Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4. Яратыу етмәүе

4. Яратыу етмәүе

4. Яратыу етмәүе

«Ҡаты бәғерле... кешеләр артыр» (2 ТИМОФЕЙҒА 3:1—3, 5).

● Крис Төньяҡ Уэльста ғаиләлә көс ҡулланыуҙан зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендә эшләй. Ул былай тип һөйләй: «Иҫемдә, беҙгә элек мөрәжәғәт иткән бер ҡатын килгәйне, ә мин уны таныманым — ул шул тиклем ныҡ туҡмалғайны. Ҡайһы бер ҡатындарға шундай ҙур эмоциональ яра һалалар, улар хатта кеше күҙенә ҡарарға ояла».

ФАКТТАР НИМӘ КҮРҺӘТӘ? Бер Африка илендә яҡынса һәр өсөнсө ҡатын бала саҡта уҡ сексуаль көсләүгә дусар булған. Шул илдә үткәрелгән һорау алыу буйынса, ирҙәрҙең өстән бер өлөшөнән күберәге ҡатынын туҡмауҙы нормаль тип һанай. Ләкин ғаиләлә көс ҡулланыуҙан зыян күреүселәр ҡатындар ғына түгел. Мәҫәлән, Канадала ирҙәрҙең яҡынса 30 проценты ҡатындарының йәберләүенә дусар булған.

ҠАРШЫ ФЕКЕР. Ғаиләлә һәр ваҡыт көс ҡулланғандар. Бары тик беҙҙең көндәрҙә был проблемаға элеккегә ҡарағанда күберәк иғтибар бирелә.

БЫЛ ШУЛАЙМЫ? Һис шикһеҙ, һуңғы тиҫтә йылдарҙа был проблема тураһында күп һөйләнелә. Ләкин был хаҡта хәбәрҙар булыу ғаиләлә көс ҡулланыу осраҡтарын кәметтеме? Юҡ. Бөгөн кешеләрҙең ҡаты бәғерле булыуы бер ҡасан да булмағанса ап-асыҡ күренә.

ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ? 2 Тимофейға 3:1—3, 5-тә яҙылған һүҙҙәр үтәләме? Күп ғаиләләрҙә яратыу етмәгәнен күрәһегеҙме?

Беҙ үтәлешен күргән киләһе бишенсе пәйғәмбәрлек — беҙҙең уртаҡ йортобоҙ ер тураһында. Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелгәненә иғтибар итегеҙ.

[Өҫтәмә текст]

«Ғаиләлә көс ҡулланыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡ кәметеп күрһәтелә, тип иҫәпләнә. Уртаса алғанда, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәре тарафынан 35 көс ҡулланыу осрағынан һуң ғына полицияға мөрәжәғәт итә» (УЭЛЬСТАҒЫ ҒАИЛӘЛӘ КӨС ҠУЛЛАНЫУҘАН ЗЫЯН КҮРГӘНДӘРГӘ ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕҮ ХЕҘМӘТЕ ВӘКИЛЕ).