Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Изге Яҙма тормошто үҙгәртә

Дин менән ҡыҙыҡһынмаған бер уңышлы йәш ҡатын нисек итеп тормоштоң мәғәнәһен тапҡан? Үлгәндән һуң кеше менән нимә булғанын белеү нисек бер католикка тормошҡа ҡарашын үҙгәртергә ярҙам иткән? Ни өсөн тормоштан күңеле ҡайтҡан бер егет, Алла тураһында белем алып, уның хеҙмәтсеһе булып китергә хәл иткән? Был кешеләрҙең нимә һөйләгәндәре тураһында уҡығыҙ.

Күп йылдар буйы мине «беҙ ни өсөн йәшәйбеҙ?» тигән һорау борсоно (РОЗАЛИНДА ДЖОН).

  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1963

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: БӨЙӨК БРИТАНИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ДӘРӘЖӘЛЕ ЭШЕ БУЛҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Лондондың көньяҡ ситендә урынлашҡан Кройдонда тыуғанмын. Ғаиләбеҙҙә туғыҙ бала булып, мин алтынсыһы инем. Ата-әсәйем сығышы менән — Кариб диңгеҙендәге Сент-Винсент утрауынан. Әсәйем Методистар сиркәүенә йөрөнө. Мин Алла һәм дин менән ҡыҙыҡһынманым, ләкин белемгә ынтылышым көслө ине. Каникулдарҙы мин ғәҙәттә күл буйында библиотеканан алынған китаптарға күмелеп үткәрә инем.

Мәктәпте тамамлағандан һуң бер нисә йыл үткәс, кешеләргә ярҙам итергә теләгәнемде аңланым. Мин өйһөҙҙәргә, инвалидтарға һәм уҡыу ауыр бирелгән кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе үҙ эсенә алған эшкә урынлаштым. Шунан университеттың медик-санитар факультетына уҡырға индем. Уҡып бөткәс, мин дәрәжәле эш таптым да, йәнем теләгән бар нәмәне һатып алып, рәхәтләнеп йәшәй башланым. Штаттан тыш социаль аналитик һәм менеджмент буйынса консультант булараҡ, миңә эш өсөн ни бары ноутбук һәм интернет ҡына кәрәк ине. Мин, бер-ике аҙнаға сит илгә осоп китеп, үҙемдең яратҡан отелемдә йәшәнем, тәбиғәт менән хозурландым, спа-салонға һәм фитнес-клубҡа йөрөнөм. Тормошомдан уңдым, тип уйланым. Ләкин мин бер ҡасан да ярҙамға мохтаж кешеләр тураһында онотманым.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Күп йылдар буйы мине «беҙ ни өсөн йәшәйбеҙ?» һәм «тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?» тигән һорауҙар борсоно. Ләкин мин яуаптарҙы Изге Яҙманан эҙләмәнем. Бер көндө 1999 йылда Йәһүә шаһиты булған һеңлем Маргарет миңә үҙенең әхирәте менән килде. Әхирәте миңә шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтте, һәм мин үҙем дә һиҙмәҫтән уның менән Изге Яҙма өйрәнергә ризалаштым. Әммә мин рухи яҡтан үҫмәнем тиерлек, сөнки эшем һәм йәшәү рәүешем бөтә ваҡытымды алды.

2002 йылдың йәйендә мин Англияның көньяҡ-көнбайышына күсендем. Унда социаль фәндәр докторы дәрәжәһен алыу ниәте менән аспирантураға уҡырға индем. Мин улым менән Батшалыҡ залына осрашыуҙарға йышыраҡ йөрөй башланым. Юғары белемем булһа ла, Изге Яҙманы өйрәнеп кенә кешелек проблемаларының сәбәптәрен һәм уларҙың нисек сиселерен яҡшыраҡ аңлай башланым. Мин Матфай 6:24-тәге һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәнен аңланым. Унда, бер кем дә ике хужаның ҡоло була алмай, тиелгән. Һин йә Аллаға, йә байлыҡҡа хеҙмәт итәһең. Бер көн миңә тормошомда нимә иң мөһиме икәнен хәл итергә тура киләсәген белә инем.

Бынан бер йыл алдараҡ мин өйҙә үткән китап өйрәнеүгә йыш йөрөнөм. Унда Йәһүә шаһиттары «Ҡайғыртыусан Барлыҡҡа килтереүсе бармы?» a тигән китап буйынса фекер алыша ине. Мин тик Барлыҡҡа килтереүсебеҙ Йәһүә генә кешелек проблемаларын сисә алғанын аңланым. Ләкин университетта беҙгә, тормош мәғәнәһе Аллаға ышаныу менән бәйле түгел, тип һөйләгәйнеләр. Был минең асыуымды сығарҙы. Ике айҙан һуң мин университеттан киттем һәм рухи нәмәләргә күберәк ваҡыт бүлергә булдым.

