Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә Кисәлә булыр өсөн һалған тырышлығыбыҙҙы фатихалай

Йәһүә Кисәлә булыр өсөн һалған тырышлығыбыҙҙы фатихалай

«Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» (ЛУКА 22:19).

19-СЫ ЙЫР Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Ни өсөн беҙ йыл һайын Кисәгә киләбеҙ?

 ЯҠЫНСА 2 000 йыл элек Ғайса беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн беҙҙең хаҡҡа үлгән. Ерҙәге тормошоноң һуңғы кисендә Ғайса, икмәк һәм шарап ҡулланып, үлемен иҫкә алыу йолаһын индергән. Был йола уның яратыуын шәкерттәренең иҫенә төшөрөп торған (1 Кор. 11:23—26).

2 Ғайсаны яратҡанға, беҙ уның әмерен үтәйбеҙ (Яхъя 14:15). Йыл һайын Иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа беҙ рәхмәттәр белдереп доға ҡылабыҙ һәм уның үлеме кешеләр өсөн ниндәй мәғәнә йөрөтә икәне тураһында уйланабыҙ. Шулай уҡ беҙ күберәк вәғәзләргә тырышабыҙ һәм мөмкин тиклем күберәк кешене ошо махсус осрашыуға саҡырабыҙ. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙ ҙә Иҫкә алыу кисәһендә булыр өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләйбеҙ.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Алла хеҙмәтселәре Ғайсаның үлемен иҫкә алыр өсөн күп тырышлыҡ һала. Был мәҡәләлә өс өлкәне ҡарап сығырбыҙ: 1) улар Ғайса ҡалдырған өлгөгә эйәрә, 2) Кисәгә башҡаларҙы саҡыра һәм 3) ауыр шарттарына ҡарамаҫтан Кисәгә килергә тырыша.

ҒАЙСА ҠАЛДЫРҒАН ӨЛГӨ БУЙЫНСА ЭШ ИТӘБЕҘ

4. Йыл һайын Кисәлә ниндәй хәҡиҡәттәр тураһында әйтелә һәм ни өсөн беҙ уларға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарарға тейеш түгел? (Лука 22:19, 20).

4 Йыл һайын беҙ Кисәлә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән һәм мөһим һорауҙарға яуап биргән телмәр тыңлайбыҙ. Был телмәрҙә кешелектең ни өсөн йоломға мохтаж булыуы һәм бер кешенең үлеме күптәрҙең гонаһтарын нисек йолоп алыуы тураһында әйтелә. Шулай уҡ икмәк менән шараптың ниндәй мәғәнә йөрөткәне һәм уларҙан кем ауыҙ итергә тейешлеге аңлатыла. (Лука 22:19, 20-не уҡығыҙ.) Беҙ ерҙә йәшәргә өмөтләнгән кешеләргә әҙерләнгән бүләктәр тураһында уйланабыҙ (Ишағ. 35:5, 6; 65:17, 21—23). Был хәҡиҡәттәргә беҙ ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарарға тейеш түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миллиардлаған кеше был хәҡиҡәттәрҙе белмәй һәм Ғайсаның ҡорбанын ҡәҙерләмәй. Бынан тыш, улар Кисәне Ғайсаның өлгөһө буйынса үткәрмәй. Сәбәбе нимәлә?

5. Илселәрҙең күбеһе үлгәндән һуң кешеләр нисек итеп Ғайсаның Кисә тураһындағы әмерен боҙа башлаған?

5 Илселәрҙең үлеменән һуң күп тә үтмәҫтән йыйылыштарға ялған мәсихселәр үтеп ингән (Матф. 13:24—27, 37—39). Улар «иман тотоусыларҙы үҙҙәренә» эйәртер өсөн ялған һөйләй башлаған (Ғәм. 20:29, 30). Бына бер миҫал. Изге Яҙмала «Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан» ителде, тип әйтелһә лә, улар, был ҡорбанды ҡат-ҡат килтерергә кәрәк, тип өйрәтә (Евр. 9:27, 28). Күп эскерһеҙ кеше был ялған тәғлимәттәргә ышана. Ҡайһы бер диндәрҙә кешеләр, литургия b тип аталған ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашыр өсөн, даими, хатта көн һайын, сиркәүгә йөрөй. Башҡа диндәрҙә Ғайсаның үлемен һирәк иҫкә алалар, әммә уның ҡорбаны нимәгә кәрәк булғанын аңламай. Ҡайһы берәүҙәр: «Ғайсаның ҡорбаны ысынлап та минең гонаһтарымды ҡаплаймы?» — тип уйларға мөмкин. Ни өсөн улар шундай һорау бирә? Сөнки уларҙы, Мәсихтең ҡорбаны гонаһтарҙы ҡапламай, тип өйрәткәндәр. Ғайсаның ысын шәкерттәре кешеләргә был һорауҙарҙы аңларға нисек ярҙам итә?

