Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6. Доға. Ярҙам итәме?

6. Доға. Ярҙам итәме?

ДОҒА ҡылыуҙан файҙа бармы? Изге Яҙманан күренгәнсә, эйе, бар. Алланың тоғро хеҙмәтселәренең доғалары уларға ысынлап та файҙа килтерә (Лука 22:40; Яҡуб 5:13). Доға беҙгә рухи, эмоциональ һәм хатта физик йәһәттән ыңғай йоғонто яһай. Нисек итеп?

Әйтәйек, һеҙҙең балағыҙға бүләк биргәндәр, ти. Һеҙ уға, рәхмәт тойоу ғына етерлек, тип әйтерһегеҙме? Йәки уны рәхмәтен белдерергә өйрәтерһегеҙме? Хистәребеҙҙе һүҙҙәр менән әйтеп биргән саҡта беҙ иғтибарыбыҙҙы хистәребеҙгә йүнәлтәбеҙ, шулай итеп хатта уларҙы көсәйтәбеҙ. Алла менән һөйләшеүгә килгәндә лә шундай уҡ хәл. Бер нисә миҫал ҡарап китәйек.

Рәхмәт доғалары. Атайыбыҙға үҙебеҙ менән булған бөтә яҡшы нәмәләр өсөн рәхмәт әйткән саҡта беҙ иғтибарыбыҙҙы фатихаларға туплайбыҙ. Һөҙөмтәлә, рәхмәтебеҙ һәм шатлығыбыҙ — тәрәнерәк, ҡарашыбыҙ ыңғайыраҡ булып китә ала (Филиптарға 4:6).

Миҫал. Ғайса пәйғәмбәр Атаһына, доғаларын ишетеп, яуап биргәне өсөн рәхмәт әйткән (Яхъя 11:41).

Кисереү тураһындағы доғалар. Алланан кисереү һораған саҡта выжданыбыҙ һиҙгерерәк булып китә, тәрәнерәк үкенес кисерәбеҙ һәм гонаһтың етдилеген нығыраҡ аңлайбыҙ. Өҫтәүенә, ауыр йөк булып ятҡан ғәйеп тойғоһонан ҡотолабыҙ.

Миҫал. Дауыт батша, доға ҡылып, бик ныҡ үкенгәнен һәм тәүбә иткәнен белдергән (Зәбур 51).

Дөрөҫ йүнәлеш һәм зирәклек тураһындағы доғалар. Әгәр Йәһүәнән мөһим ҡарарҙар ҡабул итер өсөн дөрөҫ йүнәлеш һәм зирәклек һораһаҡ, был беҙгә ысынлап баҫалҡы булырға ярҙам итер. Бындай доғалар беҙгә мөмкинлектәребеҙ сикле булғанын иҫебеҙгә төшөрә һәм күктәге Атабыҙға ышанысыбыҙҙы нығыта (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6).

Миҫал. Сөләйман батша Израиль менән идара итер өсөн Алланан йүнәлеш һәм зирәклек биреүен һораған (1 Батшалар 3:5—12).

Ауыр ваҡыттарҙағы доғалар. Ауыр шарттарҙа булғанда Аллаға күңелебеҙҙе бушатһаҡ, күңелебеҙ тынысланыр, һәм үҙебеҙгә түгел, ә Аллаға таянырбыҙ (Зәбур 62:8).

Миҫал. Аса батша үҙенән күпкә көслөрәк дошман менән һуғышырға кәрәк булғанда доға ҡылған (2 Йылъяҙма 14:11).

Ярҙамға мохтаж булғандарҙың именлеге тураһындағы доғалар. Ундай доғалар беҙгә эгоизм менән көрәшергә һәм кеше хәленә инә белеү, уны йәлләү кеүек сифаттар булдырырға ярҙам итер.

Миҫал. Ғайса үҙенең шәкерттәре өсөн доға ҡылған (Яхъя 17:9—17).

Маҡтау доғалары. Йәһүәне уның күркәм сифаттары һәм эштәре өсөн маҡтағанда, Аллаға хөрмәтебеҙ һәм рәхмәтебеҙ артасаҡ. Өҫтәүенә, маҡтау доғалары беҙгә Аллабыҙ һәм Атайыбыҙға яҡынлашырға ярҙам итә.

Миҫал. Дауыт батша ысын күңелдән Алланы эштәре өсөн маҡтаған (Зәбур 8).

Быларҙан тыш, доға «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» булдырырға ярҙам итә (Филиптарға 4:7). Был тынғыһыҙ донъяла күңел тыныслығына ирешеү — күптәрҙә булмаған ысын фатиха. Доғалар шулай уҡ кәйефкә һәм һаулыҡҡа ла яҡшы йоғонто яһай (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:30). Тик быларҙың барыһына үҙ тырышлығыбыҙ менән генә өлгәшеп буламы? Йәки был күпкә мөһимерәк нәмә менән бәйлеме?

Доға ҡылыу беҙҙең эмоциональ, физик һәм, иң мөһиме, рухи һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай