Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Төҙәтеү — Алланың беҙҙе яратыуына дәлил

Төҙәтеү — Алланың беҙҙе яратыуына дәлил

«Раббы Үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй» (ЕВР. 12:6).

ЙЫРҘАР: 123, 86

1. Изге Яҙмала төҙәтеү йыш ҡына нисек тасуирлана?

«ТӨҘӘТЕҮ» тигән һүҙҙе ишеткәндә, күҙ алдығыҙға нимә килә? Күптәр яза биреүҙе иҫкә төшөрә, ләкин төҙәтеү үҙ эсенә күберәкте ала. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, төҙәтеү беҙгә файҙа килтерә, унда был һүҙ ҡайһы саҡта белем, зирәклек, яратыу һәм тормош тигән һүҙҙәр менән бергә телгә алына (Ғиб. һүҙ. 1:2—7; 4:11—13). Шуға күрә, Алла беҙҙе төҙәтә икән, тимәк, ул беҙҙе ярата һәм беҙҙең мәңге йәшәүебеҙҙе теләй (Евр. 12:6). Алланың төҙәтеүе, ҡайһы берҙә үҙ эсенә яза биреүҙе алһа ла, бер ҡасан да сиктән тыш ҡаты йә зыянлы булмай. Ысынбарлыҡта «төҙәтеү» тигән һүҙ башлыса өйрәтеү менән бәйле, бындай өйрәтеү ата-әсәнең яратҡан балаларын тәрбиәләүенә оҡшаш.

2, 3. Төҙәтеү нисек үҙ эсенә өйрәтеүҙе лә, яза биреүҙе лә алырға мөмкин? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

2 Бындай миҫал тураһында уйлап ҡарағыҙ. Джонни исемле бәләкәй малай өйҙә туп менән уйнай. Әсәһе уға: «Джонни, өйҙә туп менән уйнарға ярамағанын беләһең бит! Берәй нәмәне ватып ҡуйырһың», — ти. Әммә малай, әсәһенең һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәйенсә, уйнауын дауам итә. Туп вазаға һуғыла, һәм ваза ватыла! Джонниҙы төҙәтер өсөн, әсәһе нимә эшләй? Ул улына ҡылығында нимә дөрөҫ булмағанын аңлата. Әсәһе Джонниҙың шуны аңлауын теләй: тыңлаусанлыҡ уның үҙенә файҙа килтерә, бынан тыш, атай-әсәй ҡуйған ҡағиҙәләр мөһим һәм аҡыллы. Джонни һабаҡ алһын өсөн, әсәһе бер аҙ ваҡыт тубын бирмәй торорға ҡарар итә. Малайға был һис тә оҡшамай, әммә бының ярҙамында ул тыңламаусанлыҡтың эҙемтәләре барлығын иҫтә ҡалдыра.

3 Мәсихселәр булараҡ, беҙ — Алла ғаиләһенең ағзалары (1 Тим. 3:15). Шунлыҡтан Атабыҙ Йәһүәнең нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен билдәләргә һәм буйһонмаған сағыбыҙҙа беҙҙе яратыу менән төҙәтергә хоҡуғы бар. Шулай уҡ, эштәребеҙ насар эҙемтәләргә килтерһә, беҙ буйһоноуҙың ни тиклем мөһим икәненә тағы ла нығыраҡ инанырбыҙ; был Йәһүә биргән төҙәтеүҙең бер өлөшө (Гал. 6:7). Алла беҙҙе бик ныҡ ярата һәм ғазап сигеүебеҙҙе һис тә теләмәй (1 Пет. 5:6, 7).

4. а) Йәһүә ниндәй өйрәтеүҙе фатихалай? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

4 Балабыҙҙы йә өйрәнеүсебеҙҙе Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтеп, беҙ уға Мәсих шәкерте булып китергә ярҙам итә алабыҙ. Изге Яҙманы ҡулланып, беҙ өйрәнеүселәргә нимә дөрөҫ икәнен аңлатабыҙ һәм уларҙы Ғайса Мәсих «ҡушҡандар[ҙың] барыһын да үтәргә» өйрәтәбеҙ (2 Тим. 3:16; Матф. 28:19, 20). Йәһүә беҙҙең тап шул рәүешсә өйрәтеүебеҙҙе теләй ҙә, сөнки бындай өйрәтеү ярҙамында өйрәнеүселәр үҙҙәре лә башҡа кешеләргә Мәсих артынан барырға ярҙам итә алыр. (Титҡа 2:11, 12, 14-те уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, бындай өс мөһим һорауҙы ҡарап сығайыҡ: 1) Алланың төҙәтеүе нисек уның беҙҙе яратыуын дәлилләй? 2) Боронғо заманда Алла тарафынан төҙәтелгән кешеләрҙең миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп була? 3) Беҙ, берәйһен төҙәткәндә, нисек Йәһүәнән һәм уның Улынан өлгө ала алабыҙ?

