Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Атайҙарға үҙ улдары менән нисек итеп яҡын мөнәсәбәттәр һаҡларға?

Атайҙарға үҙ улдары менән нисек итеп яҡын мөнәсәбәттәр һаҡларға?

Атайҙарға үҙ улдары менән нисек итеп яҡын мөнәсәбәттәр һаҡларға?

«АТАЙ, һин ҡайҙан шул тиклем күп беләһең?» Һеҙ улығыҙҙан шундай һорау ишеткәнегеҙ бармы? Шул саҡта, моғайын,атай булыуығыҙ менән ғорурланып ҡуйғанһығыҙҙыр. Ә инде улығыҙ, һеҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, уңыштарға ирешкән икән, һис шикһеҙ, йөрәгегеҙ шатлыҡ менән тулғандыр a (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:15, 24).

Ләкин хәҙер, улығыҙ инде үҫә төшкәс, һеҙгә ҡарап элекке кеүек үк һоҡланамы? Әллә, ҙурая килә, һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрҙеме? Улығыҙ бәләкәй малайҙан ир-егеткә әйләнә барғанда, нисек итеп уның менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлап ҡалырға? Башта, әйҙәгеҙ, атайҙарға кисерергә тура килгән ҡайһы бер ауырлыҡтарҙы ҡарап китәйек.

Төп өс ауырлыҡ

1. ВАҠЫТ ЕТМӘҮЕ. Күп илдәрҙә ғаиләне башлыса атай кеше тәьмин итә. Ә был иһә йыш ҡына уның көнө буйы эштә булыуын аңлата. Шул арҡала атайҙар үҙ балалары менән әҙ аралаша. Мәҫәлән, Францияла күптән түгел генә үткәрелгән һорау алыуға ярашлы, атайҙар был илдә балаларына уртаса алғанда көнөнә 12 минуттан да әҙерәк ваҡыт бүлә.

УЙЛАНЫҒЫҘ. Һеҙ үҙ улығыҙ менән күпме ваҡыт үткәрәһегеҙ? Киләһе бер йәки ике аҙна дауамында улығыҙ менән һәр көн күпме ваҡыт аралашҡанығыҙҙы яҙып барырға тырышығыҙ. Һөҙөмтә һеҙҙе ғәжәпләндерергә мөмкин.

2. ЭЙӘРЕРЛЕК ҮРНӘКТЕҢ БУЛМАУЫ. Ҡайһы бер ирҙәр бала сағында атайҙарын күрмәгән дә тиерлек. «Беҙ атайым менән бик һирәк аралаша инек», — тип хәтерләй Францияла йәшәгән Жан-Мари. Был уға нисек тәьҫир иткән? Жан-Мари былай ти: «Шул арҡала мин һис тә уйламаған проблемаларға тарыным. Мәҫәлән, үҙ улдарым менән йөкмәткеле әңгәмә алып барыу миңә бик ауыр». Икенселәре, аталары менән ваҡыт үткәрһә лә, улар менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтермәгән. Филипп исемле 43 йәшлек ир былай тип һөйләй: «Атайым миңә үҙ яратыуын күрһәтергә ҡыйынһына торғайны. Шуға күрә миңә лә хәҙер, атай булараҡ, улыма наҙлы мөнәсәбәт күрһәтеү ауыр».

УЙЛАНЫҒЫҘ. Атайығыҙ менән булған мөнәсәбәттәрегеҙ улығыҙ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәргә тәьҫир итәме? Һеҙ үҙегеҙҙә атайығыҙҙан күскән яҡшы йәки насар һыҙаттарҙы күрәһегеҙме? Улар ниндәй?

3. АҠЫЛЛЫ КӘҢӘШТӘРҘЕҢ БУЛМАУЫ. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә, бала тәрбиәләү ирҙәр эше түгел, тип һанала. «Мин үҫкән ерҙә, — тип һөйләй Көнбайыш Европа илдәренең береһендә тыуған Лука, — балаларҙы ҡатын тәрбиәләргә тейеш, тип һанала». Башҡа мәҙәниәттәрҙә атай тик ғаиләлә тәртип булдырырға ғына бурыслы. Мәҫәлән, Африкалағы бер илдә үҫкән Жорж былай ти: «Беҙҙә атайҙар балалар менән уйнамай, сөнки, балалары уларҙы хөрмәт итмәй башлар, тип ҡурҡа. Шуға күрә миңә улымдың янында булыу ҙа ауыр ине».

УЙЛАНЫҒЫҘ. Һеҙҙең мәҙәниәттә атайҙарҙан нимә көтөлә? Бала тәрбиәләү ҡатын-ҡыҙ бурысы, тип һаналамы? Атайҙар үҙ улдарына яратыу һәм наҙ күрһәтәме әллә былай эшләү хупланмаймы?

Әгәр шундай ауырлыҡтарға осрайһығыҙ икән, уларҙы еңергә нимә ярҙам итер? Түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ.

Улығыҙ әле бәләкәй булғанда уҡ башлағыҙ

Малайҙарҙа, ахрыһы, тыумыштан уҡ аталарына оҡшарға тырышыу теләге була. Шуға күрә, улар үҫеп китмәҫ элек, шул теләктән файҙаланып ҡалығыҙ. Нисек итеп? Һәм улдар менән аралашыр өсөн ваҡытты ҡайҙан табырға?

Мөмкин булғанда өй эштәрен улығыҙ менән бергә башҡарығыҙ. Мәҫәлән, уға бәләкәй генә һепертке йә көрәк бирегеҙ. Ул, үҙенең геройы — атаһы менән бергә эшләп, сикһеҙ шат булыр! Әлбиттә, эш ғәҙәттәгенән яйыраҡ барыр, уның ҡарауы, һеҙ улығыҙ менән яҡынайырһығыҙ һәм уға эшкә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә ярҙам итерһегеҙ. Боронғо заманда Изге Яҙма атайҙарҙы үҙ балалары менән өй эштәрен бергә эшләргә, улар менән аралашыр һәм өйрәтер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланырға саҡырған (Ҡанун 6:6—9). Был кәңәш бөгөн дә файҙалы.

Улығыҙ менән бергә ниндәйҙер эш эшләр өсөн генә түгел, уйнар өсөн дә ваҡыт табығыҙ. Уйын ул бергәләп күңел асыу ғына түгел. Тикшеренеүҙәр күрһәткәнсә, бәләкәй балалары менән уйнап, атайҙары уларға ҡыйыуыраҡ һәм тапҡырыраҡ булырға ярҙам итә.

Бала менән уйнап, атай кеше тағы ла мөһимерәк бер маҡсатҡа ирешә. «Уйын ваҡытында, — тип һөйләй Мишель Физ исемле социолог, — малай атаһы менән айырыуса еңел аралаша». Атай үҙ улын яратыуын уйын барышында һүҙҙәре менән дә, эштәре менән дә күрһәтә ала. Шул рәүешле улын да яратыу сағылдырырға өйрәтә. «Улым бәләкәй булған саҡта, — тип хәтерләй Германияла йәшәгән Андре, — беҙ уның менән йыш уйнай торғайныҡ. Мин уны ҡосаҡлай инем, яуап итеп ул үҙе лә яратыу күрһәтергә өйрәнде».

Йоҡо алдынан аралашыу улдар менән яҡынлашыу өсөн тағы бер мөмкинлек бирә. Уға хикәйәләр уҡығыҙ, ул көн дауамында үҙе менән булып үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләгәндә, иғтибар менән тыңлағыҙ. Шулай итһәгеҙ, улығыҙға ҙурайғас та һеҙҙең менән аралашыу еңел булыр.

Уртаҡ шөғөлдәрегеҙ булһын

Үҫмер сағында малайҙар аталары менән аралашырға әллә ни атлығып бармай кеүек тойолорға мөмкин. Әгәр улығыҙ менән һөйләшеү башлау ауыр булһа, улым минең менән аралашырға теләмәй, тип уйларға ашыҡмағыҙ. Улығыҙ асылып китһен өсөн, берәй яйын эҙләп ҡарағыҙ.

Францияла йәшәгән Жак һөйләүенсә, элегерәк уға үҙенең улы Жером менән аралашыу ауыр булған. Әммә ул Жеромды һөйләштерергә мәжбүр итергә тырышмаған, ә уның менән футбол уйнай башлаған. «Уйнап алғандан һуң, — тип һөйләй Жак, — сиҙәмгә ултырып ял итә инек. Тап шул ваҡытта Жером, асылып китеп, минең менән һөйләшә торғайны. Улым менән бергә булыу, бөтә иғтибарымды уға бүлеү беҙҙе бик яҡынайтты».

Ә улығыҙ спорт яратмаһа? Андре үҙ улы менән сәғәттәр буйы йондоҙло күккә ҡарап, һоҡланып ултырыуҙарын йылылыҡ менән иҫкә ала. Ул былай тип һөйләй: «Йылы кейенеп, йәйелмәле креслолар, сәй алып, беҙ урамға сыға ла, төнгө һалҡынса һауаны һулай-һулай, күк йөҙөн күҙәтә торғайныҡ. Беҙ йондоҙҙарҙы барлыҡҡа килтергән Алла тураһында һөйләшә инек. Шулай уҡ шәхси темаларға аралаша һәм башҡа күп нәмәләр хаҡында әңгәмәләшә торғайныҡ» (Ишағыя 40:25, 26).

