Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тәүәккәл эш итегеҙ

Тәүәккәл эш итегеҙ

Тәүәккәл эш итегеҙ

«Кешенең бик көслө теләге булһа ғына, ул тәмәке тартыуын ташлай ала» («Stop Smoking Now!»).

БАШҠА һүҙҙәр менән әйткәндә, бүтән тартмайым, тигән кешенең ниәте ҡәтғи булырға тейеш. Быға нисек ирешергә һуң? Иң беренсе сиратта шул хаҡта уйланығыҙ: тартыуҙы ташлаһағыҙ, бынан үҙегеҙгә ниндәй файҙа буласаҡ?

Аҡсағыҙ янда ҡалыр. Көн һайын бер ҡап тәмәке тартыу ғәҙәте йыл әйләнәһенә ҙур ғына сумма талап итә. «Тәмәкегә шул тиклем күп аҡса китәлер тип башыма ла килмәй ине» (Гиану, Непал).

Тормошоғоҙ күберәк шатлыҡ килтерер. «Мин тәмәке тартыуҙы ташлағас ҡына, йәшәү йәмен аңланым һәм хәҙер инде тормошом көндән-көн яҡшыра бара» (Регина, КАР). Тартыуҙы ташлаған саҡта, кешенең еҫ һәм тәм һиҙеү һәләте һиҙелерлек дәрәжәлә яҡшыра, уның көсө арта һәм тышҡы ҡиәфәте матурлана.

Һаулығығыҙ яҡшырыр. «Тәмәкене ташлаған бар кеше лә — ололар ҙа, йәштәр ҙә, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа — шунда уҡ сәләмәтлеге яҡшырғанын һиҙә» (Ауырыуҙарҙы контролләү һәм профилактикалау үҙәктәре, АҠШ).

Үҙ-үҙегеҙгә ышанысығыҙ артыр. «Мин тәмәке ҡоло булырға теләмәнем. Шуға күрә тартыуҙы ташланым. Мин үҙ тәнемә үҙем хужа булырға теләнем» (Хеннинг, Дания).

Был туғандарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға ла файҙа килтерер. «Тәмәке төтөнө тәмәкесе янындағы кешеләргә лә зыян килтерә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, пассив тартыу арҡаһында йыл һайын меңдәрсә кеше йөрәк ауырыуҙарынан һәм үпкә рагынан үлә» (Америка онкология йәмғиәте).

Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙе ҡыуандырырһығыҙ. «Ҡәҙерлеләрем... әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ» (2 Коринфтарға 7:1). «Үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ» (Римдарға 12:1).

«Тәмәке тартыуҙың тәнде бысратыуын һәм Алланың был ғәҙәтте хөкөм итеүен белгәс, мин тартыуҙы ташларға булдым» (Сильвия, Испания).

Әммә йыш ҡына, тәмәке ташлар өсөн, теләк кенә етмәй. Башҡаларҙың, шул иҫәптән туғандарҙың һәм дуҫтарҙың. ярҙамы кәрәк булырға мөмкин. Улар беҙгә нисек ярҙам итә ала һуң?