Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА НИГЕҘЕНДӘ ҺӨЙЛӘШЕҮ

Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (2-се өлөш)

Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (2-се өлөш)

Бында Йәһүә шаһиты һәм уның күршеһе араһында булған ғәҙәттәге һөйләшеү килтерелә. Әйтәйек, Таһир исемле Йәһүә шаһиты үҙенең күршеһе Зарифҡа яңынан ингән, ти.

НАБУҠАДНИЗАРҘЫҢ ТӨШӨН ҠЫҪҠАСА ҠАРАП СЫҒЫУ

Таһир: Зариф, һине яңынан күреүемә шатмын. Һинең менән аҙна һайын осрашып, Изге Яҙма өйрәнеү миңә бик тә оҡшай *. Хәлдәрең нисек?

Зариф: Рәхмәт, яҡшы.

Таһир: Шәп, бик һәйбәт. Үткән осрашыуҙа беҙ, ни өсөн Йәһүә шаһиттары Алла Батшалығының 1914 йылда идара итә башлағанына ышана, тигән һорауҙы ҡарағайныҡ *. Изге Яҙмалағы Данил китабының 4-се бүлегендәге пәйғәмбәрлекте тикшерҙек. Хәтерләйһеңме, унда нимә яҙылған?

Зариф: Унда Набуҡаднизар батша төшөндә күргән ҙур ағас тураһында әйтелә.

Таһир: Эйе, дөрөҫ. Набуҡаднизар күккә еткән ғәйәт ҙур ағас күргән. Шунан ул Алла фәрештәһенең ағасты киҫеп ауҙарырға тигән бойороғон ишеткән, әммә уның төбө тамырҙары менән бергә ерҙә ҡалырға тейеш булған. «Ете ваҡыт» үткәс, ағас яңынан үҫә башларға тейеш булған *. Беҙ шулай уҡ был пәйғәмбәрлектең ике үтәлеше бар икәнен белдек. Беренсе тапҡыр ул нисек үтәлгән, хәтерләйһеңме?

Зариф: Набуҡаднизар батшала үтәлгән, буғай. Ул ете йылға аҡылдан яҙған.

Таһир: Тап шулай. Набуҡаднизар ваҡытлыса аҡылдан яҙған, шуға уның хакимлығы өҙөлгән. Ә ҙурыраҡ үтәлешендә ете йылға Алланың идаралығы туҡтап торған. Күргәнебеҙсә, ете ваҡыт б. э. т. 607 йылда Иерусалим емерелгәндә башланған. Шул ваҡыттан алып Алла халҡының ерҙә Йәһүә хакимлығын символлаштырған батшаһы булмаған. Әммә ете ваҡыт үткәс, Алла үҙенең халҡы өҫтөнән, был юлы инде күктә, яңы Хаким ҡуйырға тейеш булған. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, ете ваҡыт үтеүгә Алланың күктәге Батшалығы идара итә башларға тейеш булған. Үткән осрашыуҙа беҙ ете ваҡыттың ҡасан башланғанын тикшерҙек. Уның күпме дауам иткәнен билдәләһәк, Батшалыҡтың ҡасан идара итә башлағанын белербеҙ. Ризаһыңмы?

Зариф: Эйе, үткән һөйләшеүҙе иҫкә төшөрөү бик шәп булды әле.

Таһир: Улайһа, башлайыҡ. Әйҙә, ҡарайыҡ, ете ваҡыт күпме дауам иткән икән. Мин, төп фекерҙәрҙе иҫкә төшөрөр өсөн, был материалды яңынан уҡып сыҡтым. Хәҙер һиңә аңлатырға тырышып ҡарайым.

Зариф: Әйҙә.

ЕТЕ ВАҠЫТТЫҢ ТАМАМЛАНЫУЫ — ҺУҢҒЫ КӨНДӘРҘЕҢ БАШЛАНЫУЫ

Таһир: Пәйғәмбәрлектең Набуҡаднизарға ҡағылышлы беренсе үтәлешендә ете ваҡыт тура мәғәнәлә ете йыл дауам иткән. Әммә пәйғәмбәрлектең Алла Батшалығына ҡағылышлы ҙурыраҡ үтәлешендә ете ваҡыт тура мәғәнәләге ете йылдан күпкә оҙағыраҡҡа һуҙылырға тейеш булған.

Зариф: Быны ҡайҙан беләбеҙ?

Таһир: Хәтергә төшөрәйек, ете ваҡыт б. э. т. 607 йылда Иерусалим емерелгәс башланған. Шул ваҡыттан башлап, тура мәғәнәлә ете йыл иҫәпләһәк, б. э. т. 600 йылда туҡтайбыҙ. Әммә ул йылда Алла Батшалығы менән бәйле бер ниндәй ҙә мөһим ваҡиға булмаған. Бынан тыш, элегерәк әйтеп киткәнебеҙсә, йөҙәрләгән йылдар үткәс, ерҙә йәшәгән сағында Ғайса ете ваҡыттың әле тамамланмағанын күрһәткән.

Зариф: Ә-ә-ә, эйе, хәтерләйем.

Таһир: Шуға күрә ете йыл — ул тура мәғәнәләге ете йыл түгел, ә оҙайлы осор.

Зариф: Һәм ул күпме дауам иткән?

