Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Дуҫ түгел, ә дошман

Дуҫ түгел, ә дошман

Дуҫ түгел, ә дошман

Һин был «дуҫты» үҫмер сағыңда уҡ осраттың. Уның ярҙамында һин үҙеңде оло кешеләй хис иттең һәм тиҫтерҙәрең араһында уртаҡ тел табыу еңелерәк тойолдо. Ул һиңә һәр саҡ стресты еңергә «ярҙам итте» һәм һин инде уға таянырға ғәҙәтләнеп киттең.

Әммә, ваҡыт үтә килә, һин шул «дуҫыңдың» әллә ни шәп дуҫ түгел икәнен күрҙең. Мәҫәлән, ул, хатта башҡаларға был оҡшамаһа ла, гел һинең менән йөрөргә теләй. Үҙеңде оло кеше итеп тойорға ярҙам иткәне өсөн, ул һинән сәләмәтлегең менән түләүеңде талап итә. Өҫтәүенә, һинең аҡсаңды урлай.

Күптән түгел һин инде бер нисә тапҡыр уның менән дуҫлығыңды өҙөргә ынтылғайның, ләкин ул быға ризалашмай. Хәҙер һин ниндәйҙер мәғәнәлә уның ҡолона әйләндең һәм уның менән дуҫлашҡаныңа инде үкенәһең.

ОШОНДАЙ «дуҫлыҡ» хаҡында тәмәке тартыусыларҙың күбеһе һөйләй ала. 50 йыл буйы тәмәке тартҡан Эрлин былай тип иҫкә ала: «Кем менәндер булыуға ҡарағанда, миңә тәмәке менән булыу күпкә яҡшыраҡ ине. Ул минең тоғро, ә ҡайһы осраҡтарҙа берҙән-бер дуҫым була торғайны». Ләкин ваҡыт уҙа бара Эрлин тәмәкенең дуҫ түгел, ә мәкерле дошман икәнен аңлаған. Асылда, юғарыла килтерелгән миҫал Эрлин осрағына ла тура килә, әммә бында бер айырма бар: тәмәке тартыуҙың организмды бысратыуын һәм шул сәбәпле был ғәҙәттең Алла ҡарашында гонаһ булыуын белгәс, Эрлин тартыуын ташлаған (2 Коринфтарға 7:1).

Иманына таянып, Френк та тартыуын ташларға ҡарар иткән. Әммә аҙаҡҡы тапҡыр тартҡандан һуң бер-ике көн үтеүгә, ул йортоноң күтәрмәһе аҫтына инеп, ярыҡтан аҫҡа төшкән тәмәке төпсөктәрен эҙләй башлаған. Френк былай тип хәтерләй: «Шул саҡ мин ҡапыл ғына үҙ хәлемдең ни тиклем аяныс икәнен аңлап ҡалдым: ниндәйҙер төпсөктәр табыр өсөн, бысраҡта имгәкләп йөрөйөм бит!.. Үҙемдән үҙем ерәнеп киттем. Шул ваҡыттан алып тәмәкегә ҡағылғаным да юҡ».

Нилектән тәмәке кешене шул дәрәжәлә ныҡ әсир итә? Белгестәр быға бер нисә сәбәп килтерә: 1) тәмәке, наркотик кеүек үк, әүәҫлек тыуҙыра; 2) һулыш аша организмға эләккән никотин ни бары ете секунд эсендә мейегә барып етә; 3) был ғәҙәт кешенең тормошона шул тиклем ныҡ үтеп инә, хатта уның йәшәү рәүешенә әйләнә: ул инде ашау, эсеү, аралашыу, стресты еңеү һәм башҡа нәмәләрҙе тәмәкеһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

Шулай ҙа, Эрлин һәм Фрэнк миҫалдарынан күреүебеҙсә, был зыянлы әүәҫлектән ҡотолоп була. Әгәр тәмәке тартыуҙы ташларға теләһәгеҙ, киләһе мәҡәләләр һеҙгә быны эшләргә ярҙам итер һәм һеҙ яңы тормош башлай алырһығыҙ.