Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Һеҙ ҡәрҙәштәрҙең биографияларын уҡырға яратаһығыҙмы?

Бер пар һәр иртә биография уҡый. Улар былай ти: «Был хикәйәләрҙең беҙгә ни тиклем шатлыҡ килтергәнен әйтеп тә бөтөрөрлөк түгел! Улар беҙҙе Аллаға төрлө шарттарҙа ла тоғро ҡала алыуыбыҙға ышандыра». Бер апай-ҡәрҙәш тә шундай уҡ хистәр кисерә. Ул былай ти: «Биографиялар беҙҙе йыуата, күңелебеҙҙе йылыта. Улар йөрәк түренә үтеп инә. Ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошо ысын мәғәнәле. Уларҙы уҡығанда Йәһүә өсөн күпте эшләгем килә. Шулай уҡ улар миңә балаларымда тулы ваҡытлы хеҙмәткә теләк үҫтерергә ярҙам итә».

Биографиялар һеҙгә мәғәнәле маҡсаттар ҡуйырға, йомшаҡ яҡтарығыҙ менән көрәшергә, ҡаты һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға, шулай уҡ шатлыҡты һәм абруйығыҙҙы юғалтмаҫҡа ярҙам итә ала. Был хикәйәләрҙе нисек табырға?

  • JW Library® ҡушымтаһында йә jw.org сайтында «Йәһүә шаһиттарының биографиялары» тигән мәҡәләләр йыйынтығында таба алаһығыҙ.

  • «Күҙәтеү манараһының онлайн-китапханаһында» йә «Күҙәтеү манараһының электрон китапханаһында» эҙләү юлына «Йәһүә шаһиттарының биографиялары» тигән һүҙбәйләнеште индерегеҙ.