АЛЛА ЯРАТЫУ МЕНӘН ТӨҘӘТӘ

5. Йәһүәнең төҙәтеүе уның беҙҙе яратыуын нисек дәлилләй?

5 Йәһүә беҙҙе ярата, шуға күрә беҙҙе төҙәтә, өйрәтә һәм тәрбиәләй. Ул беҙҙең үҙе менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыуыбыҙҙы һәм мәңге йәшәүебеҙҙе теләй (1 Яхъя 4:16). Йәһүә беҙҙе бер ваҡытта ла кәмһетмәй һәм үҙебеҙҙе булдыҡһыҙ итеп тойоуыбыҙҙы теләмәй (Ғиб. һүҙ. 12:18). Киреһенсә, Йәһүә иғтибарын беҙҙең яҡшы сифаттарға туплай һәм ихтыяр иркебеҙҙе хөрмәт итә. Йәһүәнең Изге Яҙма, баҫмалар, ата-әсәләр йә өлкәндәр аша биргән төҙәтеүендә уның яратыуы сағылғанын күрәһегеҙме? Ысынында, беҙ хатта үҙебеҙ ҙә абайламайынса хаталы эш ҡылған саҡта өлкәндәр беҙҙе йомшаҡ итеп һәм яратыу менән төҙәтергә тырышҡанда, улар Йәһүәнең яратыуын сағылдыра (Гал. 6:1).

6. Төҙәтеү үҙ эсенә вазифаларҙан мәхрүм итеүҙе алғанда, Алланың яратыуы нисек сағыла?

6 Ҡайһы саҡта төҙәтеү кәңәштән тыш күберәкте үҙ эсенә ала. Берәйһе етди гонаһ ҡылһа, ул йыйылышта билдәле бер вазифаларҙы бүтән үтәй алмай. Хатта шундай хәлдә лә төҙәтеү Алланың был кешене яратыуын күрһәтә. Мәҫәлән, был уға Изге Яҙманы өйрәнеүгә, уйланыуға һәм доға ҡылыуға күберәк ваҡыт бүлеүҙең мөһимлеген күрергә ярҙам итергә мөмкин. Был эштәрҙе башҡарып, кеше Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен нығыта ала (Зәб. 19:7). Ваҡыт уҙыу менән кеше юғалтҡан вазифаларын кире ҡайтара ала. Кеше йыйылыштан сығарылған осраҡтарҙа ла Йәһүәнең яратыуы сағыла, сөнки был сара йыйылышты насар йоғонтонан һаҡлай (1 Кор. 5:6, 7, 11). Алланың төҙәтеүе һәр ваҡыт ғәҙел булғанға, был сара йыйылыштан сығарылған кешегә гонаһының ни тиклем етди икәнен аңларға ярҙам итә. Ә быны аңлау кешене тәүбә итергә дәртләндерергә мөмкин (Ғәм. 3:19).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ТӨҘӘТЕҮЕ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ

7. Шебнә кем булған, һәм ул үҙендә ниндәй насар сифат үҫеүенә юл ҡуйған?

7 Төҙәтеүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлар өсөн, беҙ Йәһүә тарафынан төҙәтелгән ике кешенең миҫалын ҡарап сығырбыҙ. Береһе — Шебнә, Езекия батша идара иткән ваҡытта йәшәгән израиль кешеһе. Икенсеһе — Грэм, беҙҙең көндәрҙә йәшәгән ағай-ҡәрҙәш. Езекия батшаның йорто өсөн яуаплы «идарасы» булараҡ, Шебнә ҙур хакимлыҡҡа эйә булған (Ишағ. 22:15). Ләкин ул ғорурланып киткән һәм башҡаларҙың үҙен мөһим тип һанауын теләгән. Шебнә хатта үҙе өсөн ҡыйбатлы ҡәбер әҙерләгән һәм «данлыҡлы арбаларға» ултырып йөрөгән (Ишағ. 22:16—18).

