БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҒӘЗИЗ КЕШЕГЕҘ ҮЛГӘНДӘ
Үлгән кешеләр яңынан йәшәйәсәк!
Бынан алдағы мәҡәләләрҙең береһендә әйтеп кителгән Гейлды иҫкә төшөрәйек. Ул ирен юғалтыу килтергән күңел яраларының берәй ваҡыт төҙәлеренә шикләнә. Шулай ҙа ул Алла вәғәҙә иткән яңы донъяла уның менән осрашасағын зарығып көтә. «Изге Яҙманан минең яратҡан шиғырҙарым — Асылыш 21:3, 4», — ти Гейл. Унда былай тип яҙылған: «Алла Үҙе... [кешеләр] менән буласаҡ. Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде».
Гейл былай ти: «Ошо вәғәҙә аша барыһы ла әйтелгән. Яҡын кешеләрен юғалтҡанға ҡайғырып та, уларҙы яңынан күреү өмөтө хаҡында белмәгәндәрҙе бик ҡыҙғанам». Иманы уны ашҡынып айына 70 сәғәт вәғәз эшендә ҡатнашырға дәртләндерә. Ул кешеләргә Алланың «үлем дә... булмаясаҡ» тигән вәғәҙәһе хаҡында һөйләй.
«Үлем булмаясаҡ?! Ышанмаҫлыҡ хәл!» — тиерһегеҙ һеҙ. Әммә Әйүп пәйғәмбәрҙең миҫалына иғтибар итегеҙ. Ул бик ныҡ ауырыған, хатта үлергә теләгән (Әйүп 2:7). Шулай ҙа ул Алланың үҙен ерҙәге тормошҡа терелтергә көсө барлығына ышанған. Ул ныҡлы ышаныс менән былай тигән: «Мине Ҡәберҙә йәшерһәң ине... Һин саҡырырһың, һәм мин яуап бирермен. Һин ҡулдарың емешен юҡһынырһың» (Әйүп 14:13, 15). Әйүп Алланың үҙен юҡһынасағына һәм терелтергә теләйәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән.
Тиҙҙән Алла Әйүпте һәм иҫәпһеҙ күп кешене яңыртылған ожмах ерендә йәшәр өсөн терелтәсәк (Лука 23:42, 43). Ғәмәлдәр 24:15-тә: «Кешеләр... үленән тереләсәк», — тиелә. Ғайса пәйғәмбәр беҙҙе былай тип ышандыра: «Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ» (Яхъя 5:28, 29). Әйүп был вәғәҙәнең тормошҡа ашҡанын күрәсәк. Ул «йәшлек ҡеүәте көндәренә» ҡайтасаҡ, һәм уның «тәне йәш сағынан да сәләмәтерәк» буласаҡ (Әйүп 33:24, 25). Шундай уҡ фатиха Алланың терелеү хаҡындағы вәғәҙәһенә ышанған һәр кемде көтә.
Әле ҡаралған фекерҙәр, бәлки, һеҙҙең ҡайғыны тулыһынса бөтөрмәҫтер ҙә. Әммә ләкин Алланың Изге Яҙмалағы вәғәҙәләре хаҡында уйланыу һеҙгә өмөт бирер һәм артабан да йәшәргә көс өҫтәр (1 Фессалоникаларға 4:13).
Ҡайғыны нисек кисереп сығыу тураһында күберәк белергә теләр инегеҙме? Йә, бәлки, һеҙҙе: «Ни өсөн Алла яуызлыҡ һәм ғазаптар булыуына юл ҡуя?» — тигән һорау борсойҙор. Улайһа, Изге Яҙманан йыуатыу һәм ярҙам табыр өсөн, беҙҙең рәсми сайтыбыҙға инегеҙ.