе ниндәй иҫ киткес киләсәк көтә?

17 Киләсәктә Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре, камиллыҡҡа ирешеп, уға мәңге хеҙмәт итергә лайыҡ буласаҡ. Ул ваҡытта, Алланың күңеленә хуш килгән сифаттар күрһәтер өсөн, бүтән ауыр көрәш алып барырға кәрәк булмаҫ. Ундай сифаттарҙы сағылдырып йәшәү беҙгә ҡәнәғәтлек килтерәсәк. Ә әлегә, хатта камил булмаһаҡ та, йолом ҡорбаны нигеҙендә беҙ ҡайғыртыусан Аллаға ғибәҙәт ҡыла алабыҙ. Бындай мөмкинселек Алла Һүҙенә үҙ тормоштарына артабан да йоғонто яһарға юл ҡуйған кешеләр алдында асыла.

18, 19. Изге Яҙманың тормошобоҙҙо үҙгәртә алғанына нисек инана алабыҙ?

18 Юғарыла әйтеп кителгән Кевин үҙ хистәрен ҡулда тотор өсөн күп тырышлыҡ һалған. Ул, Изге Яҙма принциптары өҫтөндә уйланып, уларҙы ҡулланған. Шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын һәм кәңәштәрен ҡабул иткән. Бер нисә йыл эсендә ул ҙур уңыштарға ирешкән. Күпмелер ваҡыттан һуң уны хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләгәндәр, ә һуңғы 20 йыл ул йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итә. Әммә ул бөгөн дә көсһөҙ яҡтары үҙен еңмәһен өсөн көс һалырға кәрәк икәнен аңлай.

19 Кевиндың үрнәгенән күренгәнсә, Изге Яҙма Алла хеҙмәтселәренә тормоштарында һәр саҡ ыңғай үҙгәрештәр эшләргә ярҙам итә. Шуға күрә Алла Һүҙе артабан да беҙҙең тормошобоҙға йоғонто яһаһын һәм Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынайырға ярҙам итһен (Зәб. 25:14). Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарҙы фатихалағанын күреп, Изге Яҙманың тормошобоҙҙо үҙгәртә алғанына тағы ла нығыраҡ инанырбыҙ (Зәб. 34:8).

^ [1] (1-се абзац) Исем үҙгәртелгән.