Тормошомдо үҙгәртергә мине Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-лағы бындай һүҙҙәр дәртләндерҙе: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер». Ҡайғыртыусан Аллабыҙ тураһындағы белемдәр минең өсөн ғилми дәрәжә бирә алған абруйға һәм матди байлыҡтарға ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк ине. Йәһүәнең ергә ҡарата ниәте һәм беҙҙең хаҡҡа үлгән Ғайсаның роле тураһында күберәк белгән һайын, Барлыҡҡа килтереүсегә хеҙмәт итергә теләгем көсәйә барҙы. 2003 йылдың апрелендә мин һыуға сумдырылдым һәм әкренләп тормошомдо ябайлаштыра башланым.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ.

Мин Йәһүә менән дуҫлығымды бик ҡәҙерләйем. Уны белгәнгә, күңелемдә ысын тыныслыҡ һәм тәрән шатлыҡ тоям. Имандаштар менән аралашыу ҙа миңә ҙур ҡыуаныс килтерә.

Изге Яҙманы өйрәнеү һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү минең белемгә һыуһынымды тулыһынса ҡандыра. Миңә үҙ иманым тураһында башҡаларға һөйләү бик оҡшай. Был тормошомдағы иң мөһим эшкә әйләнде, сөнки шулай итеп мин кешеләргә инде хәҙер үк тормоштарын яҡшыртырға һәм яңы донъяла йәшәү өмөтөнә эйә булырға ярҙам итәм. 2008 йылдың июненән мин пионер булып хеҙмәт итәм, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ваҡытымдың шаҡтай өлөшөн вәғәз эшенә бағышлайым. Әле бер ҡасан да шундай ҙур бәхет кисергәнем булманы! Мин тормоштоң ысын мәғәнәһен таптым һәм Йәһүәгә бының өсөн бик рәхмәтлемен.

«Дуҫымдың үлеме минең өсөн ҙур ҡайғы булды» (РОМАН ИРНЕСБЕРГЕР).

  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1973

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: АВСТРИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ҠОМАРЛЫ УЙЫНДАР УЙНАҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Австриялағы гөрләп сәскә атҡан Браунау ҡалаһында үҫтем. Унда енәйәтселек бөтөнләй юҡ ине тиерлек. Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә католик булды, мине лә бала саҡтан шул диндә тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Бала сағымда булған бер ваҡиға мине бик тетрәндерҙе. Был 1984 йылда булды. Миңә ул ваҡытта 11 йәш тирәһе ине. Иртәнсәк беҙ яҡын дуҫым менән футбол уйнаныҡ, ә төшкөһөн ул машина аҫтына эләгеп үлде. Дуҫымдың үлеме минең өсөн ҙур ҡайғы булды. Шул ваҡиғанан һуң «үлгәс, кеше менән нимә була?» тигән һорау оҙаҡ йылдар буйы башымдан сыҡманы.

Мәктәпте бөткәс, мин электрик булып эшкә урынлаштым. Ҡомарлы уйындар уйнарға яратһам да һәм ҙур ставкалар яһаһам да, аҡса яғынан ауырлыҡ күрмәнем. Мин спорт менән күп шөғөлләндем, хеви-метал һәм панк-рок тыңланым. Дискотеканан дискотекаға, кисәнән кисәгә тиклем йәшәнем. Мин кәйеф-сафа тулы әхлаҡһыҙ тормош алып барҙым, әммә күңелемдә бушлыҡ ине.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

1995 йылда ишегемә оло йәштәге бер Йәһүә шаһиты шаҡыны һәм бер китап тәҡдим итте. Унда, кеше үлгәс, уның менән нимә булғаны ҡарала ине. Дуҫымдың фажиғәле үлеме күңелемде һаман өйкәп тора ине. Шунлыҡтан мин үлем тураһындағы бүлекте генә түгел, ә тотош китапты уҡып сыҡтым!

Ниһайәт, үҙемде оҙаҡ йылдар ыҙалатҡан һорауға яуап таптым! Мин шулай уҡ башҡа күп нәмәләр ҙә белдем. Католиктар ғаиләһендә үҫкәнгә, Ғайса Мәсихкә генә ышана инем. Әммә, Изге Яҙманы ентекләп өйрәнеп, мин Ғайсаның Атаһы Йәһүә Алла менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерә алдым. Йәһүәнең үҙен кешеләрҙән йәшермәгәнен һәм уларҙан ситләшмәгәнен, ә, киреһенсә, үҙен эҙләүселәргә асылғанын белгәс, аптыраным да, шатландым да (Матфай 7:7—11). Йәһүәнең хистәре барлығын һәм уның һәр ваҡыт үҙ һүҙен тотҡанын белгәс, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр менән ныҡ ҡыҙыҡһынып киттем һәм уларҙың нисек үтәлгәнен тикшерергә тотондом. Ундай тикшереү иманымды нығытты.

Тиҙҙән мин Йәһүә шаһиттарының кешеләргә Изге Яҙманың асылына төшөнөргә ярҙам иткән берҙән-бер ойошма икәнен аңланым. Мин уларҙың баҫмаларында Изге Яҙмаға күп һылтанмалар килтерелгәненә иғтибар иттем һәм үҙемдең католик Изге Яҙмамдан уларҙы асып ҡарай башланым. Күберәк өйрәнгән һайын хәҡиҡәтте тапҡаныма нығыраҡ ышана барҙым.

Шулай уҡ Йәһүәнең юғары нормалар буйынса йәшәүемде теләгәнен аңланым. Ефестарға 4:22—24-тән «элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып», Алла ихтыяры буйынса яратылған «яңы кешегә» әйләнергә кәрәк икәнен белдем. Шуға күрә мин әхлаҡһыҙ тормош алып барыуҙан туҡтаным. Мин шулай уҡ ҡомарлы уйындар уйнау ғәҙәтен ташларға кәрәклеген күрҙем, сөнки ул ҡомһоҙлоҡҡа һәм материализмға этәрә (1 Коринфтарға 6:9, 10). Ә бының өсөн миңә, элекке дуҫтарым менән бәйләнештәрҙе өҙөп, мин йәшәгән принциптарҙы хөрмәт иткән яңы дуҫтар табырға кәрәк ине.

Был еңел булманы. Әммә мин Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залында үткән осрашыуҙарына йөрөй башланым һәм йыйылышта күптәр менән дуҫлашып киттем. Бынан тыш, мин Изге Яҙманы ентекләп өйрәнеүемде дауам иттем. Ваҡыт уҙыу менән миңә башҡа төрлө музыка оҡшай башланы, тормош маҡсаттарым һәм хатта тышҡы ҡиәфәтем үҙгәрҙе. 1995 йылда, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ.

Хәҙер аҡса һәм мал-мөлкәткә тыныс ҡарайым. Холҡом да үҙгәрҙе: элек тиҙ генә сығырҙан сыға инем, ә хәҙер күпкә тынысыраҡ булып киттем. Өҫтәүенә, киләсәк тураһындағы уйҙар мине бүтән ҡурҡытмай.

Йәһүә хеҙмәтселәренең халыҡ-ара ғаиләһенең өлөшө булғаныма шул тиклем шатмын! Улар араһында, етди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Аллаға тоғро булып ҡалған кешеләр бар. Хәҙер мин күңел асыу тураһында ғына уйлап йәшәмәйем, ә бөтә ваҡытымды һәм көсөмдө Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә һәм кешеләргә ярҙам итеүгә бағышлайым. Был миңә ғәйәт ҙур бәхет килтерә!

«Ниһайәт, минең тормошом мәғәнәле булып китте!» (ИЕН КИНГ).

  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1963

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: БӨЙӨК БРИТАНИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ТОРМОШТАН КҮҢЕЛЕ ҠАЙТҠАН БУЛҒАН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Англияла тыуғанмын, ләкин миңә 7 йәш булғанда, ғаиләбеҙ Австралияға күсенде. Беҙ курорт-ҡала Голд-Костта (Квинсленд штаты) төпләндек. Мул йәшәмәһәк тә, беҙҙең һәр ваҡыт кәрәкле бөтә нәмәбеҙ булды.

Бала сағыма зарлана алмайым, шулай ҙа мин бер ҡасан да үҙемде бәхетле итеп тойманым. Бик иртә тормоштан күңелем ҡайтты. Атайым ныҡ эсте һәм әсәйем менән үҙен тупаҫ тотто, шуға мин уны яратмай инем. Һуңғараҡ ҡына, Малайяла хеҙмәт иткән сағында уға нимә кисерергә тура килгәнен белгәс, уның ни өсөн шулай булып киткәнен аңланым.

Өлкән кластарҙа беҙ дуҫтарым менән йыш ҡына иҫергәнсе эсә инек. 16 йәшемдә мәктәпте ташлап, флотҡа киттем. Наркотик менән шаяра башланым, тәмәкеһеҙ тора алманым. Шулай уҡ иҫерткес эсемлектәргә әүәҫлегем көсәйә барҙы: элек ял көндәрендә генә эсһәм, хәҙер эсмәйенсә бер көнөм дә үтмәй ине.

20 йәштәр тирәһендә Алланың барлығына шикләнә башланым. «Әгәр Алла бар икән, — тип уйланым мин, — ни өсөн ул кешеләрҙең интегеүенә һәм үлеүенә юл ҡуя?» Мин хатта Алланы кешелектең бөтә бәләләрендә ғәйепләп шиғыр яҙҙым.

23 йәшемдә флоттан киттем. Мин төрлө эштәрҙә эшләп ҡараным, хатта бер йыл сит илдә эшләнем, ләкин күңел бушлығынан һәм төшөнкөлөктән бер нисек тә ҡотола алманым. Маҡсатһыҙ тормош алып барҙым, бер нәмә лә эшләгем килмәне. Йорт һатып алыу, яҡшы эш, карьера — быларҙың барыһы мәғәнәһеҙ булып күренә ине. Мин алкоголь һәм музыканан ғына «йыуаныс» таба инем.

Иҫемдә, бер көндө миндә ни өсөн йәшәгәнебеҙҙе аңларға ҙур теләк тыуҙы. Мин Польшала, яманаты сыҡҡан концентрацион лагерҙа — Освенцимда инем. Элек бында ҡылынған ҡанһыҙлыҡтар тураһында уҡығаным бар ине. Ләкин лагерҙың ифрат ҙур территорияһын күргәс, мине әсе тойғолар солғап алды. Башыма һыймай ине: нисек кешеләр шундай йыртҡыслыҡҡа барып етә алған?! Йәш тулы күҙҙәр менән лагерь буйлап йөрөгәндә, «ни өсөн?» тигән һорау өҙлөкһөҙ мейемде сүкене.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

1993 йылда, сит илдән ҡайтҡас, мин һорауҙарыма яуап табырға өмөтләнеп, Изге Яҙма уҡый башланым. Күп тә үтмәҫтән, ишегемә ике Йәһүә шаһиты шаҡыны. Улар мине яҡындағы стадионда үтергә тейеш булған конгресҡа саҡырҙы. Мин барырға булдым.

Бер-ике ай элек мин шул стадионда матчта булғайным. Ниндәй ҙур айырма! Йәһүә шаһиттары бөхтә кейенгән, ипле ине, балалары тыңлаусан ине. Әммә төшкө аш ваҡытында күргәндәрем мине тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндерҙе: йөҙәрләгән Шаһиттар уйын майҙанында ашаны, ә урындарына ҡайтҡас, уларҙан һуң хатта бер фантик та ҡалманы! Ә иң мөһиме, был кешеләрҙең тормоштан ҡәнәғәт булғандары күренеп тора ине, миңә тап шул етмәй ине! Конгресс программаһынан бер нәмә лә иҫемдә ҡалмаһа ла, Шаһиттарҙың тәртибе миңә көслө йоғонто яһаны.

Шул кисте мин Изге Яҙма уҡыған һәм төрлө диндәрҙе өйрәнгән туғанымды иҫемә төшөрҙөм. Бер нисә йыл алдараҡ ул миңә Ғайсаның, хаҡ динде емештәренән танып була, тигән һүҙҙәрен уҡыған ине (Матфай 7:15—20). Мин, Йәһүә шаһиттарының ни өсөн башҡаларҙан шулай ныҡ айырылып торғанын асыҡларға тейешмен, тип уйланым. Ғүмеремдә беренсе мәртәбә миңә нимәлер ҡыҙыҡ булып китте һәм күңелемдә өмөт сатҡыһы тоҡанды!

Киләһе аҙнала мине конгресҡа саҡырған Шаһиттар тағы килде. Улар Изге Яҙма өйрәнергә тәҡдим итте, һәм мин ризалаштым. Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланым.

Изге Яҙманы өйрәнеү минең Аллаға ҡарашымды тамырынан үҙгәртте. Мин уның донъяла хөкөм һөргән ҡайғы-хәсрәт һәм енәйәттәрҙә ғәйепле түгеллеген һәм кешеләрҙең яуызлыҡ эшләүен күреү уның күңелен әрнеткәнен белдем (Башланмыш 6:6; Зәбур 78:40, 41). Мин Йәһүәнең күңеленә ауыртыу килтермәҫ өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә хәл иттем. Уның йөрәген һөйөндөрөргә теләнем (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Шуға күрә эсеүҙе, тартыуҙы ташланым һәм әхлаҡһыҙ тормош алып барыуҙан туҡтаным. 1994 йылдың мартында, мин һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ.

Хәҙер мин тормошомдан ысынлап та ҡәнәғәт! Проблемаларымды бүтән алкоголгә батырмайым. Ауырлыҡтарымды Йәһүәгә йөкмәтергә өйрәндем (Зәбур 55:22).

Бына инде ун йыл мин Карен исемле һылыу апай-ҡәрҙәшҡә өйләнгәнмен, Нелла исемле бына тигән үгәй ҡыҙым бар. Беҙҙең барыбыҙға ла, вәғәздә күп ваҡыт үткәреп, кешеләргә Алла тураһында белергә ярҙам итеү бик оҡшай. Ниһайәт, минең тормошом мәғәнәле булып китте!

a Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған.