Төп мәғлүмәткә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Йәһүә шаһиттары ҡандың ниндәй ҙә булһа ваҡ фракцияларын ҡуллана аламы?

Был яуап күбеһенсә 2000 йылдың 15 июнь сығарылышынан алынған.

Өҙөп кенә әйткәндә, Йәһүә шаһиттары үҙ организмына ҡан ҡабул итмәй. Беҙ Алланың ҡан тураһындағы ҡанунын үҙгәреп торған ҡараштарға яраҡлаштырырға ярамағанына ныҡ ышанабыҙ. Ләкин бөгөн ҡандан дүрт төп компонент һәм уларҙан фракциялар айырып алып булғанға, яңы һорауҙар тыуа. Уларҙы ҡулланырға яраймы икәнен хәл иткәндә, мәсихсе һайланған дауалау ысулы менән бәйле файҙа һәм зыянды ғына түгел, ә башҡа нәмәләрҙе лә иҫәпкә алырға тейеш. Уның өсөн был турала Изге Яҙмала нимә әйтелеүе һәм был ҡарары Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла менән мөнәсәбәтенә нисек тәьҫир итеүе мөһим булырға тейеш.

Төп һорауҙар бик ябай. Быны аңларға Изге Яҙмалағы ҡайһы бер мәғлүмәттәр, шулай уҡ тарих һәм медицина мәғлүмәттәре ярҙам итә.

Йәһүә Алла беҙҙең ата-бабабыҙ Нухҡа, ҡан менән айырым бер төрлө эш итергә кәрәк, тигән (Башланмыш 9:3, 4). Һуңғараҡ Израилгә бирелгән Алла ҡанунынан ҡандың изге икәне күренгән. Унда былай тиелгән: «Әгәр Израиль йортонан берәй кеше йә арағыҙҙа йәшәүсе сит ил кешеһе ниндәй ҙә булһа ҡан ашаһа, мин, һис шикһеҙ, ҡан ашаған кешене кире ҡағырмын». Алла ҡанунын боҙған Израиль кешеһе башҡалар өсөн насар үрнәк була алған, шуға Алла: «Уны халҡы араһынан юҡ итермен», — тип өҫтәгән (Левиттар 17:10). Һуңғараҡ Иерусалимда йыйылған илселәр һәм өлкәндәр, беҙ ҡандан тыйылырға тейеш, тигән ҡарарға килгән. Был ялған илаһтарға табыныуҙан һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтан тыйылыу кеүек үк мөһим булған (Ғәмәлдәр 15:28, 29).

Ул ваҡытта йәшәгән мәсихселәр «тыйылығыҙ» тигән һүҙҙе нисек аңлаған? Улар бер ниндәй ҡанды ла — яңы ағып сыҡҡанын да, ойошҡан ҡанды ла, ҡаны сығарылмаған хайуан итен дә ашамаған. Улар шулай уҡ составында ҡан булған ризыҡты, мәҫәлән, ҡан колбасаһын ашамаған. Ошондай юлдар менән ҡан ашау Алла законын боҙоу тип һаналған (1 Самуил 14:32, 33).

Тертуллиандың хеҙмәттәренән (б. э. II—III бб.) күренгәнсә, күпселек кеше ҡан ашауҙы ғәйеп эш тип иҫәпләмәгән. Мәсихселәр ҡан эсә, тигән ялған ғәйепләүҙәргә яуап итеп, Тертуллиан төҙөгән килешеүҙәрен ҡан йотомо менән нығытҡан ҡәбиләләр тураһында яҙған. Ул шулай уҡ «гладиаторҙар уйындары ваҡытында өйәнәктән ҡотолор өсөн аренала үлтерелгән енәйәтселәрҙең яңы ағып сыҡҡан ҡанын ҡомһоҙланып эскән» кешеләр тураһында әйткән.

Мәсихселәргә шулай эшләргә ярамаған (хатта римдар быны һаулыҡ өсөн файҙалы тип һанаһа ла). Тертуллиан: «Мәсихселәр... хатта хайуан ҡанын да ашамай», — тип яҙған. Римдар, ҡанлы ризыҡ тәҡдим итеп, мәсихселәрҙең сафлығын һынаған. Тертуллиан былай тип дауам итә: «Нисек һеҙ хайуан ҡанынан ерәнеп баш тартҡан кешеләр кеше ҡанын эсер тип өмөтләнәһегеҙ?»

