Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

РАСТАФАРИҘЫ a оҙон сәсен киҫергә һәм аҡ тәнле кешеләргә ҡарата нәфрәтен еңергә нимә этәргән? Һәм агрессив йәш кеше — ҡурҡытып аҡса талаусы һәм наркотик һатыусы нисек тормошон тулыһынса үҙгәрткән? Улар үҙҙәре тураһында нимә һөйләй?

«Мин аҡ тәнле кешеләргә ҡарата нәфрәтемде еңдем» (ХАФЕНИ НГАМА).

ЙӘШЕ: 34

ТЫУҒАН ИЛЕ: ЗАМБИЯ

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ЭЛЕК РАСТАФАРИ БУЛҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Мин Замбиялағы ҡасҡындар лагерында тыуҙым. Әсәйем һуғыш ваҡытында Намибиянан ҡасҡан һәм Көньяҡ-Көнбайыш Африканың Халыҡ ойошмаһына (СВАПО) ҡушылған. Ул ойошма Намибияның Көньяҡ Африканан бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәште.

Ун биш йәшемә тиклем мин төрлө лагерҙарҙа йәшәнем. СВАПО лагерҙарында йәштәрҙе азатлыҡ хәрәкәтенең алдынғылары итеп әҙерләнеләр. Беҙҙе билдәле бер идеяларға һәм аҡ тәнле кешеләрҙе нәфрәт итергә өйрәттеләр.

Ун бер йәшемдә христиан булырға теләнем һәм был турала пастор менән һөйләшергә булдым. Лагерҙа сиркәү бар ине. Унда католик, лютеран, англикан һәм башҡа дин кешеләре йөрөнө. Әммә пастор менән һөйләшеп алғандан һуң, мин атеист булып киттем. Ун биш йәшемдә, реггиҙы яратҡанға һәм Африка халҡын ғазаптарҙан ҡотҡарырға теләгәнгә, растафари хәрәкәтенә ҡушылырға булдым. Мин оҙон сәс үҫтерҙем, марихуана тарта башланым, иттән баш тарттым һәм ҡара тәнле кешеләрҙең азатлығы өсөн көрәшә башланым. Әммә элеккесә әхлаҡһыҙ тормош алып барҙым, көс ҡулланыу менән бәйле фильмдар ҡараным һәм һүгендем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. 1995 йылда, миңә 20 йәш тулғас, тормош мәғәнәһе тураһында етди уйлана башланым. Растафариҙарҙың үҙем тапҡан бөтә баҫмаларын уҡыным. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә Изге Яҙмаға һылтанмалар осраны, әммә аяттарға аңлатма аңлайышһыҙ һәм логикаһыҙ ине. Шуға күрә, Изге Яҙманы үҙем уҡып, барыһына төшөнөргә булдым.

Бер тапҡыр дуҫым, ул да растафари, Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙма өйрәнеү өсөн баҫмаһын бирҙе. Мин үҙем унда яҙылғандарҙы Изге Яҙма менән сағыштырып тикшерҙем. Һуңыраҡ Йәһүә шаһиттары менән таныштым, улар минең менән Изге Яҙма өйрәнә башланы.

Ҙур ауырлыҡ менән эсеүемде һәм тартыуымды ташланым (2 Коринфтарға 7:1). Тышҡы ҡиәфәтемде тәртипкә килтерҙем, оҙон сәсемде киҫтем, шулай уҡ һүгенеүҙе, порнография һәм көс ҡулланыу булған фильмдар ҡарауҙы ташланым (Ефестарға 5:3, 4). Бер ни тиклем ваҡыттан аҡ тәнлеләргә ҡарата нәфрәтемде лә еңә алдым (Ғәмәлдәр 10:34, 35). Миңә расизмға өндәүсе музыка тыңлауҙы һәм элекке дуҫтар менән аралашыуҙы туҡтатыу ярҙам итте.

Мин Йәһүә шаһиты булырға теләнем һәм Батшалыҡ залын таптым. Һыуға сумдырылырға теләүем туғандарыма оҡшаманы. Әсәйем теләһә ҡайһы «христиан» динен һайлауыма риза ине, тик Йәһүә шаһиттарын түгел. Бер ағайым, күренекле дәүләт эшмәкәре, бер туҡтауһыҙ минең Йәһүә шаһиты булырға теләгемде тәнҡитләне.

Ғайсаның үрнәге һәм кәңәштәре ҡаршылыҡтарға һәм мыҫҡыллауҙарға дөрөҫ ҡараш үҫтерергә ярҙам итте. Йәһүә шаһиттарының тәғлимәттәрен Изге Яҙмала яҙылғандар менән сағыштырғас, минең шигем ҡалманы — мин хәҡиҡәтте таптым. Мәҫәлән, улар, Изге Яҙмалағы әмерҙе үтәп, яҡшы хәбәрҙе вәғәзләй (Матфай 28:19, 20; Ғәмәлдәр 15:14). Улар шулай уҡ сәйәсәткә ҡыҫылмай (Зәбур 146:3, 4; Яхъя 15:17, 18).

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланып, уларҙың файҙалы булыуына үҙем инандым. Марихуана тартыуҙы ташланым, шуға күрә ай һайын йөҙләгән доллар янымда ҡала. Минең галлюцинациялар булмай, физик һәм эмоциональ яҡтан үҙемде яҡшы хис итә башланым.

Хәҙер тормошомдоң мин бик күптән эҙләгән мәғәнәһе бар. Һәм иң мөһиме, мин Аллаға яҡынлаша алдым (Яҡуб 4:8).

«Мин ярһыуымды баҫырға өйрәндем» (МАРТИНО ПЕДРЕТТИ).

ЙӘШЕ: 43

ТЫУҒАН ИЛЕ: АВСТРАЛИЯ

ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: НАРКОТИК ҺАТЫУСЫ БУЛҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ. Элек беҙҙең ғаилә йыш ҡына күсеп йөрөнө. Беҙ бәләкәй ҡалаларҙа, мегаполиста, ә бер тапҡыр аборигендар менән дә йәшәнек. Ул ваҡыт тураһында яҡшы иҫтәлектәр хәтеремдә ҡалған: беҙ туғандар менән балыҡҡа, һунарға йөрөнөк, бумерангтар яһаныҡ.

Атайым боксер булды, шуға мине бәләкәй сағымдан уҡ һуғышырға өйрәтте. Мин бик аяуһыҙ кеше булып киттем. Йәш үҫмер сағымда спиртлы эсемлектәр эсергә әүәҫләндем. Дуҫтарым менән гел мажаралар эҙләнек. Бысаҡтар һәм бейсбол таяҡтары менән ҡоралланып, беҙ бер юлы 20 һәм хатта унан да күберәк кешегә һөжүм итә инек.

Мин, наркотиктар һәм порттың хеҙмәткәрҙәре урлаған әйберҙәрҙе һатып, аҡса эшләнем. Шулай уҡ кешеләрҙе ҡорал менән ҡурҡытып, наркотик һатыусылар өсөн аҡса таланым. Мин профессиональ кеше үлтереүсе булырға теләнем һәм «үлтер йә һине үлтерәләр» тигән принцип буйынса йәшәнем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ. Йәһүә шаһиттары тураһында үҫмер саҡта уҡ ишеткәйнем. Әсәйемдән, уларҙы ҡайҙа табып була, тип һорағанымды яҡшы хәтерләйем. Ул ваҡытта миңә 20 йәштәр тирәһе ине. Ике көн үткәс, Диксон исемле Йәһүә шаһиты беҙҙең ишекте шаҡыны. Ул мине Йәһүә шаһиттарының осрашыуына саҡырҙы. Мин ризалаштым һәм бына 20 йылға яҡын осрашыуҙарға йөрөйөм. Йәһүә шаһиттары минең бөтә һорауҙарыма ла Изге Яҙмаға нигеҙләнеп яуап бирҙеләр.

Йәһүә өсөн һәр кешенең, хатта боҙоҡ кешенең ғүмере ҡәҙерле икәнен белеп, бик ҡыуандым (2 Петр 3:9). Барыһы ла минән ситкә боролһа ла, минең турала ҡайғыртасаҡ яратыусан Атайҙың булыуы минең өсөн асыш булды. Әгәр тәүбә итһәм, Алланың гонаһтарымды кисерәсәген белеү мине йыуатты. Ефестарға 4:22—24-тә яҙылған һүҙҙәр мине «элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып», «Алла сүрәтендә яратылған... яңы кешегә әйләнергә» дәртләндерҙе.

Әлбиттә, мин шунда уҡ үҙгәрмәнем. Аҙна буйы наркотикһыҙ йәшәһәм дә, ял көндәрендә дуҫтарым менән осрашҡас, үҙемә баш була алмай инем. Тормошомдо тәртипкә килтерер өсөн, дуҫтарымдан йырағыраҡ булырға кәрәк икәнен аңланым, шуға күрә икенсе штатҡа күсенергә булдым. Дуҫтарымдың ҡайһы берҙәре мине оҙатырға булды. Юлда барғанда, улар марихуана тартты һәм миңә лә тәҡдим итте. Мин баш тарттым, сөнки был ғәҙәтемдән ҡотолорға ныҡлы ҡарар иткәйнем. Беҙ шулай итеп айырылыштыҡ. Һуңыраҡ «дуҫтарымдың» ҡоралланып банк талауҙары тураһында ишеттем.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ. Элекке дуҫтарымды ҡалдырғас, насар ғәҙәттәр менән көрәшеү күпкә еңелерәк булып китте. 1989 йылда һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем. Күп тә үтмәҫтән, апайым, әсәйем һәм атайым Йәһүәгә хеҙмәт итә башланы.

Ун ете йыл инде ҡатыным менән йәшәйбеҙ. Беҙҙең бына тигән өс балабыҙ бар. Мин, асыуымды сығарырға тырышһалар ҙа, ярһыуымды баҫырға өйрәндем. Шулай уҡ «һәр ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән» сыҡҡан кешеләрҙе яратырға өйрәндем (Асылыш 7:9). Ғайса былай тигән: «Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» (Яхъя 8:31, 32). Ғайсаның ошо һүҙҙәренең хаҡлығына үҙ тормошомда инандым.

[Төшөрмә]

a Растафари — Ямайкалағы сектаға эйәреүселәр. Улар дредтар йөрөтә һәм Эфиопияның элекке императорын, Хайле Селассиены алла тип һанай.

[Өҫтәмә текст]

«Миңә расизмға өндәүсе музыка тыңлауҙы... туҡтатыу ярҙам итте»

[Өҫтәмә текст]

«Бысаҡтар һәм бейсбол таяҡтары менән ҡоралланып, беҙ бер юлы 20 һәм хатта унан да күберәк кешегә һөжүм итә инек»