Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6. Бөтә донъя буйынса вәғәз эше

6. Бөтә донъя буйынса вәғәз эше

6. Бөтә донъя буйынса вәғәз эше

«Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... бөтә донъяла иғлан ителер» (МАТФЕЙ 24:14).

● Ваиатеа исемле кеше Тымыҡ океандағы Туамоту утрауҙарының береһендә йәшәй. Дөйөм майҙаны яҡынса 810 000 квадрат километр булған Туамоту архипелагының 78 корал утрауында ни бары 16 000 кеше йәшәй. Шулай булһа ла Ваиатеа һәм уның күршеләре Йәһүә шаһиттары менән таныш. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә шаһиттары Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе, кешеләр ҡайҙа ғына йәшәмәһен, барыһына ла еткерергә тырыша.

ФАКТТАР НИМӘ КҮРҺӘТӘ? Батшалыҡ тураһындағы хәбәр ер шарының бөтә мөйөштәренә лә барып еткән. Бары тик 2010 йылда ғына Йәһүә шаһиттары 236 илдә һәм территорияла һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүгә 1,6 миллиардтан күберәк сәғәт сарыф иткән. Был, уларҙың һәр береһе көн һайын уртаса алғанда 30 минут вәғәзләгән, тигәнде аңлата. Һуңғы ун йыл эсендә Шаһиттар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән 20 миллиардтан күберәк баҫма баҫтырып сығарғандар һәм таратҡандар.

ҠАРШЫ ФЕКЕР. Изге Яҙмалағы хәбәрҙе күп быуаттар дауамында вәғәзләйҙәр.

БЫЛ ШУЛАЙМЫ? Ысынлап та, күптәр Изге Яҙмалағы хәбәрҙе вәғәзләргә маташҡан. Ләкин уларҙың күбеһе быны ҡыҫҡа ваҡыт дауамында һәм ҙур булмаған масштабта эшләгән. Ә Йәһүә шаһиттары һөйөнөслө хәбәрҙе ойошҡан рәүештә бөтә донъя буйлап вәғәзләй, һәм уны йөҙҙәрсә миллион кеше ишетә. Улар хатта тарихтағы иң аяуһыҙ сәйәси режимдарҙың ҡаршылыҡ күрһәтеүе менән осрашҡанда ла вәғәзләүҙән туҡтамаған (Марк 13:13) *. Бынан тыш, Йәһүә шаһиттарына был эш өсөн түләмәйҙәр. Улар үҙ ваҡыттарын теләп был эшкә бағышлай һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте бушлай тарата. Уларҙың эшмәкәрлеге фәҡәт ирекле иғәнәләр ярҙамында ғына алып барыла.

ҺЕҘ НИСЕК УЙЛАЙҺЫҒЫҘ? «Алла Батшалығы хаҡындағы... Һөйөнөслө Хәбәр» ысынлап та бөтә донъя буйынса вәғәзәләнәме? Был пәйғәмбәрлектең үтәләше беҙҙе яҡын киләсәктә яҡшы үҙгәрештәр көткәнен аңлатамы?

[Төшөрмә]

^ 6 абз. «Һынауҙарҙа тоғролар. Советтар Союзындағы Йәһүә шаһиттары», «Шәмәхә төҫлө өсмөйөштәр» һәм «Йәһүә шаһиттарының нацизм ҡаршыһындағы батырлығы» тигән өс документаль фильмды ҡарап, был турала күберәк белеп була.

[Өҫтәмә текст]

«Йәһүә рөхсәт иткән саҡта, беҙ, һәр мөмкинлектән файҙаланып, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе артабан да ашҡынып вәғәзләйәсәкбеҙ» («ЙӘҺҮӘ ШАҺИТТАРЫНЫҢ ЙЫЛЛЫҠ БАҪМАҺЫ», 2010 йыл).