Илселәрҙең эштәре 7:1—60

  • Стифәндең Юғары кәңәшмә алдында һөйләгән телмәре (1—53)

    • Ырыу башлыҡтары осоро (2—16)

    • Муса — Исраил юлбашсыһы; халыҡ боттарға табына башлай (17—43)

    • Алла кешеләр төҙөгән йорттарҙа йәшәмәй (44—50)

  • Стифәнде таш менән бәргесләп үлтереү (54—60)

7  Баш рухани: «Был ысынмы?» — тип һораны. 2  Стифән яуап бирҙе: «Ағай-эне һәм атайҙар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харанға күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла булған сағында, уға данлыҡлы Алла күренгән дә: 3  „Үҙең йәшәгән ерҙе һәм туған-тыумасаңды ҡалдырып, мин күрһәткән ергә бар“, — тигән. 4  Ибраһим халдейҙар ерен ҡалдырып, Харанға күсеп барған. Ә атаһы вафат булғандан һуң, Алла уны һеҙ әле йәшәп ятҡан ошо ергә күсергән. 5  Ләкин ул ваҡытта Алла уға бында мираҫ итеп аяҡ баҫырлыҡ та ер бирмәгән, шулай ҙа был ерҙе уға һәм уның тоҡомдарына бирергә вәғәҙә иткән. Ә ул ваҡытта Ибраһимдың әле балалары ла булмаған. 6  Алла уға тоҡомдарының сит ерҙә килмешәк буласағы, ҡоллоҡҡа эләгәсәге һәм 400 йыл буйы иҙелеп йәшәйәсәге тураһында әйткән. 7  „Әммә мин уларҙы ҡол иткән халыҡты язаға тартырмын, — тигән Алла, — шунан һуң улар шул илдән китеп, миңә ошо урында ғибәҙәт ҡыласаҡ“. 8  Алла шулай уҡ Ибраһим менән сөннәтләү тураһында килешеү төҙөгән. Улы Исхаҡ тыуғандан һуң һигеҙенсе көндә Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Исхаҡтан Яҡуп тыуған*, ә Яҡуптың 12 улы тыуған. Һуңынан улар ырыу башлыҡтары булып киткән. 9  Йософтоң ағалары көнсөллөктән уны Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған 10  һәм бөтә бәләләрҙән ҡотҡарған. Ул уға аҡыллылыҡ биргән һәм Мысыр батшаһы фирғәүендең күңелен яуларға ярҙам иткән. Фирғәүен уны Мысыр һәм үҙ йорто өҫтөнән идарасы итеп ҡуйған. 11  Шунан бөтә Мысырға һәм Ҡәнғән еренә афәт — аслыҡ килгән, шуға ата-бабаларыбыҙҙың ашарҙарына булмаған. 12  Яҡуп Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишетеп ҡалған һәм ата-бабаларыбыҙҙы шунда ебәргән. 13  Улар унда икенсе тапҡыр килгәс, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кем икәнлеген асҡан. Шул саҡ фирғәүенгә Йософтоң ғаиләһе тураһында билдәле булған. 14  Шунда Йософ атаһы Яҡупты һәм бөтә туғандарын — барлығы 75 кешене Мысырға саҡырған. 15  Шулай итеп Яҡуп Мысырға күсенеп килгән. Ул үҙе лә, ата-бабаларыбыҙ ҙа шунда вафат булған. 16  Уларҙың һөйәктәрен Шәхәмгә алып барып, Ибраһим Хамур улдарынан көмөш аҡсаға һатып алған ҡәбергә һалғандар. 17  Ул арала Алла Ибраһимға биргән вәғәҙәнең үтәлер ваҡыты яҡынлашып килгән. Мысырҙа Яҡуптың тоҡомдары көсәйә һәм күбәйә барған. 18  Шунан Мысырҙа Йософто белмәгән бүтән бер батша идара итә башлаған. 19  Ул халҡыбыҙға ҡарата мәкер менән эш иткән һәм ата-бабаларыбыҙҙы яңы тыуған балаларын, үлемгә дусар итеп, ташларға мәжбүр иткән. 20  Шул ваҡытта Муса тыуған, ул иҫ киткес матур булған*. Өс ай буйы уны атаһының йортонда ҡарағандар. 21  Ә уны ташларға тура килгәс, фирғәүендең ҡыҙы уны табып алған да үҙ улылай күреп тәрбиәләп үҫтергән. 22  Муса мысырҙарҙың бөтә зирәклегенә өйрәтелеп, һүҙҙә лә, эштә лә көслө булған. 23  40 йәше тулғас, Муса ҡәрҙәштәренең — исраилдарҙың нисек йәшәгәнен ҡарап килергә булған. 24  Уларҙың береһен йәберләгәндәрен күреп, ул уны яҡлаған һәм, мысыр кешеһен үлтереп, ҡәрҙәше өсөн үс алған. 25  Муса, ҡәрҙәштәрем Алланың минең аша үҙҙәрен ҡотҡарырға теләгәнен аңлар, тип уйлаған, ләкин улар аңламаған. 26  Киләһе көндө улар янына килеп, ул ике исраил кешеһенең һуғышҡанын күргән. Уларҙы яраштырырға тырышып: „Һеҙ бит ҡәрҙәштәр. Нишләп бер-берегеҙҙе туҡмайһығыҙ?“ — тигән. 27  Әммә ҡәрҙәшен туҡмаған кеше Мусаны этеп ебәргән дә: „Кем һине беҙҙең өҫтөбөҙҙән башлыҡ һәм хөкөмсө итеп ҡуйҙы? 28  Кисә мысыр кешеһен үлтергән кеүек, мине лә үлтерергә теләйһеңме әллә?“ — тигән. 29  Быны ишеткәс, Муса ҡасып киткән һәм Мәдйән ерендә йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған. 30  40 йыл үткәс, Синай тауы янындағы сүлдә уға янып торған ҡыуаҡ ялҡынында бер фәрештә күренгән. 31  Быны күреп, Муса бик ныҡ аптыраған. Ә инде яҡшылап ҡарар өсөн яҡыныраҡ килгәс, Йәһүәнең тауышы яңғыраған: 32  „Мин — ата-бабаларыңдың Аллаһы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп Аллаһы“. Муса ҡурҡыуҙан ҡалтыранып киткән һәм ҡыуаҡҡа текләп ҡарарға баҙнат итмәгән. 33  Йәһүә уға былай тигән: „Сандалыйыңды сис, сөнки һин торған ер изге. 34  Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем, ыңғырашыуҙарын ишеттем һәм уны ҡотҡарыр өсөн төштөм. Шуға мин һине Мысырға ебәрәм“. 35  Исраилдар: „Кем һине өҫтөбөҙҙән башлыҡ һәм хөкөмсө итеп ҡуйҙы?“ — тиеп Мусаны кире ҡаҡһа ла, тап уны Алла ҡыуаҡта күренгән фәрештә аша башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән. 36  Тап шул кеше Мысырҙа, Ҡыҙыл диңгеҙ янында, ә шунан 40 йыл буйы сүлдә мөғжизәләр* һәм билдәләр күрһәтеп, уларҙы алып сыҡҡан. 37  Тап Муса исраилдарға: „Алла һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек пәйғәмбәр бирәсәк“, — тигән. 38  Тап ул Исраил халҡы — беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән сүлдә булған. Синай тауында фәрештә уның менән һөйләшкән. Һеҙгә тапшырыу өсөн Алланан тере* һүҙҙәрҙе ул ҡабул иткән. 39  Ата-бабаларыбыҙ Мусаны тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм Мысырға ҡайтырға теләгән. 40  Улар Һарунға: „Беҙгә алдыбыҙҙан барасаҡ илаһтар яһа, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан был Муса менән ни булғанын белмәйбеҙ“, — тип әйткән. 41  Ул көндәрҙә улар быҙау һыны яһаған һәм шул ботҡа ҡорбан килтереп, уның хөрмәтенә байрам ойошторған. 42  Шуға күрә Алла уларҙан йөҙөн борған һәм, улар күк есемдәренә табына башлағас, уларҙы туҡтатмаған. Был турала пәйғәмбәрҙәр китабында былай тип яҙылған: „Исраилдар, һеҙ 40 йыл буйы сүлдә ҡорбандарҙы миңә килтерҙегеҙме ни? 43  Юҡ, һеҙ Малух сатырын һәм Римфан илаһы йондоҙон — табыныр өсөн үҙегеҙ яһаған боттарҙы — күтәреп йөрөнөгөҙ. Шуға мин һеҙҙе Бабилдан* да йырағыраҡ ергә һөргөнгә ебәрермен“. 44  Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә килешеү* сатыры булған. Уны Алла Мусаға ҡушҡанса, уға күрһәтелгән өлгө буйынса яһағандар. 45  Уларҙың тоҡомдары был сатырҙы мираҫ итеп алған һәм Йошуа менән бергә уны башҡа халыҡтар йәшәгән ергә алып килгән. Алла был халыҡтарҙы ата-бабаларыбыҙҙан ҡыуып ебәргән. Сатыр Дауыт көндәренә тиклем шунда ҡалған. 46  Дауыт Алланың күңелен яулаған һәм Яҡуп Аллаһы өсөн йорт төҙөү хөрмәтенә лайыҡ итеүен һораған. 47  Әммә был йортто Сөләймән төҙөгән. 48  Ләкин Аллаһы Тәғәлә кешеләр төҙөгән йорттарҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр былай тигән: 49  „Күк — минең тәхетем, ә ер — минең аяҡ аҫтым. Миңә ниндәй йорт төҙөрһөгөҙ икән? — ти Йәһүә. — Ҡайҙа мин йәшәй алған урын? 50  Быларҙың барыһын да минең ҡулым булдырманымы ни?“ 51  Тиҫкәре халыҡ, һеҙҙең йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа ябыҡ*! Һеҙ һәр ваҡыт изге рухҡа ҡаршы киләһегеҙ. Ата-бабаларығыҙ нисек эш иткән булһа, һеҙ ҙә шулай эш итәһегеҙ. 52  Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрләмәгән берәй пәйғәмбәр бармы? Улар тәҡүә заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ уның үҙенә хыянат итеп, уны үлтерҙегеҙ. 53  Һеҙ фәрештәләр аша тапшырылған Ҡанунды ҡабул итеп алдығыҙ, ләкин уны үтәмәнегеҙ». 54  Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, улар асыуҙан тештәрен шығырлата башланы. 55  Изге рух менән тулы Стифән иһә күккә текләп ҡарап, Алланың данын һәм уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе. 56  «Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм», — тине ул. 57  Ләкин улар ҡолаҡтарын ҡаплап, аҡыра-аҡыра Стифәнгә ташланды. 58  Стифәнде ҡала ситенә һөйрәп сығарғас, улар уны таш менән бәргесләй башланы. Уға яла яҡҡан шаһиттар үҙҙәренең өҫ кейемен Шауыл исемле бер егеттең эргәһенә һалып торҙо. 59  Улар таш бәргән ваҡытта Стифән Ғайсаға: «Хужам Ғайса, минең рухымды ҡабул ит», — тип үтенде. 60  Шунан һуң тубыҡланып: «Йәһүә, уларҙы был гонаһ өсөн язаға тартма», — тип ҡысҡырҙы ла үлде*.

Төшөрмәләр

Йә, бәлки, «Исхак — Яҡупты, ә Яҡуп 12 улын сөннәткә ултыртҡан».
Йәки «Алла ҡарашынан матур булған».
Йәки «алдағыны белгерткән билдәләр».
Йәғни үтмәй торған; тәьҫир итерлек.
Йәғни Вавилондан.
Һүҙмә-һүҙ «шаһитлыҡ».
Һүҙмә-һүҙ «сөннәтләнмәгән».
Йәки «үлем йоҡоһона талды».