1. Доға. Маҡсаты ниндәй?
ДОҒА. Изге Яҙмала шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан темалар күп түгел. Әйҙәгеҙ, доға тураһында иң йыш бирелгән ете һорауҙы ҡарап сығайыҡ һәм Изге Яҙмала шуның тураһында нимә әйтелгәнен беләйек. Был баҫманың инеш мәҡәләләрендә доға ҡылыуҙың мөһимлеге һәм Алла доғаларыбыҙҙы ишетһен өсөн нимә кәрәклеге тураһында һөйләнелә.
БӨТӘ донъя буйлап кешеләр, культураһы һәм дине ниндәй генә булмаһын, доға ҡыла. Улар быны яңғыҙы йәки төркөм менән эшләй. Улар сиркәүҙәр, ғибәҙәтханалар, синагогалар, мәсеттәрҙә һәм изге нәмәләр янында доға ҡыла. Улар намаҙлыҡ, тиҫбе, доға тирмәндәре, доғалыҡ, икона, шулай уҡ тәғәйенләнгән урындарға элеп ҡуя торған, доға яҙылған бәләкәй генә таҡталар ҡуллана.
Доға ҡылыу кешеләрҙе барлыҡ йән эйәләренән айырып тора. Әлбиттә, беҙҙең хайуандар менән уртаҡ яҡтарыбыҙ күп. Улар һымаҡ, беҙгә лә ризыҡ, һыу, һауа кәрәк. Улар шикелле, беҙ ҙә тыуабыҙ, йәшәйбеҙ һәм үләбеҙ (Вәғәзсе 3:19). Ләкин бары тик кешеләр генә доға ҡыла. Ни өсөн?
Моғайын, иң ябай яуап ошолор: беҙ быға мохтаж. Әммә доға тәү сиратта, дөйөм ҡабул ителгәнсә, кешеләргә рухи сфера менән — улар изге һәм мәңге тип һанаған нәмә менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирә. Изге Яҙмала беҙгә рухи нәмәләргә ынтылыш һалыныуы тураһында әйтелә (Вәғәзсе 3:11). Бер ваҡыт Ғайса пәйғәмбәр: «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы», — тигән (Матфей 5:3).
Мөһабәт дини биналар һәм төрлө кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ доға ҡылып үткәргән иҫәпһеҙ сәғәттәр Аллаға мохтаж булыуыуыбыҙҙы, йәғни рухи ихтыяждарыбыҙ барлығын күрһәтә лә инде. Әлбиттә, ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең рухи ихтыяждарын үҙҙәре ҡәнәғәтләндерергә тырыша йәки ярҙам эҙләп башҡаларға мөрәжәғәт итә. Ләкин һеҙгә кешеләр тейешенсә ярҙам итә алмай кеүек тойолмаймы? Беҙ бит көсһөҙ, ҡыҫҡа ғүмерле, алдан күрә белмәйбеҙ. Беҙҙән шаҡтай зирәгерәк, көслөрәк булған һәм беҙҙән күпкә оҙағыраҡ йәшәгән берәү генә беҙ мохтаж булғанды бирә ала. Беҙҙе доға ҡылырға этәргән рухи ихтыяждар нимә һуң ул?
Бына нимә хаҡында уйлап алайыҡ: һеҙҙең ҡасан да булһа дөрөҫ йүнәлеш биреүҙәренә, зирәклеккә, кеше аҡылы етмәҫлек булып тойолған һорауҙарға яуап алыуға бик ныҡ мохтаж булғанығыҙ бар инеме? Берәй ваҡыт яҡыныңды юғалтыу ҡайғыһынан йөрәгегеҙ әрнеп йыуаныс эҙләгәнегеҙ, ауыр һайлау алдында торғанда йүнәлеш биреүҙәренә мохтаж булғанығыҙ йәки ғәйеп тойғоһонан интегеп кисереү эҙләгәнегеҙ булдымы?
Изге Яҙманан күренеүенсә, быларҙың барыһы ла доға ҡылыр өсөн нигеҙ булып тора. Был китапта ошо тема буйынса иң ышаныслы мәғлүмәт бар, һәм унда Аллаға тоғро булған күп ирҙәр һәм ҡатындарҙың доғалары яҙылған. Улар, доға ҡылып, йыуаныс, дөрөҫ йүнәлеш, кисереү һәм иң ауыр һорауҙарға яуап эҙләгән (Зәбур 23:3; 71:21; Данил 9:4, 5, 19; Абаҡум 1:3).
Был доғаларҙа — улар ни тиклем генә төрлө булмаһындар — ниндәйҙер уртаҡ нәмә бар. Доға ҡылғандарҙың барыһы ла Алла доғаларын ишетһен өсөн бер мөһим нәмәне — беҙҙең көндәрҙә кешеләр йыш ҡына иҫәпкә алмаған нәмәне белгән. Улар доға менән кемгә мөрәжәғәт итергә икәнен белгән.