5. Доға. Ҡасан һәм ҡайҙа ҡылырға?
МОҒАЙЫН, һеҙ күп рәсми диндәрҙең доға ҡылыр өсөн матур биналары булғанына һәм доға ҡылыр өсөн айырым ваҡыт билдәләп ҡуйылғанына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Ә Алла Һүҙендә доға ҡылыуҙың ваҡыты һәм урыны тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙмала доға ҡылыу урынлы булған ситуациялар иҫкә алына. Мәҫәлән, шәкерттәре менән киске аш ашар алдынан Ғайса, доға ҡылып, Аллаға рәхмәт әйткән (Лука 22:17). Шулай уҡ уның шәкерттәре Аллаға табыныр өсөн йыйылғанда доға ҡылғандар. Шулай итеп улар йәһүд синагогаһында һәм Иерусалимдағы ғибәҙәтханала булған ғәҙәт буйынса эш иткәндәр. Алла ошо ғибәҙәтхананың «бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто» булыуын теләгән (Марк 11:17).
Алланың хеҙмәтселәре бергә йыйылып доға ҡылған саҡта Алла уларҙың үтенестәрен ишетергә мөмкин. Әгәр бер төркөм кешенең рухи маҡсаттары бер булып, уларҙың доғаһы Изге Яҙмаға ярашлы булһа, Алла быны хуп күрә. Доға уны хатта эшләргә йыйынмаған нәмәне эшләргә дәртләндерә ала (Еврейҙарға 13:18, 19). Йәһүә шаһиттары үҙҙәренең һәр осрашыуында доға ҡыла. Беҙ һеҙҙе ихлас күңелдән яҡындағы Батшалыҡ залына саҡырабыҙ, унда һеҙ шундай доғаларҙы ишетерһегеҙ.
Шулай ҙа Изге Яҙмала, билдәле ваҡытта һәм билдәле бер урында доға ҡылырға кәрәк, тип әйтелмәй. Киреһенсә, унда Алла хеҙмәтселәре төрлө ваҡытта һәм төрлө урында доға ҡылған күп осраҡтар яҙылған. Ғайса пәйғәмбәр былай тигән: «Һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та, күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер» (Матфей 6:6).
Беҙ теләгән ваҡытта, теләгән урында доға ҡыла алабыҙ
Был бит шундай шәп! Һеҙ Ғаләм хакимына теләгән ваҡытта, хатта яңғыҙ булғанда ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ һәм уның һеҙҙе ишетеренә тулыһынса ышана алаһығыҙ. Ғайсаның доға ҡылыр өсөн яңғыҙ ҡалырға тырышыуы бер ҙә аптырарлыҡ түгел! Бер ваҡыт ул бик мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан, күрәһең, Алланың йүнәлеш биреүен һорап, төнө буйы доға ҡылған (Лука 6:12, 13).
Изге Яҙмала әйтелгән төрлө ирҙәр һәм ҡатындар мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда йәки етди ауырлыҡтар менән осрашҡанда доға ҡылған. Ҡай саҡ улар ҡысҡырып доға ҡылған, ә ҡай саҡ — эстән генә. Улар үҙҙәре генә йәки башҡалар менән доға ҡылған. Иң мөһиме, улар доға ҡылған. Алла хатта хеҙмәтселәрен: «Гел доға ҡылығыҙ», — тип саҡыра (1 Фессалоникаларға 5:17). Үҙенең ихтыярын үтәгән кешеләрҙе тыңларға ул һәр ваҡыт әҙер. Ниндәй ҙур яратыу һәм хәстәрлек!
Әлбиттә, хәҙерге үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан донъяла күптәрҙе доғаның ниндәй файҙа килтереүе ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, һеҙ: «Доға миңә ярҙам итерме?» — тип һорарһығыҙ.