Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары рәсемдәрҙә илсе Павелды пеләш итеп төшөрә?

Ысын ғына әйткәндә, бөгөн бер кеше лә Павелдың тышҡы ҡиәфәтен дөрөҫ һүрәтләп бирә алмай. Баҫмаларыбыҙҙағы Павел төшөрөлгән рәсемдәр археологик факттарға нигеҙләнмәгән, рәссам уны нисек күҙ алдына килтерә, шулай итеп төшөргән.

Шулай ҙа Павелдың тышҡы ҡиәфәтен тап шулай һүрәтләүебеҙ бөтөнләй нигеҙһеҙ түгел. Мәҫәлән, 1902 йылдың 1 март һанындағы «Сион күҙәтеү манараһы»нда былай тиелгән булған: «Павелдың тышҡы ҡиәфәтенә килгәндә, ...Мәсихтең тыуыуынан һуң яҡынса 150 йылда яҙылған... „Павел һәм Фекланың ғәмәлдәре“ китабында, күрәһең, Павелдың иң тулы һүрәтләмәһе килтерелгән, был һүрәтләмә йолаларға тура килә. Унда Павел „ҡыҫҡа буйлы, пеләш, кәкре аяҡлы, мыҡты кәүҙәле, ҡушылып үҫкән ҡашлы, оҙон танаулы“ итеп һүрәтләнә».

Бер христиан һүҙлегендә был боронғо яҙма тураһында бына нимә тиелгән: «„Павел һәм Фекланың ғәмәлдәре“ китабында тасуирланған ҡайһы бер ваҡиғаларҙың тарихта ысынлап та булғаны бик тә мөмкин» (The Oxford Dictionary of the Christian Church, 1997). Беҙҙең эраның беренсе быуаттарында «Павел һәм Фекланың ғәмәлдәре» китабын бик ҡәҙерләгәндәр. Грек телендә был китаптың 80 ҡулъяҙмаһы, шулай уҡ башҡа телдәргә тәржемәләре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Шулай итеп, рәсемдәребеҙ илсенең тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләгән боронғо яҙмаларға нигеҙләнеп яһалған.

Шулай ҙа Павелдың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда күпкә әһәмиәтлерәк нәмәләр ҙә бар. Павел хеҙмәтен башҡарғанда, ҡайһы берәүҙәр уны былай тип тәнҡитләгән: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», — тип әйткән булған (2 Кор. 10:10). Ләкин шуны иҫтә тотоу мөһим: ул, мөғжизәле рәүештә Ғайса Мәсихтән күренеш алып, мәсихсе булып киткән. Шулай уҡ Павелдың, «башҡа халыҡтарға» «шаһитлыҡ ҡылһын өсөн» Мәсихтең хеҙмәтсеһе итеп һайланған кеше булараҡ, нимәгә ирешкәне тураһында ла уйлап ҡарағыҙ (Ғәм. 9:3—5, 15; 22:6—8). Бынан тыш, Йәһүә уны Изге Яҙманың ҡайһы бер китаптарын яҙырға рухландырған. Шул китаптарҙан ни тиклем күп файҙа алып булғаны хаҡында ла уйланығыҙ.

Павел мәсихсе булып китер алдынан ҡаҙанған уңыштары менән маҡтанмаған, шулай уҡ үҙенең тышҡы ҡиәфәтен дә тасуирламаған (Ғәм. 26:4, 5; Флп. 3:4—6). Ул былай тип таныған: «Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе... Илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен» (1 Кор. 15:9). Ә һуңыраҡ ул былай тип яҙған: «Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт — Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү... хөрмәте бирелде» (Ефес. 3:8, 9). Шик тә юҡ, Павел вәғәзләгән хәбәр уның тышҡы ҡиәфәте ниндәй булыуҙан күпкә әһәмиәтлерәк булған.