Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ата-әсәләр, балаларығыҙға һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ

Ата-әсәләр, балаларығыҙға һыуға сумдырылыуға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ

«Тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт» (ҒӘМ. 22:16).

ЙЫРҘАР: 51, 135

1. Ата-әсәләр, балалары һыуға сумдырылыр алдынан, нимәгә инанырға теләй?

«МИН атай-әсәйемә һыуға сумдырылырға теләүем хаҡында күп айҙар буйына әйтә килдем. Улар минең менән был хаҡта йыш һөйләшә торғайны. Атай-әсәйем был ҡарарҙың ни тиклем етди икәнен аңлауыма инанырға теләй ине. 1934 йылдың 31 декабрендә был тантаналы көн килеп етте». Шулай итеп Блоссом Брандт исемле апай-ҡәрҙәш үҙенең нисек һыуға сумдырылырға ҡарар итеүе хаҡында һөйләгән. Бөгөн дә ата-әсәләр балаларына аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ярҙам итергә теләй. Етди сәбәптәр булмай тороп, балаға, һыуға сумдырылырға ашыҡма, тип әйтеү уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә зыян килтерергә мөмкин (Яҡ. 4:17). Аҡыллы ата-әсә, балалары һыуға сумдырылыр алдынан, уның Ғайса Мәсихтең шәкерте булырға әҙер икәненә инанырға теләй.

2. а) Ҡайһы бер район күҙәтеүселәре ниндәй проблемаға иғтибар иткән? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2 Ҡайһы бер район күҙәтеүселәре шуға иғтибар иткән: 20 йәштәрҙә булған күп егеттәр һәм ҡыҙҙар, хәҡиҡәттә үҫһәләр ҙә, һаман да һыуға сумдырылмай. Күпселек осраҡта был йәштәр йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй, вәғәздә ҡатнаша һәм үҙҙәрен Йәһүә шаһиты тип һанай. Шулай ҙа ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында улар Йәһүәгә бағышланмай һәм һыуға сумдырылмай. Ҡайһы берҙә бындай хәл ата-әсәләр балалары хаҡында, һыуға сумдырылырға әҙер түгел әле, тип уйлағанға тыуа. Был мәҡәләлә ата-әсәләрҙең ниндәй дүрт сәбәп арҡаһында балаларын һыуға сумдырылырға дәртләндермәгәне хаҡында һүҙ барасаҡ.

БАЛАМ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫР ӨСӨН ӘЛЕ БИК ЙӘШ ТҮГЕЛМЕ?

3. Блоссомдың ата-әсәһе нимә хаҡында борсолған?

3 Беренсе абзацта иҫкә алынған Блоссомдың ата-әсәһе, ҡыҙыбыҙ һыуға сумдырылыуҙың нимә аңлатҡанына һәм бының ни тиклем етди икәненә төшөнөр өсөн әле бик йәш түгелме, тип борсолған. Ата-әсәләр балалары Йәһүәгә бағышланырға әҙерме, юҡмы икәнен нисек белә ала?

4. Ғайсаның Матфей 28:19, 20-лә яҙылған һүҙҙәре ата-әсәләргә нисек ярҙам итә ала?

4 Матфей 28:19, 20-не уҡығыҙ. Изге Яҙмала, һыуға сумдырылыр өсөн билдәле бер йәштә булырға кәрәк, тип әйтелмәй. Әммә ата-әсәләргә шәкерттәр әҙерләүҙең үҙ эсенә нимә алғаны хаҡында яҡшы итеп уйлау файҙалы булыр. Матфей 28:19-ҙағы «шәкерт итеү» тигән һүҙҙәр грек телендә берәйһен шәкерт итеү маҡсаты менән өйрәтеүҙе аңлата. Шәкерт — ул Ғайса Мәсихтең тәғлимәттәре хаҡында белем алған, уларға төшөнгән һәм Ғайсаға буйһонорға теләгән кеше. Шунлыҡтан ата-әсәләр балаларын сабый саҡтарынан уҡ Йәһүәгә бағышланырға һәм Ғайсаның шәкерте булып китергә ярҙам итеү маҡсаты менән өйрәтергә тейеш. Әлбиттә, сабыйҙар һыуға сумдырылырға әҙер түгел. Шулай ҙа, Изге Яҙманан күренеүенсә, хатта балалар ҙа Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә төшөнә һәм уны ҡәҙерләй ала.

