Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Мине Изге Яҙмалағы асыҡ һәм нигеҙле яуаптар ышандырҙы

Мине Изге Яҙмалағы асыҡ һәм нигеҙле яуаптар ышандырҙы
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1948

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: ВЕНГРИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ТОРМОШ МӘҒӘНӘҺЕНӘ БӘЙЛЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП ЭҘЛӘГӘН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

Мин Венгрияла Секешфехервар ҡалаһында тыуғанмын. Был бай тарихлы ҡалаға нигеҙ бынан мең йылдан да элегерәк һалынған булған. Шул ҡалала Икенсе бөтә донъя һуғышы ҡалдырған ҡот осҡос күренештәр бөгөнгөләй хәтеремдә.

Сабый сағымдан уҡ мине олатайым менән өләсәйем тәрбиәләне. Мин уларҙы, бигерәк тә өләсәйем Элизабетты, һағынып иҫкә алам. Ул миндә Аллаға ныҡлы ышаныс үҫтерҙе. Өс кенә йәшемдә кис һайын өләсәйемә эйәреп, мин доға ҡабатлай торғайным. Ул доғаны Ғайсаның өлгөлө доғаһы тип атайҙар. Әммә утыҙ йәшемә еткәнсе, мин уның мәғәнәһен аңламаным.

Атайым менән әсәйем һәр саҡ эштә булды: улар өй һатып алыр өсөн аҡса йыя ине. Шуға олатайым менән өләсәйем мине үҙҙәренә алды. Әммә беҙ шәмбе көндәрендә ике аҙнаға бер тапҡыр бөтә ғаилә менән төшкө ашҡа йыйыла инек. Мин шул мәлдәрҙе көтөп ала торғайным.

Ниһайәт, 1958 йылда хыялыбыҙ тормошҡа ашты: атай-әсәйем йорт һатып алды. Мин сикһеҙ бәхетле инем — хәҙер атайым һәм әсәйем менән йәшәйем бит! Әммә ярты йыл тигәндә, ҡапыл ғына шатлығым юҡҡа сыҡты: атайым рактан вафат булды.

Минең башыма һуҡҡандай булды. Хәтеремдә, мин былай тип доға ҡылдым: «Аллаһы Тәғәләм, мин бит һиңә атайымды ҡотҡар тип ялбарҙым. Ул бит миңә бик кәрәк. Нишләп доғама яуап бирмәнең?» Атайым әле ҡайҙа икән: күктәме, әллә бөтөнләй юҡҡа сыҡҡанмы? Мине шуның кеүек һорауҙар ғазапланы. Атайлы балаларҙан көнләштем.

Күп йылдар буйы мин көн дә тигәндәй зыяратҡа барып йөрөнөм. Атайымдың ҡәбере янында тубыҡланып: «Эй, Аллам, атайымдың әле ҡайҙа икәнен белергә ярҙам итсе», — тип доға ҡыла торғайным. Мин шулай уҡ тормош мәғәнәһең аңлау тураһында лә үтендем.

13 йәшемдә немец телен өйрәнергә булдым. Немец телендәге бай әҙәбиәттән үҙ һорауҙарыма яуап табырмын, тип уйланым. 1967 йылда мин Йенаға (ул ваҡытта Көнсығыш Германиялағы ҡала) уҡырға киттем. Мин немец фәлсәфәселәренең китаптарын, бигерәк тә тормош мәғәнәһенә ҡағылғандарын, йотлоғоп уҡый башланым. Унда осраған идеяларҙың ҡайһы берҙәре ҡыҙыҡлы булһа ла, уларҙың береһе лә минең рухи һыуһынымды ҡандыра алманы. Шуға күрә мин үҙ һорауҙарыма яуап табыу хаҡында доға ҡылыуҙан туҡтаманым.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

1970 йылда мин Венгрияға кире ҡайттым. Унда мин буласаҡ ҡатыным Розаны осраттым. Ул ваҡытта Венгрия социалистик ил ине. Өйләнешеп оҙаҡ та үтмәҫтән, беҙ Роза менән Австрияға күстек. Әммә маҡсатыбыҙ Сиднейға (Австралия), ике туған ағайым янына күсеү ине.

Австрияла мин эште бик тиҙ таптым. Бер ваҡыт хеҙмәттәшем: «Беләһеңме, Изге Яҙмала һинең бөтә һорауҙарыңа ла яуаптар бар», — тине һәм миңә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән бер нисә китап бирҙе. Мин уларҙы тиҙ арала уҡып сыҡтым һәм күберәк белгем килде. Шуға ла мин ул китаптарҙы баҫтырыусыларға, Йәһүә шаһиттарына, тағы әҙәбиәт ебәреүҙәрен һорап, хат яҙҙым.

Өйләнешеүебеҙгә бер йыл тулған көндә беҙгә Йәһүә шаһиты булған йәш кенә австриец килде. Ул мин һорап яҙған әҙәбиәтте килтерҙе һәм Изге Яҙманы өйрәнергә тәҡдим итте. Мин риза булдым. Белемгә ныҡ сарсағайным, шуға ла беҙ аҙнаһына ике тапҡыр осраша инек, һәм һәр өйрәнеү дүртәр сәғәт дауам итә ине!

Изге Яҙмала яҙылғандар мине хайран ҡалдырҙы. Йәһүә шаһиттары венгр телендәге Изге Яҙмамдан Алланың Йәһүә тип яҙылған исемен күрһәткәс, үҙ күҙҙәремә ышанманым. Сиркәүҙә Алла исемен иҫкә алғандарын мин 27 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа ишетмәнем. Изге Яҙмалағы асыҡ һәм нигеҙле яуаптар мине ныҡ ышандырҙы. Мәҫәлән, үлгәндәрҙең бер ни белмәүен, тәрән йоҡоға оҡшаш хәлдә икәнен аңланым (Вәғәзсе 9:5, 10; Яхъя 11:11—15). Шулай уҡ мин Алланың яңы донъя булдырырға вәғәҙә иткәнен белдем, унда «үлем... булмаясаҡ» (Асылыш 21:3, 4). Шул яңы донъяла атайым «үленән тереләсәк», мин уны күрергә өмөтләнәм (Ғәмәлдәр 24:15).

Роза ла шатланып Изге Яҙма өйрәнеүгә ҡушылды. Беҙ рухи яҡтан тиҙ үҫтек һәм ни бары ике ай эсендә өйрәнеү баҫмаһын үтеп тә бөттөк! Шулай уҡ беҙ Батшалыҡ залына осрашыуҙарға йөрөнөк. Йәһүә шаһиттары араһындағы яратыу, берҙәмлек һәм һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыу беҙгә бик ныҡ тәьҫир итте (Яхъя 13:34, 35).

1976 йылда беҙ Роза менән Австралияға күсергә рөхсәт алдыҡ. Унда барғас, беҙ шунда уҡ Йәһүә шаһиттарын таптыҡ. Улар араһында беҙ үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис иттек. Ә 1978 йылда иһә үҙебеҙ ҙә Йәһүә шаһиттары булып киттек.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

Ниһайәт, мин үҙемде бик оҙаҡ борсоған һорауҙарға яуаптар таптым. Йәһүә Аллаға яҡынлашып, мин атайлы булдым, ә унан да яҡшыраҡ атайҙың булыуы ла мөмкин түгел (Яҡуб 4:8). Шуларға өҫтәп, киләсәктә үҙемдең атайымды күреү өмөтөнә эйә булдым (Яхъя 5:28, 29).

1989 йылда беҙ Роза менән, үҙебеҙҙең иманыбыҙ хаҡында туғандарға һәм дуҫтарға һөйләр өсөн, Венгрияға ҡайтырға булдыҡ. Беҙ йөҙләгән кеше менән Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрҙек. Уларҙың 70-е, шул иҫәптән минең әсәйем дә, Йәһүә хеҙмәтсеһе булып китте.

Үҙ һорауҙарыма яуап табырға теләп, мин 17 йыл доға ҡылдым. Инде 39 йыл үтте, ә мин һаман да доға ҡылам. Әммә хәҙер мин: «Күктәге Атам, теге саҡтағы малайҙың доғаһына яуап биргәнең өсөн рәхмәт!» — тип әйтәм.