Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Улар бөтә һорауҙарға ла Изге Яҙма буйынса яуап бирҙе!

Улар бөтә һорауҙарға ла Изге Яҙма буйынса яуап бирҙе!
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1950

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: ИСПАНИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: КАТОЛИК МОНАХИНЯҺЫ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Ата-әсәйемдең Испанияның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Галисия ауылында бәләкәй генә фермаһы бар ине. Мин һигеҙ баланың дүртенсеһе булдым. Беҙ бик дуҫ йәшәнек. Ул ваҡытта Испанияла һәр ғаилә бер баланы булһа ла дини семинарияға йә монастырға ебәрә ине. Беҙҙең ғаиләлә ундай балалар өсәү булды.

13 йәшемдә мин инде Мадридтағы монастырҙа булған апайыма ҡушылдым. Унда атмосфера бик ҡырыҫ булды. Дуҫлыҡ тигән нәмәнең әҫәре лә юҡ ине — тик ҡағиҙәләр, доғалар һәм аскетлыҡ. Иртән иртүк беҙҙе рухи нәмәләр тураһында уйланырға часовняға йыя торғайнылар, ләкин йыш ҡына башыма бер уй ҙа килмәй ине. Шунан һуң беҙ дини йырҙар йырлай һәм мессала ҡатнаша торғайныҡ, былар барыһы ла латин телендә булды. Мин бер нәмә лә аңламай инем, шуға Алла минең өсөн ят һәм йыраҡ ине. Көндәрем бер кем менән һөйләшмәй үтә торғайны. Апайым менән осрашҡан саҡта беҙ бер-беребеҙгә «саф Мәрйәм анаға дан» тип кенә әйтә ала инек. Монахинялар төшкө аштан һуң ярты сәғәт кенә аралашырға рөхсәт итә ине. Был өйҙәге бәхетле тормоштан шул тиклем ныҡ айырыла ине! Мин үҙемде япа-яңғыҙ хис иттем һәм йыш иланым.

Үҙемде бер ҡасан да Аллаға яҡын итеп тоймаһам да, 17 йәшемдә мин нәҙер алдым һәм монахиня булып киттем. Ысынында, башҡалар минән ни көтһә, шуны ғына эшләнем. Ләкин бик тиҙҙән Алланың мине һайлағанына шикләнә башланым. Монахинялар йыш ҡына, шикләнгәндәр тамуҡҡа эләгә, тиҙәр ине. Әммә был миңә шиктәрҙән арынырға ярҙам итмәне. Ғайса Мәсихтең кешеләрҙән ситләшмәгәнен, киреһенсә, уларҙы өйрәтеп һәм ярҙам итеп йөрөгәнен белә инем (Матфей 4:23—25). 20 йәшемә башҡаса монахиня булыуҙың мәғәнәһен күрмәнем. Ғәжәпкә ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙар монастыры башлығы, икеләнәһең икән, монастырҙан мөмкин тиклем тиҙерәк китеүең яҡшыраҡ, тине. Күрәһең, ул мине башҡаларға йоғонто яһар тип ҡурҡты. Шуға мин монастырҙан киттем.

Ата-әсәйем мине йылы ҡаршы алды, хәлемде аңланы. Беҙҙең ауылда эш булмағанға, мин Германияға ҡустым янына киттем. Ул испан эмигранттарының коммунистик төркөмө ағзаһы ине. Мин был кешеләр менән бик тиҙ уртаҡ тел таптым. Улар эшселәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшә ине. Мин коммунист булып киттем һәм тиҙҙән шул төркөмдәге бер иргә кейәүгә сыҡтым. Коммунистик әҙәбиәт таратып һәм протест марштарында ҡатнашып, ниндәйҙер файҙалы эш эшләйем, тип уйланым.

Ләкин ваҡыт уҙыу менән күңелем ҡайта башланы. Мин йыш ҡына төркөм ағзаларының бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләгәнен күрҙем. 1971 йылда коммунистар Франкфурттағы испан консуллығын яндырғас, шиктәрем көсәйҙе. Шулай эшләп, улар Испаниялағы диктатор режимына протест белдерҙе. Ә минеңсә, бындай ысулдар дөрөҫ түгел ине.

Беренсе балабыҙ тыуғас, мин иремә, коммунистар йыйылышына башҡа йөрөмәйем, тинем. Элекке дуҫтарым балам менән миңә бер тапҡыр ҙа килеп китмәне. Мин үҙемде бик яңғыҙ хис иттем һәм тормоштоң мәғәнәһе тураһында уйлана башланым. Был донъяны яҡшыртырға тырышыу кәрәк булған микән?

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Бер ваҡыт 1976 йылда ишегебеҙгә ике Йәһүә шаһиты шаҡыны һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмалар ҡалдырҙы. Улар тағы килгәс, мин уларға ғазаптар, тигеҙһеҙлек, ғәҙелһеҙлек тураһында бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙым. Уларҙың бөтә һорауҙарыма ла Изге Яҙма буйынса яуап биреүе мине ғәжәпләндерҙе. Мин шунда уҡ Изге Яҙма өйрәнергә ризалаштым.

Тәү мәлдә мине төрлө факттарҙы белеү генә ҡыҙыҡһындырҙы. Әммә беҙ Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залындағы осрашыуҙарға йөрөй башлағас, барыһы ла үҙгәрҙе. Ул ваҡытта беҙҙең инде ике балабыҙ бар ине. Йәһүә шаһиттары беҙҙе Батшалыҡ залына машина менән йөрөттө һәм осрашыу ваҡытында балаларҙы ҡарашты. Мин был изгелекле кешеләрҙе яҡын күрә башланым.

Шулай ҙа ҡайһы бер тәғлимәттәргә ҡағылышлы һорауҙарым ҡалғайны. Мин Испаниялағы туғандарыма барып килергә булдым. Атайымдың ҡустыһы, рухани, Изге Яҙма өйрәнеүемде ташларға өгөтләне. Ләкин урындағы Шаһиттар мине бик нығытты. Улар, Германиялағы шаһиттар кеүек үк, минең бөтә һорауҙарыма ла Изге Яҙма буйынса яуап бирҙе. Германияға ҡайтҡас, өйрәнеүҙе мотлаҡ дауам итергә булдым. Ирем өйрәнеүҙе ҡалдырһа ла, мин үҙ ҡарарымда ныҡ торҙом. 1978 йылда һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.

Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белеү миңә тормоштоң мәғәнәһен асыҡ аңларға һәм дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итте. Мәҫәлән, 1 Петр 3:1—4 буйынса, ҡатындарға ирҙәренә буйһонорға һәм «Алла алдында... ҡиммәтле» булған «тыныс хол[о]ҡ» булдырырға кәңәш бирелә. Был принциптар миңә бөгөнгө көндә лә яҡшы ҡатын һәм яҡшы әсәй булырға ярҙам итә.

Йәһүә шаһиты булып китеүемә бына инде 35 йыл булды. Мин Аллаға уның ҙур рухи ғаиләһендә хеҙмәт итеүемә һәм биш баламдың дүртеһе ошо уҡ юлды һайлауына бик шатланам.