Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Алла Һүҙе хәҡиҡәт икәненә ышанаһығыҙмы?

Алла Һүҙе хәҡиҡәт икәненә ышанаһығыҙмы?

2023 ЙЫЛДЫҢ АЯТЫ: «Һүҙеңдең төп нигеҙе — хәҡиҡәт» (ЗӘБ. 119:160).

96-СЫ ЙЫР Алла Һүҙе — хазина

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ни өсөн күптәр Изге Яҙмаға ышанмай?

 БӨГӨН күптәр кемгә ышанырға ла белмәй. Кешеләр сәйәсмәндәрҙең, ғалимдарҙың һәм бизнесмендарҙың улар менән ҡыҙыҡһыныуына шикләнә. Бынан тыш, улар руханиҙарҙы ла хөрмәт итмәй. Шул арҡала Изге Яҙмаға ышанмай, сөнки, дин әһелдәре был китап буйынса эш итә, тип уйлай.

2. Зәбур 119:160-та әйтелгәнсә, беҙ нимәгә инанған булырға тейешбеҙ?

2 Йәһүә хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ уның «хәҡиҡәт Аллаһы» булыуына һәм һәр ваҡыт беҙҙең өсөн иң яҡшыһын теләүенә ышанабыҙ (Зәб. 31:5; Ишағ. 48:17). Шулай уҡ беҙ Изге Яҙмала яҙылғандарға ышанабыҙ, сөнки «[Алла] Һүҙенең төп нигеҙе — хәҡиҡәт». (Зәбур 119:160-ты b уҡығыҙ.) Беҙ бер Изге Яҙма белгесенең һүҙҙәре менән ризалашабыҙ. Ул былай тигән: «Алла әйткәндең барыһы ла дөрөҫ һәм уның һүҙҙәре үтәлмәй ҡалмай. Алла хеҙмәтселәре Алланың нимә әйткәненә ышана, сөнки уның үҙенә ышана».

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Башҡаларға Изге Яҙмаға ҙур ышаныс менән ҡарарға ярҙам итер өсөн нимә эшләп була? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡ булыуына өс дәлил ҡарап сығайыҡ. Уның теүәл яҙылғанына, кешеләрҙең тормошона яҡшы йоғонто яһағанына һәм пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүенә иғтибар итербеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНЫҢ ХӘБӘРЕ ТЕҮӘЛ ҺАҠЛАНҒАН

4. Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә шикләнә?

4 Изге Яҙманың китаптарын яҙҙырыр өсөн Йәһүә яҡынса 40 тоғро ир кешене ҡулланған. Әммә боронғо ҡулъяҙмаларҙың береһе лә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған. Бөгөн беҙҙә булған Яҙмалар — күсермәләрҙең күсермәләре. Шуға күрә ҡайһы бер кешеләр ошондай һорау бирә: «Изге Яҙмалағы хәбәр беҙҙең көндәргә тиклем шул килеш ҡалдымы икән?» Ә беҙ Изге Яҙманың тексы күсереп яҙылыуға ҡарамаҫтан үҙгәрмәгәненә ышанабыҙмы?

Еврей Яҙмаларын күсереп яҙыусылар, Алланың һүҙҙәре тулыһынса һаҡланһын өсөн, тырышлыҡ һала. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Еврей Яҙмаларының күсермәләре нисек яһалған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

5 Йәһүә, Изге Яҙмалағы хәбәрҙе һаҡлап ҡалыр өсөн, үҙ халҡына Яҙмаларҙың күсермәләрен яһарға бойорған. Ул Израиль батшаларына «Ҡанундың күсермәһен яҙып алырға» ҡушҡан һәм халыҡты был ҡанунға өйрәтер өсөн левиттарҙы билдәләгән (Ҡан. 17:18; 31:24—26; Ниҡ. 8:7). Вавилон әсирлегенән ҡайтҡас, өйрәтелгән күсереп яҙыусылар Еврей Яҙмаларының күсермәләрен яһай башлаған (Езра 7:6, төшөрмә). Шулай итеп Изге Яҙманың был өлөшө күбәйеп киткән. Был күсереп яҙыусылар үҙ эшен шул тиклем тырышып эшләгән, хатта һүҙҙәрҙең генә түгел, ә хәрефтәрҙең дә һанын тикшергән. Шулай ҙа ҡулъяҙмаларға бәләкәй хаталар ингән. Күсермәләрҙең күп булыуы был хаталарҙы тиҙ генә табырға ярҙам иткән. Нисек итеп?

