БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | АЛЛАНЫ ЯРАТЫРҒА ҠАМАСАУЛАҒАН ЯЛҒАН
Алланы мәрхәмәтһеҙ итеп күрһәткән ялған
КҮПТӘР НИМӘГӘ ЫШАНА?
«Бик ҙур гонаһ ҡылып үлгән кешеләрҙең йәндәре үлгәс тә тамуҡҡа эләгә, унда улар „мәңгелек утта“ тамуҡ ғазаптары кисерә» («Католик сиркәүенең катехизисы»). Ҡайһы бер дин әһелдәре, тамуҡ — ул Алланан тулыһынса айырылған һәм мәңгегә ситләшкән хәл, тип өйрәтә.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ХӘҠИҠӘТ.
«Гонаһ ҡылып йөрөгән йән үләсәк» (Йәзәкил 18:4). «Үлеләр бер нәмә лә белмәй» (Вәғәзсе 9:5). Әгәр йән үлә һәм бер нәмә лә белмәй икән, нисек инде ул «мәңгелек утта» ғазаплана алһын йәки Алланан мәңгегә ситләшкән булғанға яфалана алһын?
Изге Яҙмала йыш ҡына «тамуҡ» тип тәржемә ителгән боронғо еврей һәм грек һүҙҙәре ысынында кешелектең дөйөм ҡәберен аңлата. Мәҫәлән, Ғайса тураһындағы пәйғәмбәрлектә былай тип әйтелә: «Һин йәнемде Ҡәберҙә [«тамуҡта», Зәбур 15:10; 2014 йылдың тәржемәһе] ҡалдырмаҫһың» (Зәбур 16:10). Әлбиттә, Ғайса пәйғәмбәр яфаланыу урынында йә Алланан ситләшкән хәлдә булмаған, ул ҡәберҙә булған.
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ?
Мәрхәмәтһеҙлек Аллаға йәлеп итмәй, киреһенсә, унан ситләштерә. «Бала саҡтан уҡ миңә утлы тамуҡ тураһында һөйләнеләр, — ти Мексикала йәшәгән Росио. — Мин бик ныҡ ҡурҡа торғайным һәм Алланың ниндәйҙер яҡшы сифаттары бар тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Уны, яуыз һәм шәфҡәтһеҙ, тип уйланым».
Изге Яҙмала Алланың хөкөмдәре һәм үлгәндәрҙең хәле тураһында яҙылған аңлайышлы һүҙҙәр Росионың Аллаға ҡарашын үҙгәрткән. «Мин үҙемде ирекле хис иттем, өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды, — ти ул. — Мин Алланың беҙҙең өсөн иң яҡшыһын теләүенә, беҙҙе яратҡанына һәм мин дә уны ярата алғаныма ышана башланым. Ул балаларының ҡулынан тотҡан һәм уларҙы ҡурсалаған хәстәрлекле атай кеүек» (Ишағыя 41:13).
Күптәр утлы тамуҡтан ҡурҡҡанға диндар булырға тырыша, ләкин Алла һеҙҙең ҡурҡҡанға хеҙмәт итеүегеҙҙе теләмәй. Ғайса: «Раббы Аллаңды... ярат», — тип өндәгән (Марк 12:29, 30). Бынан да бигерәк, әгәр Алланың ғәҙелһеҙ эш итмәгәнен аңлаһаҡ, беҙгә уның киләсәктәге хөкөм ҡарарҙарына ышаныуы еңелерәк булыр. Әйүптең дуҫы Илуй һымаҡ, беҙ тулы ышаныс менән: «Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл!» — тип әйтә алырбыҙ (Әйүп 34:10).