Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ауырлыҡтарға әҙер булығыҙ

Ауырлыҡтарға әҙер булығыҙ

Ауырлыҡтарға әҙер булығыҙ

«Мин яңы ғына тыуған сабыйыбыҙ хаҡына тәмәке тартыуҙы ташларға булдым һәм өйҙә “Тартыу тыйыла!” тигән яҙыу элеп ҡуйҙым. Әммә ни бары бер сәғәт үтеүгә, миндә тартырға көслө теләк тыуҙы, ул, әйтерһең дә, цунами кеүек ябырылды, һәм мин яңынан тарта башланым» (Йошимицу, Япония).

ЙОШИМИЦУ миҫалынан күреүебеҙсә, тәмәкене ташлау еңел түгел. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ташларға ҡарар иткәндән һуң, яңынан сигаретҡа тотонған кешеләрҙең 90 проценты был ғәҙәткә кире ҡайтҡан. Шуға күрә, тәмәке ташларға йыйынаһығыҙ икән, алдағы ауырлыҡтарға әҙер булығыҙ. Ул саҡта уңышҡа тиҙерәк ирешерһегеҙ. Ә ниндәй ауырлыҡтар булырға мөмкин?

Тәмәке тартырға көслө теләк. Был теләк һуңғы сигаретты тартҡандан һуңғы өс көн дауамында барлыҡҡа килә һәм, ике аҙна самаһы үткәс, бөтә. Элек тартҡан бер кеше былай тип иҫләй: «Ундай теләк тулҡын һымаҡ килеп бәрә, гел булып тормай». Хатта йылдар үткәндән һуң да, ул теләк көтмәгәндә килеп тыуырға мөмкин. Шулай була ҡалһа, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Биш минут тирәһе түҙһәгеҙ, ул теләк баҫылыр.

Тәмәке тартыуҙы ташлау арҡаһындағы симптомдар. Баштараҡ кешелә йоҡо баҫыу, иғтибарҙы туплай алмау, хәлһеҙлек, ҡысыныу, тирләү, йүткереү кеүек симптомдар күҙәтелергә мөмкин. Бынан тыш, кешенең тиҙ арала кәүҙәгә ҡалыная башлауы ихтимал. Шулай уҡ кешенең кәйефе ҡапыл үҙгәрергә, ул йә ҡыҙып китергә, йә көйәләнә башларға мөмкин, хатта депрессияға бирелеүе лә ихтимал. Был симптомдарҙың күбеһе дүрт—алты аҙна дауамында юҡҡа сыға.

Ошо ҡатмарлы осорҙо үткәреп ебәрергә һеҙгә түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.

● Туйғансы йоҡлағыҙ.

● Күберәк һыу һәм һуттар эсегеҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ.

● Физкультура яһағыҙ.

● Тәрән һулағыҙ һәм саф һауаның нисек итеп күкрәгегеҙҙе тултырғанын тойорға тырышығыҙ.

Нимә ҡотҡо тыуҙырырға мөмкин? Тормоштағы ниндәйҙер осраҡтар тәмәке тартыу теләген яңынан уятырға мөмкин. Әйтәйек, кофе эскәндә тартып ултырыу ғәҙәтегеҙ булған икән, ти. Ул саҡта, кофе тәменә ләззәтләнеп ултыраһы урынға, уны тиҙ генә эсә һалыу яҡшыраҡ булыр. Әлбиттә, ваҡыт уҙыу менән һеҙ яңынан элеккесә тәмләп-яйлап кофе эсә алырһығыҙ.

Шулай ҙа, организм никотиндан таҙарынғандан һуң да, ундағы психологик бәйләнештәр оҙаҡ һаҡланырға мөмкин. Юғарыла иҫкә алынған Торбен былай тип таный: «Хатта әлеге көндә лә, инде ун туғыҙ йыл үткәс тә, кофе эскән саҡтарҙа ҡапыл ғына тәмәке тартҡы килеп киткән мәлдәр булғылай». Әммә, ғәҙәттә, билдәле бер шарттарҙа килеп тыуа торған был теләк ваҡыт уҙыу менән, кәмегәндән-кәмей барып, бөтөнләй юҡҡа сыға.

Иҫерткес эсемлектәргә килгәндә, эш бөтөнләй башҡаса. Тәмәкене ташлаған ваҡытта һеҙгә, моғайын, иҫерткес эсемлектәр эсмәй торорға һәм кешеләр эсә торған урындарҙы урап үтергә кәрәк булыр. Сөнки кеше тап эскән сағында ҡотҡоға бирешеүсән була. Ни өсөн шулай?

● Хатта әҙ генә күләмдәге алкоголь дә никотин биргән ләззәтте көсәйтә.