Баҫалҡылыҡ сағылдырып, ҡарашыбыҙҙы үҙгәртергә әҙер булһаҡ, Алланың фатихаһын алырбыҙ (8—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Йәһүә Шебнәне нисек төҙәткән, һәм был, күрәһең, уға нисек тәьҫир иткән?

8 Шебнә үҙенә дан эҙләгәнгә, Алла уның вазифаһын Елиаким исемле кешегә тапшырған (Ишағ. 22:19—21). Был хәл Ассирияның батшаһы Синахириб Иерусалимға һөжүм итергә йыйынғанда булған. Һуңыраҡ Синахириб, йәһүдтәрҙе ҡурҡытырға һәм Езекия батшаны һуғышһыҙ бирелергә мәжбүр итергә теләп, үҙенең вәкилдәрен һәм ҙур ғәскәр ебәргән (2 Бат. 18:17—25). Езекия, Синахирибтың вәкилдәре менән осрашыр өсөн, Елиакимды һәм тағы ике ир кешене ебәргән. Шул ирҙәрҙең береһе Шебнә булған, ул ваҡытта Шебнә инде сәркәтип вазифаһын үтәгән. Тимәк, Шебнә, күрәһең, баҫалҡы булырға өйрәнгән һәм үпкә һаҡламаған. Ул түбәнерәк дәрәжәгә ризалашырға әҙер булған. Шебнәнең осрағынан өс һабаҡ алып була.

9—11. а) Шебнәнең осрағынан ниндәй мөһим һабаҡтар алып була? б) Йәһүәнең Шебнә менән нисек мөғәмәлә иткәне һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?

9 Беренсенән, Шебнәнең үҙ вазифаһын юғалтҡаны «ғорурлыҡ һәләкәткә... килтерә» икәнен иҫебеҙгә төшөрә (Ғиб. һүҙ. 16:18). Йыйылышта хөрмәтле вазифаларыбыҙ булһа, башҡалар беҙҙе мөһим тип һанарға мөмкин. Шундай хәлдә баҫалҡы булып ҡалырбыҙмы? Бөтә һәләттәребеҙҙең Йәһүәнән бирелгәнен һәм башҡарған эштәребеҙ уның ярҙамында ғына мөмкин булғанын иҫтә тоторбоҙмо? (1 Кор. 4:7) Илсе Павел былай тип киҫәткән: «Һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ... айыҡ фекер йөрөтөгөҙ» (Рим. 12:3).

10 Икенсенән, Шебнәгә етди кәңәш биреп, Йәһүә уның үҙгәрә алыуына ышанғанын күрһәткән (Ғиб. һүҙ. 3:11, 12). Хөрмәтле вазифаларын юғалтҡан кешеләр өсөн был яҡшы һабаҡ. Асыуланып йә үпкә һаҡлап йөрөү урынына, улар артабан да Йәһүәгә иң яҡшыһын бирә ала. Улар төҙәтеүгә Йәһүәнең яратыуына дәлил тип ҡарарға мөмкин. Шуны онотмағыҙ: ахыр сиктә Атабыҙ баҫалҡы булып ҡалған кешеләрҙе бүләкләйәсәк. (1 Петр 5:6, 7-не уҡығыҙ.) Әгәр йомшаҡ балсыҡҡа оҡшаш булһаҡ һәм баҫалҡылыҡ сағылдырһаҡ, Йәһүәнең яратыу менән биргән төҙәтеүе беҙҙе формалаштырыр.

11 Өсөнсөнән, Йәһүәнең Шебнә менән нисек мөғәмәлә иткәнендә тағы бер мөһим һабаҡ бар. Йәһүә, гонаһты нәфрәт итһә лә, гонаһ ҡылған кешене барыбер ярата. Ул иғтибарын кешенең яҡшы яҡтарына туплай. Атай йә әсәй йәки өлкән булһағыҙ, берәйһен төҙәткәндә Йәһүәнән өлгө алаһығыҙмы? (Йәһ. 22, 23).

12—14. а) Ҡайһы берәүҙәр Йәһүә тарафынан төҙәтелгәндә ниндәй хистәр кисерә? б) Алла Һүҙе бер ағай-ҡәрҙәшкә нисек ҡарашын үҙгәртергә ярҙам иткән, һәм был ниндәй емештәр килтергән?

12 Әммә ҡайһы берәүҙәр төҙәтеүҙе шул тиклем ауыр кисерә, хатта Алланан һәм йыйылыштан алыҫлаша башлай (Евр. 3:12, 13). Был, уларға бер кем дә ярҙам итә алмай, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Грэмдың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул йыйылыштан сығарылған, һуңыраҡ кире ҡайтҡан, әммә рухи яҡтан актив булмаған. Ул вәғәзләүҙән һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән туҡтаған. Бер өлкән уға дуҫ булырға тырышҡан, һәм ваҡыт уҙыу менән Грэм шул өлкәндән үҙе менән Изге Яҙманы өйрәнеүен һораған.

13 Шул өлкән былай тип иҫенә төшөрә: «Грэмдың проблемаһы ғорурлыҡ ине. Ул үҙен йыйылыштан сығарырға ҡарар иткән өлкәндәрҙе ғәйепләй ине. Шуға күрә бер нисә өйрәнеү дауамында беҙ уның менән Изге Яҙманан ғорурлыҡ тураһындағы шиғырҙар буйынса фекер алыштыҡ, һәм был уға ярҙам итте. Грэм Алла Һүҙе көҙгөһөндә үҙен асығыраҡ күрә башланы, һәм күргәндәре уға һис тә оҡшаманы! Был уға бик ныҡ тәьҫир итте! Ғорурлығы арҡаһында күп нәмәгә дөрөҫ ҡарамағанын абайлағас һәм үҙенең башҡаларҙы ғәйепләргә тейеш түгеллеген аңлағас, ул тиҙ арала яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы. Ул йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөй башланы, Алла Һүҙен тырышып өйрәнде һәм көн һайын доға ҡылырға ғәҙәтләнде. Ул шулай уҡ, ғаилә башлығы вазифаларын үтәй башлап, ҡатынын һәм балаларын бик ҡыуандырҙы» (Лука 6:41, 42; Яҡ. 1:23—25).

14 Шул өлкән былай тип өҫтәй: «Бер көндө Грэм миңә бындай тулҡынландырғыс һүҙҙәр әйтте: „Мин хәҡиҡәтте күп йылдар беләм һәм хатта пионер булып та хеҙмәт иттем. Әммә хәҙер генә ысын күңелдән, Йәһүәне яратам, тип әйтә алам“». Күп тә үтмәҫтән Грэм осрашыуҙарҙа микрофон йөрөтөргә билдәләнгән, ул быға бик шатланған. Өлкән былай ти: «Уның миҫалынан мин шуны аңланым: үҙен Алла алдында баҫалҡыландырып, төҙәтеүҙе ҡабул иткән кеше күп фатихалар ала!»

БЕРӘЙҺЕН ТӨҘӘТКӘНДӘ АЛЛАНАН ҺӘМ ҒАЙСАНАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

15. Төҙәтеүебеҙ яҡшы һөҙөмтәләргә килтерһен өсөн, беҙ нимә эшләргә тейеш?

15 Яҡшы өйрәтеүсе булырға теләһәк, тәүҙә яҡшы өйрәнеүсе булырға кәрәк (1 Тим. 4:15, 16). Шуның шикелле, Йәһүә һеҙҙе башҡаларҙы төҙәтер өсөн ҡулланһа, һеҙ баҫалҡы булырға һәм уның күрһәтмәләренә буйһонорға тейеш. Баҫалҡы булһағыҙ, башҡаларға һеҙҙе хөрмәт итеүе һәм кәңәштәрегеҙҙе ҡабул итеүе еңелерәк булыр. Ғайса Мәсихтең миҫалын ҡарап сығайыҡ.

16. Төҙәтеү һәм өйрәтеүгә килгәндә, Ғайсанан нимәгә өйрәнеп була?

16 Ғайса һәр ваҡыт, хатта ауыр булғанда ла, Атаһына буйһонған (Матф. 26:39). Ул тыңлаусыларына өйрәткәндәренең һәм зирәклегенең Атаһынан килгәнен иҫтәренә төшөрөп торған (Яхъя 5:19, 30). Ғайса, һәр ваҡыт Атаһы әйткәнде эшләгәнгә, ҡыҙғаныусан өйрәтеүсе булған. Эскерһеҙ кешеләргә уның янында булыу бик оҡшаған. (Матфей 11:29-⁠ҙы уҡығыҙ.) Уның игелекле һүҙҙәре бойоҡҡан һәм үҙен көсһөҙ итеп тойған кешеләрҙе рухландырған (Матф. 12:20). Илселәре, арабыҙҙа кем иң бөйөгө тип бәхәсләшеп, Ғайсаның түҙемлеген һынағанда ла, ул уларҙы игелек һәм яратыу менән төҙәткән (Марк 9:33—37; Лука 22:24—27).

