Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ»

«Уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ»

«Зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ» (РИМ. 12:2).

88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Һыуға сумдырылғандан һуң да нимә эшләргә кәрәк? Аңлатығыҙ.

 ӨЙӨГӨҘҘӨ ни тиклем йыш йыйыштыраһығыҙ? Яңы урында йәшәй башлар алдынан, һеҙ, бәлки, уны ентекләп таҙартып сығарғанһығыҙҙыр. Әммә һуңынан уны иғтибарһыҙ ҡалдырһағыҙ, нимә булыр? Белеүебеҙсә, туҙан һәм бысраҡ тиҙ йыйыла. Өйөбөҙҙә йәшәүе күңелле булһын өсөн, уны һәр ваҡыт таҙалыҡта тоторға кәрәк.

2 Фекер йөрөтөүебеҙ һәм сифаттарыбыҙ тураһында әйткәндә, шундай уҡ тырышлыҡ талап ителә. Әлбиттә, һыуға сумдырылыр алдынан, беҙ «тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы... [сафландырыр]» өсөн кәрәкле үҙгәрештәр яһаныҡ (2 Кор. 7:1). Әммә туҡтарға ярамай. Илсе Павел әйткәндәй, беҙгә үҙ шәхесебеҙҙе яңыртып торорға кәрәк (Ефес. 4:23). Ни өсөн? Сөнки был донъяның туҙаны һәм бысрағы беҙгә тиҙ генә йәбешергә мөмкин. Йәһүә алдында саф булып ҡалыр өсөн, беҙгә фекер йөрөтөүебеҙҙе, теләктәребеҙҙе һәм сифаттарыбыҙҙы һәр ваҡыт тикшереп торорға кәрәк.

УЙ-ФЕКЕРЕГЕҘҘЕ ЯҢЫРТЫҒЫҘ

3. Уй-фекерҙе яңыртыу үҙ эсенә нимәне ала? (Римдарға 12:2).

3 Уй-фекеребеҙҙе яңыртыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Римдарға 12:2-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, беҙ өйөбөҙҙөң бер-ике урынын ғына буяһаҡ, уны яңырттыҡ, тип әйтә алмайбыҙ. Шуның шикелле, бер-ике игелекле эш ҡылһаҡ, беҙ уй-фекеребеҙҙе яңырттыҡ, тип әйтә алмайбыҙ. Бының өсөн беҙгә тәрән уйҙарыбыҙҙы тикшерергә һәм, тормошобоҙ Йәһүәнең нормаларына тура килһен өсөн, үҙебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Беҙ быны бер тапҡыр ғына түгел, ә һәр ваҡыт эшләргә тейеш.

Белем алыуға һәм эшкә ҡағылышлы ҡарарҙар Батшалыҡ беҙҙең өсөн беренсе урында икәнен күрһәтәме? (4, 5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) c

4. Был донъяның йоғонтоһона нисек бирелмәҫкә?

4 Камил булып киткәс, беҙ нимә генә эшләһәк тә, Йәһүәне шатландыра алырбыҙ. Әлегә иһә был маҡсатҡа өлгәшер өсөн беҙгә күп көс һалырға кәрәк. Павел уй-фекеребеҙҙе яңыртыу Йәһүәнең ихтыярын аңлау менән бәйле икәнен Римдарға 12:2-лә күрһәткән. Тимәк, беҙгә, был донъяның йоғонтоһона бирелер урынына, Алланың ҡарашы маҡсаттарыбыҙға һәм ҡарарҙарыбыҙға нисек тәьҫир иткәнен тикшерергә кәрәк.

5. Беҙ үҙебеҙҙең уй-фекерҙәребеҙҙе нисек тикшерә алабыҙ? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

5 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Йәһүә уның көнөн иҫтә тотоуыбыҙҙы һәм көтөүебеҙҙе теләй (2 Пет. 3:12). Үҙ-үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Мин Йәһүәнең көнө яҡын булғанын аңлайыммы? Был тормошомдан күренәме? Белем алыуға һәм эшкә ҡағылышлы ҡарарҙарым Йәһүәгә хеҙмәт итеү минең өсөн мөһим икәнен күрһәтәме? Йәһүәнең минең хаҡта һәм ғаиләм хаҡында ҡайғыртасағына ышанаммы, йәиһә мин һәр ваҡыт матди нәмәләр хаҡында борсоламмы?» Тормошобоҙҙо Йәһүәнең ихтыярына яраҡлаштырғанда, ул һөйөнә (Матф. 6:25—27, 33; Флп. 4:12, 13).

6. Беҙгә даими рәүештә нимә эшләргә кәрәк?

6 Беҙгә артабан да уй-фекеребеҙҙе тикшереп торорға һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһарға кәрәк. Павел Коринфта йәшәгән мәсихселәргә былай тип яҙған: «Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ!» (2 Кор. 13:5). «Иман менән йәшәү» йыйылыш осрашыуҙарына һәм ваҡыт-ваҡыт вәғәзгә йөрөүҙе генә аңлатмай. Был шулай уҡ нимә тураһында уйлағаныбыҙҙы, нимәгә ынтылғаныбыҙҙы һәм эске ниәттәребеҙҙе үҙ эсенә ала. Шуға күрә уй-фекеребеҙҙе яңыртып торорға кәрәк. Быны нисек эшләп була? Йәһүәнең Һүҙен уҡып, уның кеүек уйлап һәм ул хуплаған эштәр башҡарып (1 Кор. 2:14—16).

«ЯҢЫ КЕШЕГӘ ӘЙЛӘНЕГЕҘ»

7. Ефестарға 4:31, 32-ләге һүҙҙәр буйынса, беҙгә тағы нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн был еңел булмаҫҡа мөмкин?

7 Ефестарға 4:31, 32-не уҡығыҙ. Беҙгә фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе үҙгәртергә генә түгел, ә шулай уҡ «яңы кешегә» әйләнергә кәрәк (Ефес. 4:24). Беҙҙән көс һалыу талап ителә. Бынан тыш, әсенеү, ярһыу, асыуҙан арыныр өсөн тырышлыҡтар һалырға тейешбеҙ. Ни өсөн был еңел булмаҫҡа мөмкин? Сөнки насар холҡобоҙ беҙҙә тәрән тамырланған. Мәҫәлән, Изге Яҙмала: «Кеше күңелендә яуызлыҡ тыумышынан уҡ була», — тип әйтелә (Баш. 8:21). Насар холҡобоҙҙо йүгәнләр өсөн беҙгә һыуға сумдырылғандан һуң да даими тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Киләһе осраҡ быны иҫбатлай.

8, 9. Стивен ҡәрҙәштең миҫалы беҙгә элекке шәхесебеҙ менән һәр ваҡыт көрәш алып барырға кәрәк икәнен нисек күрһәтә?

8 Стивен исемле ағай-ҡәрҙәшкә үҙен ҡулда тотоуы еңел булмаған. Ул былай тип һөйләй: «Миңә хатта һыуға сумдырылғандан һуң да холҡомдо үҙгәртергә кәрәк ине. Мәҫәлән, бер тапҡыр өйҙән-өйгә вәғәзләгәндә, мин машинамдан радионы урлаған ҡараҡ артынан ҡыуа төштөм. Инде тоттом тигәндә, ул радионы ташланы ла ҡасты. Был осраҡты мин башҡаларға һөйләнем һәм өлкән минән: „Стивен, ә һин уны ҡыуып етһәң, нимә эшләр инең?“ — тип һораны. Был һорау мине уйланырға һәм тыныслыҡ сифатын үҫтерергә дәртләндерҙе» b.

9 Стивен ҡәрҙәштең миҫалы шуны күрһәтә: беҙ холҡобоҙҙоң насар һыҙаттарынан инде арындыҡ тигәндә, улар ҡапыл өҫтөн сығырға мөмкин. Әгәр был һеҙгә лә таныш булһа, бойоҡмағыҙ һәм үҙегеҙҙе эшкинмәгән тип һанамағыҙ. Хатта илсе Павел да: «Мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым», — тип әйткән (Рим. 7:21—23). Бөгөн бөтә мәсихселәргә лә холоҡтарының насар һыҙаттары менән көрәшергә тура килә. Өйөбөҙҙө туҙандан һәм бысраҡтан таҙартҡан кеүек, беҙгә үҙебеҙҙе лә һәр ваҡыт сафландырып торорға кәрәк. Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ?

10. Холоҡтоң насар һыҙаттары менән нисек көрәшергә? (1 Яхъя 5:14, 15).

10 Насар сифаттарҙан арыныр өсөн Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ, ул һеҙҙе ишетер. (1 Яхъя 5:14, 15-те уҡығыҙ.) Әлбиттә, Йәһүә мөғжизәле рәүештә холҡоғоҙҙо үҙгәртмәҫ, әммә ул һеҙгә көс бирер (1 Пет. 5:10). Ә һеҙ доғаларығыҙ буйынса эш итегеҙ һәм элекке шәхесегеҙгә ылыҡтырған нәмәләрҙән йыраҡ тороғоҙ. Улар араһында һеҙ арынырға теләгән насар сифатты яҡшы итеп күрһәткән фильмдар, китаптар йә ҡыҙыҡлы хикәйәләр булырға мөмкин. Бынан тыш, насар теләктәр тыуһа, уларҙан шунда уҡ арынығыҙ (Флп. 4:8; Кол. 3:2).

11. Яңы шәхескә кейенер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

11 Элекке шәхестән арынғас, яңыһын үҫтереү бик мөһим. Быны нисек эшләп була? Алланың сифаттары тураһында белгәндә, унан өлгө алырға маҡсат ҡуйығыҙ (Ефес. 5:1, 2). Мәҫәлән, Изге Яҙманан Йәһүәнең миһырбанлығы тураһында уҡығанда үҙегеҙҙән: «Ә мин башҡаларҙы ғәфү итәмме?» — тип һорағыҙ. Шулай уҡ Изге Яҙманан Йәһүәнең бәләгә эләккәндәргә шәфҡәт күрһәтеүе тураһында уҡығанда үҙегеҙгә шундай һорау бирегеҙ: «Мин дә ярҙамға мохтаж булған ҡәрҙәштәр хаҡында шулай уҡ ҡайғыртаммы һәм был эштәремдән күренәме?» Яңы шәхескә кейенер өсөн уй-фекерегеҙҙе яңыртып тороғоҙ һәм үҙегеҙгә түҙемле булығыҙ.

12. Стивен ҡәрҙәш Изге Яҙманың көсөн нисек татыған?

12 Алдан әйтеп кителгән Стивен ҡәрҙәш яңы шәхескә кейенә алған. Ул былай тип һөйләй: «Һыуға сумдырылғандан һуң мин күп тапҡыр холҡомдо һынаған хәлдәр менән осраштым. Мин көсөргәнешле хәлде йомшартырға һәм берәйһе мине ҡотортҡан саҡта үҙемде дөрөҫ тоторға өйрәндем. Күптәр, шул иҫәптән ҡатыным да, шундай хәлдәрҙе яйға һала белеүем өсөн мине маҡтай. Мин дә үҙ-үҙемә аптырайым! Ләкин үҙ тырышлығым менән генә холҡомдо үҙгәртә алмаҫ инем. Был Изге Яҙманың көсө ярҙамында ғына мөмкин булды».

НАСАР ТЕЛӘКТӘР МЕНӘН КӨРӘШЕҮЕГЕҘҘЕ ДАУАМ ИТЕГЕҘ

13. Дөрөҫ теләктәр үҫтерергә беҙгә нимә ярҙам итер? (Галаттарға 5:16).

13 Галаттарға 5:16-ны уҡығыҙ. Көрәштә еңер өсөн Йәһүә беҙгә мул итеп изге рухын биреп тора. Изге Яҙманы өйрәнгәндә изге рух беҙгә тәьҫир итә. Изге рухты беҙ шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарында алабыҙ. Йыйылыштарҙа беҙ ҡәрҙәштәр менән аралашабыҙ. Улар ҙа беҙҙең кеүек дөрөҫ эш итергә тырыша һәм был беҙҙе бик рухландыра (Евр. 10:24, 25; 13:7). Бынан тыш, ниндәйҙер йомшаҡ яҡтарыбыҙ менән көрәшер өсөн Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылғанда, ул беҙгә изге рухын бирә. Әлбиттә, бының барыһы беҙҙе насар теләктәрҙән тулыһынса арындырмаҫ, шулай ҙа уларға бирешмәҫкә ярҙам итер. Сөнки Галаттарға 5:16-ла: «Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ»,  тип әйтелә.

14. Ни өсөн дөрөҫ теләктәрҙе һәр ваҡыт үҫтерергә кәрәк?

14 Изге Яҙманы өйрәнеүҙән, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамағыҙ. Һәм һәр ваҡыт дөрөҫ теләктәр үҫтерегеҙ. Ни өсөн был мөһим? Сөнки дошманыбыҙ — насарлыҡ ҡылыу теләге — беҙгә ҡаршы көрәшеүҙән туҡтамай. Һыуға сумдырылғандан һуң да алама ҡылыҡтар беҙҙе ылыҡтырырға мөмкин, мәҫәлән, ҡомарлы уйындар, иҫерткес эсемлектәр йә порнография (Ефес. 5:3, 4). Бер йәш ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин көрәшкән иң ауыр нәмәләрҙең береһе — ирҙәргә тартылыу. Ваҡыт үтеү менән ундай хистәр үтер, тип уйлағайным, әммә улар мине һаман да һағалай». Дөрөҫ булмаған теләк көслө булһа, һеҙгә нимә ярҙам итер?

Насар теләктәр менән көрәшеп еңеп сыҡҡан кешеләр бар; был һеҙҙең дә ҡулығыҙҙан килә (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15. Бөтә кеше лә насар теләктәр менән осраша, тигән фекер беҙҙе нисек нығыта ала? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

15 Хатта бик насар теләк менән көрәшһәгеҙ ҙә, онотмағыҙ, һеҙ бер үҙегеҙ түгел. Изге Яҙмала: «Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ», — тип әйтелә (1 Кор. 10:13а). Был һүҙҙәрҙе илсе Павел Коринфта йәшәгән ҡәрҙәштәргә яҙған. Уларҙың ҡайһы берҙәре хәҡиҡәткә тиклем тормош иптәшенә хыянат иткән, гомосексуалистар һәм эскеселәр булған (1 Кор. 6:9—11). Һыуға сумдырылғандан һуң уларҙың насар теләктәре юҡҡа сыҡҡанмы? Әлбиттә, юҡ. Улар бөтәһе лә майланған мәсихселәр булһа ла, камилһыҙ кешеләр булып ҡалған. Уларға ваҡыт-ваҡыт насар теләктәр менән көрәшергә тура килгән. Был фекер беҙҙе нығыта ала. Нисек итеп? Ниндәй генә насар теләк менән көрәшһәк тә, беҙ был көрәштә еңә алабыҙ. Һеҙ ҙә «имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы [баҫа]» алаһығыҙ (1 Пет. 5:9).

16. Ниндәй тоҙаҡтан беҙгә һаҡланырға кәрәк һәм ни өсөн?

16 «Миңә ниндәй ауырлыҡ менән көрәшергә тура килгәнен бер кем дә аңламай», — тип уйлау ҡурҡыныс. Быға ышанһағыҙ, хәлем өмөтһөҙ һәм насар теләктәргә ҡаршы тора алмайым, тигән һығымтаға килеүегеҙ бар. Ә Изге Яҙмала башҡаса әйтелә: «Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк» (1 Кор. 10:13б). Тимәк, насар теләгебеҙ көслө булһа ла, беҙ уға ҡаршы тора алабыҙ. Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ уны еңә алабыҙ.

17. Насар теләктәрҙән тулыһынса ҡаса алмаһаҡ та, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

17 Зинһар өсөн, онотмағыҙ: беҙ камил булмағанға, насар теләктәр тыуып торор. Потифарҙың ҡатынынан ҡасып киткән Йософ кеүек, уларҙы тәүәккәллек менән кире ҡағығыҙ (Баш. 39:12). Һеҙ гонаһлы теләктәргә эйәрергә тейеш түгел!

БИРЕШМӘГЕҘ!

18, 19. Артабан да уй-фекерегеҙҙе яңыртыр өсөн ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға була?

18 Уй-фекеребеҙҙе яңыртыр өсөн, фекерләү рәүешебеҙҙе һәм эштәребеҙҙе Йәһүәнең ихтыярына тап килтерер өсөн һәр ваҡыт тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Үҙебеҙҙе тикшереп торорға ярҙам иткән һорауҙар бирә алабыҙ: «Ниндәй ваҡытта йәшәгәнемде аңлайыммы? Яңы шәхескә кейенәмме? Гонаһлы теләктәргә ҡаршы торор өсөн Йәһүәнең рухына үҙемә тәьҫир итергә рөхсәт итәмме?»

19 Был һорауҙарға яуап биргәндә үҙегеҙҙән күпте талап итмәгеҙ, ә инде өлгәшкән уңыштарығыҙға иғтибар итегеҙ. Әгәр һеҙ нимәнелер тағы ла яҡшыраҡ эшләй алмағанығыҙҙы күрһәгеҙ, бойоҡмағыҙ. Филиптарға 3:16-ла: «Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ» тигән һүҙҙәр буйынса эш итегеҙ. Йәһүәнең уй-фекерегеҙҙе яңыртырға һалған тырышлыҡтарығыҙҙы фатихалаясағына шикләнмәгеҙ.

36-СЫ ЙЫР Йөрәгебеҙҙе һаҡлайыҡ

a Илсе Павел имандаштарын донъяның тәьҫиренә бирешмәҫкә өндәгән. Уның кәңәше беҙгә лә ҡағыла. Был боҙоҡ донъяның беҙгә әҙ генә булһа ла йоғонто яһауын теләмәйбеҙ. Шуға күрә уй-фекерҙәребеҙ Алланың ихтыярына тура килмәгәнен абайлаһаҡ, беҙгә уларҙы шунда уҡ үҙгәртергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

b «Күҙәтеү манараһының» 2015 йылдың 1 июль сығарылышында «Мин түбән тәгәрәй инем» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

c ФОТОҺҮРӘТ: йәш ағай-ҡәрҙәш, университетҡа уҡырға керергәме йә тулы ваҡытлы хеҙмәт башларғамы, тип уйлана.