6. 1872 йылда Изге Яҙманы тикшереүселәр нимәне аңлаған?

6 1870 йылда Чарлз Тейз Расселл һәм уның иптәштәре Изге Яҙманы ентекләп өйрәнә башлаған. Улар Ғайсаның ҡорбаны нимәне аңлата һәм уның үлемен нисек иҫкә алырға кәрәк икәнен белергә теләгән. 1872 йылға улар Ғайсаның үҙен бөтә кешелек өсөн ҡорбан иткәнен аңлаған. Улар был белемдәрҙе йәшермәгән, ә китаптар, гәзиттәр һәм журналдар ярҙамында башҡаларға таратҡан. Күп тә үтмәҫтән улар, беренсе быуаттағы мәсихселәр һымаҡ, Иҫкә алыу кисәһен йылына бер тапҡыр үткәрә башлаған.

7. Изге Яҙманы тикшереүселәр тапҡан белемдәр беҙгә ҡайһы яҡтан файҙалы?

7 Быуат ярым элек мәсихселәр үткәргән тикшереүҙәр бөгөн дә файҙалы. Ҡайһы яҡтан? Йәһүә беҙгә Ғайсаның йоломо хаҡындағы хәҡиҡәтте һәм был йолом ниндәй файҙа килтергәнен аңларға ярҙам итте (1 Яхъя 2:1, 2). Шулай уҡ беҙ ҡайһы бер кешеләрҙең күктә йәшәйәсәге, ә миллионлаған башҡа кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәйәсәге тураһында белдек. Йәһүәнең көслө яратыуы һәм Ғайсаның ҡорбаны шәхсән беҙгә ниндәй файҙа килтергәне тураһында уйланыу Йәһүәгә яҡынлаштыра (1 Пет. 3:18; 1 Яхъя 4:9). Шуға күрә беҙ, Изге Яҙманы тикшереүселәрҙән үрнәк алып, башҡаларҙы Ғайса ҡалдырған өлгө буйынса үткәрелгән Кисәгә саҡырабыҙ.

КЕШЕЛӘРҘЕ КИСӘГӘ САҠЫРАБЫҘ

Кешеләрҙе Кисәгә саҡырыу кампанияһында әүҙем ҡатнашыр өсөн һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? (8—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) f

8. Башҡаларҙы Кисәгә саҡырыр өсөн Йәһүә халҡы ниндәй тырышлыҡтар һала? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

8 Йәһүәнең хеҙмәтселәре инде тиҫтәләгән йылдар дауамында башҡаларҙы Кисәгә саҡыра. 1881 йылда Ҡушма Штаттағы ҡәрҙәштәр, был махсус осрашыуҙы үткәрер өсөн, Аллеге́йни ҡалаһында (Пенсильвания штаты) бер ҡәрҙәштең өйөндә йыйылған. Ваҡыт үтеү менән һәр йыйылыш Кисәне айырым үткәрә башлаған. 1940 йылдың март айында, вәғәзселәр хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған һәр бер кешене был осрашыуға саҡыра ала, тигән белдереү яңғыраған. 1960 йылда Вефиль йыйылыштар өсөн беренсе тапҡыр саҡырыу ҡағыҙын баҫтырып сығарған. Шул ваҡыттан башлап миллиардлаған саҡырыуҙар таратылған. Ни өсөн беҙ был эшкә шул тиклем күп ваҡыт һәм көс бағышлайбыҙ?

9, 10. Беҙ кемде Кисәгә саҡырырға тырышабыҙ һәм ни өсөн? (Яхъя 3:16).

9 Беҙ Кисәгә беренсе тапҡыр килгәндәрҙең Йәһүә менән Ғайсаның беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында белеүҙәрен теләйбеҙ. (Яхъя 3:16-ны уҡығыҙ.) Кисәлә күргәндәре һәм ишеткәндәре уларҙы күберәк белергә һәм Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китергә дәртләндерер, тип ышанабыҙ.

10 Беҙ шулай уҡ элек ашҡынып хеҙмәт иткән Йәһүә шаһиттарын да саҡырабыҙ. Алла уларҙы һаман да ярата икәнен белеүҙәрен теләйбеҙ. Күптәр саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итә һәм килә. Был беҙҙе бик шатландыра. Кисәгә килеү уларға Йәһүәгә хеҙмәт итеү ни тиклем күп шатлыҡ килтергәнен хәтерләтә ала. Бына Мониканың c миҫалы. Ул COVID-19 пандемияһы ваҡытында яңынан йыйылыш менән хеҙмәт итә башлаған. 2021 йылда, Кисәгә килгәндән һуң, ул былай тип бүлешкән: «Был Кисә минең өсөн бик мөһим булды! 20 йыл үткәс, мин беренсе тапҡыр кешеләргә вәғәзләнем һәм уларҙы Кисәгә саҡырҙым. Мин шатланып хеҙмәт иттем, сөнки Йәһүәгә һәм Ғайсаға бик рәхмәтлемен» (Зәб. 103:1—4). Кешеләр килерме, юҡмы беҙ уларҙы барыбер Кисәгә саҡырабыҙ, сөнки Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләй икәнен беләбеҙ.

11. Кешеләрҙе Кисәгә саҡырыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы Йәһүә нисек фатихалай? (Аггей 2:7).

11 Кешеләрҙе Иҫкә алыу кисәһенә саҡырыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы Йәһүә мул итеп фатихалай. 2021 йылда, COVID-19 пандемияһының сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, Кисәгә 21 367 603 кеше килде. Был рекордлы һан бөтә донъя буйынса йәшәгән Йәһүә шаһиттарының һанынан 2,5 тапҡырға күберәк. Әлбиттә, Йәһүә өсөн кешеләрҙең һаны түгел, ә үҙҙәре мөһимерәк (Лука 15:7; 1 Тим. 2:3, 4). Шуға күрә кешеләрҙе Кисәгә саҡырғанда, ул беҙгә эскерһеҙ кешеләрҙе табырға ярҙам итә. (Аггей 2:7-не d уҡығыҙ.)

АУЫР ШАРТТАРҒА ҠАРАМАҪТАН КИСӘГӘ КИЛӘБЕҘ

Йәһүә Кисәлә булыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалай (12-се абзацты ҡарағыҙ.) g

12. Кисәлә булырға беҙгә нимә ҡамасауларға мөмкин? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

12 Ғайса һуңғы көндәрҙә ауырлыҡтар менән осрашыуыбыҙ тураһында пәйғәмбәрлек иткән. Был туғандарҙың ҡаршы килеүе, эҙәрләүҙәр, һуғыштар, киҙеүҙәр һәм башҡа ауырлыҡтар булырға мөмкин (Матф. 10:36; Марк 13:9; Лука 21:10, 11). Бының барыһы беҙгә Кисәгә килергә ҡамасаулай. Шундай ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн ҡәрҙәштәребеҙ нимә эшләй һәм Йәһүә уларға нисек ярҙам итә?

13. Йәһүә Артёмдың ҡыйыулығын һәм тәүәккәллеген нисек фатихалаған?

13 Төрмәлә булғанда. Иманы өсөн төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәребеҙ Ғайсаның үлемен иҫкә алыр өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләй. Бына Артёмдың миҫалы. 2020 йылда яҙын, Кисә үткән осорҙа, ул төрмәлә ултырған. Уның менән бергә 17 квадрат метрлыҡ камерала тағы дүрт тотҡон ултырған. Төрмәлә булһа ла, Артём Кисә өсөн символдар әҙерләй алған һәм үҙ-үҙенә телмәр һөйләргә йыйынған. Әммә теге тотҡондар туҡтауһыҙ тәмәке тартҡан һәм һүгенгән. Ул нимә эшләгән һуң? Артём уларҙың, бер сәғәт кенә булһа ла, тәмәке тартмауҙарын һәм һүгенмәүҙәрен һораған. Көтмәгәндә, улар ризалашҡан. Артём уларҙан: «Һеҙ Кисә тураһындағы телмәрҙе тыңларға теләйһегеҙме?» — тип һораған. Улар: «Был беҙгә ҡыҙыҡ түгел», — тип яуаплаған. Әммә Артёмдың Кисәне нисек үткәреүен күргәс һәм ишеткәс, күп һорауҙар бирә башлаған.

14. COVID-19 пандемияға ҡарамаҫтан ҡәрҙәштәр Кисәне үткәрер өсөн нимә эшләгән?

14 Пандемия ваҡытында. COVID-19 пандемияһы башланғас, Йәһүә хеҙмәтселәре Батшалыҡ залдарында осраша алмаған. Әммә улар Кисәне үткәрә алған e. Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булған йыйылыштар Кисәне видеоэлемтә аша үткәргән. Ә интернетҡа инә алмаған миллионлаған кешеләр нимә эшләгән? Ҡайһы бер илдәрҙә ағай-ҡәрҙәштәр, Кисәлә яңғыраған телмәрҙе башҡалар ишетә алһын өсөн, телевизор һәм радио аша трансляция ойошторған. Бынан тыш, йыраҡта йәшәгән кешеләр Кисәне үткәрә алһын өсөн, филиалдар был телмәрҙе 500-ҙән ашыу телдә яҙҙырған, ә шунан ағай-ҡәрҙәштәр уны уларға еткергән.

15. Сьюҙың миҫалы нимәгә өйрәтә?

15 Ғаилә ағзалары ҡаршы булғанда. Ҡайһы берәүҙәр туғандарының ҡаршылыҡтары менән осраша. Бына Сью исемле ҡатындың миҫалы. 2021 йылда Кисә алдынан ул үҙе менән Изге Яҙманы өйрәнеү үткәргән апай-ҡәрҙәшкә, мин туғандарымдың ҡаршы килеүе арҡаһында Кисәгә бара алмайым, тигән. Апай-ҡәрҙәш уға, Лука 22:44-те уҡып, ауыр шарттарҙа Ғайсаның өлгөһөнә эйәрергә кәрәклеген аңлатҡан: Ғайса Йәһүәгә доға ҡылған һәм тулыһынса уға таянған. Киләһе көндө Сью символдар әҙерләгән һәм jw.org сайтындағы иртәнге ғибәҙәт ҡылыуҙың махсус сығарылышын ҡараған. Шул көндө ул Кисәгә телефон аша тоташҡан. Унан һуң Сью былай тип яҙған: «Һин мине шул тиклем рухландырҙың! Кисәгә килер өсөн мин ҡулымдан килгәндең барыһын эшләнем, ә ҡалғанын Йәһүә ҡайғыртты. Шатлығым эсемә һыймай! Мин Йәһүәгә бик рәхмәтлемен». Нисек уйлайһығыҙ, Йәһүә һеҙгә оҡшаш осраҡта ярҙам итә аламы?

16. Кисәлә булыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы Йәһүә фатихалаясағын ҡайҙан беләбеҙ? (Римдарға 8:31, 32).

16 Ғайсаның иҫкә алыу кисәһен иҫтә тотор өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы Йәһүә бик ҡәҙерләй. Йәһүәнең беҙҙең хаҡҡа башҡарған эштәре өсөн рәхмәтле булһаҡ, ул беҙҙе һис шикһеҙ фатихалаясаҡ. (Римдарға 8:31, 32-не уҡығыҙ.) Беҙ быйыл Кисәлә булырға һәм Кисә үткән аҙналарҙа Йәһүә өсөн күберәкте эшләргә бик теләйбеҙ.

18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ

a Шишәмбе көнө, 2023 йылдың 4 апрелендә бөтә донъяла миллионлаған кеше Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә йыйыла. Күптәр беренсе тапҡыр килә, ә башҡалары, элек ашҡыныусан Йәһүә шаһиттары булһа ла, йылдар үтеү менән беҙгә тәүге тапҡыр ҡушыласаҡ. Кемдер ауыр шарттарға ҡарамаҫтан Кисәлә булырға тырыша. Хәлегеҙ ниндәй генә булһа ла, шикләнмәгеҙ, Йәһүә Кисәлә булыр өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләй.

b Христиан диненең ағзалары, был дини хеҙмәт ваҡытында икмәк менән шарап Мәсихтең тәненә һәм ҡанына әйләнә, тип һанай. Уларҙың уйлауынса, кемдер был йолала ҡатнашҡан һайын, Ғайсаның тәне һәм ҡаны ҡорбанға килтерелә.

c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

d Аггей 2:7: «„Мин бөтә халыҡтарҙы һелкетермен, һәм был йортҡа бар халыҡтарҙан ҡиммәтле булғандары килер. Шунда мин уны дан менән тултырырмын“, — ти ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә».

e Шулай уҡ jw.org сайтында «Как отпраздновали Вечерю в 2021 году» тип аталған мәҡәләләрҙе (урыҫ) ҡарағыҙ.

f ФОТОҺҮРӘТТӘ: 1960-сы йылдарҙан башлап Кисәгә саҡырыу ҡағыҙҙары үҙгәрә барҙы. Хәҙер улар электрон форматта ла бар.

g ФОТОҺҮРӘТТӘ: был сәхнәләштереүҙә ҡәрҙәштәрҙең сыуалыштар ваҡытында Кисәне нисек үткәргәндәре күрһәтелгән.