Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1. Ер тетрәүҙәр

1. Ер тетрәүҙәр

1. Ер тетрәүҙәр

«Көслө ер тетрәүҙәр булыр» (ЛУКА 21:11).

● Гаитиҙағы ер тетрәүҙең эҙемтәләре тураһында һөйләүсе телерепортерҙар ыңғырашҡан тауыш ишетеп ҡалған. Был йәш ярымлыҡ Винни исемле сабый булған. Уны емереклектәр аҫтынан һөйрәп сығарғандар. Бала иҫән ҡалған, ә ата-әсәләре — юҡ.

ФАКТТАР НИМӘ КҮРҺӘТӘ? 2010 йылдың ғинуарында Гаитиҙа 7 баллыҡ ер тетрәү ваҡытында 300 000-дән күберәк кеше һәләк булған. Яҡынса 1,3 миллион кеше торлаҡһыҙ ҡалған. Әммә был берҙән-бер емергес ер тетрәү булмаған. 2009 йылдың апреленән 2010 йылдың апреленә тиклемге осорҙа бөтә донъя буйынса кәм тигәндә 18 көслө ер тетрәү теркәлгән.

ҠАРШЫ ФЕКЕР. Ер тетрәүҙәр күбәймәне, заманса технологиялар арҡаһында беҙ элекке заман кешеләренә ҡарағанда улар тураһында йышыраҡ ишетәбеҙ.

БЫЛ ШУЛАЙМЫ? Ошоға иғтибар итегеҙ: Изге Яҙмала һуңғы көндәр ваҡытында күпме ер тетрәүҙәр булыры тураһында әйтелмәй. Әммә унда, «урыны-урыны менән» «көслө ер тетрәүҙәр» булыр, улар тарихтың ошо әһәмиәтле осорон айырып торған үҙенсәлектәрҙең береһе булып китер, тип әйтелә (Марк 13:8; Лука 21:11).

ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ? Изге Яҙмала алдан әйтелгән көслө ер тетрәүҙәр бөгөн бармы?

Ер тетрәүҙәр һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе күрһәткән берҙән-бер дәлил түгел. Улар бер генә пәйғәмбәрлектең үтәлеше булып тора. Киләһе пәйғәмбәрлеккә иғтибар итегеҙ.

[Өҫтәмә текст]

«Беҙ [геофизиктар] уларҙы көслө ер тетрәүҙәр тип атайбыҙ, башҡалар ҡот осҡос ер тетрәүҙәр тип атай» (КЕН ХАДНАТ, АҠШ-тың ГЕОЛОГИК ХЕҘМӘТЕ).

[Сығанаҡ]

© William Daniels/Panos Pictures