5, 6. а) Изге Яҙма буйынса, Тимофейҙың һыуға сумдырылыуы тураһында ниндәй һығымта яһап була? б) Аҡыллы ата-әсәләр, балаларына ярҙам итер өсөн, нимә эшләй ала?

5 Тимофей, Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар иткәндә, йәш кенә булған. Илсе Павел уның тураһында, Алла Һүҙендәге хәҡиҡәт менән «бала саҡтан уҡ» таныша башлаған, тигән. Тимофейҙың атаһы Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән, ләкин әсәһе менән өләсәһе уға Алла Һүҙенә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам иткән. Һөҙөмтәлә уның иманы бик көслө булып киткән (2 Тим. 1:5; 3:14, 15). 20 йәштәр тирәһендә ул хатта йыйылышта яуаплы вазифалар үтәү өсөн яраҡлы булған (Ғәм. 16:1—3).

6 Һәр бала үҙенсәлекле. Бөтә балалар ҙа бер үк йәштә етлеккән булып китмәй. Ҡайһы берәүҙәр бала сағында уҡ хәҡиҡәтте аңлай, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә һәм һыуға сумдырылырға теләй. Башҡаларға иһә күберәк ваҡыт кәрәк. Аҡыллы ата-әсәләр балаларына баҫым яһамай. Бының урынына, улар һәр балаһына үҙ яйы менән рухи яҡтан үҫергә ярҙам итә. Балаларҙың аҡыллы эш итеүе ата-әсәләргә ҙур шатлыҡ килтерә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡығыҙ *.) Шул уҡ ваҡытта улар балаларына Мәсихтең шәкерте булырға ярҙам итеү маҡсатын күҙҙән ысҡындырырға тейеш түгел. Был маҡсатты иҫтә тотоп, улар үҙ-үҙҙәренә бындай һорау бирә ала: «Балам Аллаға бағышланып һыуға сумдырылыр өсөн етерлек белем туплағанмы?»

БАЛАМ ЕТЕРЛЕК БЕЛЕМ ТУПЛАҒАНМЫ?

7. Һыуға сумдырылырға теләгән кешегә Изге Яҙманы нескәлектәренә тиклем белергә кәрәкме? Аңлатығыҙ.

7 Ата-әсәләр балаларының хәҡиҡәтте яҡшы белеүен теләй. Был белемдәр балаға үҙен Аллаға бағышларға дәртләндерер. Шулай ҙа, бағышланып һыуға сумдырылыр өсөн, бала Изге Яҙмалағы һәр тәғлимәттең һәр нескәлеген белергә бурыслы түгел. Һәр мәсихсе һыуға сумдырылғандан һуң белем алыуын дауам итергә тейеш. (Колосстарға 1:9, 10-ды уҡығыҙ.) Улайһа, һыуға сумдырылыу үтеүгә яраҡлы булыр өсөн күпме белергә кәрәк?

8, 9. Филиптағы төрмә ҡарауылсыһы менән нимә булған, һәм уның осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

8 Боронғо заманда йәшәгән бер ғаиләнең осрағы хәҙерге ваҡытта йәшәгән ата-әсәләргә ярҙам итергә мөмкин (Ғәм. 16:25—33). Б. э. 50 йылында Павел үҙенең икенсе миссионер сәйәхәте дауамында Филипп ҡалаһына барған. Унда булғанда, уны һәм Силаны, нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алғандар һәм төрмәгә япҡандар. Төнөн көслө ер тетрәү булған, һәм бының арҡаһында төрмәнең бөтә ишектәре асылып киткән. Төрмә ҡарауылсыһы, тотҡондар ҡасҡан тип уйлап, үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйынған. Ләкин Павел уны туҡтатҡан. Шунан Павел менән Сила төрмә ҡарауылсыһына һәм уның ғаиләһенә Ғайса Мәсих хаҡындағы хәҡиҡәтте һөйләп биргән. Был ғаилә, Мәсих тураһында белгәндәренә ышанып, уға буйһоноуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлаған. Шуның өсөн улар оҙаҡҡа һуҙмайынса һыуға сумдырылған. Был осраҡтан нимәгә өйрәнеп була?

9 Төрмә ҡарауылсыһы, бәлки, отставкаға сыҡҡан Рим һалдаты булғандыр. Ул Алла Һүҙе менән таныш булмаған. Шуға күрә, мәсихсе булып китер өсөн, ул Изге Яҙманың төп тәғлимәттәрен белергә, Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренән нимә талап иткәнен аңларға һәм Ғайсаның өйрәткәндәре буйынса йәшәргә ҡарар итергә тейеш булған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алған белемдәре уны һыуға сумдырылырға дәртләндергән. Әлбиттә, һыуға сумдырылғандан һуң ул белем алыуын дауам иткән. Шулай итеп, балағыҙ Йәһүәне яратҡанға һәм уға буйһонорға теләгәнгә һыуға сумдырылырға ынтылыуы хаҡында әйтһә, нимә эшләргә? Уға өлкәндәр менән һөйләшеп алырға рөхсәт итеп була. Ул саҡта өлкәндәр уның һыуға сумдырылырға әҙерме, юҡмы икәнен билдәләй алыр *. Һыуға сумдырылған бөтә мәсихселәр кеүек, балағыҙ ҙа ғүмере буйына, хатта мәңгелек дауамында Йәһүә тураһында белем алыр (Рим. 11:33, 34).

НИНДӘЙ БЕЛЕМ БАЛАМДЫ УҢЫШЛЫ ИТЕР?

10, 11. а) Ҡайһы бер ата-әсәләр нимә тип уйлай? б) Баланы нимә яҡлай ала?

10 Ҡайһы бер ата-әсәләр уйлауынса, һыуға сумдырылыр алдынан, бала тәүҙә өҫтәмә белем алырға һәм яҡшы эш табырға тейеш. Ундай ата-әсәләрҙең ниәттәре яҡшы булырға мөмкин, әммә улар бындай һорауҙар өҫтөндә уйлана ала: «Шундай маҡсаттарға ынтылыу баламды ысындан да уңышлы итерме? Был Изге Яҙмалағы принциптарға тура киләме? Алла Һүҙе ниндәй тормош алып барырға дәртләндерә?» (Вәғәзсе 12:1-ҙе уҡығыҙ *.)

11 Шуны иҫтә тотоу мөһим: был донъя төҙөлөшө һәм ундағы нәмәләр Йәһүәнең ихтыярына һәм фекер йөрөтөү рәүешенә ҡаршы килә (Яҡ. 4:7, 8; 1 Яхъя 2:15—17; 5:19). Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр бала өсөн Шайтандан, уның донъяһынан һәм донъяға хас фекер йөрөтөүҙән иң яҡшы яҡлау булып тора. Ата-әсәләр белем алыуҙы һәм яҡшы эш табыуҙы беренсе урынға ҡуйһа, уларҙың балалары, донъялағы нәмәләр Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙән күпкә мөһимерәк, тип уйлай башларға мөмкин, ә был аяныс эҙемтәләргә килтерә ала. Ҡайғыртыусан ата-әсәләр балаларының уңышҡа ҡарашын был донъя формалаштырыуын теләрме? Йәһүәне тормошта беренсе урынға ҡуйыу — уңышҡа һәм бәхеткә илтеүсе берҙән-бер юл. (Зәбур 1:2, 3-тө уҡығыҙ *.)

БАЛАМ ГОНАҺ ҠЫЛҺА, НИМӘ БУЛЫР?

12. Ни өсөн ҡайһы бер ата-әсәләр, бала өсөн һыуға сумдырылмай тороу яҡшыраҡ, тип уйлай?

12 Бер әсәй кеше ҡыҙының һыуға сумдырылыуын теләмәгән. Ни өсөн? Ул былай тип аңлатҡан: «Әйтеүе оят булһа ла, мин күбеһенсә йыйылыштан сығарыу сараһынан ҡурҡтым». Был апай-ҡәрҙәш һымаҡ, ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә, бала аҡылһыҙ хаталар яһамаҫлыҡ йәшкә еткәнсе һыуға сумдырылмай торһа, яҡшыраҡ булыр, тип һанай (Баш. 8:21; Ғиб. һүҙ. 22:15). Ундай ата-әсәләр, бала һыуға сумдырылмаған булһа, йыйылыштан сығарылмаясаҡ, тип уйларға мөмкин. Әммә ундай ҡараш дөрөҫмө? (Яҡ. 1:22)

13. Һыуға сумдырылмау Йәһүә алдында яуап тотоуҙан азат итәме? Аңлатығыҙ.

13 Әлбиттә, ата-әсәләр балаларының Йәһүәгә бағышланырға әҙер булмаҫ борон һыуға сумдырылыуын теләмәй. Әммә, һыуға сумдырылмаған бала Йәһүә алдында яуап тотмай, тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел. Бала, Йәһүә ҡарашынан нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен белгәс, уның алдында яуап тота башлай. (Яҡуб 4:17-не уҡығыҙ.) Аҡыллы ата-әсә балаһының һыуға сумдырылырға ынтылышын һүрелдерергә теләмәй. Хатта бала бәләкәй булғанда ла, улар уны Йәһүә дөрөҫ тип һанаған нәмәләрҙе яратырға һәм ул дөрөҫ түгел тип һанағанды нәфрәт итергә өйрәтә, шулай уҡ был йәһәттән яҡшы өлгө күрһәтергә тырыша (Лука 6:40). Йәһүәне яратыу баланы етди гонаһ ҡылыуҙан һаҡлар, сөнки Йәһүәне яратҡан бала ул дөрөҫ тип һанағанды эшләргә теләр (Ишағ. 35:8).

БАШҠАЛАР НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

14. Өлкәндәр ата-әсәләргә нисек ярҙам итә ала?

14 Өлкәндәр, балалар менән рухи маҡсаттар хаҡында һөйләшеп, ата-әсәләргә ярҙам итә ала. Бер апай-ҡәрҙәшкә 6 йәш булғанда, уның менән Расселл ҡәрҙәш һөйләшкән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Расселл ҡәрҙәш 15 минут минең менән рухи маҡсаттарым тураһында һөйләште». Был нимәгә килтергән? Һуңыраҡ был апай-ҡәрҙәш пионер хеҙмәтен башлаған һәм был хеҙмәттә 70 йылдан ашыу ҡатнашҡан! Шуныһы ап-асыҡ: рухландырғыс һүҙҙәр әйтеү һәм дәртләндереү кешенең бөтә тормошона йоғонто яһай ала (Ғиб. һүҙ. 25:11). Өлкәндәр шулай уҡ ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы Батшалыҡ залына бәйле проекттарҙа ҡатнашырға саҡырырға мөмкин. Улар балаға йәшенә һәм һәләттәренә ҡарап йөкләмә бирә ала.

15. Йыйылыштың башҡа ағзалары йәштәргә нисек ярҙам итә ала?

