Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡунаҡсыллыҡ — матур һәм бик мөһим сифат!

Ҡунаҡсыллыҡ — матур һәм бик мөһим сифат!

«Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ» (1 ПЕТ. 4:9).

ЙЫРҘАР: 100, 87

1. Беренсе быуатта мәсихселәр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

ИЛСЕ Петр б. э. 62—64 йылдарында «Понтта, Галатияла, Каппадокияла, Асия һәм Вифиния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән» имандаштарына хат яҙған (1 Пет. 1:1). Был ҡәрҙәштәр төрлө ерҙәрҙән килгән булған. Улар «һынау уты» үткән, йәғни эҙәрләүҙәр менән осрашҡан, шунлыҡтан рухландырғыс һүҙҙәргә һәм күрһәтмәләргә мохтаж булған. Өҫтәүенә, улар бик ҡурҡыныс ваҡытта йәшәгән. Петр: «Донъяның ахыры яҡын», — тип яҙған. Иерусалимдың емерелеүенә тиклем 10 йылдан да әҙерәк ваҡыт ҡалған булған. Шундай ауыр осорҙа мәсихселәргә нимә ярҙам итә алған? (1 Пет. 4:4, 7, 12)

2, 3. Ни өсөн Петр имандаштарын ҡунаҡсыл булырға өндәгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

2 Петр биргән кәңәштәрҙең береһе былай тип яңғырай: «Бер-берегеҙгә... ҡунаҡсыл булығыҙ» (1 Пет. 4:9). Грек теленән «ҡунаҡсыллыҡ» тип тәржемә ителгән һүҙ «сит кешегә ҡарата наҙлы, йәғни игелекле булыу» тигәнде аңлата. Әммә Петр ҡәрҙәштәрен бер-береһенә — яҡшы таныш булған имандаштарына ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә өндәгән. Ҡунаҡсыл булыу уларға нисек ярҙам итә алған?

3 Был уларҙы бер-береһенә яҡынлаштыра алған. Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Берәйһенең һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырғанын һәм ваҡытты бергә күңелле итеп үткәргәнегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Йәки, һеҙ берәйһен саҡырып, мөнәсәбәттәрегеҙҙең нығынғанын һиҙгәнегеҙ булдымы? Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү — ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн яҡшы мөмкинлек. Петр көндәрендә йәшәгән мәсихселәргә, ауырлыҡтар күбәйгән һайын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тағы ла нығытырға кәрәк булған. Хәҙерге «ахырызаман» көндәрендә беҙгә шуны уҡ эшләргә кәрәк (2 Тим. 3:1).

4. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

4 Бер-беребеҙгә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтер өсөн ниндәй мөмкинлектәр бар? Беҙгә ҡунаҡсыл булырға нимә ҡамасауларға мөмкин? Был йәһәттән яҡшырыр өсөн нимә эшләп була? Беҙгә яҡшы ҡунаҡ булырға нимә ярҙам итер?

ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ ЮЛДАРЫ

5. Йыйылыш осрашыуҙарында нисек ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп була?

5 Йыйылыш осрашыуҙарында. Йәһүә һәм уның ойошмаһы беҙҙе йыйылыш осрашыуҙарына саҡыра. Беҙ осрашыуҙарыбыҙға килгән кешеләрҙең, айырыуса яңыларҙың үҙҙәрен яҡшы итеп тойоуын теләйбеҙ (Рим. 15:7). Яңылар ҙа — Йәһүәнең ҡунаҡтары, шуға күрә беҙ, тышҡы ҡиәфәттәре һәм кейемдәре ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алырға тейеш (Яҡ. 2:1—4). Осрашыуҙа берәйһенең яңғыҙ тороуын күреп ҡалһағыҙ, уға бергә ултырырға тәҡдим итә алаһығыҙмы? Уға осрашыу дауамында Изге Яҙманан уҡылған шиғырҙарҙы табырға ярҙам итһәгеҙ, ул бик рәхмәтле булыр. Был ҡунаҡсыллыҡ күрһәтер өсөн бик яҡшы мөмкинлек (Рим. 12:13).

