Илселәрҙең эштәре 3:1—26

  • Петер хәйер һорап ултырған аҡһаҡ кешене һауыҡтыра (1—10)

  • Петер Сөләймәндең коллоналар теҙмәһе тигән урында телмәр һөйләй (11—26)

    • «Бөтә нәмә тергеҙеләсәк ваҡыт» (21)

    • Мусаға оҡшаш пәйғәмбәр (22)

3  Бер көндө Пете́р менән Яхъя көндөҙгө өстәр тирәһендә*, доға ҡылыу ваҡытында, ғибәҙәтханаға китеп бара ине.  Шул ваҡытта унда тыумыштан аҡһаҡ булған бер кешене килтерҙеләр. Уны, ғибәҙәтханаға килгән кешеләрҙән хәйер һораһын тип, көн һайын ғибәҙәтхананың Матур тип аталған ҡапҡаһы янында ҡалдырып китәләр ине.  Ул, ғибәҙәтханаға кереп барған Пете́р менән Яхъяны күреп ҡалып, уларҙан хәйер һорай башланы.  Пете́р менән Яхъя уға текләп ҡараны ла: «Беҙгә ҡарасы», — тинеләр.  Шунда теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға төбәлде.  Пете́р уға: «Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсихтең исеменән һиңә әйтәм: тор ҙа йөрө!» — тиеп,  уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ уның аяҡтары нығынды.  Ул һикереп тороп, атлап китте һәм Алланы маҡтап, һикерә-һикерә улар менән бергә ғибәҙәтханаға инде.  Унда булғандарҙың бөтәһе лә уның атлап йөрөгәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. 10  Уның Матур ҡапҡа янында хәйер һорап ултырған кеше икәнен танып, улар уның менән булған хәлгә таң ҡалды. 11  Теге кеше Пете́р менән Яхъяның ҡулдарынан тотоп торған арала, хайран ҡалған кешеләр улар янына Сөләймәндең колонналар теҙмәһе тип аталған урынға йыйыла башланы. 12  Быны күреп, Пете́р былай тине: «Исраилдар, нишләп быға ғәжәпләнеп, беҙгә ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙҙең көсөбөҙ йәки Аллаға тоғро булғаныбыҙ арҡаһында атлап киткән тип уйлайһығыҙмы? 13  Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуптың Аллаһы — ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы — үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаны данлыҡлы итте, ә һеҙ уны үлемгә тапшырҙығыҙ һәм, Пилат уны азат итергә уйлаһа ла, Пилат алдында унан ваз кистегеҙ. 14  Изге һәм тәҡүә кешенән ваз кисеп, һеҙ кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ, 15  ә тормош Юлбашсыһын үлтерҙегеҙ. Ләкин Алла уны үленән терелтте, һәм беҙ быға шаһит. 16  Ғайсаның исеме һәм уның исеменә булған иманыбыҙ арҡаһында һеҙ күргән һәм белгән ошо кешенең аяҡтары нығынып китте. Күреүегеҙсә, Ғайсаға иманыбыҙ уны һау-сәләмәт итте. 17  Ағай-эне, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, быны белмәйенсә эшләнегеҙ. 18  Әммә шулай итеп Алла бөтә пәйғәмбәрҙәр аша әйткән һүҙҙәрен — Майланғанының* ғазап сигәсәге тураһындағы һүҙҙәрен үтәне. 19  Шуға күрә тәүбә итегеҙ һәм үҙгәрегеҙ*. Шул саҡта гонаһтарығыҙ кисерелер*, Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирер* 20  һәм һеҙгә тәғәйенләнгән Мәсихте — Ғайсаны ебәрер. 21  Ғайса иһә Алла боронғо изге пәйғәмбәрҙәре аша һөйләгән бөтә нәмә тергеҙеләсәк ваҡыт еткәнсе күктә ҡалырға тейеш. 22  Муса әйткән: „Аллағыҙ Йәһүә һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан миңә оҡшаш пәйғәмбәр бирер. Ул нимә генә әйтһә лә, уны тыңлағыҙ. 23  Ә ул пәйғәмбәрҙе тыңламаған кеше үлтерелер“. 24  Шамуилдан башлап унан һуң булған бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә ошо көндәр тураһында асыҡтан-асыҡ әйткән. 25  Һеҙ — пәйғәмбәрҙәрҙең улдары һәм Алла ата-бабаларығыҙ менән төҙөгән килешеүҙең вариҫтары. Был килешеүҙе төҙөгәндә Алла Ибраһимға: „Һинең тоҡомоң аша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар фатиха алыр“, — тигән. 26  Һәр берегеҙгә яуыз эштәрен ҡалдырырға ярҙам итеп, һеҙгә фатиха бирер өсөн, Алла үҙенең Хеҙмәтсеһен иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе».

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «туғыҙынсы сәғәттә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
Һүҙмә-һүҙ «Мәсихенең».
Һүҙмә-һүҙ «боролоғоҙ».
Һүҙмә-һүҙ «юйылыр».
Йәки «Йәһүәнән яңырыу ваҡыттары килер».