Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Бер-берегеҙҙе яратығыҙ»

«Бер-берегеҙҙе яратығыҙ»

«Бер-берегеҙҙе яратығыҙ»

«Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (ЯХЪЯ 13:34, 35).

Был нимәне аңлата? Мәсих үҙенең шәкерттәренә бер-береһен, үҙе уларҙы нисек яратһа, шулай яратырға ҡушҡан. Ә Ғайса уларҙы нисек яратҡан? Уның яратыуы ул ваҡытта ҡатындарға һәм башҡа халыҡ кешеләренә ҡарата киң таралған тиҫкәре ҡараштарҙан өҫтөнөрәк булған (Яхъя 4:7—10). Яратыу Ғайсаны башҡаларға ярҙам итер өсөн үҙ ваҡытын, көсөн һәм ялын ҡорбан итергә этәргән (Марк 6:30—34). Бынан да бигерәк, Ғайса үҙ яратыуын иң бөйөк юл менән, үҙенән ваз кисеп күрһәткән. «Мин — яҡшы көтөүсе, — тигән ул. — Яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла» (Яхъя 10:11).

Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Беренсе быуаттағы мәсихселәр бер-береһен дуҫ һәм имандаш тип атаған (Филимонға 1, 2). «Йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк» тип иҫәпләгәнгә, улар үҙ йыйылыштарында бөтә халыҡ кешеләрен дә ихлас ҡабул иткән (Римдарға 10:11, 12). Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамынан һуң Иерусалимдағы шәкерттәр «ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең хәжәтенә ҡарап, бүлеп бирҙеләр». Ни өсөн? Яңы ғына һыуға сумдырылғандар, Иерусалимда ҡалып, «илселәрҙең өйрәтеүе[нә]» төшөнөүҙәрен дауам итә алһындар өсөн (Ғәмәлдәр 2:41—45). Ғайсаның шәкерттәрен шулай эшләргә нимә этәргән? Илселәр үлгәндән һуң 200 йыл да үтмәҫтән, Тертуллиан мәсихселәр тураһында нимә һөйләгәндәрен яҙған: «Ҡалай ныҡ ярата улар бер-береһен... улар бер-береһе өсөн хатта үлергә әҙер».

Бөгөн кем шулай эшләй? 1837 йылда баҫтырып сығарылған «Рим империяһының ҡолау һәм емерелеү тарихы» тигән китапта әйтелгәнсә, күп быуаттар эсендә үҙҙәрен христиан тип атаған кешеләр «бер-береһенә иманһыҙҙарҙың тырышлығынан күргән зыянға ҡарағанда күпкә күберәк яуызлыҡ эшләгән». АҠШ-та күптән түгел генә үткәрелгән бер тикшеренеү һөҙөмтәһендә кешеләрҙең дини хистәре (уларҙың күбеһе үҙҙәрен христиан тип атаған) менән бүтән раса кешеләренә ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт араһында тығыҙ бәйләнеш барлығы асыҡланған. Йыш ҡына төрлө илдәрҙә йәшәгән бер үк сиркәү кешеләре берҙәм түгел, шуға күрә имандаштарына мохтаж булған саҡтарында ярҙам итә алмайҙар йә ярҙам итергә теләмәйҙәр.

2004 йылда Флоридаға ике ай эсендә дүрт көслө дауыл ябырылғанда, Флорида штатының Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты рәисе Комитет ебәргән ярҙам дөрөҫ ҡулланыламы икәнен тикшерергә булған. Ул, башҡа бер ойошма ла Йәһүә шаһиттары кеүек берҙәм эш итмәй, тип билдәләп үткән. Ул хатта Шаһиттарға үҙҙәренә кәрәк булған бөтә нәмәләрҙе алырға тәҡдим иткән. Элегерәк, 1997 йылда, Йәһүә шаһиттарынан булған ирекмәндәр Конго Демократик Республикаһына бәләгә эләккән имандаштарына һәм башҡа кешеләргә медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым алып килгән. Шул ваҡытта Европа илдәренән булған Йәһүә шаһиттары миллион самаһы долларлыҡ иң кәрәкле әйберҙәр йыйған.