6. Беҙ башлыса кемгә ҡарата ҡунаҡсыл булырға тейеш?

6 Сәйгә йә ашҡа саҡырыу. Боронғо заманда кешеләр йыш ҡына, берәйһен ашҡа саҡырып, уның менән дуҫлашырға йә татыу мөнәсәбәттәрҙә булырға теләүен күрһәткән (Баш. 18:1—8; Хөк. 13:15; Лука 24:28—30). Беҙ башлыса кемгә ҡарата ҡунаҡсыл булырға тейеш? Йыйылышыбыҙҙағы ҡәрҙәштәргә. Донъялағы шарттар насарая барған һайын, беҙ ҡәрҙәштәрҙең ярҙамына тағы ла нығыраҡ мохтаж буласаҡбыҙ. Беҙгә бер-беребеҙ өсөн тоғро дуҫ булырға кәрәк. 2011 йылда Етәксе кәңәшмә Ҡушма Штаттарҙағы Вефиль ғаиләһенең өйрәнеү мәҡәләһен ҡарап сығыу ваҡытын 18:45-тән 18:15-кә күсергән. Ни өсөн? Был хаҡта иғлан ителгәндә бындай сәбәп килтерелгән: осрашыу иртәрәк бөткәнгә, вефилселәргә бер-береһенә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү еңелерәк булыр. Башҡа филиалдар ҙа шул уҡ рәүешсә эш иткән. Был үҙгәреш вефилселәргә бер-береһе менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек биргән.

7, 8. Саҡырылған докладсыларға нисек ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп була?

7 Йыйылышыбыҙға саҡырылған докладсылар, район күҙәтеүселәре йә ҡайһы саҡта хатта филиал вәкилдәре килгәндә, беҙҙең ҡунаҡсыллыҡ күрһәтер өсөн мөмкинлектәр тыуа. (3 Яхъя 5—8-ҙе уҡығыҙ.) Быны эшләр өсөн бер ысул — уларҙы сәйгә йә ашҡа саҡырыу.

8 Ҡушма Штаттарҙан бер апай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Йылдар буйына беҙ ирем менән күп докладсыларҙы һәм уларҙың ҡатындарын ҡунаҡ иттек». Ул әйтеүенсә, һәр шундай осраҡ уларҙың иманын нығытҡан һәм бик күңелле үткән. «Беҙ ҡунаҡсыл булыуыбыҙға бер ҡасан да үкенмәнек», — ти был апай-ҡәрҙәш.

9, 10. а) Кем туҡталыу урынына мохтаж булырға мөмкин? б) Йорттары бәләкәй булған ҡәрҙәштәр был йәһәттән ярҙам итә аламы? Миҫал килтерегеҙ.

9 Оҙаҡҡа туҡталған ҡунаҡтар. Боронғо заманда ҡайһы бер ҡунаҡтарға оҙағыраҡ ваҡытҡа туҡталырға тәҡдим итеү ғәҙәти хәл булған (Әйүп 31:32; Фил. 22). Бөгөн дә шундай ихтыяж тыуырға мөмкин. Йыйылыштарға килеп киткәндә, район күҙәтеүселәре йыш ҡына туҡталыу урынына мохтаж була. Теократик мәктәптәрҙә уҡыған ҡәрҙәштәр һәм төҙөлөш эштәрендә ҡатнашҡан ирекле хеҙмәтселәр менән шундай уҡ хәл булыуы ихтимал. Унан да бигерәк, ҡайһы берәүҙәр тәбиғәт афәтенән һуң йортһоҙ ҡала. Йорттары ремонтланып бөткәнсе, уларға ҡайҙалыр йәшәп торорға кәрәк. Беҙ, ҙур йортта йәшәгән ҡәрҙәштәр генә ярҙам итә ала, тип уйларға тейеш түгел. Бәлки, улар инде күп тапҡыр шундай ярҙам күрһәткәндер. Йортоғоҙ бәләкәй булһа ла, һеҙ берәйһенә үҙегеҙҙә туҡталырға тәҡдим итә алаһығыҙмы?

10 Көньяҡ Кореянан бер ағай-ҡәрҙәш, теократик мәктәптәрҙә уҡыған ҡәрҙәштәрҙең үҙендә туҡталғанын иҫенә төшөрөп, былай ти: «Тәүҙә мин үҙебеҙҙә туҡталырға тәҡдим итергәме, юҡмы тип шикләнә инем, сөнки беҙ ҡатыным менән яңы ғына өйләнешкән инек, һәм йортобоҙ ҙа бәләкәй ине. Әммә мәктәптәрҙә уҡыған ҡәрҙәштәр беҙҙә туҡталғанда, ваҡыт бик күңелле үтә торғайны. Бының ярҙамында беҙ — яңы өйләнешкән пар — Йәһүәгә хеҙмәт иткән һәм рухи маҡсаттарға ынтылған парҙарҙың ни тиклем бәхетле була алыуын күрҙек».

11. Ни өсөн йыйылышыбыҙға күскән ҡәрҙәштәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү мөһим?

11 Йыйылышыбыҙға күсеп килгән ҡәрҙәштәр. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр йә ғаиләләр йыйылышыбыҙға икенсе йыйылыштан күсергә мөмкин. Улар, бәлки, территориябыҙҙа ярҙам кәрәк булғанға күскәндер йә йыйылышыбыҙға пионер булып билдәләнгәндер. Уларҙың тормошонда был бик ҙур үҙгәреш. Уларға яңы территорияға, яңы йыйылышҡа һәм хатта яңы тел һәм мәҙәниәткә яраҡлашырға кәрәк булырға мөмкин. Һеҙ уларҙы сәйгә йә ашҡа саҡыра алаһығыҙмы? Йәки бергә берәй ҡайҙа барырға тәҡдим итә алаһығыҙмы? Был уларға дуҫтар табырға һәм яңы шарттарға эйәләшергә ярҙам итер.

12. Ниндәй осраҡ ҡунаҡсыл булыр өсөн күп нәмә кәрәкмәй икәнен күрһәтә?

12 Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтер өсөн күп нәмә әҙерләргә кәрәкмәй. (Лука 10:41, 42-не уҡығыҙ.) Бер ағай-ҡәрҙәш, ҡатыны менән беренсе тапҡыр миссионер булып билдәләнгән ваҡытты иҫенә төшөрөп, былай ти: «Беҙ йәш һәм тәжрибәһеҙ инек. Өҫтәүенә, тыуған яғыбыҙҙы бик һағындыҡ. Бер кис ҡатыным һағыныуҙан шул тиклем һағышланып китте, хатта, нисек кенә тырышһам да, кәйефен күтәрә алманым. Киске сәғәт һигеҙенсе яртыларҙа кемдер ишеккә шаҡыны. Был Изге Яҙманы өйрәнеүсе бер ҡатын ине. Ул, өс әфлисун тотоп, беҙҙе — яңы миссионерҙарҙы сәләмләргә килгән булған. Беҙ уға үтергә тәҡдим иттек һәм бер стакан һыу бирҙек, шунан сәй һәм эҫе шоколад әҙерләнек. Беҙ ул ваҡытта суахили телен белмәй инек, ә ул инглиз телен аңламай ине». Был ағай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, шул осраҡ уларға урындағы ҡәрҙәштәр менән дуҫлаша башларға һәм үҙҙәрен бәхетлерәк тойорға ярҙам иткән.

ҺЕҘГӘ ҠУНАҠСЫЛ БУЛЫРҒА БЕР НӘМӘ ЛӘ ҠАМАСАУЛАМАҺЫН

13. Ҡунаҡсыл булыу ниндәй фатихалар килтерә?

13 Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергәме, юҡмы тип шикләнгәнегеҙ булдымы? Ундай саҡтарҙа ваҡытты күңелле үткәреү һәм берәйһе менән мәңгегә дуҫлашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырырға мөмкин. Ҡунаҡсыл булыу — яңғыҙлыҡ тойғоһонан арыныр өсөн иң яҡшы ысулдарҙың береһе. Улайһа, ни өсөн ҡайһы берәүҙәр ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергәме тип шикләнә? Быға бер нисә сәбәп бар.

14. Башҡаларҙы ҡунаҡ итер өсөн йә үҙебеҙгә ҡунаҡҡа йөрөр өсөн ваҡытыбыҙ һәм көсөбөҙ етмәһә, нимә эшләп була?

14 Ваҡыт һәм көс. Йәһүә хеҙмәтселәренең эштәре һәм вазифалары байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтер өсөн ваҡытым һәм көсөм етмәй, тип уйлауы ихтимал. Һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, башҡаларҙы ҡунаҡҡа саҡырыр өсөн һәм үҙегеҙгә лә ҡунаҡҡа йөрөр өсөн графигығыҙҙа үҙгәрештәр яһарға кәрәк булырға мөмкин. Был бик мөһим, сөнки Изге Яҙма ҡунаҡсыл булырға өндәй (Евр. 13:2). Шуға күрә бының өсөн ваҡыт бушатыу бик тә дөрөҫ. Әммә шулай эшләр өсөн, һеҙгә әллә ни мөһим булмаған эштәргә әҙерәк ваҡыт бүлергә тура килергә мөмкин.

15. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә алмайым, тип уйларға мөмкин?

15 Үҙ-үҙегеҙгә бәйле сәбәптәр. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләп тә, быны эшләй алмайым, тип уйлаған саҡтарығыҙ булдымы? Бәлки, һеҙ оялсан кешелер, шуға күрә ҡунаҡтарға күңелһеҙ булыр тип борсолаһығыҙҙыр. Ә, бәлки, аҡсағыҙ күп булмағанға, ҡунаҡтарымды башҡа ҡәрҙәштәр һымаҡ һыйлай алмаҫмын, тип ҡайғыраһығыҙҙыр. Шуны иҫтә тотоғоҙ: йортоғоҙҙоң иҫ киткес ҡупшы булыуы һис тә мотлаҡ түгел. Йортоғоҙ таҙа һәм бөхтә булһа, ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алһағыҙ, улар бик шат булыр.

16, 17. Ҡунаҡтар саҡырыу менән бәйле борсолоуҙарҙы нисек кәметеп була?

16 Ҡунаҡ саҡырыу күптәрҙә борсолоуҙар тыуҙырырға мөмкин. Британиянан бер өлкән былай ти: «Ҡунаҡтар килеүгә әҙерләнгәндә бер аҙ борсолоу — ғәҙәти хәл. Әммә Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бәйле һәр осраҡтағы кеүек, ҡунаҡ саҡырыу килтергән фатихалар һәм ҡәнәғәтлек теләһә ниндәй борсолоуҙарҙы артығы менән ҡаплай. Миңә ҡунаҡтар менән кофе эсеп һөйләшеп ултырыу ғына ла ҙур ҡыуаныс килтерә». Ҡунаҡтар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу барыһына ла ыңғай тәьҫир итә (Флп. 2:4). Күп кеше үҙ тормошонда кисергәндәре хаҡында һөйләргә ярата. Бергә булған ваҡыттар — шундай хәтирәләр менән бүлешер өсөн яҡшы мөмкинлек. Өлкән булып хеҙмәт иткән икенсе ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙе өйөмдә ҡабул итеү миңә уларҙы яҡшыраҡ аңларға һәм улар менән яҡынданыраҡ танышырға, бигерәк тә хәҡиҡәткә нисек килгәндәрен белергә мөмкинлек бирә». Ҡунаҡтар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынһағыҙ, барыһының да ҡәнәғәт буласағына шикләнмәһәгеҙ ҙә була.

17 Теократик мәктәптәрҙә уҡыған ҡәрҙәштәрҙе йыш ҡына үҙендә ҡабул иткән бер пионер апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Тәүҙә мин борсолдом, сөнки өйөм бик ябай һәм инде ҡулланылған мебель менән йыһазландырылған. Мәктәпте алып барған бер ағай-ҡәрҙәштең ҡатыны мине тынысландырҙы. Ул әйткәнсә, улар ире менән күсеп йөрөп күҙәтеүсе хеҙмәтен башҡарғанда, үҙҙәре кеүек ябай тормош алып барған һәм иғтибарҙы хеҙмәткә туплаған ҡәрҙәштәрҙә туҡталған аҙналар иң яҡшы аҙналар булған. Был миңә элек әсәйемдең былай тип әйтә торғанын иҫемә төшөрҙө: „Мөхәббәт хөкөм һөргән ерҙә йәшелсә ашау... яҡшыраҡ“» (Ғиб. һүҙ. 15:17). Шуға күрә борсолорға кәрәкмәй, сөнки иң мөһиме — ҡунаҡтарға яратыу күрһәтеү.

18, 19. Ҡунаҡсыл булыу нисек башҡаларға ҡарата тиҫкәре хистәрҙән арынырға ярҙам итә ала?

18 Башҡаларға ҡарата хистәр. Йыйылышта һеҙҙең асыуға тейгән берәй кеше бармы? Шундай хистәрҙән арынырға тырышмаһағыҙ, улар үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡмаясаҡ. Һеҙҙең оҡшап етмәгән кешене ҡунаҡ итергә теләгегеҙ булмаҫҡа мөмкин. Йәки кемдер һеҙҙе рәнйеткәндер, һәм һеҙгә быны онотоуы ауырҙыр.

19 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, башҡалар менән, хатта дошмандар менән дә мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртып була. (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:21, 22-не уҡығыҙ *.) Оҡшап етмәгән кешене ҡунаҡҡа саҡырһағыҙ, был һеҙгә тиҫкәре хистәрҙән арынырға һәм был кеше менән уртаҡ тел табырға ярҙам итә ала. Һеҙ был кешелә яҡшы сифаттар — Йәһүә уны хәҡиҡәткә йәлеп иткәндә күргән сифаттарҙы күрә башларға мөмкин (Яхъя 6:44). Һеҙҙән ҡунаҡҡа саҡырыуҙы көтмәгән кешегә шундай мөхәббәт сағылдырһағыҙ, был ныҡлы дуҫлыҡҡа нигеҙ һалыуы ихтимал. Шулай эшләргә һеҙҙе ысынлап та мөхәббәт дәртләндергәненә нисек инанып була? Ысулдарҙың береһе — Филиптарға 2:3-тәге «күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ» тигән кәңәште ҡулланыу. Беҙ ҡәрҙәштәрҙең ниндәй яҡтарҙан үҙебеҙҙән өҫтөнөрәк икәне хаҡында уйланырға тейеш. Бәлки, уларҙың иманын, сыҙамлығын йә башҡа яҡшы сифаттарын өлгө итеп алып булалыр. Ҡәрҙәштәрҙең яҡшы сифаттары тураһында уйланһаҡ, уларҙы яратыу һәм ҡунаҡҡа саҡырыу еңелерәк булыр.

ЯҠШЫ ҠУНАҠ БУЛЫҒЫҘ

Ҡунаҡ саҡырыусыларҙың тырышлыҡтарын ҡәҙерләгеҙ (20-се абзацты ҡарағыҙ.)

20. Ҡунаҡҡа барырға ризалашһаҡ, ышаныслылыҡ сифатын нисек сағылдырырға, һәм ни өсөн был мөһим?

