Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ысын өмөттө ҡайҙан табырға?

Ысын өмөттө ҡайҙан табырға?

Ысын өмөттө ҡайҙан табырға?

ҺЕҘҘЕҢ сәғәт туҡтаған. Ахыры, ул боҙолған. Уны ҡайҙа ремонтларға, тип уйлағанда, һеҙ күп варианттар табаһығыҙ. Сәғәт йүнәтеү тураһында рекламалар иҫәпһеҙ күп. Уларҙың барыһы ла ышандырырлыҡ итеп яҙылған, тик ҡайһы берҙәрендә ҡапма-ҡаршы мәғлүмәт бирелгән. Көтмәгәндә һеҙ яҡында ғына тап һеҙҙең сәғәттең моделен эшләгән мастер йәшәүен белеп ҡалаһығыҙ. Өҫтәүенә, ул һеҙгә бушлай ярҙам итергә әҙер. Һеҙҙең кемде һайлауығыҙ ап-асыҡ.

Хәҙер ошо сәғәтте үҙегеҙҙең өмөтләнә белеү һәләтегеҙ менән сағыштырығыҙ. Әгәр һеҙ, күп кешеләр кеүек, ошо хәүефле донъяла өмөтөгөҙ юғалыуын һиҙһәгеҙ, кемдән ярҙам эҙләрһегеҙ? Күптәр, проблемағыҙҙы хәл итә алам, тип ышандыра, ләкин тәҡдимдәрҙең күплеге һәм ҡапма-ҡаршылыҡлылығы арҡаһында кешеләр аптырап ҡала. Ниңә һуң кешеләрҙе өмөтләнеү һәләте менән Булдырыусыға мөрәжәғәт итмәҫкә? Инжилдә, «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» һәм ярҙам итергә бик теләй, тип әйтелә (Ғәмәлдәр 17:27; 1 Петр 5:7).

Өмөттөң тәрәнерәк аңлатмаһы

Изге Яҙма өмөттөң нимә икәнен врачтар, ғалимдар һәм психологтар аңлағанға ҡарағанда киңерәк һәм тәрәнерәк аңлата. Изге Яҙма яҙылған телдәрҙә «өмөт» тип тәржемә ителгән һүҙҙәр түҙемһеҙлек менән көтөүҙе һәм яҡшы нәмәне көтөүҙе аңлата. Асылда, өмөт ике факторҙан тора. Ул ниндәйҙер яҡшы нәмәне теләү һәм шул яҡшы нәмәнең булырына ышаныр өсөн нигеҙҙе үҙ эсенә ала. Изге Яҙмала әйтелгән өмөт буш фантазия түгел. Ул ышаныслы факттарға һәм дәлилдәргә нигеҙләнә.

Был йәһәттән өмөт уйҙырмаларға түгел, ә факттарға нигеҙләнгән иманға оҡшаш (Еврейҙарға 11:1). Шулай ҙа Изге Яҙма иман менән өмөт араһында айырма яһай (1 Коринфтарға 13:13).

Быны аңлар өсөн, бер миҫал ҡарайыҡ. Һеҙ яҡын дуҫығыҙҙан ярҙам һорағанда, уның ярҙам итеренә өмөтләнәһегеҙ. Һеҙҙең уға өмөтләнергә нигеҙегеҙ бар, сөнки дуҫығыҙға ышанаһығыҙ: уның изгелекле һәм йомарт икәнен яҡшы беләһегеҙ. Һеҙҙең иман һәм өмөт үҙ-ара тығыҙ бәйле, шулай ҙа улар араһында айырма бар. Аллаға ла шулай уҡ өмөтләнеп буламы?

Өмөт өсөн нигеҙ

Алла — ысын өмөт сығанағы. Элекке заманда Йәһүәне «Израиль өмөтө» тип атағандар (Иремия 14:8). Израиль халҡының һәр ныҡлы өмөтө Алланан килгән, тап Алла уның өмөтө булған. Бындай өмөт теләк кенә булмаған. Алла уларға өмөтләнер өсөн ныҡлы нигеҙ биргән. Йөҙәрләгән йылдар буйы израилдәрҙең Аллаһы булараҡ, Йәһүә күп вәғәҙә биргән һәм уларҙы үтәгән. Халыҡты етәкләгән Ешуа Израилгә былай тигән: «Аллағыҙ Йәһүә һеҙгә әйткән бөтә яҡшы вәғәҙәләренең бер һүҙе лә үтәлмәй ҡалманы» (Ешуа 23:14).

Меңәрләгән йылдар үтһә лә, был үтәлгән вәғәҙәләр иманды нығыта. Изге Яҙмала Алланың иҫ киткес вәғәҙәләре һәм уларҙың үтәлеүе тураһында тарих күҙлегенән ышаныслы хәбәрҙәр бик күп. Уның пәйғәмбәри вәғәҙәләре шул тиклем ышаныслы, хатта ҡай ваҡыт улар тураһында инде әйтелгән саҡта уҡ үтәлгән кеүек итеп яҙылған.

Шуға күрә беҙ Изге Яҙманы, өмөт биргән китап, тип атай алабыҙ. Алланың кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында күберәк белгән һайын, уға өмөтләнергә сәбәптәр арта ғына бара. Илсе Павел былай тип яҙған: «Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (Римдарға 15:4).

Алла беҙгә ниндәй өмөт бирә?

Ҡасан беҙ өмөткә бигерәк тә мохтаж? Үлем менән осрашҡанда түгелме? Әммә күптәр өсөн үлем, мәҫәлән, яҡын кешеңде юғалтыу, — өмөт тураһында уйлауы ауыр булған ваҡыт. Үлемдән дә өмөтһөҙ нәмәнең булыуы мөмкинме ни? Ул бөтәбеҙҙең дә артынан бер тотам ҡалмай йөрөй. Беҙ уны әҙгә генә кисектерә алабыҙ, ләкин бөтөнләй кирегә бороп ебәрергә көсөбөҙ етмәй. Изге Яҙма бик дөрөҫ итеп үлемде «иң һуңғы дошман» тип атай (1 Коринфтарға 15:26).

Үлем менән осрашҡанда ниндәй ҙә булһа өмөт бармы? Үлемде һуңғы дошман тип атаған аятта шулай уҡ, был дошман юҡҡа сығарыласаҡ, тип тә әйтелә. Йәһүә Алла үлемдән көслөрәк. Ул быны төрлө осраҡтарҙа иҫбатлаған. Нисек? Үлгәндәрҙе терелтеп. Изге Яҙмала Алланың көсө ярҙамында үлгәндәрҙе терелткән туғыҙ осраҡ һүрәтләнә.

Йәһүә үҙенең Улы Ғайсаға дүрт көн үле булған яҡын дуҫы Лазарҙы терелтеү өсөн көс биргәне тураһындағы осраҡ иғтибарға лайыҡ. Ғайса быны йәшерен түгел, ә бик күп кеше алдында асыҡтан-асыҡ эшләгән (Яхъя 11:38—48, 53; 12:9, 10).

Бәлки, һеҙ, был кешеләрҙе нимәгә терелтергә кәрәк булған икән, тип уйлайһығыҙҙыр. Һуңынан улар барыбер ҡартайып үлгән бит. Эйе, был шулай. Шулай ҙа ошо ышаныслы осраҡтар ярҙамында беҙҙең, яҡындарыбыҙ тағы йәшәһен, тигән теләк кенә түгел, ә тап шулай буласағына ышанырға нигеҙ ҙә бар. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙҙең ысын өмөт бар.

Ғайса: «Мин — терелеү һәм тормош», — тигән (Яхъя 11:25). Йәһүә уға үлгәндәрҙе бөтә донъя масштабында терелтер өсөн көс бирәсәк. «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ», — тигән Ғайса (Яхъя 5:28, 29). Ҡәберҙәрендә йоҡлап ятҡандарҙың барыһының да ерҙәге ожмахта йәшәр өсөн терелтелергә өмөтө бар.

Ишағыя пәйғәмбәр терелеүҙе тулҡынландырғыс итеп һүрәтләп биргән: «Һинең үлеләрең йәшәр. Минең үлектәр тороп баҫыр. Ер ҡуйынында ятҡандар, уянығыҙ һәм шатланып ҡысҡырығыҙ! Сөнки һинең ысығың иртәнге ысыҡтай, ер үҙендә ятҡан көсһөҙ үлеләрҙе йәшәр өсөн ҡайтарыр» (Ишағыя 26:19).

Был һүҙҙәр йыуатмаймы ни? Үлгәндәр күҙ алдына килтерә алған иң ҡурҡынысһыҙ урында ята. Ана ҡарынындағы бала һаҡлаулы булған кеүек, ҡәберҙә йоҡлап ятҡандар Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың хәтерендә һаҡлана (Лука 20:37, 38). Тиҙҙән улар бәхетле донъяла йәшәр өсөн тереләсәк. Уларҙы, хәстәрлекле ғаилә көтөп алынған баланың тыуыуына ҡыуанған кеүек, ҡыуанып ҡаршы аласаҡтар. Тимәк, хатта үлем менән осрашҡанда ла өмөт бар.

Өмөт һеҙгә ниндәй файҙа килтерә ала

Илсе Павел беҙҙе өмөттөң ҡиммәте тураһында күп нәмәгә өйрәтә. Ул өмөттө рухи кейемдең мөһим өлөшө — тимер башлыҡ менән сағыштырған (1 Фессалоникаларға 5:8). Ни өсөн? Элекке заманда һуғышсы һуғышҡа барғанда йыш ҡына кейеҙ йә күн кәпәс өҫтөнән тимер башлыҡ кейгән. Башлыҡ кейгәнгә, һуғышсының башына һуҡһалар ҙа, ул зыян күрмәгән. Павел нимәне күҙ уңында тотҡан? Тимер башлыҡ башты һаҡлаған кеүек, өмөт аҡылды һаҡлай. Әгәр һеҙҙең Алла ниәттәренә тура килгән ныҡлы өмөтөгөҙ булһа, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, һеҙ йән тыныслығын юғалтмаҫһығыҙ, паникаға һәм өмөтһөҙлөккә бирелмәҫһегеҙ. Бындай башлыҡ кемгә кәрәк булмаһын?

Павел өмөттөң Алла ихтыяры менән бәйле икәнен күрһәткән тағы бер миҫал килтергән. «Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь...», — тип яҙған ул (Еврейҙарға 6:19). Бер нисә тапҡыр карап һәләкәтенә осрағанға, Павел якорҙың ни тиклем мөһим икәнен белгән. Дауылға эләккәндә, моряктар якорь төшөргән. Әгәр ул диңгеҙ төбөнә етеп, ныҡ торһа, карап ярға сығарып ташланмай һәм таштарға бәрелеп ватылмай имен ҡалыр, тигән өмөт булған.

Шуның шикелле, әгәр Алланың вәғәҙәләре беҙҙең өсөн «ныҡлы һәм ышаныслы» икән, өмөт беҙгә ошо дауыллы заман өйөрмәләрендә ныҡ торорға ярҙам итер. Йәһүә, тиҙҙән һуғыштар, енәйәтселек, ҡайғы-хәсрәт һәм хатта үлем кешелекте яфаламаған ваҡыт килер, тип вәғәҙә итә. («Өмөт өсөн нигеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Өмөт дауылда иҫән ҡалыр өсөн кәрәкле якорь кеүек була ала, шулай уҡ был донъяла хөкөм һөргән тәртипһеҙлек һәм әхлаҡһыҙлыҡ рухына бирелмәйенсә, Алла нормалары буйынса йәшәргә этәргес тә була ала.

Йәһүә биргән өмөт шәхсән һеҙгә лә файҙа килтерә ала. Ул һеҙҙең үҙе ниәтләгән тормошто татыуығыҙҙы теләй. Ул «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын» теләй. Нисек? Иң беренсе, һәр кемгә хәҡиҡәт тураһында теүәл белем алырға кәрәк (1 Тимофейға 2:4). Алла Һүҙендәге йәшәү биргән белемде алығыҙ. Алла беҙгә ошо белем аша биргән өмөт был донъя тәҡдим иткән һәр өмөттән күпкә өҫтөнөрәк.

Бындай өмөт менән һеҙ бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелмәҫһегеҙ, сөнки Алла үҙенең ихтыярына тура килгән һәр маҡсатығыҙға ирешергә көс бирә ала (2 Коринфтарға 4:7; Филиптарға 4:13). Һеҙ шундай өмөткә эйә булырға теләмәҫ инегеҙме ни? Шулай итеп, әгәр һеҙ өмөткә мохтаж булһағыҙ, уны эҙләһәгеҙ, бирешмәгеҙ. Өмөт һеҙҙең янда ғына. Һеҙ уны таба алаһығыҙ!

[Рамка/Иллюстрация]

Өмөт өсөн нигеҙ

Изге Яҙманан алынған түбәндәге фекерҙәр һеҙгә өмөтөгөҙҙө нығытырға ярҙам итә ала.

Аллаһы Тәғәлә бәхетле киләсәк вәғәҙә итә.

Уның Һүҙендә, бөтә ер ожмах буласаҡ, унда кешеләр бәхетле һәм берҙәм ғаилә булып йәшәйәсәк, тип әйтелә (Зәбур 37:11, 29; Ишағыя 25:8; Асылыш 21:3, 4).

Алла алдай алмай.

Ул ялғандың бөтә төрөн дә нәфрәт итә. Йәһүә сикһеҙ изге һәм саф, шуға күрә ул алдай алмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19; Ишағыя 6:2, 3; Титҡа 1:2; Еврейҙарға 6:18).

Алла сикһеҙ хакимлыҡҡа эйә.

Йәһүә генә сикһеҙ ҡөҙрәтле. Ғаләмдәге бер нәмә лә уға үҙ вәғәҙәләрен үтәргә ҡамасаулай алмай (Сығыш 15:11; Ишағыя 40:25, 26).

Алла һеҙҙең мәңге йәшәүегеҙҙе теләй.

(Яхъя 3:16; 1 Тимофейға 2:3, 4).

Алла беҙгә өмөт менән ҡарай.

Ул иғтибарын беҙҙең хаталар һәм яңылышлыҡтарға түгел, ә беҙҙең тырышлыҡтар һәм ыңғай яҡтарға туплай (Зәбур 103:12—14; 130:3; Еврейҙарға 6:10). Ул дөрөҫ булғанды эшләребеҙгә өмөтләнә һәм беҙ уның өмөтөн аҡлағанда шатлана (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).

Хоҙай үҙенә яраҡлы булған маҡсаттарыбыҙға ирешергә ярҙам итергә вәғәҙә бирә.

Алла хеҙмәтселәре һәр ваҡыт уның ярҙамына өмөтләнә ала. Ул үҙенең изге рухын — иң ҡеүәтле көстө беҙгә ярҙамға мул итеп бирә (2 Коринфтарға 4:7).

Аллаға өмөтләнеү оятҡа ҡалдырмай.

Хоҙай тулыһынса ышанысҡа лайыҡ, ул бер ҡасан да өмөтөгөҙҙө өҙмәҫ (Зәбур 25:3).

[Иллюстрация]

Тимер башлыҡ башты һаҡлаған кеүек, өмөт аҡылды һаҡлай

[Иллюстрация]

Ныҡ нигеҙле өмөт, якорь һымаҡ, ныҡ торорға ярҙам итә

[Сығанаҡ]

Courtesy René Seindal/Su concessione del Museo Archeologico Regionale A. Salinas di Palermo