Әгәр улығыҙ мауыҡҡан нәмәләр һеҙгә ҡыҙыҡ булмаһа? Ул сағында үҙегеҙгә оҡшаған нәмәләрҙе улығыҙ хаҡына ҡорбан итергә тура килер (Филиптарға 2:4). «Миңә спорт оҡшай ине, ә улым Вон спортҡа битараф булды, — тип һөйләй Көньяҡ Африкала йәшәүсе Иен. — Ул самолеттар һәм компьютерҙар менән мауыҡты. Шуға күрә миңә лә улар менән ҡыҙыҡһына башларға тура килде. Мин уны авиашоуға йөрөттөм һәм компьютерҙа уның менән авиа уйындар уйнаным. Шуғалыр ҙа Вон минең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тартынмай, тип уйлайым».

Улығыҙға үҙ-үҙенә ышанысын нығытырға ярҙам итегеҙ

«Атай, ҡара әле, ҡара!» Нимәгәлер өйрәнгәнен күрһәтер өсөн, улығыҙҙың һеҙгә шулай тип ҡысҡырған саҡтары булдымы? Ә хәҙер иһә улығыҙ инде үҫмер булһа, һаман да һеҙҙең хуплауҙы көтәме? Бәлки, юҡтыр ҙа. Әммә тормошҡа дөрөҫ ҡарашлы кеше булып нығынып китер өсөн, ул һаман да ярҙамға мохтаж.

Иғтибар итегеҙ, Йәһүә Алла үҙенең рухи улдарының береһе менән нисек мөғәмәлә иткән. Ғайсаның ерҙәге тормошонда мөһим осор башланған мәлдә, Алла уға үҙенең яратыуын асыҡтан-асыҡ былай тип белдергән: «Был минең яратҡан Улым, мин уны хуплайым» (Матфай 3:17; 5:48). Һис шикһеҙ, һеҙ улдарығыҙҙы өйрәтергә һәм төҙәтергә тейеш (Ефестарға 6:4). Ләкин һеҙ уларҙы яҡшы һүҙҙәре һәм эштәре өсөн шулай уҡ маҡтарға онотмайһығыҙмы?

Ҡайһы бер атайҙарға үҙ балаһын маҡтау һәм уға яратыуын белдереү ауыр. Күрәһең, улар бала сағында үҙ ата-әсәләренән маҡтауға ҡарағанда күберәк тәнҡит ишетеп үҫкәндер. Әгәр һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, балағыҙҙа үҙ-үҙенә ышаныс үҫтерер өсөн, маҡсатлы рәүештә тырышлыҡ һалығыҙ. Быны нисек эшләргә? Юғарыла иҫкә алынған Лука үҙенең 15 йәшлек улын даими рәүештә өй эштәрен бергәләп башҡарырға саҡыра. Лука былай ти: «Ҡайһы бер эште Мануэлға минән башҡа үҙенә башларға ҡушам һәм, кәрәк булһа, ярҙам итермен, тип әйтәм. Йыш ҡына эште ул үҙе бөтөрөп ҡуя. Был уға ҡәнәғәтлек килтерә һәм үҙ-үҙенә ышанысын арттыра. Эште уңышлы башҡарғанда, мин Мануэлды маҡтайым. Хатта мин теләгәнсә килеп сыҡмаһа ла, тырышлыҡтары өсөн уны ҡәҙерләүемде белдерәм».

Бынан тыш, әгәр улығыҙға тормошта мөһим маҡсаттарға ынтылырға ярҙам итһәгеҙ, уның үҙ-үҙенә ышанысы тағы ла артыр. Әммә улығыҙ маҡсаттарына һеҙ теләгәнсә тиҙ ирешмәһә йә маҡсаттары, насар булмаһа ла, һеҙ күҙ уңында тотҡандарҙан айырылып торһа, нимә эшләргә? Ул саҡта һеҙгә улығыҙ менән бәйле өмөттәрегеҙ һәм маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә кәрәк булыр. Өҫтә иҫкә алынған Жак былай ти: «Мин улыма ирешә алырҙай маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итәм. Шул уҡ ваҡытта был уның маҡсаттары булһын, ә мин таҡҡан маҡсаттар булмаһын, тип тырышам. Үҙ маҡсатына уның үҙ темпы менән барырға тейешлеген дә онотмайым». Әгәр улығыҙҙың фекеренә ҡолаҡ һалһағыҙ, уңыштары өсөн маҡтаһағыҙ һәм ауырлыҡтар тыуғанда таяныс була белһәгеҙ, уға үҙ маҡсатына ирешергә ярҙам итерһегеҙ.

Әлбиттә, арағыҙҙағы мөнәсәбәттәр гел генә шыма булмаҫ, ләкин, һөҙөмтәлә, улығыҙ һеҙҙең менән дуҫлыҡты ҡәҙерләр. Ул үҙенә тик игелек кенә теләгән кеше менән дуҫлыҡ һаҡларға теләмәҫме ни?

[Төшөрмә]

a Был мәҡәләлә һүҙ атайҙар һәм улдар араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында барһа ла, унда ҡаралған принциптар атайҙар һәм уларҙың ҡыҙҙары араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡарата ла ҡулланырлыҡ.