ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ
Мин үҙем өсөн генә йәшәнем
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1951
ТЫУҒАН ИЛЕ: ГЕРМАНИЯ
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ҒОРУР, БУЙҺОНМАУСАН КЕШЕ
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.
Мин әле бик бәләкәй саҡта беҙҙең ғаилә Көнсығыш Германияла Лейпцигтан йыраҡ түгел, Чехия менән Польша сиктәре эргәһендә йәшәне. Алты йәшемдә атайым сит илдә эшләй башланы, шуға беҙ тәүҙә — Бразилияға, шунан Эквадорға күсендек.
14 йәшемдә мине Германияға мәктәп-интернатҡа ебәрҙеләр. Ата-әсәйем йыраҡта — Көньяҡ Америкала булғанға, миңә үҙем тураһында үҙемә ҡайғыртырға тура килде. Мин бик ғорур һәм буйһонмаусан булып киттем. Башҡаларҙың нимә уйлауы миңә барыбер ине.
17 йәшемдә саҡта ата-әсәйем Германияға ҡайтты. Мин башта улар менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнем. Ләкин буйһонмаусан холҡом арҡаһында улар менән тыныша алманым, 18 йәшемдә өйҙән киттем.
Мин гел генә йәшәү мәғәнәһен эҙләнем. Төрлө йәмғиәт һәм ойошмаларға йөрөп ҡарағандан һуң, иң яҡшыһы — кешеләр ерҙе юҡ итмәҫ борон, тормошомдо беҙҙең иҫ киткес планетабыҙҙы тикшереүгә бағышлау, тигән һығымтаға килдем.
Мин Германиянан киттем, мотоцикл һатып алдым һәм Африкаға юл тоттом. Әммә оҙаҡламай мотоциклымды ремонтлар өсөн Европаға ҡайтырға тура килде. Күп тә үтмәҫтән, Португалияла пляжда булғанда, башыма, мотоциклымды ҡалдырып диңгеҙ буйлап сәйәхәткә сығып китергә, тигән уй килде.
Мин Атлантик океан аша сәйәхәткә китергә йыйынған йәштәр төркөмөнә ҡушылдым. Шунда буласаҡ ҡатыным Лори менән таныштым. Тәүҙә беҙ Кариб утрауҙарҙарына табан йөҙҙөк. Шунан, Пуэрто-Рикола бер аҙ туҡтап торғас, Европаға ҡайттыҡ. Беҙ Лори менән, елкәнле кәмә табып, шуны диңгеҙҙә оҙаҡ сәйәхәт итер өсөн яйлаштырырға ниәтләгәйнек. Ләкин өс айҙан һуң көтмәгәндә ҙур ауырлыҡ менән осраштыҡ: мине хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар.
Мин Германия флотында 15 ай хеҙмәт иттем. Шул арала беҙ Лори менән өйләнештек һәм яңы сәйәхәткә әҙерләнә башланыҡ. Мин армияға китмәҫ борон, беҙ ҡотҡарыу шлюпкаһының корпусын һатып алғайныҡ. Хеҙмәт иткән сағымда беҙ яйлап ҡына унан бәләкәй елкәнле кәмә төҙөнөк. Беҙ шул кәмәлә йәшәп иҫ киткес планетабыҙҙы тикшереүҙе дауам итергә планлаштырҙыҡ. Тап шул ваҡытта — мин армиянан ҡайтҡас, ләкин кәмәбеҙҙе төҙөп бөтмәҫ борон — беҙ Йәһүә шаһиттарын осраттыҡ һәм Изге Яҙма өйрәнә башланыҡ.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.
Башта мин тормошомдо үҙгәртергә кәрәк тип һанаманым, сөнки никахыбыҙ теркәлгәйне һәм мин тартыуымды ташлағайным (Ефестарға 5:5). Ә донъя буйлап сәйәхәт итергә тигән планыбыҙға килгәндә, тормошобоҙҙо Алланың һоҡланғыс ижади эштәрен күҙәтеүгә бағышлауҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ, тип уйлай инем.
Ысынында иһә миңә үҙгәрергә, бигерәк тә холҡомдо үҙгәртергә кәрәк ине. Мин сиктән тыш ғорур һәм буйһонмаусан инем, үҙ мөмкинлектәрем һәм ҡаҙаныштарым тураһында ғына уйлай инем. Мин үҙем өсөн генә йәшәнем.
Бер көндө мин Ғайсаның киң танылған вәғәзен — Тауҙағы вәғәзен уҡыным (Матфей, 5—7-се бүлектәр). Тәүҙә Ғайсаның кемде бәхетле тип атап булғаны хаҡындағы һүҙҙәре мине аптырашта ҡалдырҙы. Мәҫәлән, ул, асыҡҡандар һәм сарсағандар бәхетле, тигән (Матфей 5:6). Мин, нисек инде мохтажлыҡ кешене бәхетле итә алһын, тип уйланым. Өйрәнеүҙе дауам итеп, мин һәр беребеҙҙең рухи ихтыяждары барлығын, ләкин уларҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн тәүҙә быны баҫалҡы рәүештә танырға кәрәклеген аңланым. «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле», — тигән бит Ғайса (Матфей 5:3).
Беҙ Лори менән Изге Яҙманы Германияла өйрәнә башланыҡ, ләкин һуңғараҡ — Францияға, шунан Италияға күсендек. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, Йәһүә шаһиттарын таптыҡ. Уларҙың берҙәмлеге һәм бер-береһен ихлас яратыуы миңә ныҡ тәьҫир итте. Йәһүә шаһиттарының ысынлап та бөтә донъя ҡәрҙәшлек икәнен күрҙем (Яхъя 13:34, 35). Оҙаҡламай беҙ Лори менән, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттек.
Һыуға сумдырылғандан һуң мин үҙемде үҙгәртеүемде дауам иттем. Беҙ Лори менән Африка яры буйлап йөҙөргә, шунан, Ҡушма Штаттарға эләгер өсөн, Атлантик океан аша йөҙөп үтергә булдыҡ. Һәм шунда, океан уртаһында — ярҙан меңәрләгән миль йыраҡлыҡта, икәүләп кенә остоҡ ҡына кәмәлә булғанда — мин ҡеүәтле Ижад итеүсебеҙ менән сағыштырғанда үҙемдең ни тиклем кескенә икәнемде аңланым. Минең ҡарамаҡта донъя ҡәҙәр ваҡыт булғанға (океан уртаһында ашығыс эштәр улай уҡ күп түгел), мин көндәр буйы Изге Яҙма уҡыным. Миңә Ғайсаның тормошо тураһындағы хәбәрҙәр айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Ул камил булған һәм мин күҙ алдыма ла килтерә алмаҫлыҡ һәләттәргә эйә булған, шулай ҙа ул бер ҡасан да иғтибарын үҙенә тупламаған. Ул үҙе өсөн түгел, ә күктәге Атаһының ихтыярын үтәр өсөн йәшәгән.
Мин Алла Батшалығын тормошомда беренсе урынға ҡуйырға кәрәк икәнен аңланым
Ғайсаның үрнәге тураһында уйланып, мин Алла Батшалығын үҙем шөғөлләнергә теләгән төрлө эштәр араһына ҡыҫтырып ебәрергә түгел, ә тормошомда беренсе урынға ҡуйырға кәрәк икәнен аңланым (Матфей 6:33). Ҡушма Штаттарға барып еткәс, беҙ Лори менән шунда ҡалырға һәм көсөбөҙҙө Аллаға хеҙмәт итеүгә тупларға булдыҡ.
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.
Элек үҙем өсөн генә йәшәгән саҡта тормошом билдәһеҙлек менән тулы ине. Хәҙер иһә минең зирәклек һәм йүнәлеш биргән ышаныслы сығанағым бар (Ишағыя 48:17, 18). Мин шулай уҡ йәшәү мәғәнәһен таптым: Аллаға хеҙмәт итәм һәм башҡаларға уның тураһында белергә ярҙам итәм.
Изге Яҙма принциптарын ҡулланыу Лори менән беҙгә никахыбыҙҙы нығытырға ярҙам итте. Беҙҙең Йәһүәне белгән һәм яратҡан матур ҡыҙыбыҙ бар.
Тормошобоҙ гел генә тыныс йөҙөүгә оҡшаш булманы. Әммә Йәһүә ярҙамы менән беҙ бер ҡасан да бирешмәҫкә һәм уға таянырға ныҡлы ҡарар иттек (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6).