Илселәрҙең эштәре 1:1—26
1 Ҡәҙерле Тәүфил, беренсе китапта мин Ғайсаның күккә алынған көнөнә тиклем башҡарған бар эштәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙған инем.
2 Күккә алыныр алдынан ул үҙе һайлап алған илселәргә изге рух тәьҫире аҫтында күрһәтмәләр бирҙе.
3 Ғазапланып үлгәндән һуң, Ғайса күп һанлы ышандырырлыҡ дәлилдәр ярҙамында үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул 40 көн дауамында уларға күп тапҡыр күренде һәм Алла Батшалығы хаҡында һөйләне.
4 Бер ваҡыт, улар менән осрашҡанда, Ғайса бындай бойороҡ бирҙе: «Йәрүсәлимдән китмәгеҙ, Атам вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Һеҙ минән был вәғәҙә хаҡында ишеткәйнегеҙ.
5 Яхъя һыуға сумдырҙы, ә һеҙ оҙаҡламай изге рухҡа сумдырылырһығыҙ».
6 Тағы бергә йыйылғас, улар Ғайсанан: «Хужабыҙ, һин Исраил батшалығын ошо ваҡытта торғоҙаһыңмы?» — тип һоранылар.
7 Ул былай яуап бирҙе: «Атамдың ғына билдәләргә хоҡуғы* булған ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе һеҙгә белергә кәрәк түгел.
8 Әммә һеҙгә изге рух төшкәс, ҡөҙрәт алырһығыҙ ҙа Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм бөтә ер йөҙө буйлап минең хаҡта шаһитлыҡ бирерһегеҙ».
9 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса уларҙың күҙ алдында күккә күтәрелә башланы һәм болот артына инеп юғалды.
10 Улар күккә ҡарап торғанда, эргәләрендә аҡ кейем кейгән ике ир хасил булды.
11 Улар былай тине: «Ғәлиләйә ирҙәре, ниңә күккә ҡарап тораһығыҙ? Һеҙ Ғайсаның янығыҙҙан нисек итеп күккә алынғанын күрҙегеҙ. Ул күккә нисек киткән булһа, шул рәүешсә киләсәк».
12 Шунда улар Зәйтүн тауынан төшөп, Йәрүсәлимгә ҡайтты. (Был тау Йәрүсәлимдән йыраҡ түгел, бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта* урынлашҡан.)
13 Улар үҙҙәре туҡталған өйгә килде һәм өҫкө ҡаттағы бүлмәгә менде. Улар Пете́р һәм Яхъя, Яҡуп һәм Әндрәй, Филип һәм Тамас, Барталмай һәм Матфай, Алфай улы Яҡуп, «дәртле»* тип йөрөтөлгән Шимун һәм Яҡуп улы Йәһүҙә ине.
14 Улар барыһы гел бергә йыйылып, доға ҡылды. Улар менән ҡайһы бер ҡатындар, шулай уҡ Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм уның ҡустылары булды.
15 Шул көндәрҙең береһендә Пете́р ҡәрҙәштәр алдында (ә уларҙың һаны 120 тирәһе ине) тороп баҫты ла былай тине:
16 «Ҡәрҙәштәр, изге рух Дауыт аша алдан әйткән һүҙҙәр — Ғайсаны ҡулға алырға теләгән кешеләрҙе алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәр — үтәлергә тейеш ине.
17 Йәһүҙә беҙҙең беребеҙ ине һәм беҙҙең менән ошо хеҙмәттә ҡатнашты.
18 (Ҡылған яуызлығы өсөн алған аҡсаға был кеше ялан һатып алды. Ул ергә башы менән төштө, һәм эсе ярылып, бөтә эсәктәре тышҡа килеп сыҡты.
19 Был хаҡта бөтә Йәрүсәлим халҡы белеп ҡалды, шунлыҡтан шул ялан уларҙың телендә Акилдама́, йәғни „ҡан яланы“ тип аталды).
20 Зәбур китабында: „Уның өйө бушап ҡалһын, һәм унда берәү ҙә йәшәмәһен“, шулай уҡ „Уның урынын башҡа берәү биләһен*“, — тип яҙылған.
21 Шуға күрә Хужабыҙ Ғайса арабыҙҙа хеҙмәт итеп йөрөгән сағында беҙҙең менән булғандарҙың береһен һайлап алырға кәрәк.
22 Ул Ғайсаның Яхъяға барып һыуға сумдырылғанынан алып күккә алынғанына тиклем беҙҙең менән бергә йөрөгән һәм, беҙҙең кеүек үк, уның терелгәнен үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булырға тейеш».
23 Ҡәрҙәштәр ике кешене тәҡдим иттеләр: Барсаб тип йөрөтөлгән Йософто (уны Юсты тип тә атайҙар) һәм Матфыйҙы.
24 Шунан һуң улар былай тип доға ҡылды: «Йәһүә, һин һәр кешенең күңелендә ни барын беләһең. Ошо икәүҙең ҡайһыһын һайлап алғаныңды күрһәтсе.
25 Йәһүҙә үҙ юлы менән китер өсөн ҡалдырған ошо хеҙмәттә ҡатнашырға һәм уның урынына илсе булырға кемде һайланың?»
26 Улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Матфыйға төштө, һәм ул 11 илсегә ҡушылды.
Төшөрмәләр
^ Йәки «хакимлығы».
^ Һүҙмә-һүҙ «шәмбе көнлөк юл алыҫлығында». Шәмбе көндө йәһүдтәргә шунса ғына юл үтергә рөхсәт ителгән.
^ Йәки «ашҡынып торған».
^ Йәки «күҙәтеү вазифаһы башҡа берәүгә бирелһен».