Илселәрҙең эштәре 21:1—40

  • Йәрүсәлимгә тиклемге юл (1—14)

  • Пауыл Йәрүсәлимгә килә (15—19)

  • Пауыл аҡһаҡалдарҙың кәңәше буйынса эш итә (20—26)

  • Ғибәҙәтханалағы шау-шыу; Пауыл ҡулға алына (27—36)

  • Пауылға халыҡҡа өндәшергә рөхсәт итәләр (37—40)

21  Уларҙан көскә айырылып, беҙ карапҡа ултырҙыҡ та туп-тура Ҡосҡа йүнәлдек, икенсе көн Ро́доста булдыҡ, ә шунан Патараға килеп еттек.  Финикиәгә барған карапты тапҡас, беҙ уға ултырып, юлыбыҙҙы дауам иттек.  Кипр утрауына яҡынлашҡас, беҙ уны һул яҡта ҡалдырып, Сүриәгә табан йөҙөп киттек һәм Тирҙа туҡталдыҡ, унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.  Шәкерттәрҙе эҙләп табып, беҙ уларҙа ете көн йәшәнек. Улар изге рухтан хәбәр алып, Пауылды Йәрүсәлимгә аяҡ баҫмаҫҡа ҡат-ҡат киҫәтте.  Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Уларҙың бөтәһе лә, ҡатындар менән балалар ҙа, беҙҙе портҡа тиклем оҙата барҙы. Унда беҙ тубыҡланып доға ҡылдыҡ.  Хушлашҡандан һуң, беҙ карапҡа ултырҙыҡ, ә улар өйҙәренә ҡайтып китте.  Тирҙан беҙ Пталимайға килдек. Унда беҙ ҡәрҙәштәр менән осрашып, уларҙа бер көн булдыҡ та  киләһе көндө юлға сыҡтыҡ. Ҡайсарияға еткәс, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүсе Филиптың өйөндә туҡталдыҡ. Ул һайланған ете кешенең береһе* ине.  Уның кейәүгә сыҡмаған, пәйғәмбәрлек иткән дүрт ҡыҙы бар ине. 10  Беҙ унда күп кенә көн үткәргәс, Йәһүҙиәнән Ағап исемле пәйғәмбәр килде. 11  Ул беҙгә килеп, Пауылдың билбауын алды ла үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләп, былай тине: «Изге рух бына нимә ти: „Йәрүсәлимдә еврейҙар ошо билбауҙың хужаһын ошолай бәйләр ҙә башҡа халыҡ кешеләренең ҡулына тапшырыр“». 12  Быны ишеткәс, беҙ һәм урындағы ҡәрҙәштәр Пауылдан Йәрүсәлимгә бармауын үтенә башланыҡ. 13  Әммә ул: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм йөрәгемде өҙгөләйһегеҙ*? Мин Хужабыҙ Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен», — тип әйтте. 14  Уны күндерә алмағас, беҙ бүтән ныҡышманыҡ* һәм: «Йәһүәнең ихтыяры үтәлһен», — тинек. 15  Шунан һуң беҙ юлға йыйынып, Йәрүсәлимгә киттек. 16  Беҙҙең менән Ҡайсариянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе тыумышы менән Кипрҙан булған Мынасындың өйөнә килтерҙе. Ул тәүге шәкерттәрҙең береһе ине, беҙ уның өйөндә туҡталырға тейеш инек. 17  Йәрүсәлимгә килгәс, ҡәрҙәштәр беҙҙе йылы ҡабул итте. 18  Киләһе көндө Пауыл беҙҙең менән Яҡупҡа барҙы, унда бөтә аҡһаҡалдар йыйылғайны. 19  Уларҙы сәләмләгәндән һуң, Пауыл үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәне тураһында ентекләп һөйләй башланы. 20  Пауылды тыңлағандан һуң, улар Алланы данланы, ә шунан былай тине: «Ҡәрҙәш, нисә мең еврейҙың Ғайсаның шәкерте булып киткәнен үҙең күреп тораһың! Уларҙың бөтәһе лә — Ҡанунды ашҡынып яҡлаусылар. 21  Әммә уларға һинең хаҡта имеш-мимештәр килеп еткән. Йәнәһе, һин башҡа халыҡтар араһында йәшәгән еврейҙарҙы балаларын сөннәткә ултыртмаҫҡа һәм йолаларҙы тотмаҫҡа өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең. 22  Нимә эшләйек икән? Әлбиттә, улар һинең бында килгәнеңде ишетер. 23  Шуға күрә беҙ әйткәнсә эшлә. Беҙҙең нәҙер әйткән дүрт кешебеҙ бар. 24  Улар менән бергә барып, таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Шул саҡта бөтәһе лә һинең туралағы имеш-мимештәрҙең дөрөҫ түгеллеген һәм һинең әле лә Ҡанунды үтәп йәшәгәнеңде аңлар. 25  Ә инде иманға килгән башҡа халыҡ кешеләренә беҙ хат яҙып, боттарға ҡорбан ителгәндән, ҡандан, быуып* үлтерелгән хайуан итенән һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтан* тыйылырға кәрәк, тигән ҡарарыбыҙҙы еткерҙек». 26  Икенсе көндө Пауыл шул ирҙәр менән таҙарыныу йолаһын үтәне лә, таҙарыныу көндәре ҡасан бөтөрөн һәм һәр береһе өсөн ҡорбан ҡасан килтерелерен иғлан итер өсөн, ғибәҙәтханаға керҙе. 27  Ете таҙарыныу көнө тамамланып барғанда, Азиянан* булған еврейҙар Пауылды ғибәҙәтханала күреп ҡалдылар ҙа уға ҡаршы халыҡ төркөмөн ҡоторттолар. Улар уны тотоп алып: 28  «Исраилдар, ярҙам итегеҙ! — тип ҡысҡырҙылар. — Был кеше бөтә ерҙә халҡыбыҙҙы, Ҡануныбыҙҙы һәм ошо урынды хурлаған тәғлимәтте тарата. Етмәһә, ул ғибәҙәтханаға гректарҙы килтереп, ошо изге урынды нәжесләгән». 29  Бер аҙ элегерәк улар ҡалала уның менән Эфестан булған Трәфимде күреп, Пауыл уны ғибәҙәтханаға алып ингән, тип уйлағайнылар. 30  Бөтә ҡалала шау-шыу күтәрелде, һәм халыҡ йыйылып китте. Пауылды тотоп алдылар ҙа ғибәҙәтхананан һөйрәп алып сыҡтылар. Шунда уҡ ғибәҙәтхананың ҡапҡаһын ябып ҡуйҙылар. 31  Улар уны үлтерергә теләп туҡмаған саҡта, мең башына* Йәрүсәлимдә боларыш башланғаны тураһында хәбәр иттеләр. 32  Ул шунда уҡ ғәскәриҙәрҙе һәм йөҙ баштарын алды ла йыйылған халыҡҡа табан йүгерҙе. Мең башы менән ғәскәриҙәрҙе күргәс, улар Пауылды туҡмауҙан туҡтаны. 33  Мең башы килеп, Пауылды ҡулға алды ла уны ике сылбыр менән бығауларға ҡушты, шунан уның кем булғаны һәм нимә эшләгәне тураһында һораны. 34  Әммә халыҡ араһынан берәүҙәр — бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡырҙы. Шау-шыу арҡаһында ул бер нәмә лә белә алманы, шуға Пауылды ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына алып барырға ҡушты. 35  Пауыл баҫҡысҡа килеп еткәс, халыҡ шул тиклем ҡоторондо, ғәскәриҙәргә хатта уны күтәреп барырға тура килде. 36  Ә халыҡ арттан: «Үлтерегеҙ уны!» — тип ҡысҡырып барҙы. 37  Ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына кереп барғанда, Пауыл мең башына: «Һиңә бер нәмә әйтһәм буламы?» — тине. Тегеһе ғәжәпләнеп: «Һин грекса беләһеңме ни? 38  Тимәк, һин күптән түгел фетнә күтәреп, 4 000 ҡоралланған кешене* сүлгә алып киткән теге Мысыр кешеһе түгелһең?» — тип һораны. 39  Шунда Пауыл: «Мин — еврей, Киликиәләге яҡшы билдәле Тарс ҡалаһының гражданы. Үтенәм, миңә халыҡҡа өндәшергә рөхсәт итсе», — тине. 40  Тегеһе рөхсәт иткәс, Пауыл баҫҡыста торған килеш халыҡҡа ишара яһаны. Тәрән тынлыҡ урынлашты, һәм Пауыл еврей телендә былай тип һөйләй башланы:

Төшөрмәләр

Филип Йәрүсәлимдә илселәр тарафынан һайланған булған. Илселәр 6:3-тө ҡ.
Йәки «тәүәккәллегемде ҡаҡшатырға маташаһығыҙ».
Һүҙмә-һүҙ «шымдыҡ».
Йәки «ҡанын сығармайынса».
Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «трибунға». Хәрби трибун тураһында һүҙ бара. Хәрби трибун — рим армияһының юғары офицерҙарының береһе.
Һүҙмә-һүҙ «сика́рийҙы», йәғни «хәнйәрсене». Сика́рийҙар — сәйәси ниәттәрҙән сығып кеше үлтергән фанатик еврейҙар төркөмө.