Төп мәғлүмәткә күсеү

Мин ҡанға ҡарата Алла ҡарашын ҡабул иттем

Мин ҡанға ҡарата Алла ҡарашын ҡабул иттем

Мин ҡанға ҡарата Алла ҡарашын ҡабул иттем

Бер табип һөйләне

ДАУАХАНАНЫҢ конференц-залында табиптар төркөмө алдында сығыш яһап, мин үлгән пациентты ярып тикшереүҙең һөҙөмтәләре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән бүлешә инем. Ул пациент дауаханаға яман шеш менән килгәйне. Һүҙемде йомғаҡлап, мин былай тинем: «Пациент гемолиз (эритроциттарҙың тарҡалыуы) һәм күп ҡан ебәреү һөҙөмтәһендә киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге арҡаһында үлгән, тигән һығымта яһап була».

Бер профессор тороп баҫты ла, асыуланып, былай тип ҡысҡырҙы: «Әллә беҙ ҡан төркөмөн бутағанбыҙ тип әйтергә теләйһегеҙме?» «Юҡ, мин башҡа фекер әйтергә теләйем», — тинем мин. Һәм, слайдтарҙа бөйөрҙөң кескенә өлөштәрен күрһәтеп, былай тип өҫтәнем: «Бында беҙ бөйөрҙә бик күп эритроциттарҙың лизисын (тарҡалыуын) күрәбеҙ, һәм тап ошо хәл бөйөрҙөң эшмәкәрлеген киҫкенләштергән дә инде» a. Залда атмосфера ҡыҙа барҙы, мин тамағым кибеп киткәнен тойҙом. Яңы ғына эшләй башлаған табип булһам да, үҙемә ҡаршы сыҡҡан профессор алдында үҙ фекеремдән баш тарта алманым.

Ул ваҡытта мин әле Йәһүә шаһиты түгел инем. Мин 1943 йылда Японияның төньяғындағы Сендае ҡалаһында тыуғанмын. Атайым патолог һәм психиатр булғанлыҡтан, мин дә медицинаны һайланым. 1970 йылда, медицина факультетының икенсе курсында уҡып йөрөгәндә, мин Масуко исемле бер ҡыҙға өйләндем.

Патолог булып китәм

Мин уҡыуымды тамамлағансы, Масуко эшләне, ғаиләбеҙҙе матди яҡтан тәьмин итте. Медицинаны мин бик мауығып өйрәндем, бигерәк тә кеше организмының ғәжәйеп төҙөлөшө мине хайран ҡалдырҙы! Шуға ҡарамаҫтан мин Барлыҡҡа килтереүсе хаҡында бер ваҡытта ла уйланғаным булманы. Медицина тикшеренеүҙәре тормошомдоң мәғәнәһе булып китер тип уйланым. Табип булып киткәс, мин патологияны — ауырыуҙарҙың килеп сығышын, уның ағышын һәм эҙемтәләрен тикшерә торған фәнде өйрәнергә булдым.

Рактан вафат булған пациенттарҙы ярып тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, мин ҡан ебәреүҙең файҙа килтереүенә шикләнә башланым. Рактың һуңғы стадияһында ҡан юғалтыу арҡаһында анемия башлана. Ә химеотерапия анемияны көсәйтә, шуға ла табип ауырыуға ҡан ебәрергә ҡарар итә. Мин иһә, ҡан ебәреү арҡаһында рак тағы ла нығыраҡ тарала, тигән һығымтаға килә башланым. Һәр хәлдә, ҡан ебәреүҙең иммунитетты ҡаҡшатыуы бөгөн инде ап-асыҡ билдәле, ә был, үҙ сиратында, сирҙең көсәйеү һәм рак менән ауырыған пациенттарҙың үлеү осраҡтарын йышайта ғына b.

1975 йылда мәҡәләнең башында иҫкә алынған хәл килеп сыҡты. Профессор гематология буйынса белгес ине һәм теге пациентты тап ул дауалағайны. Шуға күрә лә, пациент ҡан ебәреү арҡаһында үлгән, тип әйткәнемде ишеткәс, уның ярһып киткәне һис тә ғәжәп түгел ине. Әммә мин аңлатыуымды дауам иттем, һәм ул яйлап тынысланды.

