Лука яҙған 13:1—35

  • Тәүбә итегеҙ, юғиһә һәләк ителерһегеҙ (1—5)

  • Емеш бирмәгән инжир тураһында ғибрәтле хикәйә (6—9)

  • Ғайса шәмбе көндө бөкрәйеп бөткән ҡатынды һауыҡтыра (10—17)

  • Горчица орлоғо һәм әсетке тураһында миҫалдар (18—21)

  • Тар ишектән керер өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк (22—30)

  • Һируд — «төлкө» (31—33)

  • Ғайса Йәрүсәлим өсөн ҡайғыра (34, 35)

13  Шул ваҡытта ундағы ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға Пилаттың Ғәлиләйә кешеләрен ҡорбан килтергән саҡтарында үлтергәне тураһында һөйләнеләр.  Ғайса яуап итеп былай тине: «Ул ғәлиләйәләр шундай хәлгә тарыған икән, улар башҡа ғәлиләйәләрҙән гонаһлыраҡ булған, тип уйлайһығыҙмы?  Әлбиттә, улай түгел! Әммә тәүбә итмәһәгеҙ, һеҙ ҙә һәләк булырһығыҙ.  Йәки, Силуам манараһы ауғанда, уның аҫтында ҡалып һәләк булған 18 кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән башҡа кешеләрҙән гонаһлыраҡ булған, тип уйлайһығыҙмы?  Әлбиттә, улай түгел! Әммә тәүбә итмәһәгеҙ, һеҙ ҙә һәләк булырһығыҙ».  Шунан ул ошондай ғибрәтле хикәйә һөйләне: «Бер кешенең баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер көндө ул килеп, ағастан емеш эҙләй башлаған, әммә бер нәмә лә тапмаған.  Шунда ул йөҙөм үҫтереүсегә: „Мин инде өс йыл, был инжир ағасы емеш бирмәгәнме икән, тип ҡарарға киләм, әммә бер нәмә лә тапмайым. Уны ҡырҡып ташла. Ниңә ул буштан-бушҡа урын алып тора?“ — тип әйткән.  Ләкин тегеһе уға былай тип яуаплаған: „Хужам, уны тағы бер йылға ҡалдырып тор. Мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартырмын, төбөнә тиреҫ һалырмын.  Әгәр шунан һуң емеш бирһә, бик яҡшы, ә бирмәһә, ҡырҡып ташларһың“». 10  Шәмбе көнө Ғайса бер синагогала өйрәтте. 11  Унда ен эйәләшкәнлектән 18 йыл буйы ауырыған бер ҡатын бар ине. Ул бөкрәйеп бөткән, бөтөнләй турая алмай ине. 12  Уны күреп, Ғайса: «Һин ауырыуыңдан ҡотолдоң», — тине. 13  Ул уға ҡулдарын ҡуйҙы. Ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы. 14  Ә синагога башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырғанына асыуы килеп, кешеләргә: «Эшләр өсөн алты көн бар. Һауығырға шәмбе көнө түгел, ә шул көндәрҙә килегеҙ», — тип әйтте. 15  Ләкин Хужабыҙ былай тине: «Ике йөҙлөләр, һеҙ шәмбе көнө үгеҙегеҙҙе йә ишәгегеҙҙе бәйҙән ысҡындырып, һыу эсерер өсөн, һарайҙан алып сыҡмайһығыҙмы әллә? 16  Шулай булғас, 18 йыл буйы Шайтан бығаулап тотҡан ошо ҡатынды, Ибраһим ҡыҙын, шәмбе көнө азат итергә кәрәк түгел инеме ни?» 17  Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, уның бөтә дошмандарына оят булып китте. Ә халыҡ уның ҡылған ғәжәйеп эштәрен күреп шатланды. 18  Ғайса һүҙен былай тип дауам итте: «Алла Батшалығы нимәгә оҡшаш? Уны нимә менән сағыштырайым? 19  Ул кеше үҙенең баҡсаһына ултыртҡан горчица орлоғона оҡшаш. Орлоҡ үҫеп етеп, ағасҡа әйләнгән, һәм уның ботаҡтарына ҡоштар оялаған». 20  Ул тағы былай тине: «Алла Батшалығын нимә менән сағыштырайым? 21  Ул әсеткегә оҡшаш. Ҡатын уны алып, өс табаҡ* ондан ҡамыр баҫып ҡуйған, һәм бөтә ҡамыр күтәрелгән». 22  Йәрүсәлимгә китеп барышлай, Ғайса ҡалалар һәм ауылдар аша үтеп, кешеләрҙе өйрәтте. 23  Бер кеше унан: «Хужам, ысынлап та әҙҙәр генә ҡотолормо?» — тип һораны. Ул уларға былай тине: 24  «Тар ишектән керер өсөн, бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ. Һеҙгә әйтәм: күптәр инергә тырышыр, ләкин инә алмаҫ. 25  Йорттоң хужаһы ишекте бикләгәс, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып, туҡылдатырһығыҙ һәм: „Хужабыҙ, ишекте ас инде“, — тип үтенерһегеҙ. Ләкин ул һеҙгә: „Һеҙҙең кем икәнегеҙҙе белмәйем“, — тип яуап бирер. 26  Шунда һеҙ: „Беҙ һинең менән ашап-эстек, һин төп урамдарыбыҙҙа өйрәттең“, — тип әйтерһегеҙ. 27  Ә ул һеҙгә: „Кем икәнегеҙҙе белмәйем. Яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә китегеҙ янымдан!“ — тиер. 28  Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп һәм барлыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең ҡыуып сығарылғанығыҙҙы күргәс, һеҙ үкереп иларһығыҙ һәм теш шығырлатырһығыҙ. 29  Кешеләр көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килеп, Алла Батшалығында табын янына ултырыр. 30  Шулай итеп, һуңғыларҙың ҡайһы берҙәре — беренсе, ә беренселәрҙең ҡайһы берҙәре һуңғы булыр». 31  Шул ваҡытта Ғайсаға бер нисә фарисей килеп: «Бынан китеүең хәйерлерәк, сөнки Һируд һине үлтерергә теләй», — тине. 32  Ул былай тип яуап бирҙе: «Барығыҙ, ул төлкөгә: „Бөгөн һәм иртәгә мин ендәрҙе ҡыуып сығарам, ауырыуҙарҙы һауыҡтырам, ә өсөнсө көнгә эшемде бөтәм“, — тип әйтегеҙ. 33  Мин бөгөн, иртәгә һәм иртәнән һуңға үҙ эшемде дауам итергә һәм артабан китергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Йәрүсәлимдән ситтә үлтерелеүе мөмкин түгел*. 34  Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш менән бәргесләп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Тауыҡ үҙенең себештәрен ҡанаты аҫтына йыйған кеүек, мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем! Ләкин һеҙ теләмәнегеҙ. 35  Шуға күрә Алла ғибәҙәтханағыҙҙы* ташлап китер. Һеҙгә шуны әйтәм: „Йәһүә исеме хаҡына килеүсе фатихалы!“ — тип әйткәнегеҙгә тиклем, мине күрмәҫһегеҙ».

Төшөрмәләр

Яҡынса 10 килограмм.
Йәки «аҡылға һыймаҫлыҡ».
Һүҙмә-һүҙ «йортоғоҙҙо».