Лука яҙған 10:1—42

  • Ғайса 70 шәкертен хеҙмәткә ебәрә (1—12)

  • Тәүбә итмәгән ҡалаларға ҡайғы (13—16)

  • 70 шәкерт әйләнеп ҡайта (17—20)

  • Ғайса Атаһын үҙен кесе итеп тотҡандарға илтифатлы булғаны өсөн данлай (21—24)

  • Изгелекле Самария кешеһе тураһында ғибрәтле хикәйә (25—37)

  • Ғайса Марта менән Мәрйәмдә ҡунаҡта (38—42)

10  Шунан һуң Хужабыҙ Ғайса тағы 70 шәкертте һайлап алып, уларҙы үҙе барырға йыйынған ҡалаларға һәм ауылдарға үҙенең алдынан икешәрләп ебәрҙе.  Ул шәкерттәренә былай тине: «Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡ Хужаһынан, ураҡҡа күберәк эшселәр ебәрсе, тип һорағыҙ.  Барығыҙ, ләкин һаҡ булығыҙ: мин һеҙҙе бәрәстәрҙе бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм.  Үҙегеҙ менән аҡса янсығы ла, ризыҡ һалынған тоҡсай ҙа, сандалый ҙа алмағыҙ һәм юлда берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ*.  Ниндәй генә өйгә инһәгеҙ ҙә, тәүҙә: „Был йортҡа именлек булһын!“ — тип әйтегеҙ.  Унда тыныслыҡ һөйгән кеше йәшәһә, тыныслығығыҙ уның менән ҡалыр, ә юҡ икән, һеҙгә кире ҡайтыр.  Тыныслыҡ һөйөүсенең өйөндә ҡалығыҙ, нимә бирһәләр, шуны ашап-эсегеҙ, эшсе бит хеҙмәт хаҡын алырға лайыҡлы. Өйҙән өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.  Берәй ҡалаға килһәгеҙ һәм һеҙҙе унда ҡабул итһәләр, алдығыҙға ҡуйылғанды ашағыҙ,  ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм: „Алла Батшалығы һеҙгә яҡынлашты“, — тип әйтегеҙ. 10  Әммә берәй ҡалаға килгәс, һеҙҙе унда ҡабул итмәһәләр, төп урамдарға сығығыҙ ҙа былай тиегеҙ: 11  „Беҙ хатта ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға йәбешкән туҙанын да ҡағып төшөрәбеҙ. Шулай ҙа белегеҙ: Алла Батшалығы яҡынлашты“. 12  Һеҙгә әйтәм: Хөкөм көнөндә Садумға шул ҡалаға ҡарағанда еңелерәк булыр. 13  Ҡайғы һиңә, Харазин! Ҡайғы һиңә, Бәйтсәйҙә! Сөнки һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир менән Сидонда ҡылынған булһа, улар инде күптән ҡыл туҡымаға* уранып һәм көлгә ултырып тәүбә итер ине. 14  Шуға күрә хөкөм ваҡытында Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр. 15  Ә һин, Капирнаум, күккә тиклем күтәрелермен, тип уйлайһыңмы? Юҡ, һин ҡәбергә* төшәсәкһең! 16  Кем һеҙҙе тыңлай, шул мине лә тыңлай. Кем һеҙҙе кире ҡаға, шул мине лә кире ҡаға. Ә кем мине кире ҡаға, шул мине Ебәреүсене лә кире ҡаға». 17  Һуңғараҡ 70 шәкерт ҡыуана-ҡыуана әйләнеп ҡайтты ла: «Хужабыҙ, һинең исемеңде әйтһәк, хатта ендәр ҙә беҙгә буйһона», — тинеләр. 18  Ул былай тип яуап бирҙе: «Мин Шайтандың күктән йәшен атылғандай ҡолап төшкәнен күрҙем. 19  Мин һеҙгә йыландарҙы, саяндарҙы тапарға һәм дошмандың көсөн еңеп сығырға хакимлыҡ бирҙем. Бер нәмә лә һеҙгә зыян килтерә алмаҫ. 20  Ләкин рухтарҙың һеҙгә буйһонғанына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылғанына шатланығыҙ». 21  Шул мәлдә үк изге рух Ғайсаны шатлыҡ менән һуғарҙы, һәм ул былай тине: «Атай, күкте һәм ерҙе Булдырыусы, һине барыһы алдында данлайым, сөнки һин быны аҡыллылар менән зирәктәрҙән йәшереп, сабыйҙарға астың. Эйе, Атай, сөнки һин быны яҡшы тип таптың. 