Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Улар ҙа донъяныҡы түгел»

«Улар ҙа донъяныҡы түгел»

«Улар ҙа донъяныҡы түгел»

«Донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки... улар ҙа донъяныҡы түгел» (ЯХЪЯ 17:14).

Был нимәне аңлата? Ғайса, донъяныҡы булмағанға, ул ваҡыттағы ижтимағи һәм сәйәси конфликттарҙа ҡатнашмаған. «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, — тип аңлатҡан Ғайса, — ҡул аҫтымдағы кешеләр, Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн, яу күтәрерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел» (Яхъя 18:36). Ул шулай уҡ үҙенең шәкерттәрен Алла Һүҙендә хөкөм ителгән фекер йөрөтөү, һөйләшеү һәм тәртиптән һаҡланырға өндәгән (Матфей 20:25—27).

Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Дини темаларға яҙыусы Джонатан Даймонд әйтеүенсә, беренсе мәсихселәр «эҙемтәһе ниндәй генә булмаһын — мәсхәрә, төрмә йә үлемме — [һуғыштарҙа] ҡатнашыуҙан баш тартҡан». Улар, нейтралитет боҙмаҫ өсөн, ғазап сигергә әҙер булған. Шулай уҡ улар үҙҙәренең әхлаҡи нормалары менән айырылып торған. Илсе Петр мәсихселәргә ҡараштарын уртаҡлашмаған кешеләр тураһында: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға ғәжәпләнә һәм һеҙҙе яманлай», — тигән (1 Петр 4:4). Тарихсы Вил Дюрант, мәсихселәр «үҙҙәренең тәҡүәлеге һәм әхлаҡлылығы менән күңел асырға яратҡан мәжүси донъяның асыуын килтергән», тип яҙған.

Бөгөн кем шулай эшләй? «Яңы католик энциклопедияһында» мәсихселәр нейтралитеты тураһында: «Дини ышаныуҙар буйынса ҡулға ҡорал алыуҙан баш тартыуҙы мораль яҡтан аҡлап булмай», — тип әйтелә. Швейцарияның бер гәзитендә, «Африкандар хоҡуҡтары» тигән хоҡуҡ яҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 1994 йылда Руандалағы геноцидта «Йәһүә шаһиттарынан башҡа бөтә сиркәүҙәр ҙә ҡатнашҡан», тип хәбәр ителгән («Reformierte Presse»).

Нацизм ваҡытындағы холокост тураһында әйткәндә, бер уҡытыусы, «ябай граждандарҙан торған бер ниндәй төркөм йә ойошма ла күп кеше ҡатнашҡан ялған, ҡанһыҙлыҡ, йыртҡыслыҡҡа ҡаршы сыҡманы», тип көйәләнгән. Ләкин Америка Холокост мемориаль музейына мөрәжәғәт иткәндән һуң ул: «Хәҙер мин дөрөҫөн беләм», — тип яҙған. Ул Йәһүә шаһиттарының аяуһыҙ мөғәмәләгә ҡарамаҫтан үҙ ышаныуҙарында ныҡ торғанын белеп ҡалған.

Ә уларҙың әхлаҡ нормалары хаҡында нимә әйтеп була? «Бөгөн йәш католиктарҙың күбеһе сиркәүҙең никахһыҙ йәшәү һәм никахҡа тиклемге енси мөнәсәбәттәр тураһында өйрәткәндәре менән риза түгел», — тип яҙылған «Ю.С. католик» журналында. Унда бер дьякондың ошондай һүҙҙәре килтерелә: «Минең күҙәтеүҙәрем буйынса, бик күптәр (хатта яртыһынан күберәктер, тип уйлайым) никахҡа ингәнгә тиклем бергә йәшәйҙәр». Ә «Яңы Британия энциклопедияһында», Йәһүә шаһиттары «юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәү яғында ныҡ торалар», тип әйтеп кителә.