Лука яҙған 16:1—31

  • Тәҡүә булмаған йорт идарасыһы тураһында ғибрәтле хикәйә (1—13)

    • «Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр» (10)

  • Ҡанун һәм Алла Батшалығы (14—18)

  • Бай кеше һәм Лазар тураһында ғибрәтле хикәйә (19—31)

16  Шунан Ғайса шәкерттәренә былай тине: «Бер бай кешенең йорт идарасыһы* булған. Байға, йорт идарасың мал-мөлкәтеңде туҙҙыра, тип еткергәндәр.  Ул уны саҡырған да: „Мин һинең турала яман хәбәрҙәр ишетәм. Эшең тураһында хисап бир, сөнки һин бүтән йортом менән идара итмәйәсәкһең“, — тигән.  Шунда йорт идарасыһы былай тип уйлаған: „Нишләйем икән? Хужам мине ҡыуа, баҫыуҙа эшләргә көсөм юҡ, хәйер һорарға оят.  Әһә, эштән ҡыуылғас, кешеләр мине үҙ йорттарында ҡабул итһендәр өсөн, нимә эшләргә икәнен уйлап таптым!“  Шунан ул хужаһына бурыслы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған да беренсеһенән: „Хужама күпме бурысың бар?“ — тип һораған.  Тегеһе: „100 мискә* зәйтүн майы“, — тигән. Йорт башлығы уға: „Бына һинең бурыс ҡағыҙың, ултыр ҙа тиҙ генә 50 мискә* тип яҙ“, — тип әйткән.  Шунан ул икенсеһенән: „Ә һинең бурысың күпме?“ — тип һораған. Тегеһе: „100 тоҡ* бойҙай“, — тигән. Йорт башлығы уға: „Бына һинең бурыс ҡағыҙың, 80 тоҡ* тип яҙ“, — тип әйткән.  Шунда хужа, йорт башлығы тәҡүә булмаһа ла, уны тапҡырлығы өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя* кешеләре, башҡалар менән эштәр алып барғанда, Алла хеҙмәтселәренә* ҡарағанда тапҡырыраҡ.  Һеҙгә әйтәм: был донъяның тәҡүә булмаған байлығы ярҙамында үҙегеҙгә дуҫтар булдырығыҙ. Шул саҡта, байлығығыҙ бөткәс, улар һеҙҙе мәңгелек йәшәү урындарына ҡабул итер. 10  Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр. 11  Шулай итеп, һеҙ был тәҡүә булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, кем һеҙгә ысын байлыҡты ышанып тапшырыр? 12  Шулай уҡ һеҙ башҡаларҙың мөлкәте менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, кем һеҙгә үҙегеҙ өсөн әҙерләнгәнде бирер? 13  Бер хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай, сөнки йә береһен нәфрәт итеп, икенсеһен яратыр, йә береһенә тоғро булып, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Һеҙ бер юлы Алланың да, байлыҡтың да ҡоло була алмайһығыҙ». 14  Аҡса яратҡан фарисейҙар быны ишетеп, Ғайсанан көлә башланылар. 15  Ләкин Ғайса уларға былай тине: «Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе тәҡүә итеп күрһәтәһегеҙ, ләкин Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни булғанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә — Алла өсөн ерәнгес. 16  Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары Яхъяға тиклем булды. Ә ул килгәндән башлап Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнә, һәм төрлө-төрлө кешеләр унда инер өсөн ҙур тырышлыҡ һала. 17  Эйе, хатта ер менән күк юҡҡа сыҡһа ла, Ҡанундың кескенә хәрефе лә үтәлмәй ҡалмаясаҡ. 18  Кем ҡатынынан айырылып башҡаға өйләнә, шул ҡатынына хыянат итеп, зина ҡыла, һәм кем айырылышҡан ҡатынға өйләнә, шул зина ҡыла. 19  Бер бик бай кеше ҡиммәтле кейемдәр кейеп*, көн һайын күңел асып, муллыҡта ғүмер иткән. 20  Уның ҡапҡаһы алдына тәнен эренле яралар ҡаплаған Лазар исемле бер хәйерсене килтереп һала торған булғандар. 21  Ул байҙың табынынан төшкән ҡалдыҡтар менән булһа ла тамаҡ ялғарға теләгән. Улай ғына ла түгел, эттәр* килеп, уның яраларын ялап йөрөгән. 22  Күпмелер ваҡыттан һуң хәйерсе үлгән, һәм фәрештәләр уны Ибраһим янына* алып киткән. Бай ҙа үлгән, уны ерләгәндәр. 23  Ҡәберҙә* ғазап сиккәндә, ул күҙҙәрен күтәреп ҡараған һәм йыраҡта Ибраһимды, ә уның янында* Лазарҙы күргән. 24  Шунда ул: „Атам Ибраһим, миңә мәрхәмәт күрһәтеп, эргәмә Лазарҙы ебәрсе. Ул бармағының осон һыуға манып, телемде һыуытһын ине, сөнки мин дөрләп янған был утта яфаланам“, — тип ҡысҡырған. 25  Ләкин Ибраһим былай тигән: „Улым, иҫеңә төшөр: иҫән сағыңда һин рәхәтләнеп йәшәнең, ә Лазар интекте. Хәҙер ул бында йыуаныс таба, ә һин яфа сигәһең. 26  Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята: беҙҙән һеҙгә күсергә теләүселәр быны эшләй алмай, һеҙҙән дә беҙгә күсмәйҙәр“. 27  Шунда бай былай тигән: „Улайһа, атам, үтенеп һорайым, Лазарҙы атайымдың йортона ебәр. 28  Минең биш ир туғаным бар. Был яфаланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен“. 29  Әммә Ибраһим: „Уларҙың Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең китаптары бар, шуларҙы тыңлаһындар“, — тигән. 30  Ә тегеһе: „Юҡ, атам Ибраһим, бына үлгәндәрҙең береһе терелеп, уларға барһа, улар тәүбә итер“, — тип яуап биргән. 31  Ибраһим уға: „Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламай икән, хатта берәйһе терелһә лә, был уларҙы ышандырмаҫ“, — тигән».

Төшөрмәләр

Йорт һәм башҡа хеҙмәтселәр өсөн яуаплы хеҙмәтсе.
Һүҙмә-һүҙ «100 бат». Бер бат яҡынса 22 литрға тиң булған.
Һүҙмә-һүҙ «50 бат».
Һүҙмә-һүҙ «100 кор». Бер кор бойҙай яҡынса 170 килограмға тиң булған.
Һүҙмә-һүҙ «80 кор».
Йәки «заман». Һүҙлектә «Заман» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «яҡтылыҡ улдарына».
Һүҙмә-һүҙ «ҡыҙыл күк төҫкә һәм етенгә кейенеп».
Йәһүдтәр өсөн эт нәжес хайуан булған.
Һүҙмә-һүҙ «күкрәге янына». Был айырым илтифат күрһәтеүҙе аңлатҡан.
Грекса ха́дес. Һүҙлектә «Ҡәбер» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «күкрәге янында».