22  Атайым миңә барыһын да тапшырҙы. Улын Атанан башҡа берәү ҙә белмәй, Атаны ла Улынан һәм Улы Атаны асырға теләгән кешенән башҡа берәү ҙә белмәй». 23  Шунан Ғайса, шәкерттәре менән генә ҡалғанда, уларға былай тине: «Һеҙ күргәндәрҙе күргәндәр бәхетле. 24  Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәнде күрергә теләгән, әммә күрмәгән, һеҙ ишеткәнде ишетергә теләгән, әммә ишетмәгән». 25  Бер ҡанун белгесе урынынан торҙо ла, Ғайсаны һынарға теләп: «Остаз, миңә мәңгелек тормош алыр өсөн нимә эшләргә?» — тип һораны. 26  Ғайса унан: «Ҡанунда нимә тип яҙылған? Уҡығандарыңдан нимә аңланың?» — тип һораны. 27  «„Йәһүә Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең*, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат“ һәм „Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат“», — тип яуап бирҙе тегеһе. 28  Ғайса уға: «Һин дөрөҫ яуап бирҙең. Шулай эшлә, һәм мәңгелек тормош алырһың», — тине. 29  Әммә теге кеше, үҙен аҡларға теләп, Ғайсанан: «Ә минең яҡыным кем?» — тип һораны. 30  Яуап итеп Ғайса былай тине: «Бер кеше Йәрүсәлимдән Йәрихәгә китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Улар уны сисендереп, әйберҙәрен тартып алған һәм туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән. 31  Күп тә үтмәҫтән, шул уҡ юлдан бер рухани үтеп барған. Ләкин, теге кешене күргәс, ул юлдың икенсе ситенән үтеп киткән. 32  Шулай уҡ бер либәй ҙә, шул урынға барып етеп, уны күргәс, юлдың икенсе ситенән үтеп киткән. 33  Ә шул уҡ юлдан үтеп барған бер Самария кешеһе уны күреп, бик йәлләгән. 34  Ул уның янына килеп, яраларын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан уны үҙенең ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға килтергән һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан. 35  Киләһе көндө ул ҡунаҡхананың хужаһына ике динар* аҡса биргән дә: „Уның тураһында хәстәрлек күр. Әгәр күберәк тотонорға тура килһә, әйләнеп килгәс, түләрмен“, — тигән. 36  Нисек уйлайһың, ошо өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән кешенең яҡыны була?» 37  «Уға шәфҡәт күрһәткәне», — тип яуап бирҙе ҡанун белгесе. Ғайса уға: «Бар, һин дә шулай эшлә», — тине. 38  Ғайса, шәкерттәре менән юлын дауам итеп, бер ауылға килде. Унда Марта исемле бер ҡатын уны үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. 39  Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Хужабыҙ Ғайсаның аяҡ осона ултырҙы ла уның һөйләгәндәрен тыңлай башланы. 40  Марта иһә табын әҙерләп бушамай йөрөй ине. Ул Ғайса янына килеп: «Хужам, һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуы һиңә барыберме әллә? Әйт әле уға, миңә ярҙам итһен», — тине. 41  Хужабыҙ уға: «Марта, Марта, һин күп нәмә тураһында борсолоп, мәшәҡәтләнеп йөрөйһөң, — тине. 42  — Ә беҙгә күп нәмә кәрәк түгел, бер нәмә лә етерлек. Мәрйәм иһә яҡшыраҡты һайланы, һәм был унан тартып алынмаҫ».

Төшөрмәләр

Йәки «ҡосаҡлап сәләмләмәгеҙ».
Грекса ха́дес. Һүҙлектә «Ҡәбер» тигән мәҡәләне ҡ.
Динар — 3,85 грамлыҡ Рим көмөш тәңкәһе.