Таһир: Данил китабы менән тығыҙ бәйле булған Асылыш китабы ете ваҡыттың теүәл күпмегә һуҙылғанын иҫәпләргә ярҙам итә. Унда өс ярым ваҡыт 1 260 көнгә тигеҙләнә *. Ете ваҡыт өс ярымдан ике тапҡырға күберәк, тимәк, барыһы 2 520 көн булып сыға. Әлегә был аңлашыламы?

Зариф: Эйе, аңлашыла. Тик мин һаман да 1914 йыл менән бәйләнеште күрмәйем.

Таһир: Ярай, әйҙә, шул бәйләнеште табып ҡарайыҡ. Ҡайһы ваҡыт Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙә бер көн бер йылды аңлата *. Ошо ҡағиҙәгә ярашлы, ете ваҡыт 2 520 йылды тәшкил итә. Б. э. т. 607 йылдан башлап 2 520 йылды иҫәпләһәк, 1914 йыл килеп сыға. Тап ошо йылда ете ваҡыт тамамланған һәм Ғайса Мәсих етәкселегендәге Алла Батшалығы идара итә башлаған. Әйткәндәй, тап 1914 йылдан алып донъяла, Изге Яҙмала алдан әйтелгәнсә, һуңғы көндәрҙе күрһәтеүсе ваҡиғалар башланған.

Зариф: Был ниндәй ваҡиғалар?

Таһир: Матфей 24:7-ләге һүҙҙәргә иғтибар итәйек. Күктә үҙенең идара итә башлаясаҡ ваҡытын һүрәтләп, Ғайса былай тигән: «Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр». Иғтибар ит, был осорҙа аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр тип Ғайса алдан әйткән. Һуңғы быуат эсендә ундай бәлә-ҡазалар әҙ булманы, шулай бит?

Зариф: Эйе, ысынлап та шулай.

Таһир: Шулай уҡ был аятта Ғайса ул Алла Батшалығында Батша булып идара иткәндә һуғыштар булыр тип алдан уҡ әйткән. Асылыш китабынан күренеүенсә, һүҙ урындағы бәләкәй бәрелештәр хаҡында түгел, ә һуңғы көндәрҙә бөтә ер шарын ялмап алған һуғыштар тураһында бара *. Беренсе бөтә донъя һуғышы ҡасан башланған, хәтерләйһеңме?

Зариф: 1914 йылда. Ғайса идара итә башлағас, шулай бит? Элек мин был ике ваҡиға бер-береһе менән бәйле тип уйламағайным да.

Таһир: Әгәр бөтә өлөштәрҙе — ете ваҡыт тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙе һәм һуңғы көндәргә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙе бергә ҡушһаң, барыһы ла асыҡлана. Йәһүә шаһиттары 1914 йылда Ғайсаның Алла Батшалығында батша булып идара итә башлағанына һәм шул йылда һуңғы көндәрҙең башланғанына һис тә шикләнмәй *.

Зариф: Эйе, ләкин миңә барыһына ла төшөнөр өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк булыр.

Таһир: Яҡшы, мин һине аңлайым. Әйткәнемсә, барыһын да тикшереп, аңлар өсөн, миңә лә ваҡыт кәрәк булды. Изге Яҙмала 1914 йыл хаҡында туранан-тура әйтелмәгән, тинек. Әммә беҙҙең һөйләшеү һиңә Йәһүә шаһиттарының ошо йыл тураһындағы фекерҙәре Изге Яҙмаға нигеҙләнгәнен аңларға ярҙам иткәндер, тип ышанам.

Зариф: Эйе, Йәһүә шаһиттарының үҙ фекерҙәренә таянып түгел, ә һәр саҡ Изге Яҙмаға нигеҙләнеп һөйләүе мине гел һоҡландыра. Әммә мин аңламайым, ни өсөн шул тиклем ҡатмарлы. Ни өсөн Алла Изге Яҙмала, Ғайса күктәрҙә 1914 йылда идара итә башлаясаҡ, тип кенә яҙҙырып ҡуймаған?

Таһир: Яҡшы һорау, Зариф. Ысынбарлыҡта Изге Яҙмала күп нәмә хаҡында туранан-тура әйтелмәгән. Изге Яҙманы аңлар өсөн, кешеләрҙән көс һалыу талап ителә. Ни өсөн Алла уны шулай яҙҙыртҡан? Был һорауҙы киләһе осрашҡанда ҡарап сығырбыҙ.

Зариф: Ярар, бик шәп.

Һеҙҙе Изге Яҙмаға бәйле берәү һорау ҡыҙыҡһындырамы? Йәһүә шаһиттарының ышаныуҙары һәм эшмәкәрлеге тураһында белергә теләйһегеҙме? Әгәр шулай икән, киләһе тапҡыр Йәһүә шаһиттары менән осрашҡанда, уларға һорауҙарығыҙҙы бирергә оялмағыҙ. Улар шатланып яуап бирер.

^ Йәһүә шаһиттары кешеләр менән төрлө темалар буйынса бушлай Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә.

^ Ошо журналдың 2014 йылдың 1 октябрендә сыҡҡан һанындағы «Изге Яҙма нигеҙендә һөйләшеү. Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған? (1-се өлөш)» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ Данил 4:23—25-те ҡарағыҙ.

^ Асылыш 12:6, 14-те ҡарағыҙ.

^ Һандар 14:34; Йәзәкил 4:6-ны ҡарағыҙ.

^ Асылыш 6:4-те ҡарағыҙ.

^ «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 9-сы бүлеген ҡарағыҙ, Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған. Уны шулай уҡ www.pr418.com сайтында табып була.