Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тәрбиәгә ҡолаҡ һалып, зирәклеккә өйрәнегеҙ

Тәрбиәгә ҡолаҡ һалып, зирәклеккә өйрәнегеҙ

«Улдарым, ...тәрбиәмә ҡолаҡ һалып, зирәклеккә өйрәнегеҙ» (ҒИБ. ҺҮҘ. 8:32, 33).

ЙЫРҘАР: 56, 89

1. Зирәклеккә нисек эйә булырға, һәм был сифат нисек ярҙам итә?

ЙӘҺҮӘ — зирәклектең сығанағы, һәм ул уны башҡаларға мул итеп бирә. Яҡуб 1:5-тә былай тиелә: «Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә». Зирәклеккә эйә булыуҙың бер ысулы — Алланың төҙәтеүен ҡабул итеү. Был беҙҙе насар эштәр ҡылыуҙан һаҡлай һәм Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә ҡалырға ярҙам итә (Ғиб. һүҙ. 2:10—12). Был шулай уҡ беҙгә мәңге йәшәү өмөтө бирә (Йәһ. 21).

2. Алланың төҙәтеүен яратырға өйрәнер өсөн нимә эшләргә?

2 Камил булмағанға йә әллә ни яҡшы тәрбиә алмағанға, ҡайһы берәүҙәргә төҙәтеүҙе ҡабул итеүе йә уға яҡшы нәмәгә ҡараған кеүек ҡарауы ауыр булырға мөмкин. Әммә, Алланың төҙәтеүе үҙ тормошобоҙҙа ниндәй файҙа килтереүен күрһәк, уның беҙҙе ни тиклем ныҡ яратыуын аңларбыҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:11, 12-лә: «Улым, Йәһүә тәрбиәһен кире ҡаҡма, ...Йәһүә, кемде яратһа, шуны төҙәтә», — тип әйтелә. Йәһүәнең беҙгә иң яҡшыһын ғына теләүенә һис тә шикләнмәҫкә була. (Еврейҙарға 12:5—11-ҙе уҡығыҙ.) Алла беҙҙе бик яҡшы белә, шунлыҡтан уның төҙәтеүе һәр ваҡыт урынлы һәм тап беҙгә кәрәкле. Был мәҡәләлә беҙ төҙәтеүгә бәйле бындай дүрт һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) Үҙ-үҙебеҙҙе төҙәтеүҙә тотанаҡлыҡ ниндәй роль уйнай? 2) Ата-әсәләр балаларын нисек төҙәтә ала? 3) Йыйылышта бирелгән кәңәштәргә нисек ҡарарға кәрәк? 4) Нимә төҙәтеү килтергән һәр ҡайһы әрнеүҙән дә насарыраҡ?

ТОТАНАҠЛЫҠ — ЗИРӘКЛЕК БИЛДӘҺЕ

3. Бала нисек тотанаҡлыҡҡа өйрәнә? Миҫал килтерегеҙ.

3 Тотанаҡлы кеше, тәртибен һәм фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыртыр өсөн, үҙ-үҙен төҙәтә. Беҙ тотанаҡлы булып тыумайбыҙ, беҙгә был сифатты үҫтерергә кәрәк. Мәҫәлән, бала велосипедта йөрөргә өйрәнгәндә, атаһы йә әсәһе велосипедты, аумаһын өсөн, тотоп тора. Әммә ваҡыт уҙыу менән, бала әҙ-мәҙ өйрәнә башлағас, атаһы йә әсәһе велосипедты бер нисә секундҡа ебәрергә мөмкин. Ә баланың велосипедта йөрөргә өйрәнгәненә инанғас, ата-әсә велосипедты инде тотмай. Шуның шикелле, ата-әсәләр, «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп» һәм балаларын сабырлыҡ менән тәрбиәләп, уларҙы тотанаҡлыҡҡа өйрәтә һәм зирәклеккә эйә булырға ярҙам итә (Ефес. 6:4).

4, 5. а) Ни өсөн тотанаҡлыҡ — «яңы кешегә» хас мөһим сифаттарҙың береһе? б) Ни өсөн беҙ хата яһаған сағыбыҙҙа төшөнкөлөккә бирелергә тейеш түгел?

4 Өлкәнәйеп хәҡиҡәткә килгән кешеләр тураһында шуны уҡ әйтеп була. Ниндәйҙер кимәлдә тотанаҡлыҡ сағылдырһалар ҙа, тәүҙә уларҙы рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр тип атап булмай. Әммә, «яңы кешегә» әйләнер өсөн һәм Мәсихтән өлгө алыр өсөн тырышлыҡ һала башлағас, улар рухи яҡтан етлеккәнерәк булып китә (Ефес. 4:23, 24). Тотанаҡлыҡ уларға, «аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, ...был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға» өйрәнергә ярҙам итә (Тит. 2:12).

5 Әммә беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы (Вәғ. 7:20). Шуға күрә ҡайһы ваҡыт беҙ хата яһайбыҙ. Был, беҙгә тотанаҡлыҡ етмәй йә беҙҙә был сифат бөтөнләй юҡ, тигәнде аңлатамы? Ҡайһы саҡта улай түгел. Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16-ла: «Тәҡүә кеше, ете тапҡыр йығылһа ла, яңынан торор, ә яуыздар, бәлә килгәндә, абыныр», — тиелә. Тәҡүә кешегә «яңынан торорға» нимә ярҙам итә? Үҙенең көсө түгел, ә Алланың изге рухы. (2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ.) Тотанаҡлыҡ — изге рух емешенең өлөшө.

6. Алла Һүҙен тырышып өйрәнеүҙә нисек яҡшырырға? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

6 Шулай уҡ тотанаҡлыҡ үҫтерер өсөн доға ҡылыу, Изге Яҙманы өйрәнеү һәм уйланыу мөһим. Ә әгәр Изге Яҙманы өйрәнеү һеҙгә ауыр бирелһә йә оҡшамаһа, нимә эшләргә? Бойоҡмағыҙ. Йәһүәгә үҙегеҙгә ярҙам итергә юл ҡуйһағыҙ, ул һеҙгә Изге Яҙманы өйрәнергә теләк үҫтерергә ярҙам итер (1 Пет. 2:2). Изге Яҙманы өйрәнеүгә ваҡыт табыр өсөн, Йәһүәнән тотанаҡлыҡ һорағыҙ. Бәлки, тәүҙә һеҙ шәхси өйрәнеүегеҙҙе бер нисә минут ҡына үткәрерһегеҙ. Әкренләп шәхси өйрәнеү үткәреү еңелерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ булып китер. Йәһүәнең фекерҙәре тураһында уйланып үткәргән был тыныс ваҡыттар һеҙгә оҡшап китәсәк (1 Тим. 4:15).

7. Тотанаҡлыҡ беҙгә нисек рухи маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә ала?

7 Тотанаҡлыҡ беҙгә рухи маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә. Мәҫәлән, бер атай кеше, хеҙмәттә ашҡыныуының һүрелә барғанын һиҙеп ҡалғас, пионер булырға маҡсат ҡуйған. Тотанаҡлыҡ уға нисек ярҙам иткән? Ул журналдарыбыҙҙан пионер хеҙмәте тураһында мәҡәләләр уҡыған һәм был хаҡта доға ҡылған. Был уны рухи яҡтан нығытҡан. Ул шулай уҡ мөмкинлеге булғанда ярҙамсы пионер булып хеҙмәт иткән. Ул бер нәмәгә лә үҙен туҡтатырға бирмәгән, киреһенсә, бөтә иғтибарын маҡсатына туплаған. Бер ни тиклем ваҡыт уҙғандан һуң, ул пионер хеҙмәтен башлаған.

БАЛАЛАРҘЫ ЙӘҺҮӘ ҠУШҠАНСА ТӘРБИӘЛӘГЕҘ

Балалар тотанаҡлы булып тыумай, уларҙы быға өйрәтергә кәрәк (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8—10. Ата-әсәләргә балаларын Йәһүәгә хеҙмәт итергә өйрәтергә нимә ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ.

8 Йәһүә ата-әсәләргә балаларын «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп» тәрбиәләргә ҡуша (Ефес. 6:4). Бөгөнгө донъяла быны эшләү бик ауыр (2 Тим. 3:1—5). Балалар нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен белеп тыумай, уларҙың выжданы әле өйрәтелмәгән. Шунлыҡтан ата-әсәгә уларҙың выжданын тәрбиәләргә кәрәк (Рим. 2:14, 15). Бер Изге Яҙма белгесе аңлатҡанса, «төҙәтеү» тип тәржемә ителгән грек һүҙе шулай уҡ «бала үҫтереү», йәғни баланы яуаплы кеше булырға өйрәтеү тигән мәғәнә йөрөтә.

9 Ата-әсәләр балаларын яратыу менән тәрбиәләгәндә, балалар үҙҙәрен яҡлаулы итеп тоя. Улар иреклектең сиктәре һәм һәр эштең эҙемтәләре барлығына төшөнә. Шуға күрә ата-әсәләргә, балаларын тәрбиәләгәндә, Йәһүәнән килгән зирәклеккә таяныу бик мөһим. Төрлө ерҙәрҙә бала тәрбиәләүгә төрлөсә ҡарайҙар, өҫтәүенә, ваҡыт уҙыу менән быға бәйле яңы идеялар тыуып тора. Әммә Алланан килгән зирәклеккә таянған ата-әсәләр, нимә эшләргә икән, тип баш ватырға йә кешелек туплаған тәжрибәгә һәм был донъяла киң таралған идеяларға таянып эш итергә тейеш түгел.

10 Әйҙәгеҙ, Нухтың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Йәһүә кәмә төҙөргә ҡушҡанда, Нух быны нисек эшләргә икәнен белмәгән. Ул Йәһүәгә таянырға тейеш булған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул «бөтәһен дә Алла бойорғанса» эшләгән (Баш. 6:22). Был нимәгә килтергән? Кәмәгә инеп, Нух һәм уның ғаиләһе иҫән ҡалған! Нух шулай уҡ яҡшы атай булған. Ни өсөн? Сөнки ул Алланан килгән зирәклеккә таянған. Нух балаларын яҡшы итеп өйрәткән һәм уларға яҡшы өлгө күрһәткән, ә бит Туфан алдынан булған яуыз донъяла быны эшләү бик ауыр булған (Баш. 6:5).

11. Ни өсөн ата-әсәләр балаларын тәрбиәләгәндә күп тырышлыҡ һалырға тейеш?

11 Атай йә әсәй булһағыҙ, һеҙгә «Алла бойорғанса» эш итергә нимә ярҙам итер? Йәһүәне тыңлағыҙ. Уға үҙегеҙгә бала тәрбиәләргә ярҙам итергә юл ҡуйығыҙ. Уның Һүҙе һәм ойошмаһы биргән кәңәштәрҙе ҡулланығыҙ. Ахыр сиктә балағыҙ шулай эш иткәнегеҙ өсөн, моғайын, рәхмәтле булыр. Бер ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Атай-әсәйемә биргән тәрбиәләре өсөн шул тиклем рәхмәтлемен! Улар күңелемә үтеп инерлек итеп өйрәтер өсөн бар көстәрен һалды». Был ағай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, тап ата-әсәһе уға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам иткән. Әлбиттә, ҡайһы саҡта, хатта ата-әсә балаһын өйрәтер өсөн бөтә көсөн һалһа ла, бала Йәһүәне ҡалдырырға мөмкин. Әммә күп тырышлыҡ һалған ата-әсәләр, үҙ-үҙҙәрен тәнҡитләмәйенсә, балаларының бер көндө Йәһүәгә кире ҡайтырына өмөтләнә ала.

12, 13. а) Бала йыйылыштан сығарылһа, ата-әсәһе Аллаға буйһоноуын нисек күрһәтә ала? б) Бер парҙың Йәһүәгә буйһоноуы уларҙың бөтә ғаиләһенә ниндәй файҙа килтергән?

12 Баланың йыйылыштан сығарылыуы — ҡайһы бер ата-әсәләр өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Бер апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уның йыйылыштан сығарылған ҡыҙы өйҙән киткән булған. Был апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Ҡыҙым һәм ейәнсәрем менән бергә ваҡыт үткәрер өсөн, мин баҫмаларыбыҙҙа үҙемде аҡларлыҡ фекерҙәр эҙләнем». Әммә ире игелекле итеп уға ҡыҙҙары өсөн инде яуаплы түгел икәнлектәрен һәм Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға кәрәклеген аңларға ярҙам иткән.

13 Бер нисә йылдан һуң ҡыҙҙары йыйылышҡа кире ҡайтҡан. Был апай-ҡәрҙәш былай ти: «Хәҙер ҡыҙыбыҙ көн һайын тиерлек шылтыратып йә яҙып тора. Ул атаһын һәм мине бик хөрмәт итә, сөнки беҙҙең Аллаға буйһонорға теләгәнгә шулай эш иткәнебеҙҙе аңлай. Ҡыҙыбыҙ менән мөнәсәбәттәребеҙ бик яҡшы!» Улығыҙ йә ҡыҙығыҙ йыйылыштан сығарылһа, бөтә йөрәгегеҙ менән Йәһүәгә таянырһығыҙмы? Уға үҙегеҙҙең аңлау һәләтегеҙгә таянмауығыҙҙы күрһәтерһегеҙме? (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6) Шуны иҫтә тотоғоҙ: Йәһүәнең төҙәтеүе уның ни тиклем аҡыллы икәнен һәм беҙҙе ни тиклем ныҡ яратыуын күрһәтә. Уның бөтә кеше өсөн, шул иҫәптән улығыҙ йә ҡыҙығыҙ өсөн дә үҙенең Улын биргәнен онотмағыҙ. Алла һәр кешенең мәңге йәшәүен теләй. (2 Петр 3:9-ҙы уҡығыҙ.) Шуға күрә, ата-әсәләр, һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүәнең төҙәтеүен ҡабул итеү һәм уның күрһәтмәләренә буйһоноу файҙа килтерә. Ҡайһы саҡта был бик ауыр булһа ла, Йәһүә әйткәнсә эш итегеҙ. Уның төҙәтеүенә ҡаршы сыҡмағыҙ, уның яҡлы булығыҙ.