20 Мәҙхиә йырлаусы Дауыт бындай һорау биргән: «Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала?» (Зәб. 15:1). Шунан Дауыт Алла үҙ ҡунаҡтарында күрергә теләгән сифаттарҙы тасуирлай. Шуларҙың береһе — ышаныслы булыу: «Хатта үтәүе ауыр булһа ла, ул үҙ вәғәҙәһен боҙмай» (Зәб. 15:4). Берәйһенә ҡунаҡҡа барырға ризалашһаҡ, беҙ, етди сәбәптәр булмай тороп, һүҙебеҙҙе кире алырға тейеш түгел. Ҡунаҡҡа саҡырыусы, бәлки, беҙҙең килеүгә инде әҙерләнгәндер, ә беҙ бармаһаҡ, уның бөтә тырышлыҡтары бушҡа буласаҡ (Матф. 5:37). Ҡайһы берәүҙәр тәүҙә саҡырыуҙы ҡабул итә, ә һуңынан яҡшыраҡ саҡырыуҙы ҡабул итер өсөн беренсеһенән баш тарта. Әммә шулай эшләү яратыу һәм хөрмәт сағылдырыр инеме? Ҡунаҡҡа саҡырыусы нимә генә әҙерләһә лә, беҙ барыһы өсөн дә рәхмәтле булырға тейеш (Лука 10:7). Берәй етди сәбәп арҡаһында ҡунаҡҡа бара алмаған саҡтарҙа был хаҡта саҡырыусыға мөмкин тиклем тиҙерәк белгертһәк, яратыу һәм ҡайғыртыу сағылдырырбыҙ.

21. Ерле йолаларҙы хөрмәт итеү нисек яҡшы ҡунаҡ булырға ярҙам итә ала?

21 Бынан тыш, ерле йолаларҙы хөрмәт итеү ҙә мөһим. Ҡайһы бер илдәрҙә кешеләр саҡырылмаған ҡунаҡтарға бик тә шат, ә икенселәрендә алдан әйтеп килеү яҡшыраҡ. Ҡайһы бер ерҙәрҙә иң яҡшыһын ҡунаҡтарға тәҡдим итеү ғәҙәти, ә башҡаларында ҡунаҡтарға ла, өйҙәгеләргә лә бер үк мөғәмәлә күрһәтелә. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ҡунаҡтар күстәнәс килтерә, икенселәрендә иһә ҡунаҡтарҙың бер нәмә лә килтермәүе яҡшыраҡ. Ҡайһы бер халыҡтарҙа беренсе йә икенсе саҡырыуҙан ипле генә баш тартыу ғәҙәти, әммә башҡа халыҡтарҙа был әҙәпһеҙлек тип һанала. Һәр хәлдә, әйҙәгеҙ, беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырған кешегә шатлыҡ килтерер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйек.

22. Ни өсөн бер-беребеҙгә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү үтә мөһим?

22 Илсе Петр: «Донъяның ахыры яҡын», — тигән (1 Пет. 4:7). Ә бөгөн донъяның ахыры күпкә яҡыныраҡ. Бығаса бер ваҡытта ла булмаған ҙур афәт яҡынлашып килә. Донъялағы шарттар насарайған һайын, беҙгә ҡәрҙәштәрҙе тағы ла нығыраҡ яратырға кәрәк. Беҙҙең көндәрҙә Петрҙың «бер-берегеҙгә ҡунаҡсыл булығыҙ» тигән кәңәше буйынса эш итеү айырыуса мөһим (1 Пет. 4:9). Эйе, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү инде хәҙер тормошобоҙҙоң ҡыуаныс килтергән мөһим өлөшө булып тора, һәм мәңге шулай буласаҡ.

^ 19 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 25:21, 22: «Дошманың ас булһа, уны ашат, һыуһаған булһа, һыу эсер. Шулай эшләп, һин уның башына утлы күмер өйөрһөң, һәм Йәһүә һиңә үҙ әжерен бирер».