● Эскән компанияла, ғәҙәттә, тәмәке лә тарталар.

● Иҫерткес эсемлектәр аҡылды томалай һәм үҙ-үҙеңде контролдә тоторға ҡамасаулай. «Шарап дөрөҫ булғанды эшләү теләген урлай» (Осия 4:11).

Аралашыу даирәһе. Аралашыу өсөн кешеләрҙе һайлай белегеҙ. Мәҫәлән, тартҡан йә тәмәке тәҡдим итерҙәй кешеләр менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ. Бынан тыш, үҙенең урынһыҙ шаяртыуы һәм төрттөрөүе менән һеҙҙең тәүәккәллекте һындырырға маташҡан кешеләрҙән ситләшегеҙ.

Тиҫкәре хистәр. Бер һорау алыу һөҙөмтәһенә ярашлы, тәмәкегә кире ҡайтҡан кешеләрҙең өстән ике өлөшө бынан саҡ ҡына алдараҡ ярһыу тойғоһо йәки стресс кисергән булған. Әгәр ниндәй ҙә булһа хистәр һеҙҙә тәмәке тартыу теләге уята икән, иғтибарығыҙҙы икенсе нәмәгә күсерергә тырышығыҙ: һыу эсеп алығыҙ, һағыҙ сәйнәгеҙ йә йөрөп килегеҙ. Аҡылығыҙҙы ыңғай хистәр менән тултырығыҙ. Мәҫәлән, Аллаға доға ҡылығыҙ һәм Изге Яҙманан бер нисә бит уҡып сығығыҙ (Зәбур 19:14).

Яңылыш фекерҙәр

Мин бер генә һурам.

Ысынында нисек була? Тәмәкене хатта бер генә һурыу ҙа баш мейеһендәге билдәле рецепторҙарҙың яртыһын өс сәғәткә ҡуҙғытып ебәрә. Был иһә яңынан тарта башлауға килтерә.

Тәмәке стресты еңергә ярҙам итә.

Ысынында нисек була? Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, никотин стресс гормондарын арттыра ғына. Никотин тәмәке ташлау симптомдарын ваҡытлыса баҫа, шуға күрә лә кешегә еңел булып киткәндәй тойола.

Миңә тәмәке ташларға һуң инде.

Ысынында нисек була? Пессимистик ҡараш ихтыяр көсөн һындыра. Изге Яҙмала: «Ҡайғы-хәсрәт көнөндә күңелең төшкән икән, көс-ҡеүәтең әҙ, тимәк», — тиелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10). Төшөңкө уйҙарҙан арынығыҙ. Әгәр кешенең тәмәкенән ҡотолоу теләге көслө икән һәм ул үҙен ҡулға алыр өсөн юғарыла килтерелгән кәңәштәрҙе тота икән, мотлаҡ рәүештә уңышҡа ирешәсәк.

Мин быны булдыра алмайым.

Ысынында нисек була? Әлбиттә, тартыу теләген еңеү бик ауыр, әммә бер нисә аҙнанан хәлегеҙ еңеләйер. Шуға күрә һис тә бирешмәгеҙ! Хатта айҙар йә йылдар үткәс тә тартҡы килеп киткән саҡтар булырға мөмкин, әммә ул барыбер баҫылыр, тик иң мөһиме — ҡулығыҙға яңынан тәмәке ала күрмәгеҙ.

Миңә ташларға ярамай, миндә психик сир бар.

Ысынында нисек була? Әгәр психик яҡтан сәләмәт түгелһегеҙ, мәҫәлән, депрессия йәки шизофрения менән ауырыйһығыҙ икән, үҙегеҙҙе дауалаған табиптан тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам итеүен һорағыҙ. Моғайын, ул һеҙҙең был ҡарарығыҙҙы шатланып хуплар һәм сирегеҙҙең үҙенсәлектәрен, ҡабул иткән дарыуҙарҙы иҫәпкә алып, дауаланыу курсы һайлар.

Ҡотҡоға бирелеп, яңынан тарта башлаһам, үҙ-үҙемә ышанысым бөтөнләй ҡалмаҫ.

Ысынында нисек була? Әгәр ҙә, ҡотҡоға бирелеп, яңынан тарта башлаһағыҙ — ә күптәр менән тап шулай була ла — юғалып ҡалмағыҙ.

Бөтә көсөгөҙҙө йыйып, көрәште дауам итегеҙ. Уңышһыҙлыҡҡа осраһағыҙ ҙа, был әле еңелеү тигән һүҙ түгел. Артҡа сигенеү иһә еңелеүҙе аңлата. Шуға күрә һис тә бирешмәгеҙ. Шул саҡта мотлаҡ рәүештә еңерһегеҙ. 26 йыл буйы тәмәке тартҡан Ромуальдо был ғәҙәтте ташлай алған. Хәҙер инде 30 йыл тартмай һәм ул бына нимә ти: «Минең, үҙемде тыя алмай, әллә нисә тапҡыр яңынан тәмәкегә йәбешкән саҡтарым булды. Һәр осраҡта ла үҙемде булдыҡһыҙ тип хис иттем. Әммә Йәһүә менән яҡынлашырға бик тә ныҡ теләгәнгә күрә, уға күп доға ҡылдым һәм уның ярҙамы менән еңеүгә өлгәшә алдым».

Мәҡәләләрҙең һуңғыһында тәмәке ҡоллоғонан ҡотолорға ярҙам итер өсөн тағы бер нисә кәңәш килтерелә.

[Рамка/Иллюстрация, 7-се бит]

ТӘМӘКЕНЕҢ БӨТӘ ТӨРҘӘРЕ ЛӘ ҮЛЕМГӘ КИЛТЕРӘ

Тәмәкене төрлөсә ҡулланалар. Уның ҡайһы бер төрҙәре хатта сәләмәт туҡланыу кибеттәрендә лә һатыла. Шулай ҙа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, «тәмәкенең бөтә төрҙәре лә үлемесле», тип киҫәтә. Тәмәке тартыу төрлө сирҙәргә, мәҫәлән, рак, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, ә һөҙөмтәлә, үлемгә килтерә. Әгәр ҙә инде ауырлы ҡатын тәмәке тартһа, уның сабыйына зыян килә. Тәмәкенең ниндәй формалары бар?

Биди — Азия илдәрендә киң таралған ҡулдан төрөлгән бәләкәй сигареттар. Бидиҙа ыҫмалалар, никотин һәм һөрөм газының күләме ғәҙәттәге сигареттарға ҡарағанда бер нисә тапҡырға артығыраҡ.

Сигаралар — тығыҙ итеп төрөлгән тәмәке япраҡтары. Сигарет төтөнө кислоталы булһа, сигара тәмәкеһе һелтеле була. Шуға күрә хатта тоҡандырмаған килеш тә унан никотин һурырға була.

Кретек — 60 процентҡа тәмәкенән һәм 40 процентҡа ҡәнәферҙән торған сигареттар. Ғәҙәттәге сигареттарға ҡарағанда кретекта ыҫмалалар, никотин һәм һөрөм газының күләме күберәк.

Төрөпкә. Төрөпкә тартыу тәмәке тартыу кеүек үк зыянлы. Ул да шундай уҡ ауырыуҙарға, шул иҫәптән рактың төрлө формаларына, килтерә.

Төтөнһөҙ тәмәкеләр — сәйнәй һәм еҫкәй торған тәмәке, шул иҫәптән, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла таралған хуш еҫле гутха. Был осраҡта никотин ҡанға ауыҙ эсендәге тире аша эләгә. Ундай тәмәке башҡалары кеүек үк ҡурҡыныс.

Кальян (бонг, наргиле, хукка, шиша) — һыу аша үткәрелгән төтөндө көпшә ярҙамында һурыу. Әммә был ысул кеше үпкәһенә барған ағыуҙар һәм канцерогендарҙы һис тә кәметмәй.

[Рамка/Иллюстрация, 8-се бит]

БАШҠАЛАРҒА ТӘМӘКЕНЕ ТАШЛАРҒА ЯРҘАМ ИТКӘНДӘ...

Ыңғай ҡарашлы булығыҙ. Тәнҡитләү һәм өгөт-нәсихәт уҡыуға ҡарағанда, маҡтау һәм бәләкәй бүләктәр биреү күберәк ярҙам итә. «Тағы ла тырышып ҡара, һин булдыра алаһың!» тигән һүҙҙәр «Һин тағы ысҡындыңмы?!» тигәндән яҡшыраҡ тәьҫир итер.

Кисереүсән булығыҙ. Тартыу ғәҙәте менән көрәшкән кеше һеҙгә асыуланһа, быға әһәмиәт бирмәгеҙ. Уға йылы һүҙҙәр әйтегеҙ, мәҫәлән: «Аңлайым, был еңел түгелдер, әммә һин афарин, тырышаһың». Һәм бер ҡасан да: «Һиңә түҙер хәл ҡалманы, тартҡан саҡта яҡшыраҡ инең!» — тип әйтә күрмәгеҙ.

Тоғро дуҫ булығыҙ. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Эйе, тәмәке тартыуын ташларға тырышҡан кешенең кәйефе ниндәй генә булмаһын, уға һәр ваҡыт сабырлыҡ һәм яратыу күрһәтегеҙ.