ЙЫЙЫЛЫШТА

14. Йәһүәнең «ышаныслы идарасы» аша биргән күрһәтмәләре беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

14 Йәһүә мәсихселәр йыйылышы хаҡында ҡайғыртырға, уны яҡларға һәм өйрәтергә вәғәҙә иткән. Ул быны төрлөсә эшләй. Мәҫәлән, ул үҙенең Улын йыйылыш хаҡында ҡайғыртырға билдәләгән, ә Ғайса Мәсих, беҙҙе тоғролоҡ һаҡларға ярҙам иткән рухи аҙыҡ менән тәьмин итер өсөн, «ышаныслы һәм аҡыллы идарасы[ны]» билдәләгән (Лука 12:42). Был «идарасы» беҙгә кәрәкле күрһәтмәләр бирә, йәғни беҙҙе төҙәтә. Берәй ҡасан, телмәр тыңлағандан һуң йә журналдарыбыҙҙың береһенән мәҡәлә уҡығандан һуң, фекер йөрөтөү йә эш итеү рәүешегеҙҙе үҙгәрткәнегеҙ булдымы? Шулай булһа, һеҙ Йәһүәгә үҙегеҙҙе төҙәтергә рөхсәт итеүегеҙҙе белеп бик шатланғанһығыҙҙыр (Ғиб. һүҙ. 2:1—5).

15, 16. а) Өлкәндәрҙең хеҙмәте беҙгә ниндәй файҙа килтерә? б) Өлкәндәрҙең хеҙмәтен шатлыҡлыраҡ итер өсөн нимә эшләп була?

15 Бынан тыш, Ғайса Мәсих йыйылыш хаҡында ҡайғыртҡан өлкәндәр булыуын хәстәрләгән. Изге Яҙмала улар «бүләк» тип атала (Ефес. 4:8, 11—13). Өлкәндәрҙең хеҙмәте беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Беҙ уларҙың иманын һәм яҡшы үрнәген өлгө итеп ала алабыҙ, шулай уҡ уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәре буйынса эш итә алабыҙ. (Еврейҙарға 13:7, 17-не уҡығыҙ.) Өлкәндәр беҙҙе ярата һәм беҙҙең Аллаға яҡынлашыуыбыҙҙы теләй. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәүебеҙҙе йә хеҙмәттә ашҡыныуыбыҙҙың һүрелеүен абайлаһалар, улар тиҙ арала беҙгә ярҙам итергә тырышыр. Өлкәндәр беҙҙе иғтибар менән тыңлар һәм яратыу менән рухландырыр йә Изге Яҙмаға нигеҙләнеп аҡыллы кәңәш бирер. Һеҙ уларҙың ярҙамын Йәһүәнең яратыуына дәлил итеп ҡабул итерһегеҙме?

16 Өлкәндәргә беҙгә кәңәш биреүе еңел булмаҫҡа мөмкин икәнен онотмағыҙ. Нисек уйлайһығыҙ: етди гонаһын йәшерергә тырышҡан Дауыт батша менән һөйләшергә тейеш булған Натан пәйғәмбәр нимә хис иткән? (2 Сам. 12:1—14). Ә Павел, 12 илсенең береһенә — Петрға башҡа халыҡтарҙан булған мәсихселәргә ҡарағанда йәһүд мәсихселәре менән яҡшыраҡ мөғәмәлә иткәне өсөн кәңәш биргәндә, нимә тойған? Павелға ҡыйыулыҡ кәрәк булған! (Гал. 2:11—14) Шуға күрә, өлкәндәргә һеҙгә кәңәш биреүе еңелерәк булһын өсөн, нимә эшләп була? Баҫалҡы, рәхмәтле һәм алсаҡ булығыҙ. Уларҙың ҡайғыртыуында Йәһүәнең яратыуын күрегеҙ. Был һеҙгә файҙа килтерер, ә өлкәндәргә хеҙмәттәрен шатлыҡ менән башҡарырға ярҙам итер.

17. Өлкәндәр бер апай-ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткән?

17 Бер апай-ҡәрҙәшкә тормошонда булған ваҡиғалар арҡаһында Йәһүәне яратыу ауыр булған. Ул былай ти: «Элек булған ваҡиғалар һәм башҡа ауырлыҡтар мине эмоциональ яҡтан ҡаҡшатҡас, өлкәндәр менән һөйләшергә кәрәклеген аңланым. Улар мине тәнҡитләмәне, ә, киреһенсә, рухландырҙы һәм нығытты. Һәр йыйылыш осрашыуынан һуң, эштәре күп булыуға ҡарамаҫтан, кәм тигәндә береһе хәлемде белеште. Элек кисергәндәрем арҡаһында мин үҙемде Алланың яратыуына лайыҡһыҙ итеп хис иттем. Әммә Йәһүә йыйылыш һәм өлкәндәр аша ҡат-ҡат мине яратыуына ышандырып торҙо. Мин һәр ваҡыт уның менән ҡалыуым өсөн доға ҡылам».

НИМӘ ТӨҘӘТЕҮ КИЛТЕРГӘН ӘРНЕҮҘӘН НАСАРЫРАҠ?

18, 19. Төҙәтеү килтергән һәр ҡайһы әрнеүҙән дә нимә насарыраҡ? Миҫал килтерегеҙ.

18 Төҙәтеү күңелебеҙҙе әрнетергә мөмкин, ләкин Алланың төҙәтеүен кире ҡағыу тағы ла насарыраҡ эҙемтәләргә килтерә (Евр. 12:11). Быны Ҡабил һәм Сидҡыя батшаның миҫалдарынан асыҡ күреп була. Ҡабилдың үҙ ҡустыһын нәфрәт итеүен һәм уны үлтерергә теләүен күргәс, Алла уны былай тип киҫәткән: «Ниңә кәйефең ҡырылды? ...Ниңә йөҙөңдө һөрөм ҡапланы? Күңелең яҡшы икән — хәйерең булыр ҡабул, яуыз уйлы кеше булһаң, хәйерең булмаҫ ҡабул. Һәм ишегең төбөндә гонаһың көтөп торор. Үҙенә ылыҡтырырға ул һине көҫәп торор, әммә ләкин һин уға хужа бул» (Баш. 4:6, 7). Ҡабил Йәһүәнең төҙәтеүен кире ҡаҡҡан, ҡустыһын үлтергән һәм ғүмеренең аҙағына тиклем гонаһының эҙемтәләренән ғазап сиккән (Баш. 4:11, 12). Алланы тыңлаған булһа, Ҡабил шул тиклем күп күңел әрнеүе кисермәҫ ине.

19 Сидҡыя көсһөҙ һәм яуыз батша булған. Ул идара иткән ваҡытта Иерусалим халҡы насар хәлдә булған. Иремия пәйғәмбәр Сидҡыяны, үҙгәрһен өсөн, ҡат-ҡат киҫәткән. Ләкин батша Йәһүәнең төҙәтеүен кире ҡаҡҡан, һәм был ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән (Ирем. 52:8—11). Йәһүә беҙҙең шундай мәғәнәһеҙ әрнеү кисереүебеҙҙе теләмәй! (Ишағыя 48:17, 18-ҙе уҡығыҙ *.)

20. Алланың төҙәтеүен ҡабул иткән һәм уны ҡабул итмәгән кешеләрҙе нимә көтә?

20 Бөгөнгө донъяла күптәр төҙәтеү сараларына, шул иҫәптән тотанаҡлыҡ сифатына көлөп ҡарай һәм уларҙы һанға һуҡмай. Ләкин тиҙҙән Алланың төҙәтеүен кире ҡаҡҡан бөтә кеше бының әсе эҙемтәләрен татыясаҡ (Ғиб. һүҙ. 1:24—31). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тәрбиәгә ҡолаҡ һалып, зирәклеккә өйрәнәйек. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:13-тәге бындай кәңәш буйынса эш итәйек: «Тәрбиәгә ныҡ тотон, уны ебәрмә. Һаҡла уны, ул һинең ғүмерең бит».

^ 19 абз. Ишағыя 48:17, 18: «Үҙеңде Йолоп алыусы, Израилдең изге Аллаһы Йәһүә былай ти: „Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла. Һин минең әмерҙәремә иғтибарлы булһаң ине! Шунда тыныслығың — йылға һымаҡ, тәҡүәлегең диңгеҙ тулҡындары һымаҡ булыр ине“».