Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Минең һүҙемде тотһағыҙ»

«Минең һүҙемде тотһағыҙ»

«Минең һүҙемде тотһағыҙ»

«Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» (ЯХЪЯ 8:31, 32).

Был нимәне аңлата? Ғайсаның «һүҙе» — уның юғарынан бирелгән тәғлимәттәре. «Нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе», — тигән Ғайса (Яхъя 12:49). Үҙенең күктәге Атаһы Йәһүә Аллаға доға ҡылғанда Ғайса: «Хәҡиҡәт — Һинең һүҙең», — тигән. Үҙенең тәғлимәттәрен раҫлар өсөн ул йыш ҡына Алла Һүҙенә һылтанған (Яхъя 17:17; Матфей 4:4, 7, 10). Шуға күрә ысын мәсихселәр Ғайсаның һүҙен тоталар, йәғни Алла Һүҙен — Изге Яҙманы хәҡиҡәт тип, шулай уҡ тәғлимәт һәм тәртип нормаларына ҡағылған һорауҙарҙа иң юғары авторитет, тип һанайҙар.

Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Изге Яҙманың иң күп китабын яҙған илсе Павел, Ғайса шикелле, Алла Һүҙен хөрмәт иткән. «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм... файҙалы», — тигән ул (2 Тимофейға 3:16). Башҡа мәсихселәрҙе өйрәтергә билдәләнгән ирҙәр «ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға» тейеш булған (Титҡа 1:7, 9). Тәүге мәсихселәргә «кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә[не]» кире ҡағырға кәңәш ителгән (Колосстарға 2:8).

Бөгөн кем шулай эшләй? «Католик сиркәүенең катехизисында» былай тиелә: «[Католик] Сиркәүе „асылған һәр нәмә тураһындағы ышанысын Изге Яҙманан ғына түгел, башҡа нәмәнән дә ала. Шуға күрә Изге Яҙма ла, Риүәйәт тә бер үк төрлө ихтирам һәм хөрмәт менән ҡабул ителергә һәм ололанырға тейеш“». «Маклинз» журналында Торонтолағы (Канада) бер рухани ҡатындың һүҙҙәре килтерелгән: «Ниңә ике мең йыл элек яңғыраған „революцион“ тауышҡа ҡолаҡ һалырға? Беҙҙең үҙебеҙҙең дә бик күп иҫ киткес идеяларыбыҙ бар. Улар, бер туҡтауһыҙ Ғайсаға һәм Яҙмаға әйләнеп ҡарарға тура килгәнгә, үҙ көсөн юғалта».

Ә Йәһүә шаһиттары тураһында «Яңы католик энциклопедияһында»: «Улар өсөн Изге Яҙма — тәғлимәт һәм тәртип нормаларына ҡағылған һорауҙарҙа берҙән-бер авторитет», — тип әйтелә. Күптән түгел генә бер ир Йәһүә шаһиты булған бер ҡатынды бүлдергән дә, уның Изге Яҙмаһына төртөп күрһәтеп: «Һеҙҙең кем икәнегеҙҙе визит карточкағыҙ буйынса аңланым», — тигән.