Бөгөн бик әҙҙәр генә, ҡан ебәреү тәҡдим ителгәндә, кешенең Аллаһы Тәғәләгә тоғролоғо һынала, тип уйлай. Әлбиттә, Йәһүә шаһиттары үлергә теләмәй, ләкин шул уҡ ваҡытта улар Алланың ҡан тураһындағы ҡанунын үтәргә тырыша. Хәҙерге медицина күҙлегенән был нимәне аңлата?

Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң медицинала ҡан ебәреү киң таралғас, Йәһүә шаһиттары бының Алла законына ҡаршы килгәнен аңлаған. Бөгөн дә улар шул уҡ ҡарашта тора. Ләкин ваҡыт үтеү менән медицина алға киткән. Бөгөн йышыраҡ ҡандың үҙен түгел, ә уның төп компоненттарының береһен — 1) эритроциттар; 2) лейкоциттар; 3) тромбоциттар; 4) плазма (сыворотка), йәғни ҡандың шыйыҡ өлөшөн ебәрәләр. Ауырыған кешенең хәленә ҡарап, уға эритроцит, лейкоцит, тромбоциттар йәки плазма ебәреүҙе билдәләй алалар. Төп компоненттарҙың береһен генә ебәреү ҡандың бер берәмеген бер нисә кешегә ебәрергә мөмкинлек бирә. Йәһүә шаһиттары, ҡандың үҙен йә уның дүрт төп компонентын ебәреү Алла законына ҡаршы килә, тип һанай. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән был позицияның күп ҡурҡыныстарҙан, шул иҫәптән гепатит һәм СПИД кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлауы ла иғтибарға лайыҡ.

Ләкин, ҡандан төп компоненттарҙы ғына түгел, ә вағыраҡ компоненттар, йәғни фракциялар ҙа айырып алып булғанға, бындай һорауҙар тыуа: был фракциялар нисек ҡулланыла һәм мәсихсе бындай дауаланыу яраҡлымы икәнен хәл иткәндә нимәгә таянырға тейеш?

Ҡандың составы ҡатмарлы. Хатта плазмала, 90 процентҡа һыуҙан торһа ла, күп төрлө гормондар, органик булмаған тоҙҙар, ферменттар, туҡлыҡлы матдәләр, шул иҫәптән минералдар һәм шәкәрҙәр бар. Шулай уҡ плазманың составына альбумин, ҡан ойошоу факторҙары һәм организмға ауырыуҙар менән көрәшергә ярҙам иткән антиматдәләр кеүек аҡһымдар керә. Плазманан күп аҡһымдар айырып алалар һәм уларҙы ҡулланалар. Мәҫәлән, ҡан ойошоу факторы VIII-ҙе гемофилияны — ҡан туҡтамау менән бәйле сирҙе дауалар өсөн ҡулланалар. Ә кемгә ниндәйҙер сир йоғоу ҡурҡынысы янай, шул кешегә ошо сиргә иммунитеты булған кеше ҡанының плазмаһынан алынған гамма-глобулин инъекцияһын билдәләйҙәр. Плазмала медицинала ҡулланылған башҡа аҡһымдар ҙа бар. Был миҫалдар ҡандың төп компоненты булған плазманан төрлө фракциялар айырып алып булғанын күрһәтә *.

Ҡандың төрлө фракцияларын — вағыраҡ компоненттарын — плазманан ғына түгел, ә уның башҡа төп компоненттарынан да (эритроцит, лейкоцит һәм тромбоциттарҙан) айырып алалар. Мәҫәлән, лейкоциттарҙан интерферондар һәм интерлейкиндар айырып алалар, уларҙы ҡайһы бер вируслы инфекциялар һәм яман шеш ауырыуҙарын дауалар өсөн ҡулланалар. Тромбоциттарҙан яра уңалыуына булышлыҡ иткән факторҙар алалар. Составына ҡандың вағыраҡ компоненттары ла ингән (һәр хәлдә әлегә) медицина препараттары эшләп сығарыла. Был препараттар менән дауалағанда, ҡандың төп компоненттарын түгел, ә уларҙың өлөштәрен, йәғни фракцияларын ебәрәләр. Мәсихселәргә дауаланғанда был фракцияларҙы ҡулланырға ризалашырға кәрәкме? Был һорауға беҙ яуап бирә алмайбыҙ. Изге Яҙмала быға ҡағылышлы бер ниндәй ҙә конкрет күрһәтмәләр юҡ, шуның өсөн мәсихсенең үҙенә Алла алдында яҡшы уйланылған ҡарар ҡабул итергә кәрәк.

Ҡайһы бер мәсихселәр ҡандың ниндәй ҙә булһа өлөштәре (хатта ваҡытлыса пассив иммунитет булдыра алған фракциялар) булған препараттарҙан баш тарта. Алланың «ҡандан тыйылығыҙ» тигән әмерен улар шулай аңлай. Улар, Алла ҡануны Израилгә ҡанды ергә түгергә ҡушҡан, тип фекер йөрөтә (Ҡанун 12:22—24). Ни өсөн был мөһим? Сөнки гамма-глобулин, ойошоу факторҙары һәм башҡа препараттарҙы эшләп сығарыу өсөн ҡанды йыйырға һәм эшкәртергә кәрәк. Шуға күрә ҡайһы бер мәсихселәр ундай дауалауҙы ҡандың үҙен һәм уның дүрт төп компонентын ебәреү кеүек үк яраҡһыҙ тип һанай. Уларҙың ихлас, намыҫлы позицияһын хөрмәт итергә кәрәк.

Ҡайһы бер мәсихселәр бүтән төрлө ҡарашта тора. Улар ҙа ҡандың үҙен, эритроцит, лейкоцит, тромбоциттар һәм плазманы ебәреүҙән баш тарта. Шулай ҙа улар ҡандың төп компоненттарының фракциялары булған препараттарҙы ҡабул итергә ризалашырға мөмкин. Ләкин хатта был осраҡта ла мәсихселәрҙең позицияһы айырылып торорға мөмкин. Кемдер гамма-глобулиндың инъекцияларына ризалаша, ә эритроцит йәки лейкоцит элементтары булған препараттарҙың инъекцияларынан баш тарта йә баш тартмай. Әммә ҡан фракцияларын ҡулланып дауалауға ризалашҡан мәсихселәр нимәгә таяна?

1990 йылдың 1 июнь һанындағы «Күҙәтеү манараһында» (урыҫ), «Уҡыусыларҙың һорауҙары» рубрикаһында, ауырлы ҡатындың ҡанындағы плазма аҡһымдары (фракциялары) ҡарындағы айырым ҡан системаһы булған баланың ҡанына эләгә, тип әйтелгән ине. Шулай итеп әсә кеше балаһына иммуноглобулиндар бирә һәм уны йәшәү өсөн кәрәкле иммунитет менән тәьмин итә. Баланың ҡанындағы эритроциттар үҙҙәренең тәбиғи йәшәү циклын үтеп бөткәс, уларҙың кислород йөрөткән өлөшө эшкәртелә. Өлөшсә ул билирубинға әйләнә, ә ул әсәһенең организмына күсеп, унан сығарыла. Ҡандың фракциялары бер организмдан икенсеһенә шундай тәбиғи юл менән күсә алғас, ҡайһы бер мәсихселәр плазманан йә ҡан күҙәнәктәренән айырып алынған ниндәй ҙә булһа ҡан фракцияларын ҡулланып дауалауға ризалаша.

Мәсихселәрҙең фекерҙәре һәм выждандарына таянып ҡабул иткән ҡарарҙары айырылып тора. Ләкин был, мәсьәлә мөһим түгел, тигәнде аңлатамы? Юҡ. Дөйөм алғанда ябай булһа ла, был мәсьәлә бик етди. Юғарыла килтерелгән мәғлүмәттән күренгәнсә, Йәһүә шаһиттары ҡандың үҙен һәм уның төп компоненттарын ебәреүҙән баш тарта. Изге Яҙма мәсихселәргә, «ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан... һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», тип әйтә (Ғәмәлдәр 15:29). Ә ҡандың төп компоненттарының фракцияларын ебәреү тураһында һорау тыуһа, һәр мәсихсе, барыһын да яҡшылап уйлап һәм үлсәп, доға ҡылып үҙе ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Күп кешеләр, шул минутта уҡ файҙа алырға өмөтләнеп, теләһә ниндәй дауалауға ризалаша. Улар хатта һаулыҡ өсөн ҡурҡынысы булған дауалау төрҙәренә лә риза. Ҡан матдәләрен ҡулланыу ҙа шуға ҡарай. Эскерһеҙ мәсихселәр мәсьәләгә киңерәк ҡарарға һәм физик һаулыҡтан тыш бүтән нәмәләрҙе лә иҫәпкә алырға тырыша. Йәһүә шаһиттары сифатлы медицина ярҙамын ҡәҙерләй һәм ниндәй ҙә булһа дауалау ысулы менән бәйле файҙаны ла, ҡурҡынысты ла иҫәпкә ала. Ләкин ҡан нигеҙендә әҙерләнгән дарыуҙарҙы ҡулланыу тураһында һорау сыҡҡанда улар, ҡарарым Алла күҙлегенән дөрөҫ булырмы һәм был ҡарар Йәшәү биреүсе менән мөнәсәбәттәремә ниндәй йоғонто яһар, тип ныҡлап уйлана (Зәбур 36:9).

Мәҙхиә йырлаусы кеүек, ныҡлы ышаныс менән ошолай тип әйтә алған мәсихсе бәхетле: «Йәһүә Алла — беҙҙең ҡояшыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ, ул илтифатын күрһәтә, беҙҙе данға төрә. Сафлыҡ юлынан йөрөүселәрҙе Йәһүә һис ниндәй игелектән айырмаҫ. ...Йәһүә, һиңә таянып йәшәүсе кеше бәхетле» (Зәбур 84:11, 12).

[Төшөрмә]

^ 1978 йылдың 15 июнь һанындағы «Күҙәтеү манараһында» (ингл.) һәм 1994 йылдың 1 октябрь һанындағы «Күҙәтеү манараһында» (урыҫ) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән рубриканы ҡарағыҙ. Фармацевтик компаниялар ҡандан яһалмаған һәм элек ҡулланылған ҡан фракциялары урынына билдәләп булған рекомбинант препараттар әҙерләп сығарған.

[Рамка]

ВРАЧТАН НИМӘ ТУРАҺЫНДА ҺОРАП БУЛА?

Ниндәй ҙә булһа ҡан матдәһен үҙ эсенә ала алған дауалау йә операция кәрәк булһа, былай тип һорағыҙ:

Мине дауалаусы бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре лә минең, Йәһүә шаһиты булараҡ, бер ниндәй шарттарҙа ла үҙемә ҡан ебәрмәүҙәрен (ҡандың үҙен, эритроцит, лейкоцит, тромбоциттар йәки плазма) талап итеүемде беләләрме?

Билдәләнгән препараттарҙың ҡайһыһыныңдыр ҡандың плазмаһынан, эритроцит, лейкоцит йә тромбоциттарҙан алыныу ихтималы булһа, былай тип һорағыҙ:

Был препаратты яһағанда ҡандың дүрт төп компонентының береһе ҡулланылғанмы? Ҡулланылһа, мин уның составын белергә теләр инем.

Миңә ҡандан яһалған был препараттың ниндәй күләме билдәләнә, һәм ул ниндәй юл менән керетеләсәк?

Әгәр выжданым уға ризалашырға рөхсәт итһә, был фракция ярҙамында дауалауҙың ниндәй ҡурҡыныс яҡтары бар?

Әгәр выжданым уға ризалашырға рөхсәт итмәһә, тағы ниндәй ысулдар ҡулланырға була?

Миңә был турала ныҡлап уйларға кәрәк. Үҙемдең ҡарарым тураһында мин һеҙгә ҡасан әйтергә тейеш?