Лука яҙған 18:1—43

  • Ныҡыш тол ҡатын тураһында ғибрәтле хикәйә (1—8)

  • Фарисей һәм һалым йыйыусы (9—14)

  • Ғайса һәм балалар (15—17)

  • Бер бай башлыҡ Ғайсаға һорау бирә (18—30)

  • Ғайса ҡабат үҙенең үлеме тураһында әйтә (31—34)

  • Ғайса хәйер һорап ултырған һуҡырҙы һауыҡтыра (35—43)

18  Шунан Ғайса уларға һәр ваҡыт доға ҡылырға һәм төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәрәклеге тураһында бындай ғибрәтле хикәйә һөйләне:  «Бер ҡалала Алланан ҡурҡмаған һәм кешеләрҙе һанға һуҡмаған хөкөмсө йәшәгән.  Шул уҡ ҡалала бер тол ҡатын йәшәгән. Ул шул хөкөмсөгә бер туҡтауһыҙ килеп, минең менән судлашҡан әҙәм менән арабыҙҙағы дәғүәне ғәҙел хәл ит, тип әйтеп йөрөгән.  Бер ни тиклем ваҡыт хөкөмсө уның үтенесен үтәргә теләмәгән, әммә һуңынан былай тип уйлаған: „Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙе һанға һуҡмаһам да,  был тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса килеп, аптыратып йөрөмәһен“».  Шунан Хужабыҙ былай тине: «Иғтибар иттегеҙме, ғәҙелһеҙ хөкөмсө нимә тигән?  Шулай булғас, әллә Алла үҙенә көнө-төнө ялбарған һайланғандары өсөн ғәҙеллек урынлаштырмаҫмы? Уларға ҡарата сабыр булһа ла, ул быны эшләйәсәк.  Һеҙгә әйтәм: ул улар өсөн бик тиҙ ғәҙеллек урынлаштырыр. Ләкин Әҙәм Улы килгәс, ерҙә шундай иман* табырмы икән?»  Ә үҙҙәренең тәҡүә икәненә ныҡ ышанған һәм башҡаларға түбәнһетеп ҡараған кешеләргә ул ошондай ғибрәтле хикәйә һөйләне: 10  «Ғибәҙәтханаға ике кеше доға ҡылырға ингән: береһе фарисей, икенсеһе һалым йыйыусы. 11  Фарисей эстән генә былай тип доға ҡылған: „Йә Аллам, башҡа кешеләр кеүек талаусы ла, намыҫһыҙ ҙа, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн һиңә рәхмәтлемен. 12  Мин аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, бөтә табышымдың ундан бер өлөшөн бирәм“. 13  Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм башын күтәреп күккә ҡарарға ла ҡыймаған. Ул ни бары күкрәгенә һуға-һуға: „Йә Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы“, — тип ҡабатлаған. 14  Һеҙгә әйтәм: был кеше Алла алдында фарисейға ҡарағанда тәҡүәрәк булып ҡайтып киткән. Сөнки үҙ-үҙен юғары күтәреүсе түбәнһетелер, ә үҙен кесе итеп тотоусы юғары күтәрелер». 15  Кешеләр, Ғайса ҡағылһын* өсөн, уға сабыйҙарҙы килтерә инеләр. Быны күргәс, шәкерттәр уларҙы шелтәләй башланы. 16  Ләкин ул, сабыйҙарҙы үҙенә килтерергә ҡушып, былай тине: «Балаларҙы үткәрегеҙ, уларға минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ, сөнки Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 17  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын бала кеүек ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк». 18  Башлыҡтарҙың береһе унан: «Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә?» — тип һораны. 19  Ғайса уға былай тине: «Ниңә һин мине изгелекле тип атайһың? Алланан башҡа бер кем дә изгелекле түгел. 20  Һин бит әмерҙәрҙе беләһең: зина ҡылма, кеше үлтермә, урлама, ялған шаһитлыҡ бирмә, атай-әсәйеңде хөрмәт ит». 21  Теге кеше: «Остаз, мин быларҙың барыһын да йәш саҡтан уҡ үтәп киләм», — тип яуап бирҙе. 22  Быны ишеткәс, Ғайса уға: «Һиңә бер генә нәмә етмәй: бөтә мөлкәтеңде һат та аҡсаһын ярлыларға тарат. Шулай эшләһәң, күктә байлығың булыр. Унан һуң кил дә миңә эйәр», — тине. 23  Был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң, теге кеше ҡайғыға төштө, сөнки бик бай ине. 24  Ғайса уға ҡараны ла былай тине: «Байҙарға Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын булыр! 25  Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк». 26  Быны ишеткәндәр: «Улайһа, кем ҡотола ала һуң?» — тип һораны. 27  «Кешеләр булдыра алмағанды Алла булдыра ала», — тип яуапланы ул. 28  Шунда Петер: «Ә беҙ? Беҙ бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, һиңә эйәрҙек», — тип әйтте. 29  Ғайса уларға былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығы хаҡына йортон, ҡатынын, ағай-энеләрен, ата-әсәһен йә балаларын ҡалдырған һәр кем 30  хәҙерге ваҡытта күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә киләсәктә* мәңгелек тормошҡа эйә булыр». 31  Шунан ул 12 илсеһен ситкәрәк алып китте лә былай тине: «Бына беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ, унда пәйғәмбәрҙәр аша Әҙәм Улы тураһында яҙылғандарҙың барыһы үтәлер. 32  Уны башҡа халыҡ кешеләренә тапшырырҙар, мыҫҡылларҙар, хурларҙар, уға төкөрөрҙәр, 33  уны ҡамсыларҙар, ә шунан үлтерерҙәр. Ләкин өсөнсө көнгә ул терелеп торор». 34  Әммә улар бер нәмә лә аңламаны. Әйтелгәндәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән ине. 35  Ғайса Йәрихәгә етеп килгәндә, юл буйында бер һуҡыр кеше хәйер һорап ултыра ине. 36  Күп халыҡтың үтеп барғанын ишеткәс, ул нимә булғаны тураһында һораша башланы. 37  «Назаралы Ғайса үтеп бара», — тип яуап бирҙеләр уға. 38  Шунда ул: «Дауыт улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле бул!» — тип ҡысҡырып ебәрҙе. 39  Алда барыусылар, уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты. Ләкин ул тағы ла нығыраҡ: «Дауыт улы, миңә мәрхәмәтле бул!» — тип ҡысҡырырға тотондо. 40  Ғайса туҡтаны ла шул кешене үҙенең янына килтерергә ҡушты. Ул килгәс, Ғайса унан: 41  «Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең?» — тип һораны. «Хужам, күҙҙәрем яңынан күрә башлаһын ине!» — тине һуҡыр. 42  Ғайса уға: «Күҙҙәрең күрһен! Иманың һине һауыҡтырҙы», — тине. 43  Ул шунда уҡ күрә башланы һәм Алланы маҡтай-маҡтай уның артынан китте. Быны күргәндәрҙең барыһы ла Алланы данланы.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «ерҙә иман».
Йәғни фатихалаһын.
Һүҙлектә «Заман» тигән мәҡәләне ҡ.