Сирҙәр ҙә, үлем дә башҡа инде булмаясаҡ

Тап шул ваҡыттар тирәһендә ҡатыныма Йәһүә шаһиты булған оло йәштәге бер ҡатын килгән. Һөйләгәндә, ул ҡатын «Йәһүә» тигән һүҙҙе ҡулланған, һәм ҡатыным ул һүҙҙең нимә аңлатҡанын һораған. Теге ҡатын: «Йәһүә — ул хаҡ Алланың исеме», — тигән. Масуко Изге Яҙманы бала саҡтан уҡ уҡыған, әммә уның Изге Яҙмаһында Алланың исеме «ХОҘАЙ» тигән титул менән алмаштырылған булған. Хәҙер иһә Масуко Алланың шәхес булыуын һәм уның исеме бар икәнен белгән!

Масуко шунда уҡ теге ҡатын менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Бер саҡ төнгө берҙә эштән ҡайтып инеүемә ҡатыным шатланып: «Изге Яҙмала ауырыуҙар ҙа, үлем дә булмаясаҡ тип яҙылған!» — тине. Мин: «Был бик шәп булыр ине!» — тип яуап бирҙем. Ҡатыным иһә дауам итте: «Яңы донъя бик тиҙҙән килеп етәсәк, шуға күрә ваҡытыңды әрәм итеүеңде теләмәйем». Мин, ҡатыным табип эшен ташлауымды теләй тип уйлап, уға асыуландым, һәм беҙҙең аралар киҫкенләшеп китте.

Әммә ҡатыным бирешмәне. Ул, доға ҡылып, Изге Яҙманан аяттар һайлап, миңә уларҙы уҡый ине. Айырыуса Вәғәзсе 2:22, 23-тә яҙылған һүҙҙәр йөрәгемә үтеп инде, унда: «Кеше, ҡояш аҫтында тырышып эшләп, йөрәге ауыр хеҙмәткә ынтылып, ысынында нимәгә ирешә һуң? ...Хатта төндә лә күңеленә тыныслыҡ юҡ. Был да буш нәмә икән», — тиелгән. Ошо һүҙҙәр минең тормошомдо һүрәтләй кеүек ине, сөнки мин, үҙ ғүмеремде көнө-төнө медик тикшеренеүҙәргә бағышлап, был шөғөлдән ысын ҡәнәғәтлек тапмай инем.

1975 йылдың июлендә, йәкшәмбе көнө иртәнсәк ҡатыным Батшалыҡ залына осрашыуға киткәс, ҡапыл ғына мин дә унда барырға булдым. Мине залда күргәс, ҡатыным бик ғәжәпләнде. Йәһүә шаһиттарының барыһы ла мине бик йылы итеп ҡаршы алды. Шул көндән алып мин йәкшәмбе үткән осрашыуҙарға даими рәүештә йөрөй башланым. Ә инде бер ай тирәһе ваҡыт үтеүгә бер ир ҡәрҙәш минең менән Изге Яҙма өйрәнә башланы. Ҡатыным иһә, уға Йәһүә шаһиттарының тәүге тапҡыр килеүҙәренән һуң өс ай үткәс, һыуға сумдырылды.

Ҡанға ҡарата Алла ҡарашын ҡабул итәм

Тиҙҙән мин Изге Яҙманан мәсихселәр ҡандан тыйылырға тейеш икәнен белдем (Башланмыш 9:4; Ғәмәлдәр 15:28, 29). Ҡан ебәреү тураһында әйткәндә, инде быға тиклем үк шиктәрем булғанлыҡтан, ҡанға ҡарата Алла ҡарашын ҡабул итеү миңә ауыр булманы c. Мин: «Әгәр Барлыҡҡа килтереүсе бар икән һәм ул шундай әмер биргән икән, тимәк, был дөрөҫ», — тип уйланым.

Мин шулай уҡ ауырыуҙарҙың һәм үлемдең сәбәбе — Әҙәм ҡылған гонаһ икәнен дә белдем (Римдарға 5:12). Ул саҡта мин ҡан тамырҙарының склерозы тигән сирҙе тикшерә инем. Олоғая барыу менән беҙҙең артериялар тарая һәм һығылмалылығын юғалта, был иһә йөрәк, бөйөр ауырыуҙарына һәм цереброваскуляр үҙгәрештәргә килтерә. Мин ошо барлыҡ проблемаларҙың сәбәбе — мираҫ итеп алынған камилһыҙлыҡ икәнен ап-асыҡ аңланым. Тиҙҙән медицина менән ҡыҙыҡһыныуым һүнә башланы. Тик Йәһүә генә сирҙәрҙе һәм үлемде юҡ итә ала бит!

Изге Яҙманы өйрәнә башлағандан һуң 7 ай үткәс, 1976 йылда мин университет клиникаһында алып барған тикшеренеүҙәремде туҡтаттым. Башҡаса инде табип булып эшләй алмам, тип ҡурҡҡайным, ләкин башҡа бер дауаханала эш таптым. Ә инде 1976 йылдың май айында һыуға сумдырылдым. Мин тулы ваҡытлы хеҙмәт, йәғни пионер хеҙмәте, үҙем өсөн иң яҡшы тормош юлы буласаҡ, тип хәл иттем һәм 1977 йылда уны башлап та ебәрҙем.

Ҡанға ҡарата Алла ҡарашын яҡлайым

1979 йылдың ноябрь айында беҙ Масуко менән вәғәзселәргә ихтыяж ҙур булған Тиба префектураһындағы икенсе бер йыйылышҡа күстек. Мин тулы көн эшләргә кәрәк булмаған дауахана эҙләп таптым. Беренсе көндө үк коллегаларым мине һырып алды. Улар, әгәр пациентҡа ҡан ебәрергә талап ителһә, Йәһүә шаһиты булараҡ, һин нимә эшләрһең, тип ныҡышты.

Мин уларға, Алланың ҡанға ҡарата принциптарына ярашлы эш итәсәкмен, тип әҙәпле генә яуап бирҙем. Ҡан ебәреүгә альтернативалар барлығын аңлаттым һәм, кеше ғүмерен ҡотҡарыр өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен, тип әйттем. Баш хирург менән бер сәғәт самаһы һөйләшкәндән һуң, ул миңә: «Мин һеҙҙе аңлайым. Ләкин, әгәр беҙгә күп ҡан юғалтҡан кешене килтерһәләр, беҙ үҙебеҙсә эш итәсәкбеҙ», — тине. Билдәле булыуынса, баш хирург ауыр холоҡло кеше ине, әммә шул әңгәмәнән һуң беҙҙең арала яҡшы ғына мөнәсәбәттәр урынлашты һәм ул минең ҡараштарымды һәр ваҡыт ихтирам итте.

Ҡанға ҡарата ҡарашым һынала

Беҙ Тиба префектураһында хеҙмәт иттек, ә Эбинала Йәһүә шаһиттарының яңы япон филиалы төҙөлә ине. Һәр аҙна беҙ ҡатыным менән шунда барып, Вефиль комплексын төҙөүҙә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәргә кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтә торғайныҡ. Бер нисә ай үткәс, беҙҙе Эбиналағы Вефилгә тулы ваҡытлы хеҙмәткә саҡырҙылар. 1981 йылдың мартында беҙ ваҡытлыса йәшәү урыны булған һәм 500-ҙән артыҡ ирекле хеҙмәтсе йәшәгән корпусҡа күстек. Иртән мин төҙөлөш майҙанындағы душ бүлмәләрен һәм бәҙрәфтәрҙе йыйыштыра инем, ә төштән һуң пациенттар ҡабул итә инем.

Пациенттарымдың береһе Илма Излоб ҡәрҙәш ине, ул 1949 йылда Японияға миссионер булараҡ Австралиянан килгән. Лейкоз менән ауырып киткәс, табиптар Илмаға, һиңә бер нисә ай ғына йәшәргә ҡалды, тип әйткән. Ғүмерен оҙайтыр өсөн, уға ҡан ебәрергә тәҡдим иткәндәр, әммә ул баш тартҡан һәм ҡалған көндәрен Вефилдә үткәрергә булған. Ул ваҡытта әле эритроциттар булдырыуҙы тиҙәйтеүсе эритропоэтин кеүек препараттар юҡ ине. Илманың гемоглобины ҡайһы саҡ 3—4 грамға ҡәҙәр төшә ине (норма 12—15 грамм). Шуға ҡарамаҫтан, уға ярҙам итер өсөн мин барыһын да эшләргә тырыштым. Илма, Алла Һүҙенә ҡаҡшамаҫ иман күрһәтеүен дауам итеп, тағы ете йыл йәшәне һәм 1988 йылдың ғинуарында вафат булды.

Вефилдә хеҙмәт иткән сағыбыҙҙа ҡайһы бер ирекле хеҙмәтселәргә операция яһарға тура килә ине. Шуныһын да әйтергә кәрәк: ҡан ҡулланмай операциялар үткәргән саҡта, яҡында урынлашҡан дауахана табиптары беҙгә ярҙам итә торғайны. Үҙҙәре лә операция үткәргән саҡтарында күҙәтеп торорға йыш ҡына мине саҡыра ине, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта ассистент булырға ла тура килде. Йәһүә шаһиттарының ҡанға ҡарата ҡарашын хөрмәт иткәндәре өсөн, ул табиптарға мин бик тә рәхмәтле. Бергә эшләгән саҡта мин уларға үҙ иманым хаҡында һөйләй торғайным. Күптән түгел шул табиптарҙың береһе һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып китте.

Шуны танырға кәрәк: табиптарҙың Йәһүә шаһиттарын ҡан ҡулланмай дауалау тәжрибәһе медицинаға ҙур өлөш индерҙе. Ҡан ебәрмәй үткәрелгән операциялар хирургияла ҡан ҡулланмай дауалау ысулының өҫтөнлөктәрен күрһәтте. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был осраҡта пациенттар тиҙерәк шәбәйә һәм операциянан һуң өҙлөгөүҙәр ҙә һирәгерәк күҙәтелә.

Иң бөйөк Табиптан өйрәнеүемде дауам итәм

Мин медицинаның яңы ҡаҙаныштарын күҙәтеп барырға тырышам. Әммә барыһынан да мөһиме, Йәһүәнән — иң бөйөк Табиптан өйрәнеүемде дауам итәм. Ул бит күптәр өсөн ап-асыҡ булған нәмәләрҙе генә түгел, ә кешенең ниндәй шәхес икәнен дә күрә (1 Самуил 16:7). Табип булараҡ, мин, кешеләрҙе сирҙәренең билдәләренә ҡарап ҡына түгел, ә ниндәй кеше булыуын да иҫәпкә алып дауаларға тырышам. Был иһә уларға сифатлы ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Мин Вефилдәге хеҙмәтемде дауам итәм. Кешеләргә Йәһүә һәм уның ҡанға ҡарата ҡарашы хаҡында һөйләгәндә, һаман да элекке саҡтағы кеүек үк ҙур шатлыҡ тоям. Мин бөйөк Табипҡа — Йәһүә Аллаға сирҙәрҙе һәм үлемде тиҙерәк юҡҡа сығарһын тип доға ҡылам. (Ясуси Айзава һөйләне.)

[Төшөрмәләр]

a Дэниз Харменинг яҙған дәреслектә әйтелеүенсә, «әкрен типтағы посттрансфузион гемолитик реакция элек ҡан ҡабул иткән кешеләрҙә, трансплантация яһатҡандарҙа һәм ауырлы ҡатындарҙа» күҙәтелергә мөмкин («Modern Blood Banking and Transfusion Practices»). Ундай осраҡтарҙа ҡан ебәреүгә ҡаршы реакция тыуҙырыусы антиесемдәрҙе «алдан үткәрелгән тикшереүҙәр ярҙамында асыҡлау мөмкин түгел». Икенсе бер китапта былай тиелә: «Тура килмәгән ҡандың организмға хатта кескенә күләмдә эләгеүе лә гемолизға килтерергә мөмкин. Ә инде бөйөрҙәр эшләмәһә, организм әкренләп ағыулана башлай, сөнки ҡандағы зыянлы матдәләрҙе айырып сығарыу процесы туҡтала» («Dailey’s Notes on Blood»).

b Бер журналда былай тиелгән :«Рак менән ауырыған пациенттарға операция алдынан ҡан ебәрһәләр, уларҙың операциянан һуңғы хәле операция алдынан ҡан ебәрмәгән башҡа пациенттарҙыҡына ҡарағанда насарыраҡ була» («Journal of Clinical Oncology», 1988 йыл, август).

c Ҡанға ҡағылышлы Изге Яҙмалағы тәғлимәттәр хаҡында өҫтәмә мәғлүмәтте Йәһүә шаһиттары баҫтырған «Ҡан нисек итеп һинең ғүмереңде ҡотҡара ала?» (урыҫ) тигән брошюранан табып була.

[Тексттан алынган өзек]

«Ҡан ебәреүгә альтернативалар барлығын аңлаттым һәм, кеше ғүмерен ҡотҡарыр өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен, тип әйттем»

[Тексттан алынган өзек]

«Ҡан ебәрмәй үткәрелгән операциялар хирургияла ҡан ҡулланмай дауалау ысулының өҫтөнлөктәрен күрһәтте»

[Тексттан алынган өзек]

Юғарыла: Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәр һөйләйем

Уңда: ҡатыным Масуко менән хәҙерге көндәрҙә