Илселәрҙең эштәре 11:1—30

  • Петер булған хәлдәрҙе илселәргә һөйләп бирә (1—18)

  • Барнаб менән Шауыл Сүриә Антиухияһында (19—26)

    • Шәкерттәр тәү тапҡыр мәсихселәр тип атала (26)

  • Ағап аслыҡ буласағы хаҡында пәйғәмбәрлек итә (27—30)

11  Еврей булмағандарҙың Алла һүҙен ҡабул иткәнен Йәһүҙиәләге илселәр һәм ҡәрҙәштәр ишетте.  Пете́р Йәрүсәлимгә килгәс, сөннәткә ултыртыу яҡлылар уны тәнҡитләп*:  «Һин сөннәтһеҙ кешеләрҙең өйөнә кереп, улар менән бергә ашағанһың», — тине.  Шунда Пете́р уларға барыһын да ентекләп һөйләп бирҙе:  «Мин Я́ффала инем. Доға ҡылған саҡта илаһи күренештә ҙур етен туҡымаға оҡшаған бер нәмә* күрҙем. Уны дүрт мөйөшөнән тотоп ергә тап минең алдыма төшөрҙөләр.  Яҡшылап ҡарағас, унда дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәр, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштарҙы күрҙем.  Шулай уҡ: „Тор, Пете́р, һуй ҙа аша!“ — тигән тауыш ишеттем.  Ләкин мин: „Юҡ, әфәндем*, минең бер ҡасан да хәрәм йә нәжес нәмә ашағаным юҡ“, — тип яуап бирҙем.  Күктән килгән тауыш миңә икенсе тапҡыр: „Алла таҙа иткәнде бүтән хәрәм тип атама“, — тине. 10  Тауыш өсөнсө тапҡыр өндәшкәндән һуң, барыһы ла кире күккә алынды. 11  Шул ваҡытта уҡ беҙ туҡталған йорт янына миңә Ҡайсариянан ебәрелгән өс кеше килеп баҫты. 12  Рух миңә икеләнмәйенсә улар менән барырға ҡушты. Минең менән шулай уҡ ошо алты ҡәрҙәш тә китте, һәм беҙ шул кешенең йортона барып индек. 13  Ул беҙгә өйөндә фәрештәне күргәне тураһында һөйләне. Фәрештә уға: „Я́ффаға кешеләр ебәреп, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимунды саҡырт. 14  Ул һиңә һәм өйөңдәгеләреңә ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәклеген әйтер“, — тигән. 15  Ә мин һөйләй башлағас, бығаса беҙгә төшкән кеүек, уларға ла изге рух төштө. 16  Шунда мин Хужабыҙҙың: „Яхъя һыуға сумдырҙы, ә һеҙ изге рухҡа сумдырылырһығыҙ“, — тигән һүҙҙәрен иҫемә төшөрҙөм. 17  Шулай итеп, әгәр Алла беҙгә — Хужабыҙ Ғайса Мәсихкә инанғандарға биргән бүләкте уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға кем һуң мин?» 18  Быны ишеткәс, улар тынысланды* һәм: «Тимәк, еврей булмағандарға ла Алла тәүбә итеп, тормошҡа өлгәшергә мөмкинлек биргән», — тиеп Алланы данланы. 19  Стифәндең үлтерелеүенән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында ҡасҡан шәкерттәр, еврейҙарға ғына вәғәзләп, Финикиә, Кипр һәм Антиухияға тиклем барып етте. 20  Уларҙың тыумышы менән Кипрҙан һәм Кириниҙан булғандары Антиухияға килеп, Хужабыҙ Ғайса хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе грекса һөйләшкән кешеләргә вәғәзләй башланы. 21  Йәһүә улар менән булды, һәм күптәр иманға килеп, Хужабыҙға табан боролдо. 22  Был турала хәбәр Йәрүсәлимдәге йыйылышҡа барып етте, һәм Антиухияға Барнабты ебәрҙеләр. 23  Ул, унда килгәс һәм Алланың шәкерттәргә ҡарата ни тиклем игелекле булғанын күргәс, бик шатланды. Барнаб уларҙы Хужабыҙға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. 24  Барнаб ныҡ иманлы, изге рух тулы яҡшы кеше ине, һәм Хужабыҙға күп кеше ышанды. 25  Шунан Барнаб, Шауылды эҙләп табыр өсөн, Тарсҡа китте. 26  Тапҡас, уны Антиухияға алып килде. Улар бер йыл буйы ундағы йыйылышҡа йөрөп, күп кешене өйрәтте. Тап Антиухияла шәкерттәр Алланың йүнәлтеүе буйынса тәү тапҡыр «мәсихселәр» тип аталды. 27  Шул көндәрҙә Йәрүсәлимдән Антиухияға пәйғәмбәрҙәр килде. 28  Уларҙың береһе, Ағап исемлеһе, изге рух менән һуғарылып, оҙаҡламай бөтә ерҙә көслө аслыҡ буласаҡ, тип пәйғәмбәрлек итте. Был аслыҡ Кла́вдий көндәрендә булды. 29  Шунда шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәләге ҡәрҙәштәргә ярҙам ебәрергә* булды. 30  Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған нәмәләрҙе Барнаб менән Шауыл аша аҡһаҡалдарға ебәрҙеләр.

Төшөрмәләр

Йәки «уның менән бәхәсләшеп».
Һүҙмә-һүҙ «ниндәйҙер һауыт».
Йәки «Хужам».
Һүҙмә-һүҙ «шымды».
Йәки «хеҙмәт күрһәтергә».