6. Изге Яҙманың күсермәләрендә булған хаталарҙы нисек табып була?

6 Хәҙерге ғалимдар Изге Яҙманы күсереп яҙыусыларҙың хаталарын табыр өсөн ышаныслы ысул ҡуллана. Ниндәй ысул? Әйтәйек, беҙ 100 кешене бер китаптың битен күсереп яҙырға һорағанбыҙ, ти. Уларҙың береһе үҙ экземплярында хата ебәргән, ти. Ул хатаны нисек табып була? Уның күсермәһен башҡаларҙыҡы менән сағыштырып, был хатаны тиҙ генә табып була. Тап шуның шикелле, ғалимдар, Изге Яҙманың күп һанлы күсермәләрен бер-береһе менән сағыштырып, хаталарҙы һәм төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе таба.

7. Изге Яҙма ни тиклем теүәл күсереп яҙылған булған?

7 Күсереп яҙыусылар Изге Яҙманың күсермәләрен ентекләп яһаған. Мәҫәлән, б. э. 1008 йәки 1009 йылдарында яһалған Ленинград кодексын алайыҡ. Ул — Еврей Яҙмаларының иң боронғо һәм тулы ҡулъяҙмаһы. Әммә күптән түгел унан 1 000 йылға боронғораҡ ҡулъяҙмалар табылған. Кемдер, 1 000 йыл дауамында ҡат-ҡат күсереүҙәр арҡаһында Ленинград кодексы боронғо ҡулъяҙмаларҙан ныҡ айырылып торор, тип уйлар. Ләкин был улай түгел. Ғалимдар, Ленинград кодексын боронғо ҡулъяҙмалар менән сағыштырғас, Изге Яҙманың мәғәнәһенә тәьҫир итмәгән ябай ғына хаталар тапҡан.

8. Грек Яҙмаларының һаҡланып ҡалған күсермәләре шул осорҙа яҙылған күсермәләрҙән нимә менән айырылып тора?

8 Беренсе быуаттағы мәсихселәр ҙә осрашыуҙарҙа һәм вәғәздә ҡулланған Грек Яҙмаларының 27 китабының күсермәләрен тырышып эшләгән. Бер ғалим, Грек Яҙмаларының күсермәләрен шул осорҙа яҙылған башҡа ҡулъяҙмалар менән сағыштырып, былай тигән: «[Грек Яҙмаларының күсермәләре] башҡа яҙмаларға ҡарағанда күберәк... һәм, ғәҙәттә, улар тулыраҡ». Бер белешмәлә былай тиелә: «Беҙ [Грек Яҙмаларының] яҡшы тәржемәһен уҡығанда унда яҙылғандарға ышана алабыҙ, сөнки тап беренсе быуатта яҙған яҙыусыларҙың хәбәрен уҡыйбыҙ» («Anatomy of the New Testament»).

9. Изге Яҙманың үҙгәрмәгәне хаҡында нимә әйтә алабыҙ? (Ишағыя 40:8).

9 Күсереп яҙыусыларҙың күп йылдар дауамында һалған тырышлыҡтары ярҙамында Изге Яҙма һаҡланып ҡалған, шуға күрә беҙ бөгөн уның теүәл тексын уҡый һәм өйрәнә алабыҙ c. Әлбиттә, Изге Яҙманың һаҡланып ҡалыуы хаҡында Йәһүә үҙе ҡайғыртҡан. (Ишағыя 40:8-ҙе d уҡығыҙ.) Кемдер былай тип ҡаршы төшөр: «Изге Яҙманың һаҡланып ҡалыуы уның Алланан булыуын аңлатмай әле». Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың Алла тарафынан рухландырылғанына тағы бер нисә дәлил ҡарап сығайыҡ.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘРГӘ ЫШАНЫП БУЛА

Left: C. Sappa/​DeAgostini/​Getty Images; right: Image © Homo Cosmicos/​Shutterstock

Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр элек тә үтәлгән һәм бөгөн дә үтәлә (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) h

10. Ниндәй пәйғәмбәрлектең үтәлеүе 2 Петр 1:21-ҙәге һүҙҙәрҙе раҫлай? (Рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)

10 Изге Яҙмала күп пәйғәмбәрлектәр яҙылған. Тарихтан күренеүенсә, уларҙың ҡайһы берҙәре күп быуаттар үткәс үтәлгән. Был беҙҙе ғәжәпләндермәй, сөнки уларҙы Йәһүә Алла үҙе яҙҙыртҡан. (2 Петр 1:21-ҙе уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, боронғо Вавилондың емерелеүе тураһында бер нисә пәйғәмбәрлек ҡарап сығайыҡ. Б. э. т. VIII быуатта Ишағыя пәйғәмбәр был бөйөк ҡаланың яулап алынасағы тураһында пәйғәмбәрлек әйткән. Ул хатта ҡаланы баҫып алыусы Кир тураһында һәм ҡаланың нисек еңелеүе тураһында яҙған (Ишағ. 44:27—45:2). Ишағыя шулай уҡ, Вавилон тулыһынса емереләсәк һәм ташландыҡ хәлгә ҡаласаҡ, тип яҙған (Ишағ. 13:19, 20). Тап шулай булған да. Б. э. т. 539 йылда Вавилонды Мидия һәм Фарсы кешеләре баҫып алған. Ә хәҙер уның урынында тик емеректәр генә ята. («Изге Яҙмала Вавилондың яулап алынасағы алдан әйтелгән булған» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ; «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың электрон форматы, 3-сө дәрес, 5-се пункт.)

11. Данил 2:41—43-тә яҙылған пәйғәмбәрлектең бөгөн нисек үтәлгәнен һөйләп бирегеҙ.

11 Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр үткәндә генә түгел, бөгөн дә үтәлә. Мәҫәлән, Данилдың Англия-Америка бөтә донъя державаһы тураһындағы пәйғәмбәрлегенә иғтибар итәйек. (Данил 2:41—43-тө e уҡығыҙ.) Данилдың пәйғәмбәрлегендә был державаның бер яҡтан тимер кеүек ныҡ булыуы, ә икенсе яҡтан балсыҡ кеүек ыуалыусан булыуы теүәл күрһәтелгән. Бөйөк Британия менән Ҡушма Штаттар үҙенең тимер кеүек көсөн нисек күрһәтә? Улар ике бөтә донъя һуғышының еңеүендә төп роль уйнаған һәм һаман да хәрби ҡеүәткә эйә. Шулай ҙа уның граждандары, үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеп, төрлө йәмғиәт хәрәкәттәр ойоштороп, уны көсһөҙләндерә. Бер политолог әйтмешләй: «Бөгөн демократия яғынан алдынғы илдәр араһында Ҡушма Штаттар сәйәси яҡтан иң бүленгән һәм көсһөҙләнгән ил булып тора». Ә бөтә донъя державаһының икенсе өлөшө — Бөйөк Британия тураһында нимә әйтеп була? Һуңғы йылдарҙа халыҡ Британияның Европа берләшмәһе илдәре менән ниндәй бәйләнештәр һаҡларға тейешлеге тураһында ҡапма-ҡаршы фекер йөрөтә. Был бүленештәр Англия-Америка державаһына тәүәккәллек менән эш итергә мөмкинлек бирмәй.

12. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр беҙҙе нимәгә ышандыра?

12 Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе Алланың киләсәк хаҡындағы вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ышанысыбыҙҙы нығыта. Йәһүәгә: «Ҡотҡарыуыңды көтә-көтә зарығып бөттөм, һинең һүҙеңә өмөт бағлайым мин», — тип әйткән мәҙхиә йырлаусының хистәрен уртаҡлашабыҙ (Зәб. 119:81). Игелекле Аллабыҙ беҙгә Изге Яҙма аша киләсәккә өмөт бүләк итә (Ирем. 29:11). Беҙ өмөтөбөҙҙө кешеләргә түгел, ә Йәһүәгә бағлайбыҙ. Алла Һүҙенә ышанысыбыҙҙы нығытыр өсөн, әйҙәгеҙ, артабан да Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе өйрәнәйек.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ КӘҢӘШТӘР МИЛЛИОНЛАҒАН КЕШЕГӘ ЯРҘАМ ИТӘ

13. Зәбур 119:66, 138-ҙәге һүҙҙәр буйынса, ни өсөн Изге Яҙмаға ышанып була?

13 Беҙ Изге Яҙмаға ышана алабыҙ, сөнки уның кәңәштәрен ҡулланыу яҡшы емештәр килтерә. (Зәбур 119:66, 138-ҙе f уҡығыҙ.) Мәҫәлән, айырылышырға йыйынған ғаиләләр хәҙер йылы, яҡын мөнәсәбәттәргә кинәнеп йәшәй. Ундай ғаиләләрҙә балалар үҙҙәрен ҡәҙерле һәм яҡлаулы итеп тоя (Ефес. 5:22—29).

14. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт нисек итеп кешеләрҙең тормошон үҙгәртә? Миҫал килтерегеҙ.

14 Изге Яҙманың аҡыллы кәңәштәрен ҡулланып, хатта яуыз енәйәтселәр ҙә тормоштарын тулыһынса үҙгәртә. Бына Джек g исемле бер кешенең миҫалы. Ул бик аяуһыҙ кеше булған һәм төрмәлә үлем язаһын көтөп ултырған. Ул иң ҡурҡыныс тотҡондарҙың береһе булған. Әммә бер тапҡыр Джек Изге Яҙма өйрәнеүендә булған. Ағай-ҡәрҙәштәрҙең игелеге уға тәьҫир иткән, һәм ул да Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Хәҡиҡәт уның тәртибен генә түгел, ә фекер йөрөтөү рәүешен дә үҙгәрткән. Ваҡыт үтеү менән Джек һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып киткән, ә һуңыраҡ һыуға сумдырылған. Ул башҡа тотҡондарға Алла Батшалығы тураһында ашҡынып вәғәзләгән, һәм кәм тигәндә дүртеһе менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргән. Язаға тарттырыу көнөнә Джек инде бөтөнләй икенсе кеше булған. Уның адвокаттарының береһе: «Хәҙер Джек мин егерме йыл элек белгән кеше түгел. Йәһүә шаһиттарының тәғлимәттәре уның тормошон үҙгәртте», — тигән. Джекты үлем язаһына тарттырһалар ҙа, уның үрнәге шуны иҫбатлай: Изге Яҙма ышанысҡа лайыҡ һәм ул кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә (Ишағ. 11:6—9).

Изге Яҙманың кәңәштәре төрлө кешеләрҙең тормошон үҙгәртә (15-се абзацты ҡарағыҙ.) i

15. Йәһүә хеҙмәтселәре башҡаларҙан нимә менән айырылып тора? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

15 Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт буйынса йәшәгәнгә, Йәһүә хеҙмәтселәре берҙәм (Яхъя 13:35; 1 Кор. 1:10). Улар араһындағы татыулыҡ һәм берҙәмлек бик яҡшы күренә, сөнки был донъя сәйәси, милли һәм социаль яҡтан ныҡ тарҡалған. Алла халҡы араһындағы берҙәмлек Жан исемле йәш кешегә ныҡ тәьҫир иткән. Ул Африка илдәренең береһендә тыуып үҫкән. Унда граждан һуғышы ҡупҡас, ул армияға ҡушылған, ә һуңыраҡ күрше илгә ҡасҡан. Шунда ул Йәһүә шаһиттары менән танышҡан. Бына ул нимә һөйләй: «Хаҡ динде тотҡан кешеләр сәйәсәттә ҡатнашмай һәм улар араһында бүленештәр юҡ. Киреһенсә, уларҙы яратыу берләштерә. Элек мин үҙ илем хаҡына һуғышыр өсөн йәшәнем, ә хәҙер Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белгәс, мин Йәһүә өсөн йәшәйем». Жан үҙенең тормошон тулыһынса үҙгәрткән. Элек ул башҡа халыҡ кешеләрен үлтерергә әҙер булған, ә хәҙер ул бөтә кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләй. Шундай осраҡтар Изге Яҙманың төрлө кешеләргә ярҙам итә алғанын иҫбатлай. Ысынлап та, Алла Һүҙенә ышанып була.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХӘҠИҠӘТКӘ АРТАБАН ДА ЫШАНЫҒЫҘ

16. Ни өсөн беҙгә Алла Һүҙенә ышанысыбыҙҙы нығытырға кәрәк?

16 Был донъя насарая барған һайын хәҡиҡәткә ышанысыбыҙ һыналырға мөмкин. Кешеләр уйыбыҙға, хәҡиҡәт Изге Яҙмала түгел һәм Йәһүә ышаныслы хеҙмәтсене билдәләмәгән, тигән шиктәр сәсә ала. Әгәр беҙ Йәһүәнең Һүҙе бер ҡасан да алдамай икәненә ышанған булһаҡ, иманыбыҙҙы яҡлай алырбыҙ. Беҙ тәүәккәллек менән Йәһүәнең ҡанундарына «һәр ваҡыт, һуңғы көндәребеҙгә ҡәҙәр» буйһонорға теләрбеҙ (Зәб. 119:112). Башҡаларға хәҡиҡәт тураһында һөйләргә һәм уларҙы шул хәҡиҡәттәр буйынса йәшәргә өндәргә оялмаҫбыҙ (Зәб. 119:46). Беҙ түҙемлек һәм шатлыҡ менән ауыр һынауҙарҙы, хатта эҙәрләүҙәрҙе лә еңә алырбыҙ (Зәб. 119:143, 157; Кол. 1:11).

17. 2023 йылдың йыллыҡ аяты беҙгә нимәне иҫтә тоторға ярҙам итер?

17 Беҙ Йәһүәгә хәҡиҡәтте асҡаны өсөн бик рәхмәтле! Хәҡиҡәт беҙгә тыныслыҡ өҫтәй, тормошобоҙҙо мәғәнәле итә һәм был шомло донъяла дөрөҫ йүнәлеш бирә. Хәҡиҡәт беҙгә Алла Батшалығы идараһы аҫтында иҫ киткес киләсәккә өмөт бирә. 2023 йылдың йыллыҡ аяты Алла Һүҙе хәҡиҡәт икәненә ышанысығыҙҙы нығытһын! (Зәб. 119:160).

94-СЕ ЙЫР Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ

a 2023 йылдың йыллыҡ аяты итеп «Һүҙеңдең төп нигеҙе — хәҡиҡәт» тигән һүҙҙәр һайланған (Зәб. 119:160). Әлбиттә, һеҙ был һүҙҙәр менән килешерһегеҙ. Әммә күптәр Изге Яҙманың дөрөҫ булыуына һәм уның беҙгә ышаныслы кәңәштәр бирә алыуына ышанмай. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡ китап булыуына өс дәлил ҡарап сығайыҡ. Был дәлилдәр эскерһеҙ кешеләргә Изге Яҙмаға һәм уның кәңәштәренә ышанырға ярҙам итер.

b Зәбур 119:160: «Һүҙеңдең төп нигеҙе — хәҡиҡәт. Бөтә ғәҙел хөкөмдәрең мәңгелек».

c Изге Яҙманың беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалғаны тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, jw.org сайтына инегеҙ һәм эҙләү юлына «тарих һәм Изге Яҙма» тигән һүҙбәйләнеште индерегеҙ.

d Ишағыя 40:8: «Йәшел сирәм ҡорой, сәскә кибә, ә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора».

e Данил 2:41—43: «Ә һин күргән табандарҙың һәм аяҡ бармаҡтарының балсыҡ ҡатыш тимер булыуы батшалыҡтың бүленгән буласағын аңлата. Шулай ҙа унда бер ни тиклем тимер ҡатылығы буласаҡ, сөнки, үҙең күргәнсә, тимер йомшак балсыҡ менән аралаш ине. 42 Аяҡ бармаҡтары яртылаш тимерҙән, яртылаш балсыҡтан булғанға, был батшалыҡ яртылаш ҡаты, яртылаш ыуалыусан буласаҡ. 43 Тимер йомшаҡ балсыҡ менән аралаш булған кеүек, былар халыҡ менән аралаш буласаҡ, һәм, тимер балсыҡ менән ҡушылмаған кеүек, улар ҙа бер-береһе менән ҡушылмаясаҡ».

f Зәбур 119:66, 138: «Мине айыҡ аҡыллы булырға өйрәт һәм ғилем бир, мин бит әмерҙәреңә таянып йәшәйем. 138 Иҫкә төшөрөүҙәрең хаҡ, уларға тулыһынса ышанып була».

g Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

h РӘСЕМДӘ: Алла Вавилон ҡалаһының емереләсәге хаҡында алдан уҡ пәйғәмбәрлек иткән.

i РӘСЕМДӘ: сәхнәләштереүҙә йәш ир кеше инде бүтән һуғышмай. Ул Изге Яҙманан тыныс йәшәргә өйрәнгән һәм башҡаларҙы ла шулай йәшәргә өйрәтә.