15 Йыйылыштың башҡа ағзалары нисек ярҙам итергә мөмкин? Улар йәштәргә иғтибар күрһәтә ала. Мәҫәлән, йәштәрҙең Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн көс һалыуын күрергә тырышығыҙ. Әйтәйек, берәй бала йыйылышта яуап биргәндер йә аҙна уртаһында үткән осрашыуҙа сығыш яһағандыр. Ә, бәлки, ул мәктәптә берәйһенә вәғәзләгәндер йәки насар эш ҡылырға теләк тыуғанда дөрөҫ эш иткәндер. Шундай саҡтарҙа баланы маҡтарға онотмағыҙ! Бынан тыш, осрашыу алдынан һәм унан һуң йәштәр менән аралашырға маҡсат ҡуйып була. Шулай эшләһәк, балалар үҙҙәрен «ҙур йыйылыштың» өлөшө итеп тойор (Зәб. 35:18).

БАЛАҒЫҘҒА ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУҒА ӘҘЕРЛӘНЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

16, 17. а) Ни өсөн һыуға сумдырылыу үтә мөһим? б) Ата-әсәләр ниндәй шатлыҡ кисерергә теләй? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

16 Баланы Йәһүәне яратырға өйрәтеү — ата-әсәнең иң хөрмәтле вазифаларының береһе (Ефес. 6:4; Зәб. 127:3). Боронғо Израиль халҡында балалар тыумыштан уҡ Йәһүәгә бағышланған булған. Ләкин беҙҙең көндәрҙә улай түгел. Ата-әсәләр Йәһүәне һәм хәҡиҡәтте ярата икән, балалары ла яратыр, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Бала тыуғандан алып ата-әсә, уға Йәһүәгә бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға ярҙам итеп, уны шәкерт итергә маҡсат ҡуйырға тейеш. Бынан да мөһимерәк нимә булырға мөмкин? Аллаға бағышланып һыуға сумдырылыу һәм уға тоғро хеҙмәт итеү кешегә ҙур афәт ваҡытында ҡотолоуға юл аса (Матф. 24:13).

Ата-әсәләр балаларын шәкерт итергә маҡсат ҡуйырға тейеш (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

17 Блоссом Брандт һыуға сумдырылырға теләк белдергәс, ата-әсәһе уның был аҙымды яһарға әҙер икәненә инанырға теләгән. Быға инанғас, ата-әсәһе уның ҡарарын хуплаған. Һыуға сумдырылыр алдынан булған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөп, Блоссом былай ти: «Кискеһен атайым барыбыҙҙы ла йыйып алды, тубыҡланыуыбыҙҙы үтенде лә доға ҡылды. Доғала ул бәләкәй ҡыҙы ғүмерен Йәһүәгә бағышлауына бик шат булыуы хаҡында әйтте». Унан һуң инде 60 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Шуға ҡарамаҫтан, Блоссом: «Миңә нисә генә йәш тулһа ла, шул кисте бер ҡасан да онотмаясаҡмын!» — ти. Ҡәҙерле ата-әсәләр, һеҙ ҙә балаларығыҙҙың Йәһүәгә бағышланып һыуға сумдырылыуын күреп ҙур шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ, тип өмөтләнәбеҙ!

^ 6 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11: «Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин мыҫҡыллаусыма яуап ҡайтара алырмын».

^ 9 абз. Ата-әсәләр «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) 2-се томындағы 304—310-сы биттәрҙәге мәғлүмәт буйынса балалары менән фекер алыша ала. Шулай уҡ 2011 йылдың апрель айында сыҡҡан «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ»ҙең (урыҫ) 2-се битендәге «Һорауҙар рамкаһы»н ҡарағыҙ.

^ 10 абз. Вәғәзсе 12:1: «Йәшлегеңдә бөйөк Барлыҡҡа килтереүсеңде иҫтә тот. Ауыр көндәрең еткәнсе, „тормоштан йәм тапмайым“, — тип әйтәсәк йылдарың килгәнсе...»

^ 11 абз. Зәбур 1:2, 3: «Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана. Ул ағым һыуҙар буйында ултыртылған, үҙ ваҡытында емешен биргән, япраҡтары шиңмәгән ағас кеүек булыр. Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер».