Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҒӘЗИЗ КЕШЕГЕҘ ҮЛГӘНДӘ

Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?

Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?

Был тема буйынса бик күп кәңәштәр бирелә. Әммә уларҙың барыһын да файҙалы тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр иламаҫҡа һәм хис-тойғоларҙы йәшерергә кәңәш итә. Башҡалар, киреһенсә, бөтә хистәргә ирек бирергә өндәй. Изге Яҙма иһә был һорауҙа бер сиктән икенсеһенә һуғылмаҫҡа кәңәш итә, һәм бындай ҡарашты заманса тикшеренеүҙәр ҙә ҡеүәтләй.

Ҡайһы бер илдәрҙә ир кешегә илау килешмәй тип һанала. Әммә ысынында илау, хатта кешеләр алдында күҙ йәштәре түгеү, һис тә оят түгел. Психологтар әйтеүенсә, күҙ йәштәре — ҡайғырыуҙың тәбиғи сағылышы. Үҙегеҙгә бер ни тиклем ваҡыт ҡайғы кисерергә ирек бирһәгеҙ, бик ҙур юғалтыуға ҡарамаҫтан, артабан йәшәргә көсөгөҙ булыр. Ҡайғыны эскә бикләү файҙаға ҡарағанда күберәк зыян килтерергә мөмкин. Изге Яҙмала ҡайғырып илау дөрөҫ түгел йәки ир-аттарға килешмәй тигән ҡараш сағылмай. Мәҫәлән, Ғайса пәйғәмбәрҙе иҫкә төшөрәйек. Үлгәндәрҙе терелтер өсөн көсө булһа ла, ул яҡын дуҫы Лазарҙың үлеүенә кешеләр алдында ҡайғырып илаған! (Яхъя 11:33—35)

Йыш ҡына, бигерәк тә кешенең яҡыны ҡапыл үлеп киткән осраҡтарҙа, ҡайғырыуға тағы асыу тойғоһо ҡушыла. Ҡайғы кисергән кешенең асыуланырға сәбәптәре күп. Мәҫәлән, хөрмәтле кешеләрҙең бер ниндәй нигеҙһеҙ, уйламай әйткән һүҙҙәре. «Атайым үлгәндә, миңә 14 кенә йәш ине, — тип һөйләй Көньяҡ Африкала йәшәгән Майк исемле бер ир. — Атайымды күмгәндә, англикан сиркәүенең бер руханийы, Аллаға яҡшы кешеләр кәрәк, шунлыҡтан ул уларҙы үҙенә иртә ала, тине *. Был мине ярһытты, сөнки беҙ атайыбыҙға бик мохтаж инек. Унан һуң 63 йыл үтһә лә, әрнеү йөрәгемде һаман өйкәп тора».

Яҡынын юғалтҡан кешене шулай уҡ ғәйеп тойғоһо яфаларға мөмкин. Айырыуса яҡыны көтмәгәндә үлеп китһә, ул ҡат-ҡат: «Мин быны йә тегене эшләгән булһам, барыһы башҡаса булыр ине», — тип уйлай ала. Йә бәлки, һуңғы тапҡыр күрешкәндә, һеҙ мәрхүм яҡынығыҙ менән талашҡанһығыҙҙыр. Был һеҙ кисергән ғәйеп хисен тағы ла көсәйтергә мөмкин.

Асыу йә ғәйеп тойғоһо кисерһәгеҙ, эмоцияларығыҙҙы йәшермәгеҙ. Һеҙҙе иғтибар менән тыңлап, ундай хистәрҙең ҡайғы кисергән күп кешеләр өсөн ғәҙәти хәл икәненә ышандыра алған дуҫығыҙ менән һөйләшегеҙ. Изге Яҙма былай тип иҫебеҙгә төшөрә: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға ҡәрҙәшеңә таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

Ҡайғы кисергәндә йыуата алған иң яҡшы дуҫ — Барлыҡҡа Килтереүсебеҙ Йәһүә Алла. Доғала уға күңелегеҙҙе бушатығыҙ, сөнки «Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7). Өҫтәүенә, Йәһүә, шулай эшләгән бөтә кешегә «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» биреп, уларҙың борсоулы уй-фекерҙәрен таратырға һәм хис-тойғоларын тынысландырырға вәғәҙә итә (Филиптарға 4:6, 7). Шулай уҡ Аллаға Изге Яҙма аша үҙегеҙҙе йыуатырға мөмкинлек бирегеҙ. Изге Яҙманан йыуаныслы шиғырҙарҙы һайлап, яҙып алығыҙ. ( Рамканы ҡарағыҙ.) Һеҙ, бәлки, уларҙың ҡайһы берҙәрен хатта ятлап алырға теләрһегеҙ. Шундай шиғырҙарҙы иҫтә тотоу айырыуса бер үҙегеҙ ҡалғанда йә йоҡлап китә алмағанда ярҙам итә ала (Ишағыя 57:15).

Күптән түгел генә 40 йәшлек бер ир кешенең, уны Йәмил тип атайыҡ, рактан һөйөклө ҡатыны үлеп киткән. Йәмил, ваҡыт-ваҡыт мине түҙгеһеҙ яңғыҙлыҡ тойғоһо солғап ала, тип әйтә. Әммә уға доға ҡылыу ярҙам итә. «Йәһүәгә доға ҡылғанда, — ти ул, — үҙемде яңғыҙ итеп тоймайым. Йыш ҡына мин төн уртаһында уянам да ҡабат йоҡлап китә алмайым. Шул саҡта, Изге Яҙманан йыуаныслы шиғырҙар уҡып, улар хаҡында уйланам. Ә шунан доғала Аллаға күңелемде бушатам. Был мине йыуата, һәм аҡылым менән күңелемде тыныслыҡ биләп ала. Ғәҙәттә, шунан һуң мин йоҡлап китәм».

Ванесса исемле бер йәш ҡатындың әсәһе ауырып үлгән. Ул да доға көсөнөң нимә икәнлеген татыған. «Иң ауыр саҡтарҙа, — ти ул, — мин, Алланың исемен генә ҡабатлап, үкһеп илай торғайным. Йәһүә, доғаларымды ишетеп, миңә һәр ваҡыт кәрәкле көс бирә ине».

Ҡайһы бер психологтар ҡайғы менән көрәшкән кешеләргә башҡаларға ярҙам итергә һәм үҙ ирке менән йәмғиәткә файҙа килтергән берәй эштә ҡатнашырға кәңәш итә. Шулай эшләү, кешегә шатлыҡ килтереп, уның ҡайғыһын баҫырға мөмкин (Ғәмәлдәр 20:35). Яҡындарын юғалтҡан күп Алла хеҙмәтселәре башҡаларға ярҙам итеү ысын йыуаныс килтергәненә инанған (2 Коринфтарға 1:3, 4).

^ 5 абз. Был тәғлимәт Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән. Изге Яҙмала кешеләрҙең үлеүенә өс сәбәп килтерелә (Вәғәзсе 9:11; Яхъя 8:44; Римдарға 5:12).