17. Ниндәй сифаттар өлкәндәргә йыйылыш хаҡында яҡшы итеп ҡайғыртырға ярҙам итер?

17 Башҡаларҙы Изге Яҙмалағы принциптарға нигеҙләнеп төҙәткәндә, өлкәндәргә Ғайсанан өлгө алырға кәрәк. Шулай эшләп, улар Йәһүә һәм уның Улы биргән күрһәтмәләргә буйһонорға теләгәнен күрһәтә. Илсе Петр былай тип яҙған: «Үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ. Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ» (1 Пет. 5:2—4). Өлкәндәр Аллаға һәм Мәсихкә теләп буйһонғанда, улар үҙҙәре лә һәм уларға тапшырылған кешеләр ҙә фатихалар ала (Ишағ. 32:1, 2, 17, 18).

18. а) Йәһүә ата-әсәләрҙән нимә көтә? б) Алла ата-әсәләргә нисек ярҙам итә?

18 Ғаиләлә бирелгән төҙәтеү һәм өйрәтеү тураһында нимә әйтеп була? Йәһүә ғаилә башлыҡтарына былай ти: «Балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ» (Ефес. 6:4). Балаларҙы тәрбиәләү һәм төҙәтеү ысынлап та мөһимме? Ғибрәтле һүҙҙәр 19:18-ҙә: «Әле өмөт булғанда, улыңды тәрбиәләргә тырыш, уның үлеменә сәбәпсе булма», — тиелә. Йәһүә ата-әсәләргә балалар тәрбиәләү вазифаһын тапшырған. Был йәһәттән улар уның алдында яуап тота! (1 Сам. 3:12—14) Әммә, ата-әсәләр доғала Йәһүәнән ярҙам һорағанда, шулай уҡ уның Һүҙенә һәм изге рухына таянып эш иткәндә, ул уларға зирәклек һәм көс бирә. (Яҡуб 1:5-те уҡығыҙ.)

ТАТЫУЛЫҠТА ЙӘШӘРГӘ ӨЙРӘНӘБЕҘ

19, 20. а) Алланың төҙәтеүен ҡабул итеү ниндәй фатихалар килтерә? б) Икенсе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

19 Алланың төҙәтеүен ҡабул итһәк һәм үҙебеҙ берәйһен төҙәткәндә Йәһүәнән һәм Ғайсанан өлгө алһаҡ, беҙ күп-күп фатихалар урырбыҙ! Ғаиләбеҙҙә һәм йыйылышта татыулыҡ хөкөм һөрөр, һәм һәр беребеҙ үҙен ҡәҙерле һәм яҡлаулы итеп тойор. Был киләсәктә буласаҡ татыулыҡ һәм бәхеттең бәләкәй генә өлгөһө (Зәб. 72:7). Йәһүәнең төҙәтеүе беҙҙе татыу һәм берҙәм ғаилә булып Йәһүә Атабыҙ хәстәрендә мәңге йәшәүгә әҙерләй. (Ишағыя 11:9-ҙы уҡығыҙ *.) Быны иҫтә тотһаҡ, төҙәтеү — Алла мөхәббәтенең күркәм сағылышы икәнен күрербеҙ.

20 Икенсе мәҡәләнән беҙ ғаиләлә һәм йыйылышта бирелгән төҙәтеү тураһында күберәк белербеҙ. Шулай уҡ үҙ-үҙебеҙҙе төҙәтеүҙә тотанаҡлыҡ ниндәй роль уйнағанын ҡарап сығырбыҙ. Бынан тыш, нисек тотанаҡлыҡ сағылдырып булғанын күрербеҙ һәм төҙәтеү килтергән һәр ҡайһы әрнеүҙән дә нимә насарыраҡ икәнен белербеҙ.

^ 19 абз. Ишағыя 11:9: «Улар минең бөтөн изге тауымда бер ниндәй зыян килтермәҫ һәм бер нәмәне лә емермәҫ, сөнки һыуҙар диңгеҙҙе тултырғандай, ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр».