Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ еңә алаһығыҙ!

Һеҙ еңә алаһығыҙ!

Һеҙ еңә алаһығыҙ!

ХӘҘЕР һеҙгә Изге Яҙмалағы: «Ҡыйыу бул һәм эш ит!», — тигән һүҙҙәргә иғтибар итергә ваҡыт етте (1 Йылъяҙма 28:10). Уңышҡа ирешер өсөн, тағы нимә эшләп була?

Көн һайлағыҙ. Америка Ҡушма Штаттарының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт министрлығы ошондай кәңәш бирә: әгәр һеҙ тәмәке тартыуҙы ташларға ҡарар иткәнһегеҙ икән, киләһе ике аҙна эсендә ташлай торған көн билдәләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙҙең тәүәккәллек һыуынмаҫ. Ул көндө календарҙа билдәләп ҡуйығыҙ, пландарығыҙ тураһында дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ һәм бер нәмәгә лә һеҙгә ҡамасауларға юл ҡуймағыҙ.

Памятка яҙығыҙ. Унда ҡарарығыҙ буйынса эш итергә ярҙам иткән мәғлүмәтте яҙып ҡуйығыҙ. Мәҫәлән:

● тартыуҙы ташларға этәргән сәбәптәр;

● тартыу вәсвәсәһенә бирелеү ҡурҡынысы тыуғанда, һеҙ шылтырата алған кешеләрҙең телефон номерҙары;

● маҡсатығыҙға ирешергә ярҙам иткән файҙалы фекерҙәр, бәлки, Изге Яҙманан аяттар (мәҫәлән, Галаттарға 5:22, 23).

Памятканы һәр ваҡыт үҙегеҙ менән йөрөтөгөҙ һәм көнөнә бер нисә тапҡыр уҡығыҙ. Хатта тартыуҙы ташлағас та, тартырға теләк тыуһа, уны алып уҡып була.

Психологик бәйләнештәрҙе өҙөгөҙ. Тартыуҙы ташлағанға тиклем үк, тартыу менән бәйле ғәҙәттәр менән көрәшә башлағыҙ. Мәҫәлән, әгәр һеҙ элек уяныу менән сигаретҡа тотонһағыҙ, хәҙер бер сәғәткә һуңыраҡ тартып була. Әгәр һеҙ ашаған саҡта йәки ашағандан һуң шунда уҡ тартаһығыҙ икән, быны эшләүҙән туҡтағыҙ. Тәмәке тартҡан урындарҙы урап үтегеҙ. Бер үҙегеҙ булғанда: «Юҡ, рәхмәт, мин ташланым», — тигән һүҙҙәргә алдан уҡ репетиция яһағыҙ. Был аҙымдар һеҙҙе тартыуҙы ташлай торған көнгә әҙерләр һәм һеҙҙең тиҙҙән бәхетле һәм ирекле кеше буласағығыҙҙы иҫегеҙҙә тоторға ярҙам итер.

Ентекләп әҙерләнегеҙ. Билдәләгән көнөгөҙгә һағыҙ, кишер, сәтләүек, көнбағыш һәм башҡа нәмәләр әҙерләп ҡуйығыҙ. Туғандарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға билдәләгән көн тураһында әйтегеҙ, уларҙың ярҙам итеүен һорағыҙ. Был көн алдынан көл һауыттарын, зажигалкаларығыҙҙы ташлағыҙ. Өйҙә, эштә, машинала, кеҫәгеҙҙә сигарет ҡалманымы икән тип, тикшерегеҙ — юғиһә барыһы ла бушҡа булыр. Ҡулыңды һуҙып, өҫтәл тартмаһынан сигарет алыуға ҡарағанда, дуҫыңдан һорау йәки магазинға барып алыу күпкә ауырыраҡ бит! Шулай уҡ Алланан ярҙам һорарға онотмағыҙ, бигерәк тә аҙаҡҡы сигаретты тартҡандан һуң (Лука 11:13).

Тәмәкенең дуҫ түгел, ә аяуһыҙ һәм мәкерле дошман икәнен аңлағас, бик күп кеше уның менән хушлаша алған. Һеҙ ҙә быны эшләй алаһығыҙ. Тәмәке ҡоллоғонан ҡотолғас, һеҙ үҙегеҙҙе күпкә яҡшыраҡ һәм бәхетлерәк хис итерһегеҙ.

[Иллюстрация]

Памятканы һәр ваҡыт үҙегеҙ менән йөрөтөгөҙ һәм көнөнә бер нисә тапҡыр уҡығыҙ